Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелеге менән һөйкөмлө
Һуғыш осоро балалары. Бөгөнгө олпат йәштәге абруйлы, эшһөйәр, кешелекле һәм рухи яҡтан бай быуын... Илебеҙ өсөн үтә лә ауыр һуғыш осоро йылдарында мәхрүмлекте, аслыҡ-яланғаслыҡты, ҡәҙерлеләреңде юғалтыу хәсрәтен, ололар ғына башҡара алырлыҡ эштәрҙе үҙ елкәһендә татыған балалар менән үҫмерҙәр айырыуса аңлай. Бына ошо ауырлыҡтарҙы еңеп, тырышып-тырмашып илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан быуын әле лә йәштәргә, балаларына һәм ейәндәренә сабырлыҡ, эшһөйәрлек өлгөһө булып йәшәй.
Мәҡәләмдә һүҙ барасаҡ замандашым — нәҡ ошо дәүерҙең сағыу бер вәкиле. Йомабикә Мырҙағәли ҡыҙы Йәрмөхәмәтова Ейәнсура районының Серкәй (хәҙерге атамаһы Мөхәмәтйән) ауылында Хәсбиямал менән Мырҙағәле Илбаевтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәй сағынан уҡ теремеклеге, тырышлығы менән айырылып торған ҡыҙ, Абҙан урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда ла ул үҙен өлгөлө студент итеп таныта, комсомол комитетында эшләй. Медучилищены яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙҙы Күгәрсен районына юллама буйынса эшкә ебәрәләр. Йомабикә тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып яратҡан һөнәренә тотона. Яҡшымбәт, Ново-Покровка, Юғары һәм Түбән Майка ауылдары халҡының фельдшеры була.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа ауылдарҙа эш шарттары маҡтанырлыҡ түгел, фельдшер пункты Яҡшымбәттә, ә ул хеҙмәтләндерәсәк Ново-Покровка — 4, Юғары һәм Түбән Муйнаҡ ауылдары 7-8 саҡрым алыҫлыҡта ята. Уларға барып етеү өсөн транспорт юҡ, юлдар насар, һирәкләп ат осраһа осрай, шулай ҙа күбеһенсә йәйәү үтергә тура килә. Ләкин тырыш фельдшер һис тә зарланмай, үҙ вазифаһын намыҫ менән башҡара. Төрлө сиргә ҡаршы прививкалар эшләүме, ололарға сираттағы тикшереү йәки йөклө ҡатындарға консультация үткәреү булһынмы, йәш балаларҙы күҙәтеүме — барыһы ла фәҡәт уның бурысы. Үҙе акушер ҙа, педиатр ҙа, терапевт та. Ә юғары квалификациялы ярҙам кәрәк булғанда, ашығыс сара күреп, үҙәк дауаханаларға оҙатыуҙы ваҡытында ойоштора белеүенә күптәр рәхмәтле. Уны “үҙебеҙҙең доктор” тип кенә йөрөтәләр. “Дарыу менән генә түгел, ә дөрөҫ кәңәше, яғымлы һүҙе менән дә дауалай”, — тиҙәр. Тырышлығы хөкүмәт тарафынан “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, Почет грамоталары менән баһаланды.
Йомабикә ғаилә бәхетен дә ошо Яҡшымбәт ауылында таба. Ғиниәт Йәрмөхәмәтов менән матур ғаилә ҡора. Ул да ауылда алдынғы йәштәрҙең береһе була, комсомол ойошмаһы секретары, машина менән иҫәпләү станцияһының начальнигы кеүек яуаплы эштәр башҡара. Артабан уны “Искра” совхозының Димитров бүлексәһенә баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡыҙҙары Римма ла ата-әсәһенә оҡшап тырыш, уңған булып үҫә. Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын тамамлап, Өфөлә уҡытырға тотона. Рәмил дә уҡытыусы һөнәрен һайлай, тыуған ауылынан ситкә китмәй, әсәһенең оло ярҙамсыһы, ҡыҙы һәм ике улына өлгөлө атай булып, ҡыуандырып тормош көтә. Кесе улдары Вил иһә урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарына уҡырға инә, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Хәләл ефете менән бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләйҙәр.
Бына шулай атай-әсәйҙән тик яҡшы тәрбиә алған балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр өлкән быуындың юлын лайыҡлы дауам итә. Әлбиттә, тормош иптәше Ғиниәт Хәсән улының донъянан иртә китеүе ғаилә өсөн ауыр ҡайғыға әүерелә. Кинйәләре Вилгә ни бары 13 кенә йәш була. Әммә егәрле әсәй, тынғыһыҙ ҡәрсәй булғас, балалар ярҙамһыҙ ҡалмай. Берҙәмлек, уңғанлыҡ, өс балаға ла юғары белем алып, тормошҡа ышаныслы аҙым менән баҫырға ярҙам итә.
Йомабикә Мырҙағәли ҡыҙы, ҡәйнәһе Сабира менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, уға һөйөклө килен булды, ҡәйнәһе сирләгәс, уны тәрбиәләү өсөн эшенән дә иртәрәк туҡтаны. Был яҡлап та Йомабикәнең балалары, ауылдаштары алдында йөҙө яҡты.
Хеҙмәт ветераны олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырыуҙы өнәмәй. Ауыл халҡын үҙенең ярҙамынан ташламай. Кемгәлер укол яһарға, ҡан баҫымын үлсәргә, ҡыҙҙарҙың ҡолағын тишеп алҡа тағырға кәрәк икән, ул һәр саҡ әҙер. Үҙ донъяһын да бына тигән итеп көтә. Энә һәм ырғаҡ менән бәйләү серҙәрен әле булһа ауыл йәштәренә өйрәтә. Зауыҡлы ҡул эштәрен музейҙарға, төрлө байрамдарға бүләк итә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ғөмүмән, бар йәһәттән дә ауылдаштарына өлгө булып, тыуған яғының данын, абруйын күтәреп йәшәй хөрмәтле ветеран.
Сәнә САБИРЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә