Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кәмеүгә нисек юл ҡуймаҫҡа?
Республикабыҙҙың милли баҫмаларын алдырыусыларҙың йылдан-йыл кәмей барыуы борсолдора. Шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитенең тиражы түбәнәйеүе лә күңелде өйкәй. Гәзит-журнал тиражының кәмеүенә килтергән сәбәптәр хаҡында уҡыусылар даими уй-фекерен белдерә һәм тәҡдимдәрен еткерә. Уҡытыусыларға, бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрес биреүселәргә, мәктәп етәкселәренә ҡарата тәнҡит һүҙҙәре лә ишетелә.
Ни өсөн республиканың милли телдәге төп баҫмаһының тиражы кәмей? Һуңғы ваҡытта йөкмәткеһенең үҙгәреүенә иғтибар итәбеҙ. Тормошобоҙҙо бер яҡлы, йәғни ал да гөл итеп күрһәткән элекке баҫма түгел, ә кинәнеп уҡырлыҡ! Минеңсә, яҙылыусыларҙың аҙайыуы сәбәптәренең береһе халҡыбыҙҙың көнитмешенә, йәшәү хәленә бәйлелер.
Беҙҙең быуын кешеләренең бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килде. Тик ул саҡта бөтәбеҙ ҙә ас, йәғни барыбыҙ ҙа бер тиң булдыҡ. Етешһеҙ йәшәһәк тә, белемгә ынтылыш көслө ине. Китапханалағы “Әҙәби Башҡортостан” (“Ағиҙел”) журналын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Атай-әсәйҙәр ҙә, колхоз эшенә иртә тотонған үҫмерҙәр ҙә (күптәребеҙ атайһыҙ ине) түккән көсөбөҙ өсөн аҡса күрмәнек, шулай ҙа гәзит алдырмаған ғаилә һирәк булды. Мәҫәлән, 1953 йылда колхоз рәйесе Вәли Ғиззәт улы Зәйнуллин хеҙмәт көнө иҫәбенә “Совет Башҡортостаны”н, район гәзитен яҙҙырҙы. Йәшәү еңел түгел ине, әммә халҡыбыҙҙың милли рухы, киләсәккә ынтылышы көслө булды.
Мәктәптә эшләгән йылдарҙы иҫләйем. Уҡытыусы була тороп, гәзит алдырмай икән тигән хәбәр ишетелеп ҡуймаһын, ояты ни тора тип иҫәпләй инек.
Ул саҡта матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороусы ла, контролдә тотоусы ла уҡытыусы булды. Ошо кампания барышы партия, профсоюз һәм комсомол ойошмаһы ултырыштарында ҡарала ине. Колхоз-совхоз эшсәндәрен йыллыҡ подписка менән бүләкләү йолаһы ла таралғайны. “Башҡортостан”ды район буйынса 1200 данаға еткергән саҡтар иҫтә. Ә хәҙер элекке сараларҙың береһе лә юҡ. Хәҙер заман башҡа, заң башҡа, тиҙәр.
Совет заманында йәшәгән һәм гәзит “ене” ҡағылғандар уны әлегәсә алдыра. Әммә йылдан-йыл өлкән йәштәгеләр генә тороп ҡалған ауылдар арта, ҡайһылары бөтөүгә бара. Эшкә тип ситкә киткән йәштәр күп, ә уларҙың күбеһендә матбуғат ҡайғыһы юҡ.
Мәктәптәргә лә район үҙәктәрендә йә булмаһа ҡатнаш халыҡ йәшәгән төбәктәрҙә үҙ телен йүнләп белмәгән быуын килде. Ә уларҙың күбеһе башҡортса уҡымай. Икенсенән, хәҙер телевизорһыҙ йорт ҡалмағандыр, моғайын. Күпселек халыҡ яңылыҡтар менән уның аша таныша, шуға күрә гәзиткә яҙылыуҙы кәрәк тип тапмай.
Әле ауылдарҙа аҡсалы кеше — пенсионер. Тик уларҙың, ғәҙәттә, эшһеҙ ҡалған улы йәки ҡыҙы бар, балаларына ла ярҙам иткеһе килә. Алты йөҙ һумдан ашыу аҡсаһын гәзит-журнал өсөн тотонғандар һирәк. Әгәр почтальон: “Инәй йәки олатай, әйҙә, тәүҙә өс айға яҙылып торайыҡ, ваҡыты еткәс, тағы дауам итербеҙ”, — тиһә, моғайын, ризалашыусылар табылыр ине. Тик почтальондар өсөн бындай мәшәҡәт кәрәкмәй кеүек. Ҡулайлаштырыу тип уларҙы ла ҡыҫҡарттылар. Эш хаҡтары ла ташҡа үлсәйем генә. Район үҙәгендәге биш көн эшләгән, халыҡҡа ваҡ-төйәк тауар һатҡан хеҙмәткәрҙәр күп тигәндә лә 7-8 мең һум ала, ә ауыл халҡын хеҙмәтләндергәндәрҙең эш хаҡы 2-3 мең һум самаһы ғына.
Дәүләт ярҙамы булмаһа, хаҡы ла йылдан-йыл артһа, республиканың милли телдәге төп баҫмаһы яҙмышы өсөн борсолорға урын бар.
А. СӘЙЕТҠОЛОВ,
хеҙмәт ветераны.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә