Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелендә эйәрле ат ине
Күренекле ғалим, аҙ һүҙле, әммә тос фекерле шағир, оҫта тәржемәсе, кешелекле һәм кеселекле сифаттары менән янып йәшәгән, башҡорт әҙәбиәте сиҙәмдәрен күтәргән Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиевтең тыуыуына 75 йыл тулды. Арабыҙҙан иртә киткән, арҡа терәр ил ағаларын бары тик юбилей көндәрендә генә иҫкә ала башланыҡ шикелле. Унда ла “шулай ине”, “былай ине” тигән һаран һүҙҙәр менән ҙур шәхестең ысын йөҙөн ышыҡлайбыҙҙыр, минеңсә.
Вафа Әхмәҙиевтең исеме лә онотҡанда бер яңғырап ҡуя. Башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса донъя күргән күп томлыҡ хеҙмәттә Вафаның өлөшө ҙурыраҡ та, мәғәнәлерәк тә.
Вафа Әхмәҙиевтең биографияһы үтә ҡыҫҡа булһа ла, ғилми хеҙмәттәре, шиғриәте хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Башҡорт шиғриәтенең поэтикаһына алты шиғырҙар йыйынтығын, байтаҡ ҡына тәржемәһен ҡалдырҙы. Ана шулай шағир бер ус йыр, бер ус моң бүләк итте. Мөлдөрәмә бер ус моңдо сайпылтмайынса ғына нисек итеп уҡыусы күңеленә еткерергә?
Дөрөҫөн әйткәндә, шиғриәттә нимәне сағылдырыу түгел, ә нисек һынландырыу, нисек һүрәтләү төп урынды биләргә тейеш. Вафа Әхмәҙиевтең шиғырҙарын ана шул күҙлектән сығып баһалау кәрәктер.
Шағирҙың күңеле яҡты хисле, моңло хисле. Яҡты хисле, тинем, сөнки уның күңеле — алтын һарай. Шул һарайҙа азатлыҡ, ирек, хаҡлыҡ өсөн ауыҙлығын сәйнәп өҙөрҙәй, ажарланып торған эйәрле ат ярһый. Аттан да бигерәк шағирҙың ҡон ҡайтарырҙай күңеле ярһый. Ул үҙенең тарихына, үткәненә, халҡының йәшәү рәүешендәге ҡанлы йәшендәргә битараф түгел. Кеше күңеле — ҡара урман, ти халыҡ. Әммә ниндәй генә булһа ла, күңелендә эйәрле ат ярһымаһа, быуаттарҙан елеп үткән аҡ аманат — хат ятмаһа, ирмен тигән ирҙең бәҫе төшөр ине. Бигерәк тә шағирҙың.
Быуаттар аманатын был донъяға ла, йәш быуынға ла түкмәй-сәсмәй тапшырыу зарур. Әгәр күңелең йоҙаҡлы, күҙең һуҡыр, ҡул-аяғың тоҙаҡлы булһа, быуындар сылбыры шартлап өҙөлөп китмәҫме, ҡанбабаларыбыҙҙың аманаты замана елғыуарҙарында йомолоп ҡалмаҫмы? Шул аманаттың мәғәнәһен шағир бына нисек төшөндөрә:
Эйәрле-йүгәнле атым —
Быуындар аманаты,
Халҡымдың керһеҙ намыҫы,
Ҡайырылмаҫ ҡанаты.
Эйәрле ат — аҡ аманат —
Ут-һыуҙарҙы кискән ул;
Бер ат булып, бер хат булып,
Күңелдәргә күскән ул...
Ни өсөн шағир аманатты халҡымдың керһеҙ намыҫына тиңләй? Сөнки аманат та, халҡымдың намыҫы ла азатлыҡ өсөн, тимәк, ғәҙеллек өсөн көрәш ҡанында йыуылған. Күңелендәге эйәрле ат — халҡың даны менән генә ғорурланыу түгел, халҡың тип аталған ҡәҙерле, ҡаһарман зат өсөн йәнеңде аямай көрәшкә әҙер тороу ҙа ул. Аманатҡа тоғро ҡалып, халҡыңдың керһеҙ намыҫын һаҡларға, яҡларға әҙер булыу — ирмен тигән кешенең изге бурысы.
Шағир Вафа Әхмәҙиев үҙенең был шиғырын түбәндәгесә тамамлай:
Күңелемдә — эйәрле ат:
Айбарланып киләмен;
Быуаттарҙың йөгөн тартып,
Заман менән еләмен.
Нимә һуң ул быуаттар йөгө? Юл ыңғайы ошо һорауға ла яуап биреү кәрәктер. Быуаттар йөгөнә шағир ҙур мәғәнә һалған. Унда азатлыҡ өсөн барған көрәш даны ла, яугирҙәрҙең изге ҡаны ла, ҡанбабаларҙың киләсәк быуынға аманат-хаты ла, ҡаһармандар тарихы ла, урыҫ хакимдары менән төҙөлгән килешеүҙәрҙең үтәлмәгән буш ҡағыҙ киҫәктәренә әйләнеүе лә, күкрәп үҫер Башҡортостандың киләсәге өсөн сәм дә, ғәм дә бар. Быуаттар йөгөндә, бәлки, заманында йәлләдтәр тарафынан киҫелгән башҡорттарҙың теле лә барҙыр. Шул телдәрҙе бөгөн киҫелгән телдәргә ялғап булһасы!? Күп кенә башҡорт балалары һаман туған телендә аралаша алмай. Телдәре урыҫса асылған уҡыусылар үҙҙәренең туған телен дәүләт теле рәүешендә өйрәнә. Ә дәүләт теле сәғәттәрен башҡортса мәғлүмәте булмаған уҡытыусылар алып бара. Бына шунан килеп сыға ла инде туған телен, туған телмәрен белмәгән зат-ҡәүемдәр. Был да — үҙенә күрә яңы быуат йөгө. Ул йөктө артабан кем тартыр? Быуаттарҙың йөгөн тартып, заман еле менән ярышып елгән шағирҙар бармы икән, ҡалдымы икән?..
Ҙур ҡәләм оҫтаһы Вафа Әхмәҙиев был тормошта ҡырҡ алты йыл йәшәү ғүмерендә ҡалын-ҡалын китаптарҙан торған ҡабарынҡы ижад-фәлсәфәләр ҡалдырманы. Әммә уның ыҡсым ғына китаптарындағы рухи мираҫы тәрән фекере, аныҡ уйланылған образлы һүҙе, оҫта сағыштырыуҙары, киң мәғәнәле күркәм телмәр өлгөләре менән хәтерҙә уйылып ҡала. Ҡайһы бер шағирҙар, ҡырҡлап китабым баҫылып сыҡты, тип үҙҙәренең данын, шөһрәтен арттырып ебәрергә тырыша. Бындай “уңыштар” Вафаға насип булманы инде, ҡалайтаһың. Ғалимлыҡ ҡеүәһе, шағирлыҡ таланты тамам асылған саҡта ғына был донъяны ҡалдырып китеп барҙы. Яҙмыштан ялтанып булмайҙыр инде, күрәһең. Уның бер шиғырында шундай юлдар бар:
Заманалар аҡҡан һыу икән,
Йә шым ғына, йәки шылтырап,
Берәү шунда йәшәй йәшен булып,
Берәү донъя ҡыуа ҡалтырап.
Вафа Әхмәҙиев аҡҡан һыу кеүек кенә заманаларҙа донъя ҡыуып маташманы, кешелек һәм кешелеклелек намыҫына тап төшөрмәне, йәшен булып йәшнәп йәшәй бирҙе, халыҡ аңлаған образдар, һүрәтләү саралары менән шиғырҙар яҙҙы. Ул нескә күңелле лирик шағир ине, тыуған төйәгенең һәр күренешенән йәм таба белде. Ана шул йәмде, биҙәкте, матурлыҡты үҙенең шиғырҙарына саф моң итеп һала барҙы. Вафаның ауыҙ күтәреп йырлап, шиғыр һөйләп йөрөгәнен хәтерләмәйем, әҫәрҙәре былай ҙа моң бөркөп торҙо. Ҙур шәхес булараҡ, Вафа һис тә бойоҡ заттан түгел ине. Бәлки, эстән һыҙланһа ла, тышҡа сығарып бармағандыр һағыш томандарын. Күңелендәге эйәрле ат шиғриәт толпары нәҫеленән булғандыр. Бер ҡанаты — әҙәбиәт ғилеме, икенсеһе шиғриәт тип аталған күркәм һүҙ сәхрәһенә әйҙәгәндер. Шуға ла тыуған төйәгенең мөһабәт күкһел тауҙарылай күңеле бойоғорға уйлап та ҡарамағандыр.
Вафа Әхмәҙиевтең “Ҡурай” тигән шиғыры күңелдәрҙе тетрәндерә тип әйтһәм, аҙ булыр һымаҡ. Хистәр ҡойонон туҡтатырлыҡ көс бармы һуң? Шул әҫәрҙең ике строфаһын ғына миҫалға килтерәм.
...Һыҙҙырайыҡ ҡартлас
“Урал” моңон,
Тертләп китһен ҡая-таштары,
Ишетелһен ата-бабаларҙың
Күкрәгенән сыҡҡан аһтары...
...Бойоҡмасы, ҡурай, ҡыуарҙым,
тип,
Йәшәгәндә башҡорт-моңдашың,
Үҫкән тупрағыңа ҡаны һеңгән,
Золомдарҙы еңгән юлдашың!..
Шағир ҡурай моңона һоҡлана ла, моңая ла. Һоҡлана, сөнки ҡурай башҡорт күңеленә тамырланып үҫкән. Боронғо ата-бабалар васыятын (“Телеңде һаҡла! Телең бөтһә — илең бөтә”) бөгөнгө быуынға килтереп еткереүсе лә ҡурай ҙаһа! Моңая, сөнки киләсәк быуындар ҡартлас “Урал”ды һыҙҙыра алырмы?
Шағирға, ғалимға, сал ҡарттай янтайып, үлем түшәгенә тәгәрәргә насип булманы. Ни бары 46 йәшендә был донъянан күккә йондоҙ булып атылды. Уның сағыу нурҙарынан иленә, халҡына нәфис һүҙ гәүһәрҙәре һибелде. Улар донъя, ғүмер, тормош, йәшәү тәғлимәттәренең мәғәнәһен аңлата, хис-тойғоларҙы яңырта, айһыҙ төндәрҙә, сыраҡ булып, юлыбыҙҙы яҡтырта. Тауҙарына, йәғни ауылдаштарына, бөйөк халҡына күркәм телмәр үрнәген, күңел хазиналарын ҡалдырып китте шағир... Киткәндәрҙең рухы рәнйемәһен ине был рәхимһеҙ замандың һаҡаллы сабыйҙарына. Дәрестәрҙә Вафаның шиғырҙары яңғырай. Шағир һүҙе үлемһеҙ. Тимәк, ул һаман да беҙҙең арала.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә