Яңыраҡ “Крестьянка”, “Природа и человек”, “GEO”, “Путешествие по свету”, “Вокруг света” кеүек яратҡан журналдарымдың иҫке һандарын йәнә уҡып сығырға тура килде. Улар китап, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт тураһында тәрән уйланырға мәжбүр итте. Текстарҙы һандарға күсереү йәки компьютерлаштырыу хаҡында һөйләп, һин китапты бөтөрөп, һандарға күсерелгән яҙмаларҙы яҡлап, беҙҙе юҡҡа сығарырға йөрөйһөң, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәс, уйҙарыма кире ҡайтып, ҡулыма ҡәләм алдым һәм шул журналдарҙан үҙ фекеремә тап килгәндәрен цитата итеп ҡулландым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, журналдарҙың йылын һәм һанын күрһәтмәгәнмен.
Мин “Башҡорт халыҡ хәтере тапшырыуы”нда китаптарҙың һуңғы данаһын булһа ла киләсәк быуын өсөн һаҡлау, кәрәк икән, Ерҙең төрлө нөктәләрендә йәшәгән уҡыусыға уның менән танышыу мөмкинлеге тыуҙырыу, донъяла Башҡортостан һәм уның халҡы тураһында яҙмаларҙы эҙләү һәм туплау хаҡында һүҙ алып барҙым. Әле китаптың, әҙәбиәттең тәрбиәүи көсөнә иғтибарҙы йүнәлткем килә. Китапты уның электрон варианты бер ваҡытта ла алмаштыра алмай, был — бәхәсһеҙ. Улар бер йылғаның ике яры. Бер яры ишелһә лә, йылға ҡорой, ә китап урынына күсермәһен генә ҡалдырһаҡ, рухиәт юҡҡа сығасаҡ. Техника кеше түгел, ул боҙола, иҫкерә, уның менән эшләгән операторҙарҙың белеме, ижадҡа ҡарашы нисек була бит әле. Мәҫәлән, Америкала иҫкергән техника сафтан сыға, ундағы мәғлүмәтте аяҡҡа баҫтырыу өсөн тотош донъя буйлап эҙләп таба алмағас, ниһайәт, Японияла табалар. Бына һеҙгә техника!
Әммә йәмғиәттән беҙ айырым йәшәй алмайбыҙ. Бөгөн персональ һәм конфиденциаль мәғлүмәттәр күләме артҡандан-арта. Дәүләт уларҙы һаҡлау программаларын уңышлы тормошҡа ашыра. Был граждандар менән хөкүмәт структуралары, автор менән уҡыусы араһындағы бәйләнеште еңеләйтә, ижади тормошҡа киң мөмкинлектәр аса. Тап китаптың үҙен киләһе быуынға туҙҙырмай һаҡлай, кәрәк икән, уны яңынан нәшер итеп була. Был барлыҡ китаптарға ла ҡағыла һәм улар кешелек донъяһында белем шишмәһе, тәрбиә усағы тип танылған.
Әҙәбиәткә килгәндә, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә уға шундай аңлатма бирелгән: “Әҙәбиәт — ул билдәле бер халыҡ, айырым дәүер йәки, ғөмүмән, кешелек донъяһы тыуҙырған ғилми, әҙәби, фәлсәфәүи һәм башҡа төр әҫәрҙәрҙең йыйылмаһы. Тел, һүҙ ярҙамында художестволы образ тыуҙыра торған сәнғәт төрө матур әҙәбиәт тип йөрөтөлә”. Мин үҙем әҙәбиәткә милләтебеҙҙең иң күркәм рухи байлығын, ғөрөф-ғәҙәтен, фекерләү ҡеүәһен, мәҙәни һәм тарихи донъяһын, тел байлығын, тәрбиәүи тәжрибәһен һаҡлаған ҡомартҡы тип ҡарайым, шуға күрә уға, уны тыуҙырған әҙәбиәтселәргә һаҡсыл һәм йылы ҡараш һаҡлайым.
“Человек без нравственных устоев оказывается самым нечестивым и диким низменным в своих половых и вкусовых инстинктах”, — тигән Аристотель. Йәғни бөтөн яҡшылыҡ әхлаҡлылыҡтан килә, ә насарлыҡтың әхлаҡһыҙлыҡтан тыуыуын борон-борондан кешелектең иң ябай вәкиле лә белгән. Нисек фекерләйбеҙ, шулай йәшәйбеҙ.
Донъя йәки осор насар түгел, кеше насар. Үҙенең боҙоҡлоғон онотоп, Аллаһы Тәғәләнән дә юғары торорға тырышып, кеше үҙен ижад итеүсе, тыуҙырыусы тип нарыҡланы. Ә Тәбиғәт һаман да унан бөйөгөрәк, һаман асылмаҫ сер йомғағы булып ҡала. Хәҙер килеп кешенең үҙен экология бер яҡтан, рухһыҙлыҡ икенсе яҡтан ҡыҫа. Тәүге рухи фәҡирлек ошонан, динебеҙҙән, Аллаһы Тәғәләнән баш тартыуыбыҙҙан башланғандыр, моғайын. Хәҙер дан алған психологтар, буддистар халыҡ һәм дини традицияларға таянып эш итә һәм уның күңелен яулай.
Бәлки, тапҡан-таянған рухи ҡиммәттәрҙән баш тартып, кешелек бөгөн әхлаҡи боҙоҡлоҡҡа йөҙ борғандыр. Кешелеккә, туғанлыҡҡа, ғөмүмән, киләсәк быуынға хеҙмәт итеүҙе оноттоҡ. Ә бит киләсәк быуын — беҙҙең балалар, ейәндәр. Магазиндарҙа әйбер ҙә, аҙыҡ та күп, әммә шатлыҡ юҡ. Тормош фәлсәфәһе бик ябай бит: донъяға яланғас килгәнбеҙ, яланғас китәбеҙ. Әйберҙәрҙе беҙ теге донъяға алып китмәйбеҙ, ә бына әхлаҡи, рухи донъябыҙ нисек булыр, кеше үҙ-үҙен юҡҡа сығармаҫмы — был хаҡта уйланмау мөмкин түгел. Беҙҙе уратып алған Тәбиғәт, йыһандағы 20 миллиондан ашыу йондоҙ мәңгелек хаҡында һөйләй. Ә беҙ ҡулланыу әйберҙәре донъяһын тыуҙырҙыҡ, үҙебеҙ, урыҫса әйткәндә, потребителгә әүерелдек. Сепрәк-сапраҡ донъяһында, реклама менән сыбарланған үҙәк матбуғат баҫмаларында, хатта ҡалын журналдарҙа ла күңелде сафландырырлыҡ, милли намыҫты уятырлыҡ йәки илең, халҡың өсөн ғорурланырлыҡ, аҙашҡанды дөрөҫ юлға баҫтырырлыҡ әҫәрҙәрҙе табыуы ҡыйын.
Николай Гоголдең “Үле йәндәр” әҫәрен хәтерләйһегеҙҙер. Үле йәндәр банкка залог итеп һалына ла унан алынған аҡса йорт-йыһаз, татлы ашау, эшләмәй генә йомшаҡта йоҡлап ятыуға сарыф ителә. Бөгөнгө Чичиков үҙенең үлек йәнен (буш йөкмәткеле китабын, әҫәрен) ниндәйҙер бер кешенең абруйы ярҙамында баҫтыра, гонорарын ала, хатта дәүләт премияһына тиклем күтәрелә, дан-шөһрәт ҡаҙана, әммә үҙенең автор булараҡ абруйы юҡ. Шуғалырмы күп кенә авторҙар, ҡартайҙымы, бер кемгә лә кәрәкһеҙгә әүерелә. Ә Гоголь был мәғәнәһеҙлекте революцияға тиклем үк аңлатҡан һәм беҙҙе, аҡылһыҙҙарҙы, үҙенең әсе, үткер теле, тиңһеҙ аҡылы, үҙенсәлекле таланты ярҙамында тәрбиәләргә тырышҡан.
Федор Достоевский “Бесы” әҫәре менән революцияның миллион ҡорбан килтерәсәген Октябрь революцияһына тиклем 45 йыл элек үк әйткән. Шуның менән Достоевскийҙың әҫәрҙәре Ер йөҙөндә иң уҡымлы иҫәпләнә. Лев Толстой тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул — урыҫ әҙәбиәтенең Дюмаһы. Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмаһы, Аҫылғужаның “Ҡайтығыҙ, башҡорттарым” шиғыры, Абдулхаҡ Игебаевтың “Оран һала Ер-Әсә” поэмаһы ваҡытында күңелдәрҙе дер һелкетеп, уйланырға мәжбүр итте, намыҫҡа тейҙе. Рәми Ғариповтың ижадын хәтергә төшөрөгөҙ, ниндәй тәрән тәьҫораттар тыуҙыра. Бына нисек булды китаптарҙың тәрбиәүи йоғонтоһо! Авторҙың рухи ҡомартҡыһы!
Мин әҙәбиәтте осорҙарға бүлеп уҡымайым (был ғалимдар эше), унан әхлаҡи, фәлсәфәүи, тарихи ҡиммәттәр эҙләйем, үҙемдең етешһеҙлектәремде юйыр, киләсәгемдә өмөттө өҙҙөрмәҫ фекерҙәр уятыр, башҡорт вәкиле булараҡ ғорурландырыр, телемде байытыр юлдарҙы эҙләйем.
Беҙ уҡыған йылдарҙа шиғриәт кенә түгел, сәсмә әҫәрҙәр ҙә шул тиклем рухландырғыс, күңел үҫтерер роль уйнаны. Яҙыусылар менән осрашыу кисәләрендә залдар шығырым тулы булды. Уҡытыусыларыбыҙ ул хаҡта алдан әйтә лә, төркөмөбөҙ менән эркелешеп, шул кисәләргә бара инек. Шиғырҙарҙың иҫ китмәле юғары художестволы тасуирлау көсө, хәтерҙән сыҡмаҫ образлылығы беҙҙе әсир итте. Хәҙер ундай күренеште осратыуы ҡыйын. Әҙәбиәтте белмәгән, белергә лә теләмәгән бер быуын уҡытыусылар, китапханасылар, ғөмүмән, белем һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҫеп сыҡты (аҡса түләп алынған диплом аҡыл өҫтәмәй шул). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала өс тиҫтә йылға яҡын эшләү тәжрибәһенән сығып шуны әйтәм: улар араһында белем, әҙәбиәт, тәрбиә темаһына оҙайлы һөйләшеүселәр йә фекер алышыусылар һирәгәйә бара. Элек көн һайын мең ярым уҡыусы ҡабул иткән уҡыу залдары бөгөн бушап ҡалды. Телевидение хеҙмәткәрҙәре яҙыусыларҙың юбилей кисәләрен исем өсөн генә төшөрә. Бер-ике һүҙ менән генә “Яңылыҡтар” программаһында иҫкә алалар. Ә бит ижадсы, әҙәбиәт, уның тәрбиәүи йоғонтоһо хаҡында тап ана шул юбилей кисәләрендә кинәйәле һөйләшеү алып барыла. Зәңгәр экрандарҙа ҡулына китап тотҡан кешене күрмәҫһең. Ҡайҙа беҙҙең “Китап кәштәһе” тигән тапшырыу?! Китап нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, авторҙар йә тәнҡитселәр яңы китаптар хаҡында, моғайын, фекер алышырға килер ине. Польшала, мәҫәлән, ҡулына китап алған кеше мотлаҡ экранда күренергә тейеш, хатта сериалдарҙа ла шул бар икән. Ярай әле, Башҡортостан радиоһының төрлө тапшырыуҙарында әлегә әҙәбиәт, ижадсы тураһында әңгәмә ҡорола.
Китап һатып алмайбыҙ, өйөбөҙҙә тотмайбыҙ, үҙебеҙ ҡулға ла алмайбыҙ, осраҡлы килеп эләккәнен сүпкә илтеп ҡуябыҙ, таба аҫтына һалабыҙ. Китаптың файҙаһын мин ике баламды тәрбиәләгәндә асыҡ күрҙем. Студент ваҡытынан башлап йыйылған китапханабыҙ шул тиклем күбәйеп киткәйне, уның менән файҙаланып, балаларыбыҙ яҡшы белем алды. Өс мең тирәһе китапты Аҫылғужа тыуған районы китапханаһына ҡайтартты. “Йөҙ кешенең берәүһе генә белемле булып китһә лә, яҙыусы булараҡ минең бурысым үтәлгән булыр”, — тине.
Элек радионан тотош әҫәрҙәр яңғыраны. Артист тарафынан матур итеп уҡылған әҫәрҙең тылсым көсө ҙур ине, быны медицина ғалимдары ла раҫлай. Тексты уҡыған шәхестең үҙе, уның эмоцияһы, уҡыған әҫәргә ҡарашы шул тиклем онотолғоһоҙ йоғонто яһаһа, әҫәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү тәьҫоратты икенсе яҡтан арттырҙы. Ә күпме драма радио аша яңғыраны. Бөтә был саралар мәҙәни сәйәсәттең халыҡты тәрбиәләүгә ҡоролоуынан килә ине. Бөйөк педагог В.А. Сухомлинский: “Уҡыу юҡ икән, тәрбиәсе менән тәрбиәләнеүсе араһында ла берлек юҡ”, — тигән. Бәй, балаларыбыҙҙың нимә уҡығанын беләбеҙме йәки улар ата-әсәһен беләме? Нимә хаҡында уйлай, нимә тураһында хыяллана улар? “Тәрбиә һәм белем усағы булараҡ, китап нигеҙендә яҡшыны ямандан айырмаған бала үҙенә ҡулай яҡҡа йүнәлеш тота һәм, һөҙөмтәлә, ата-әсәһен бар тип тә белмәй, үҙ юлынан китә”, — тип раҫлай ғалимдар. Улар билдәләүенсә, уҡыуға һәләт 12-15 йәштә тамамлана, тел үҫешенә 9-10 йәштә етә, ә тәрбиә әсә ҡарынынан башланып, 5-6 йәштә теүәлләнә. Бына ни өсөн мәктәпкә, йәмғиәткә балаларын тапшырған ата-әсәләр тишек кәмәгә ултыра икән. Йәш организм гражданлыҡ, намыҫлылыҡ, кешелеклелек, белемгә ынтылыш, маҡсатлы йәшәү кеүек матур сифаттарға эйә була, әҙәбиәт һәм шиғриәт тап ошо мәлдә йәштәр өсөн бигерәк тә кәрәк. Ата-әсә абруйына арҡаланып, дәреслек нигеҙендә генә белем алып, мәктәпте миҙалға тамамлаған ҡайһы бер балалар, белемен тормошта ҡуллана белмәү, үҙ урынын тапмау арҡаһында, суицидҡа бара. Был хәл ата-әсәләрҙе һиҫкәндерергә, уйландырырға тейеш.
Элек китапханасылар тулы зал алдында матбуғат баҫмаларына, яңы китаптарға күҙәтеү яһаны, Актер йортонда йыш ҡына уҡыусылар конференцияһы үткәрҙе. Был сараларҙы ла тергеҙергә кәрәктер, минеңсә. Уҡыусы китапханаға килмәй икән, китапханасы уның янына үҙе барырға тейеш. Ғөмүмән, китапханасы авторҙы уҡыусы менән бәйләүсе, китап ярҙамында йәш быуынды тәрбиәләүсе, белемле шәхес булырға тейеш. Китаптарҙы классификациялау таблицаһына ғына төшөнөп, китапханасы булыу мөмкин түгел. Үҙ фекере булмаған китапханасының китапхана фондын макулатураға әйләндереп, киләсәк быуынды мәҙәниәтһеҙ ҡалдырыуы ихтимал. Бөгөнгө тормоштан алыҫ, ялтырауыҡ, фантастикаға ҡоролған әҙәбиәттең буш ҡыуыҡ булыуы сүп өйөмөн күбәйтәсәк, тимәк, китапханасының үҙенең белеме юғары, китапҡа ҡарашы камил булырға, дәүләт сәйәсәтен яҡларлыҡ, күренекле шәхестәр менән эш итер дәрәжәлә абруй яуларға тейеш. Дәүләттең был талапты аңламай, мәҙәниәтебеҙгә, уның үҙәк көсө — китапханасыларға, ғөмүмән, ижади интеллигенцияға иң аҙаҡ иғтибар биреүе лә бөгөнгө рухһыҙлыҡ һаҙлығынан беҙҙе тартып ала алмай.
Ер ҡәҙере юҡ. Юл буйҙары пластик һауыттар, осоп йөрөгән моҡсайҙар менән тулы. Күрмәйбеҙ ҙә, бошмайбыҙ ҙа, сөнки байлыҡ артынан ҡыуып күҙебеҙ тонған.
Әҙәбиәттә лә шул уҡ. Әҙәбиәтте белмәгән уҡытыусы китаптың эстәлеген үҙләштерергә өйрәтеүҙән ары китмәй, уҡыусыһы мәктәпте йә юғары уҡыу йортон тамамлау менән нимә уҡығанын да онота. Тимәк, мәктәп йәшенән баланы китап һәм әҙәби әҫәрҙәр, дәүләт һәм халыҡ тураһында фекер алышырға тейешенсә өйрәтмәйбеҙ, шунлыҡтан мәктәпте генә түгел, юғары уҡыу йортон тамамлағандар ҙа әҙәбиәтте тормошҡа яраҡлы файҙалана белмәй.
Артистар хәҙер әҙәбиәтте лә тауарға әүерелдерҙе. Үҙҙәре хаҡында яҙҙырып алалар ҙа, китапты һатып, дан-шөһрәт яулайҙар. Был өлкәләрҙең ҡайһыһы булһа ла, иң беренсе, китап уҡырлыҡ, фәһем алырлыҡ, бер баҫҡысҡа аңды үҫтерер, әхлаҡи таҙарынырлыҡ, уҡыусыны, тамашасыны, баланы тәрбиәләрлек, дөрөҫ юлға баҫтырырлыҡ булһын ине.
Телевизорҙың, төрлө баҙар әҙәбиәтенең, Интернеттың шаҡшы тапшырыуҙарынан арынып йәшәп була, бының өсөн ата-әсә балаһы менән ҡыҙыҡһынып йәшәргә, уҡығаны, күргәне, ишеткәне хаҡында бергә фекер алышырға бурыслы. Әле 50-се йылдарҙа уҡ белемле кешенең стандартын билдәләгәндәр: ул туған телдең грамматик, стилистик, орфографик талаптарына ярашлы, үҙенең тормошо хаҡында грамоталы, фекерле, башҡаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп яҙа белергә тейеш. Бына ниндәй юғарылыҡҡа күтәрә ала икән инша — ул әҙәбиәттең башланғыс сығанағы! Яҙа белә, тимәк, фекерләй ҙә белә тигән һүҙ. Фекере булмаған кеше сит фекерҙе аңламай, үҙенсә һығымта йөрөтә һәм аш бүлмәһе теленән, үҙ-ара ғәйбәт һатыуҙан арынмай. Мәктәпте тамамлағандарҙың яртыһы БДИ талабы буйынса текстың төп идеяһын таба алмаған. Бының йәш быуын үҫешенә ныҡ тотҡарлыҡ яһауын танырға ваҡыт.
Рәсәйҙә йылына 30 мең үҫмер юғала, тип яҙа матбуғат баҫмалары. “Пусть говорят” тапшырыуын ҡараһаң, сәләмәт йөрәгең ярылырлыҡ. Ошондай көнүҙәк мәсьәләләрҙең төбөнә төшөп, балаларҙы ошо хәүефтән араларлыҡ әҫәрҙәрҙең авторҙары ҡайҙа? Етем балаларҙы ғаиләләргә патронат тәрбиәгә таратыу шау-шыуы ҡуҙғалмаҫ элек үк мәсьәләне Сабир Шәрипов үҙенең “Имән бағана” хикәйәһендә күтәреп сыға алды бит.
Ғаилә — йәмғиәттең мөһим нигеҙе, сөнки унда илдең буласаҡ граждандары тәрбиәләнә. Урын-ерҙәрҙә ғаилә мәсьәләһе бик үткер тора: эсеп йә үҙ-ара һуғышып, эшләмәй, бала пособиеһына көн итеүселәр күбәйҙе. Элек депутаттар, ауыл Советы рәйестәре һәм башҡа етәкселәр быға юл ҡуйманы. Хәҙер беҙ көсһөҙ. Балаларҙы үлтерәләр, улар михнәт сигендә тотола, халыҡ шып-шым. Әйтерһең, ул беҙгә ҡағылмай, ил дә юҡ, хужа ла юҡ кеүек. Ирекһеҙҙән, Һиндостандың Уттар-Прадеш штатының бамбук таяҡтар менән ҡоралланған, ҡыҙыл сари кейгән “Алһыу банда” ойошмаһының ҡатындары иҫкә төшә. Улар бисәләрен туҡмап тотҡан ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәтен яҡламаған полицейскийҙарға күмәк көс менән янап, кәрәк саҡта туҡмап еңер булған. Хәҙер ул ойошмаға 200 мең ҡатын ағза булып ингән. Ә үҙебеҙҙе яҡларға, һаҡларға, балаларыбыҙға белем, тәрбиә, мөмкин тиклем ғаиләләргә ярҙам итергә тырышҡан “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә” бер инәбеҙ ҙә бер сығабыҙ. Бына ошондай көнүҙәк мәсьәләләрҙе алдан күтәреп, әхлаҡи таҙалыҡҡа өндәүсе әҫәрҙәргә, үткер публицистикаға һыуһай бөгөнгө уҡыусы.
Кир Булычев “Ҡасаба” (“Поселок”) тигән әҫәрендә бөтә кешелек аҡылын туплаған интеллигенция вәкилдәрен балалары менән ярым-тундра, ярым-джунгли ерҙәрендә (планетала) яраҡлаштырып йәшәтә. Уларға эйәреп килгән балалары ошо шарттарҙа Ерҙәге тормошто, китапты, Маугли тураһындағы мультфильмды һағынып, ҡырағайлана башлай. Быны күҙәткән, инде бында ҡартайып өлгөргән бер кеше сит планетала тыуған балаларҙың киләсәге хаҡында борсолоп: “Беҙгә иҫтән яҙыу янай. Хәҙер инде әҙ генә кешелек аҡылын, белемен һаҡлағандар кәмегәндән-кәмей бара: берәүҙәр һәләк була, икенселәр ҡартайып үлә, ҡалғандары иҫән ҡалыр өсөн бөтә көсөн сарыф итә. Беҙ деградацияға, йәғни юҡҡа сығыуға юл тотабыҙ. Беҙ йә кешелектең бер өлөшө булабыҙ, йә ҡырағайға әйләнәбеҙ”, — ти. Ни тиклем тос әйтелгән фекер. Бөгөн беҙ уны төҫмөрләйбеҙ түгелме?!
Компьютер артында ултырып, әҙер текстарҙы файҙаланып ҡына, ҡулына китап алмаған, барлы-юҡлы белемен тормошта файҙалана, аҡты ҡаранан, яҡшыны ямандан айыра белмәгәндәр хаҡында түгелме һуң был борсолоуҙар? Психологтар, беҙҙең балалар виртуаль донъяла көн итә, тип хафалана. Уйлап ҡараһаң, хәҙерге балалар әҙәбиәтенең геройҙары ла Маугли түгел, әллә ниндәй ҡолаҡҡа яҡмаған киборгтар, үлеш-ҡырылышҡа бәйле тормоштары ысынбарлыҡтан алыҫ. Компьютер уйындары ла шул уҡ. Ата-әсә балаһы урамда йөрөмәһен өсөн уның сәғәттәр буйы компьютерҙа уйнап ултырыуын хуп күрә. Үҙе бер ваҡытта ла балаһының Интернет аша нимә менән ҡыҙыҡһынғанына күҙ һалмай. 2008 йылда Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОЕСП) уҡыусыларҙы халыҡ-ара программа буйынса баһалап (“Международная программа оценки обучающихся”), үҙенең докладында шундай һөҙөмтәне иғлан итә. Рәсәй уҡыусылары текст менән насар эшләп, 27-се урынды, математиканан 22-се, тәбиғәт фәндәренән 26-сы урынды яулаған. Беҙҙең балалар, олимпиадала ҡатнашҡандарҙан башҡаһы, башлыса тексты ҡабатлай, математика мәсьәләләрен стандарт юл менән генә сисә ала. Йәғни мәктәп әсбабы буйынса нимә өйрәтһәләр, шуны ғына белә һәм шуға күрә алған белемен тормошта ҡуллана алмай. Бына ни өсөн бөгөн ниндәйҙер тема буйынса ике ауыҙ һүҙ әйтерлек, фекер алышырлыҡ кешеләр әҙәйгәндән-әҙәйә бара икән. Уларға әҙәбиәт, мәҙәниәт, рухиәт, тарихи аң донъяһы бар ни ҙә юҡ ни.
Мин Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауыл китапханаһындағы китаптарҙы уҡып бөткәс, ике-өс саҡрымдағы Үҙәк усадьба китапханаһына йөрөнөм. Айына 45-50 китап уҡый инем, сөнки класс етәксеһе уҡылған китаптарҙың һанын ғына түгел, класс дәрестәрендә йөкмәткеһен дә тикшерә торғайны. Башҡорт дәүләт университетын тамамлар-тамамламаҫ, “Нева”, “Москва”, “Иностранная литература” журналдарын алдыра башланыҡ. Үҙебеҙҙең матбуғат беренсе урында килде, шунһыҙ йәшәү мөмкин түгел ине. Машинкала ғына баҫтырылған, тыйылған китаптарҙы ла табып уҡыныҡ. Республика шәхестәрен, тарихыбыҙҙы, яҙыусы, шағирҙарҙы мәктәп партаһынан танып үҫтек. Үҙгәртеп ҡороу осоронда ниңә шулай ҙа ниңә былай, тип әйтеүселәр үҙҙәренең наҙанлығын ғына күрһәтте, беҙгә ул яңылыҡ түгел ине. Беҙ китапта сағылған әҙәби телебеҙҙе, зирәктәр, һиҙгерҙәр аҡылын, быуындар тәжрибәһен, аралашыу, һыйышып йәшәү мәҙәниәтен иң татлы шишмә һыуылай татып, уның сихәтендә тәрбиәләнеп үҫтек. Тәрбиә, белем бер кешегә лә ҡамасауламай. Әҙәм балаһы үлгәнсе уҡырға, белемен камиллаштырырға, китаптан айырылмаҫҡа тейеш. Бығаса “табу” һалынған әхлаҡи талаптар — үлтермә, урлама, алдашма һәм әхлаҡи бурыстарын, ата-бабалар васыятын онотҡан заманда, кешелектең ошо тәғлимәттәрҙе үтәүен йә боҙоуын, юғары ҡараштан сығып, тап әҙәбиәтебеҙ тикшерә һәм аңыбыҙҙы тәрбиәләй ине бит.
Әҙәбиәт ишек ярығынан шәрә ҡыҙҙарҙы, енси мөнәсәбәттәрҙе һәм ҡанһыҙлыҡ йә хәйлә менән байлыҡ туплауҙы, вәхшилекте күҙәтеү урыны түгел. Бөгөн йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләрен публицистикала ғына һүҙ ыңғайы иҫләп үтеү бик әҙ. Унан килеп, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә баҙар иҡтисадына урын юҡ. Ишетеүемсә, китапханаларҙа электрон библиографик исемлектәргә арҡаланып, библиографик әсбапты нәшер итмәү яғын ҡайыралар. Ризаитдин Фәхретдин башлаған милли библиография быға тиклем дә китап ҡиәфәтендә баҫтырылманы. Әле революцияға тиклемге һәм унан һуңғы журналдар библиография менән әүҙем шөғөлләнгән. Шул арҡала мин үҙем революцияға тиклем донъя күргән китаптар исемлеген төҙөй һалдым һәм бының менән беҙ, башҡорттар, бына ҡайһы замандарҙан уҡ булғанбыҙ тигән аксиоманы раҫларға үҙемдең бәләкәй генә өлөшөмдө индерергә тырыштым.
Библиография — китапҡа юл күрһәтеүсе йыһан киңлеге, үҙенсәлекле реклама ул. Йәнә китаптарҙы теүәлләү өсөн дә ярҙам итә. Тәрбиә, белем емешен иҡтисади мыҫҡалдарға һалып ҡына таратып булмай. Бөтә нәмәне һатып, ашап-эсеп, ҡыйлыҡҡа сығарып түкмәһәк ярар ине. Йәнле нәмәләрҙе, хатта кешене лә үлеккә йәки әйберҙәргә алмаштырыуҙары эсемде бошора. Ул бөтә цивилизация ҡиммәттәрен юя, шуға күрә намыҫ, яҡшылыҡ, кешелеклелек, ихтирамлылыҡ, әҙәплелек тигән төшөнсәләр әҙәби әҫәрҙәрҙән төшөп ҡалырға тейеш түгел. Улар юҡ икән, тимәк, кешелә ышаныс кәмей, өмөт юғала, Тыуған илгә тоғролоҡ, дөрөҫлөк, тәртип, яуаплылыҡ тигән иң изге тойғоларҙы юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә илдең юҡҡа сығыуын көт тә тор. АҠШ матди сығымдарын ҡаплаған Азатлыҡ радиоһы: “Үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаты — урыҫтарҙы Көнбайыш стандарттарына яҡынайтыуҙа, урыҫтың рухын мутациялауҙа. Урыҫтарҙы йолаларынан яҙҙырырға кәрәк”, — тип һөрәнләй һәм Рәсәйҙең байлығына баш була алмай интегә. Ә беҙ, ошо илдең граждандары, илдең традицияһын, рухи ҡиммәттәрен тешебеҙ-тырнағыбыҙ менән һаҡларға, яҡларға, уны күбәйтергә бурыслыбыҙ. Бына ошо хаҡта яҙыусыларҙан тос фекерҙәр ишетелһен ине.
Миңниса БАҺУМАНОВА,
журналист.