Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы Законға ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?
1 сентябрҙән “Балаларҙы сәләмәтлегенә һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән һаҡлау тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә инде. Ул, йәш тамашасыларҙың йәшен иҫәпкә алып, һәр тапшырыуға махсус тамға (“0+”, “6+”, “12+”, “16+”, “18+”) ҡуйыуҙы талап итә. Яңы Законға ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?
Розалиә БАҒАЕВА, уҡытыусы, Федоровка районы:
— Яңы Закондың төп маҡсаты — балаларҙы насар мәғлүмәттән, алама ғәҙәттәрҙән аралау. Дәүләт тарафынан бындай сара күптән кәрәк ине. Яңы алым тәү сиратта ата-әсәне ныҡлы уйланырға мәжбүр итер, тип уйлайым. Законды төрлө фекергә таянып камиллаштырырға кәрәк.

Сания МИҢЛЕБАЕВА, ике бала әсәһе, Учалы районы:
— Заманса мәғлүмәт технологияһын беҙҙән, урта һәм өлкән быуындан, күпкә яҡшы белгән балаларҙы бындай юл менән генә тыйып тотоу мөмкинме икән? Ундай тамғаларҙы күҙгә лә элмәй улар! Әгәр янында ата-әсәһе, олатаһы йә өләсәһе күҙ-ҡолаҡ булып тормаһа.
Билдәләрҙең нисек, күпме ваҡытҡа ҡуйылырға тейешлеге лә һорау тыуҙыра. Әйтәйек, “Муз TV”, “ТНТ” кеүек телеканалдарҙа улар күренеп кенә ҡала — бар ни ҙә, юҡ ни. Ә беҙҙең “Ҡурай”ҙан “12+” билдәһе көноҙоно төшмәй. Минең алты йәшлек улым башҡортса йырҙарҙы тыңламаҫҡа тейеш буламы?

Иршат ХИСМӘТУЛЛИН, эшсе, Межгорье ҡалаһы:
— Хәҙер балаларға “Ну, погоди!” йәнһүрәтен күрһәтергә ярамағанлығы аптырашта ҡалдырҙы. Нисә быуын яратып ҡараған, яуызлыҡ-мәкерҙең бер ваҡытта ла өҫкә сыҡмаясағына инандырған тамаша “йәш быуынға яраҡһыҙ”, имеш. Бүренең тәмәкеһе уның образын көсәйтеп ебәрә, геройға ҡарата кире тойғоно арттыра түгелме? “Ну, погоди!” тәрбиәһендә үҫһәк тә, бер ҙә яуыз, тәртипһеҙ быуын булып буй еткермәнексе.

Яҙгөл ӘХМӘТОВА, медицина хеҙмәткәре, Баймаҡ районы:
— Ауылда эш бөтәме ни — баланың ниндәй каналды ҡарағанын эргәһенән китмәйенсә тикшереп ултырыу мөмкин түгел. Яңы Закон уйланып еткерелмәгән, тип иҫәпләйем. Бала: “Был тапшырыуҙы миңә ниңә ҡарарға ярамай икән? Унда нимә күрһәтәләр?” — тип, киреһенсә, ҡыҙыҡһына башлаясаҡ бит. Барыһы ла ата-әсәнең тәрбиәһенә бәйле. Экранға тамға ҡуйғансы, иң мөһиме — тапшырыуҙарҙың йөкмәткеһенә, телмәр таҙалығына иғтибарҙы арттырыу кәрәк.

Азат ҒӘЛИЕВ, эшҡыуар, Иглин ҡасабаһы:
— Ишетеүемсә, Закон тура эфирҙа барған тапшырыуҙарға ҡағылмай икән. Ә бит ундайҙарҙың күбеһе ығы-зығыға ҡоролған. Өлкәндәрҙең “алыш майҙаны” һәр кем яратып ҡараған йәнһүрәттәрҙән, фильмдарҙан яҡшыраҡ тәрбиә бирә, тип аңларға кәрәкме?
Әлбиттә, дәүләттең балалар мәнфәғәтен ҡайғыртыуын хупларға кәрәк. Әммә һәр аҙым төплө уйланылып, өйрәнелеп яһалырға тейеш.
Д. ИШМОРАТОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә