Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Динем өсөн түгел, көнөм өсөн
Кешелек йәмғиәтендәге хәл-ғәмәлдәргә дөйөмләштерелгән баһа бирергә маташып ҡарағанда, күҙ алдына иң тәүҙә кемдеңдер мәрхәмәтһеҙ ҡулы туҙҙырып ташлаған иләү һәм ундағы сәбәләнеп мыжғыған ҡырмыҫҡалар килеп баҫа. Әйткәндәй, тырабыз бөжәктәр үҙ йорт-ҡаралтыһын йәһәт кенә һипләп, әүәлге хәленә ҡайтарып та ҡуя, әммә иләүҙе йәнә һәм йәнә ҡыйратыусы рәхимһеҙ ҡулдар табылып ҡына тора.
Аңлы кешеләрҙе инстинктҡа эйәреп йәшәгән тереклектәр менән сағыштырып һүҙ башлау, бәлки, нескә күңелле ҡайһы бер ватандаштарымды ғәрләндерер. Әммә, тоғроһон әйткәндә, буталсыҡ хәҙерге заманда бәғзе бер януарҙарҙың тәбиғәт көйләй торған ғәмәлдәре әҙәми заттарҙыҡынан мәғәнәлерәк тә, миһырбанлыраҡ та булып сыға.
Тормошта таянысын һәм рухи ҡиблаһын юғалтҡан саҡта кеше күңеле ситлеккә ябылған ҡош шикелле сәбәләнә. Ошо мәлдә уны йомшаҡ һүҙ менән әүрәтеп тә, баҫмам тип йөрөгән юлына ҡайырып та була. Тарихтан мәғлүм, мең йылдан күберәк йәшәгән католицизм донъяның күп тарафтарындағы сабый тәбиғәтле, бер ҡатлы бихисап ҡәүемдәрҙе өгөт-нәсихәт ярҙамында ла, мөҙҙәте еткәндә, ҡаты ҡул менән дә үҙ иманына күндерә алған. Һәр хәлдә, Көнбайыш Европа феодалдары һәм католик сиркәү бергәләп, 1096 — 1270 йылдарҙа, “иманһыҙҙарға”, йәғни мосолмандарға ҡаршы көрәш, Изге ерҙе (Фәләстан) һәм Раббы табутын азат итеү һылтауы менән Яҡын Көнсығышҡа, Төньяҡ Африкаға “тәре походтары” ойошторған. Был походтарҙың дини маҡсатта ғына булмауы аңлашыла, әммә ХIХ—ХХ быуаттарҙа Америка Ҡушма Штаттары дәртләндергән һәм финанслаған “Тыныслыҡ корпустары”ның да дин үә сәйәсәт симбиозы булыуы шик уятмай. Боронғо замандарҙан дәүләт сәйәсәте һәм дин йәнәш йөрөй. Ә дәүләт сәйәсәте кәүҙәләнгән урында иҡтисади, мөлкәти мәнфәғәттәр ҙә мотлаҡ пәйҙә була. Юғарыла телгә алынған төбәктәрҙә Ислам нығыныу менән “тәре йөрөтөүселәр”ҙең дини һәм хакими йоғонтоһо тиҙ үк юғала, ләкин был факт ҡына көнбайыштың Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Африка, Латин Америкаһы һәм башҡа йүнәлештәрҙә ынтылышы кәмеүен һис аңлатмай. Киреһенсә, дин төргәгенә уралған сәйәсәт, артабан төрлө форма алып, ҡайһы бер дәүләттәрҙең рәсми идеологияһына әүерелә. Тимәк, көнбайышса “демократия”ны бүтән илдәргә таратыу, хәҙер экспансионистик рәүеш алһа ла һәм дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә төп урынды биләһә лә, яңы алым түгел. Тунис, Мысыр, Ливия, Йәмән, Ираҡ, Сүриә һәм бүтән мосолман дәүләттәрендәге беҙ бөгөн шаһит булған мәхшәрҙәр — әлеге “тәре походтары” башлаған, “тыныслыҡ корпустары” дауам иткән оҙайлы эштең дауамы ғына. Көнбайыш дәүләттәренең ахырғы маҡсаты ҡайһы бер дәрәжәлә асыҡ булһа ла, был болаларҙың Ислам донъяһы, мосолмандар йәшәгән илдәр өсөн нимә менән бөтәсәген хатта фаразлау ҙа ауыр. Өҫтәүенә “демократия”ны таратыу һәм Көнбайыш стандарттарын һәр урында нығытыу мосолман илдәре менән генә сикләнмәйәсәк. Уның төбөндә лә аныҡ маҡсатлы сәйәсәт һәм уға иш иҡтисад ята.
Ошо йәһәттән мосолман ҡәүемдәре йәшәгән дәүләттәр генә түгел, бәлки Ислам тирәһендә ҡуйыра барған сәйәси көрәш уның ҡанундарынан алыҫ торған кешеләрҙе лә хафаға һала.
Төп асылында ҡәүемдәрҙең аңын биләгән бер генә дин дә дошманлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ, әхлаҡһыҙлыҡ һәм дорфалыҡ кеүек кәмселек төшөнсәләрен үҙ ҡанундарына индермәйҙер. Был тәбиғи ҙә, сөнки йөҙҙәрсә миллион мөлкәтле һәм фәҡир, уҡымышлы һәм наҙан, хаким һәм ҡол һымаҡ, теләһә ҡайһы йәмғиәттең төрлө урындарында төйәкләнгән кешеләр, ғәмәлдә, бер үк ҡиммәттәрҙе ҡәҙер итә, уртаҡ идеалдарға ышана, фани донъянан сағыштырғыһыҙ юғары тороусы ҡөҙрәттең барлығына инанып йәшәй.
Шул өлкәлә томаналығым сәбәпле, минең Ислам, уның ижтимағи аңдағы урыны тураһында фәлсәфи тәрәнлеккә уйылырға ниәтем юҡ. Белгәнен белгестәр бәйән итһен. Шуға күрә мәсьәләнең икенсе яғына иғтибар йүнәлтәйем. Мәғлүмдер, теге йәки был дәүләттең донъя йөҙөндәге урынын билдәләгәндә, “геостратегик хәл” тигән һүҙбәйләнеш йыш ҡулланыла. Йәнәһе, ниндәйҙер глобаль маҡсаттарҙы күҙ алдына тотоп иҫәпләгәндә, әлеге дәүләт шул мәнфәғәттәр өсөн ҡулай нөктәлә төпләнгән булып сыға. Публицистик пафосты иҫәпкә алмағанда, “геостратегик хәл” төшөнсәһе — мәғәнәһеҙ һәм яһалма уйлап сығарылған һүҙбәйләнеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Яҡын Көнсығыш йә Урта диңгеҙ тирәһе хаҡында һүҙ барғанда, Америка Ҡушма Штаттары ошо төбәккә сат йәбешеп ятыуының сәбәбен геостратегик уңайлылыҡ менән аңлатырға тырыша. Ошоға бәйле ябай ғына бер һорау тыуа: “Ниңә һәм ниндәй хоҡуҡи документтарға ярашлы, теге йәки был дәүләт АҠШ-тың “геостратегик мәнфәғәттәре” ҡорона инә һуң әле? Бәлки, ул дәүләт ҡор эсендә булырға теләмәйҙер?” Ҡатмарлы сәйәсәт төпкөлдәренән, әлбиттә, әлеге бер ҡатлы һорауға яуап килеп сыҡмай. Уның ҡарауы, үҙебеҙсә фаразлауҙар өсөн форсат бирә. Әллә осраҡлы хәл, әллә Хоҙай ҡөҙрәте менән, Ислам дине таралған, тимәк, мосолман ҡәүемдәре көн иткән ерҙәр нефткә, газға ифрат бай. Һәммә ығы-зығының — фетнәләр, инҡилаптар, түңкәрелештәр, һатып алыу һәм һатылыуҙар, хыянат һәм үлтерештәр һәм башҡалар — әтнәкәһе “ҡара алтын” менән “зәңгәр яғыулыҡ” икәнде онотмайыҡ. Хәйер, нефть, газ, алтын, уран, алмас кеүек аҫыл хазиналар тирәһендә сәйәсәт һәр даим сетереклерәк, ябай ғына күренгән ваҡиғалар ҙа буталсығыраҡ, намыҫлылар йылғырыраҡ булған. Ер йөҙөндәге хазиналар шыйығая барған һайын дәүләт-ара мөнәсәбәттәр ҙә ихласлығын юғалта, сәйәсәт ике йөҙлө була бара. Дипломатия, дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының халыҡ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүсе, дәүләттең тышҡы мәнфәғәттәрен яҡлаусы булыу тәғәйенләнешен юғалта барып, формаль протокол хеҙмәтенә әүерелә. Ошондай шарттарҙа Көнбайыштың иң көслө дәүләттәре халыҡ-ара ҡануниәтте инҡар ҙа итә, йоғонто яһау һәм милек өсөн көрәштә дин кеүек сәйәсәттән ситтә торған көстәрҙе файҙаланыуҙан да тартынмай. Сәғүд Ғәрәбстаны һымаҡ, дин рәсми дәүләт идеологияһы булған илдәрҙә диндең сәйәсәт менән бер бөтөн йөрөүе ғәжәп түгел. Шул уҡ ваҡытта, Төркиә кеүек, донъяуи дәүләт статусын йөрөтөүсе илдәрҙә дин йоғонтоһоноң йылдам көсәйеүе ислам фундаментализмының хакимлыҡҡа килеүен, сәйәси инструментҡа әүерелеүен раҫлай ғына.
Етмеш йыл буйы ижтимағи тормоштан ситтә торғандан һуң Рәсәйҙә православие, Исламдың йәмғиәттәге хәҙерге урыны һис ниндәй бәхәстәр ҙә тыуҙырмай. Әйтерһең, ағын һыу, ташҡа төртөлөп йыйылып торған да, әлеге таш ситкә шылдырылғас, шаулап түбән киткән. Ә тоноҡ һыуҙа монтар ҙа, сүп-сар ҙа йыйыла. Һуңғы осорҙа Ислам дине тирәһендә һәм уға ышыҡланып башҡарылған ғәмәлдәрҙә, мәҫәлән, ошо болғансыҡты ла, һыуға батмай торған бысраҡты ла күрергә була. Исламды сәйәсәт, халыҡ-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр ҡоралы итергә ынтылыу бөгөн генә килеп сыҡҡан күренеш түгел. Әммә был ынтылыш егерме беренсе быуат башында, Ер йөҙөндә бер полярлы донъя хасил булғас, глобаль хакимлыҡҡа дәғүә хәл иткес фазаға ингәс, ысынбарлыҡ төҫөн алды.
Дин һәм гонаһлы донъяға ябай кеше күҙе менән ҡарағанда ла, беҙ гражданлыҡ хатаһына юл ҡуябыҙ шикелле. Ваһһабилыҡ һәм уның асылына төшөнөргә тырышмайынса ла, шуны әйтергә мөмкиндер. Исламдың башланғыс асылы, сөнниҙәр менән шиғыйҙар араһындағы теологик бәхәстәр, ниңәлер, киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла, ул бәхәстәргә сәйәсмәндәр ҙә ҡушыла. Шулай фекер алмашыу, ҡуйыра барып, конфессия-ара, милләт-ара кимәлгә күтәрелә. Исламды экстремизм һәм террорсылыҡ менән бәйләү — бер яҡтан, томаналарҙың аңралығына иҫәп тотһа, икенсенән, мосолмандар, Ислам һәм террорсылыҡ араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйыу булып сыға. Ғәрәп донъяһын һәм Исламды яҡшы белгән академик Евгений Примаков үҙ хеҙмәттәренең береһендә ошолай тип яҙғайны: “Ислам тарихы, тотош алғанда, мәҫәлән, католицизм тарихынан миһырбанлыраҡ булды, тип раҫларға мөмкин. Ислам ирекле фекерлеләрҙе инквизиция усаҡтарында яндырыуҙы белмәгән. Әгәр Ислам тарихында ҡанлы сәхифәләр булған икән, улар ҙа этник бәрелештәр арҡаһында килеп сыҡҡан”. Динде ҡәүемдәр араһындағы низағҡа ылыҡтырырға маташыу барыбыҙға ла һәләкәт килтереүе мөмкин. Ә беҙ бит был донъяға дин өсөн түгел, көнитмеш өсөн килгәнбеҙ.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874