1 сентябрҙән “Балаларҙы сәләмәтлегенә һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән һаҡлау тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә инде. Ул, йәш тамашасыларҙың йәшен иҫәпкә алып, һәр тапшырыуға махсус тамға (“0+”, “6+”, “12+”, “16+”, “18+”) ҡуйыуҙы талап итә. Яңы Законға ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?
Розалиә БАҒАЕВА, уҡытыусы, Федоровка районы:— Яңы Закондың төп маҡсаты — балаларҙы насар мәғлүмәттән, алама ғәҙәттәрҙән аралау. Дәүләт тарафынан бындай сара күптән кәрәк ине. Яңы алым тәү сиратта ата-әсәне ныҡлы уйланырға мәжбүр итер, тип уйлайым. Законды төрлө фекергә таянып камиллаштырырға кәрәк.
Сания МИҢЛЕБАЕВА, ике бала әсәһе, Учалы районы:— Заманса мәғлүмәт технологияһын беҙҙән, урта һәм өлкән быуындан, күпкә яҡшы белгән балаларҙы бындай юл менән генә тыйып тотоу мөмкинме икән? Ундай тамғаларҙы күҙгә лә элмәй улар! Әгәр янында ата-әсәһе, олатаһы йә өләсәһе күҙ-ҡолаҡ булып тормаһа.
Билдәләрҙең нисек, күпме ваҡытҡа ҡуйылырға тейешлеге лә һорау тыуҙыра. Әйтәйек, “Муз TV”, “ТНТ” кеүек телеканалдарҙа улар күренеп кенә ҡала — бар ни ҙә, юҡ ни. Ә беҙҙең “Ҡурай”ҙан “12+” билдәһе көноҙоно төшмәй. Минең алты йәшлек улым башҡортса йырҙарҙы тыңламаҫҡа тейеш буламы?
Иршат ХИСМӘТУЛЛИН, эшсе, Межгорье ҡалаһы:— Хәҙер балаларға “Ну, погоди!” йәнһүрәтен күрһәтергә ярамағанлығы аптырашта ҡалдырҙы. Нисә быуын яратып ҡараған, яуызлыҡ-мәкерҙең бер ваҡытта ла өҫкә сыҡмаясағына инандырған тамаша “йәш быуынға яраҡһыҙ”, имеш. Бүренең тәмәкеһе уның образын көсәйтеп ебәрә, геройға ҡарата кире тойғоно арттыра түгелме? “Ну, погоди!” тәрбиәһендә үҫһәк тә, бер ҙә яуыз, тәртипһеҙ быуын булып буй еткермәнексе.
Яҙгөл ӘХМӘТОВА, медицина хеҙмәткәре, Баймаҡ районы:— Ауылда эш бөтәме ни — баланың ниндәй каналды ҡарағанын эргәһенән китмәйенсә тикшереп ултырыу мөмкин түгел. Яңы Закон уйланып еткерелмәгән, тип иҫәпләйем. Бала: “Был тапшырыуҙы миңә ниңә ҡарарға ярамай икән? Унда нимә күрһәтәләр?” — тип, киреһенсә, ҡыҙыҡһына башлаясаҡ бит. Барыһы ла ата-әсәнең тәрбиәһенә бәйле. Экранға тамға ҡуйғансы, иң мөһиме — тапшырыуҙарҙың йөкмәткеһенә, телмәр таҙалығына иғтибарҙы арттырыу кәрәк.
Азат ҒӘЛИЕВ, эшҡыуар, Иглин ҡасабаһы:— Ишетеүемсә, Закон тура эфирҙа барған тапшырыуҙарға ҡағылмай икән. Ә бит ундайҙарҙың күбеһе ығы-зығыға ҡоролған. Өлкәндәрҙең “алыш майҙаны” һәр кем яратып ҡараған йәнһүрәттәрҙән, фильмдарҙан яҡшыраҡ тәрбиә бирә, тип аңларға кәрәкме?
Әлбиттә, дәүләттең балалар мәнфәғәтен ҡайғыртыуын хупларға кәрәк. Әммә һәр аҙым төплө уйланылып, өйрәнелеп яһалырға тейеш.
Д. ИШМОРАТОВА яҙып алды.