Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тағы ниндәй дәлил кәрәк?!
Радик Вахитовтың "Милли батырыбыҙҙың тарихы дауам итә" ("Башҡортостан", №110, 114, 2012) тигән мәҡәләһенә ҡарата
Яҙарманға үтә зарури сифат — әхлаҡ мәсьәләһе килеп тыуа, шикелле, бында. Күрһәтелгән мәҡәләне һәүетемсә уҡып сыҡҡас, авторының баш бирмәүсе арғымаҡҡа атланыуын, теҙген тотаһы урында ҡамсы болғап екеренеүен ишеткәндәй булаһың. Ҡәрҙәштәребеҙ салауаттарға Салауат Юлаевтың хәҙерге Иглин районының Тәкәй ауылында тыуғанлығын танырға ваҡыт, бының менән улар һис ни юғалтмай, ә дөрөҫлөк ҡануны өҫкә сыға. Автор батыр хаҡында фәҡәт уның һүҙе хаҡ, башҡаларҙыҡы ялған тип бара. Иң көслө дәлиле — Салауат Юлаевҡа бәйле уның асыштарынан һуң, "элек үҙҙәренең Салауат Юлаевтың тоҡомонан булыуҙарын белмәгәндәр ҙә... бөгөн ғорур рәүештә: "Мин — Салауат тоҡомонан!" — тип күкрәк ҡаға". Баҡтиһәң, Бөйөк Ватан һуғышында данлы Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәрен: "Беҙ — Салауат Юлаев тоҡомдары!" — тип дәһшәтле яуға рухландырған генерал Шайморатов та күкрәк ҡаҡмай ғына һуғышҡан икән... Имеш-мимештәр йыйып, юҡты уйлап сығарып һәм осо осҡа ялғанмаған шәжәрәләр әтмәләп, балға ҡунған ныҡышмал һағыҙаҡтай, ул үҙе лә иң кәмендә Салауат-баба данына һырынмаҡсы. Тик ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта тигәндәй, ҡоро теләк менән генә ҡала ҡороп булһасы! Үҙе әйтмеш: күкрәк ҡағып осоноусылар, "лейтенант Шмидттың балалары", ғилми институттарҙың береһендә төҙөтөп алған шәжәрә лә уларҙың сонтор нәҫел бауын Салауатҡа терәтеп теркәмәне — өҙөк һыҙыҡтар үткәреп кенә "беркетте", ә был иһә "шулай булыуы ла, булмауы ла ихтимал" тигәнде иҫкәртә. Уға ҡалһа, беҙ фәҡирҙәрегеҙ "булыуы ла ихтимал" тигән ыңғай тоҫмалда торабыҙ, сөнки Юлайҙың, Салауаттың ярты ғүмере шул төбәктә йәшәлгән. Ләкин төбәк патриоттары ныҡышмал төйөп-тылҡыған, Салауат мотлаҡ улар төбәгендә тыуған тигәнде аңлатмай был. Юлға сыҡҡан эҙәрмән, юҫығын илле шәйләһе, тиктомалдан шаулы өйөр ойоштормаҫ, үҙҙәренә ҡан-ҡәрҙәш һәм ут күрше Иглин районындағы Тәкәй ауылы уҙамандарының милли батырыбыҙҙы ололап һынландырған һәйкәлен ауҙарырға яҫҡынмаҫ ине.
"Ҡыҫҡаһы, — тип күҙ ҙә йоммай "иҫбатлай" Р. Вахитов, — бер кем дә Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндың Иглин районының Тәкәй ауылында тыуғанлығын таныманы. Бөтәһе лә батырҙың тыуған төйәге хәҙерге Салауат районының Көҫкәнде (ә дөрөҫө — Күсҡунды. — Й.С.) йылғаһы буйында урынлашҡан Тәкәй ауылы тип иҫбатланы", сөнки быны, имештер, башҡаларҙан да бигерәк, мәҡәләнең авторы шәхсән үҙе һис бер кире ҡаҡҡыһыҙ итеп раҫлаған — уға тарихи факттар факт түгел. 1752 йылда төҙөлөп, 1755 йыл баҫмаланған Красильников картаһындағы ап-асыҡ "с" хәрефен (уҡыусы иғтибар иткәндер: дәғүәсебеҙ гәзиткә күсергән карта киҫәгендә лә бит шул уҡ "с"!) "е"ға алмаштырып уҡыу юлы менән генә "ТъкЪсва"ны "Текеева" тип, Ерофей Струков картаһындағы "д. ЕлаЕ" (деревня Юлая, Баш йылғаһы ярында) менән дә шундай уҡ фокус үткәреп, ауыртмаған баштарға ниңә тимер тараҡ ҡаҙарға?! "1773 йылда... — ти ул, — Тикеевтар әле Ҡобауҙан бүленеп сыҡмаған, йәғни Тәкәй 1773 йылда булмаған. Бер ниндәй тарихи сығанаҡтарҙа ла был ауыл күрһәтелмәй... Улар (Юлай, Салауат — Й.С.) бер нисек тә Баш йылғаһы тамағындағы Тәкәйҙә тыуа алмаған. Был — ташҡа һуғылған дәлил". Красильников һәм Рычков баҫмаһының 1752 йылда төҙөлгән ап-асыҡ карталарындағы (22, 24, 28, 29, 32, 34-се биттәр) тап Баш йылғаһы тамағында шаҡырайтылған һәм аҡҡа ҡара менән яҙылған ысын Тәкәй ауылына күҙ йомоп ҡарауҙыр был. Ентеклерәк ғилми йыйынтыҡ та бар (Ф.Ғ. Хисамитдинова. Башкирская ойконимия ХVI – ХIХ вв. Уфа — 1991), унда (№1649) ошо Иглин районындағы Тәкәй ауылының 1740 йылда — Урман-Көҙәй, ә 1765 йылда (№1648) Шайтан-Көҙәй олоҫона теркәлеүе күрһәтелгән. Бәғзе берәүҙәр, моғайын, ошо ике яҙыуға ҡарап, бер үк төбәктә ике Тәкәй ауылы булған икән, тип хаталана ла хәҙерге Салауат районындағы Тоҡос (Шайтан) ауылын Салауат Юлаев тыуған Тәкәй ауылы итеп аймылыштыра, ләкин төрлө осорҙа төрлө олоҫҡа ҡаратылған бер үк (Баш йылғаһы тамағындағы) Тәкәй ул. Маһир салауатсыбыҙ бер үк төбәктә (хәҙерге Иглин районында) урынлашҡан билдәле ауылдарҙы (Тәкәйҙе, Меңйетәрҙе) хәҙерге Салауат районына күсерә, шуның хаҡында "Минево"ны (Меңде йәки Меңйетәрҙе) "Миней (Минкә)" яһай ҙа, Баш йылғаһы тамағындағы Тәкәй ауылын Тәкәй ҡарт нигеҙләмәгән, тигән төп уйҙырмаһына дәлил итеп, үҙе лә абайламаҫтан, үҙен салҡан быраҡтырмыш документты килтерә: "Наш предок Текей-баба переехал на устье реки Баш и основал там всем известную деревню Тикеева"... Тағы ниндәй дәлил кәрәк?!
Сал Тәкәй ауылынан, уның мөхтәрәм халҡынан иләмһеҙ көлөүме был?! Йүрүҙән буйындағы һис бер шәжәрәгә лә, халыҡ хәтеренә лә теркәлмәгәнлектән, йылғырыбыҙ икенсе бер “дәлил” уйлап сығара: имештер, “Салауаттың тыуған төйәгендә (йәнәһе, хәҙерге Салауат районында — Й.С.) Тәкәй ҡарт — тарихи сығанаҡтар аша билдәле кеше”, сөнки, ти ул, “Әлкә ауылын Әлкә Бикбулатов башлап ебәргән... Уның атаһы Бикбулаттың... фамилияһы — Текеев. Атаһы ана шул Тәкәй ауылына нигеҙ һалыусы Тәкәй ҡарт булған да инде”. Афарин! “Ана шул” тигәнен хаҡлы рәүештә хәҙерге Иглин районына күсерһәк, дөп-дөрөҫ: Баш йылғаһы тамағындағы ханзамандан килгән Тәкәй ауылына нигеҙ һалған Ҡобау кенәздәренең тоҡомо Тәкәй-бей тап үҙе шул. Документтағы Бикбулаттың фамилияһы ла һис тә “Текеев” түгел, ә “Тюкаев” тип яҙылған; арҙаҡлы тарихсыбыҙ Ә.З. Әсфәндиәровтың “История сел и деревень. Книга девятая. Уфа. 2001” хеҙмәтендә лә тап шулай — “Бикбулат Тюкаев”. Ярай, тегеләй ҙә булһын, ти. Тик ул сүрәттә лә билдәле фамилияны нәҡ Баш йылғаһы тамағындағы Тәкәй ауылын нигеҙләгән Тәкәй-бейҙең шытымы итеп ҡарамай хәл юҡ. Әлкә Булатов (документтарҙа Полатов) та Бикбулаттың улы була алмайҙыр, сөнки тарихи сығанаҡта был ике шәхес бер ҡатарҙан ҡуйылып, ике төрлө яҙылған: “...Алка Полатов (“Алка Бикбулатов” түгел — Й.С.), Бикбулат Тюкаев (МИБ, том IV, ч. I, 246-сы бит). Ә шулай ҙа тылҡымыштың тел төбөндә: “Полатов — Бикбулатовтың ҡыҫҡартылышы ул” тигән мәғәнә ятҡандай, ләкин быны дөрөҫләгән дәлил ҡайҙа? Был фамилия Янбулатов, Сынбулатов, Тимербулатов, Ташбулатов, Аҡбулатов, Ҡарабулатов кеүек иҫәпһеҙ күп “булат”тарҙан килеүе бик ихтимал. Әйткәндәй, урыны ожмахта булғыры Тәкәй-бейҙең шул Тәкәев, йәки Тикеев, йәки Тюкаев фамилиялы тоҡомдары тирә-яҡҡа (хатта сит илдәргә) хисапһыҙ күп таралған. Ул аҫабаларҙы, саманан тыш яһилланып, татар дворяндары тип хөсөтләү өсөн генә, “башҡорттарҙа совет дәүеренә тиклем фамилияны һаҡлау ғөрөф-ғәҙәте булмаған”ды уйҙырмалау килешмәй — данлы баба намыҫын быуаттар буйына юғалтмай йөрөтөү тап башҡортҡа хас әмәл (мәҫәлән, Иван Грозный заманынан уҡ билдәле Бикбау-кенәз, Йәнсура-батыр исемдәрен ошо көндәргәсә фамилия итеп һаҡлаған Бикбовтар, Йәнсуриндар һәм башҡалар), ә асыш яһаусыбыҙ көллөһөн дә үҙ аршинында үлсәп хитлана. Юлай менән Салауатты Ҡобау ерлегенән айырыу өсөн, Ҡобау олоҫо старшинаһы Юлай ҡул ҡуйып мөһөрләгән ер һатыу ҡағыҙын үҙенсә файҙалана: имештер, “килешеү хаты Юлай Аҙналиндың Ҡобау ерҙәренә аҫаба булмауын күрһәтә... Аҫаба хоҡуғы булмағас, ырыуҙың ерҙәре Юлайҙың, уның улы Салауаттың тыуған төйәге түгел”. Йәғни, тип фаразлай эҙәрмән, 1759 йылда Сим (Эҫем) заводсыларына ер һатыуҙың ҡанунһыҙлығын земский судта дәғүәләшкән старшина Юлай Аҙналин, йәнәһе, үҙенең аҫаба ерҙәрен кафырҙарға һатмаҫ ине! Ә дәғүәләшеү сәбәбе башҡаса бит: 1743 йылдан һуң отставкалағы элекке старшина Шығанай Борсаҡов, ғәмәлдәге старшина Юлайҙы аша атлап, ерҙәрҙе уға белдертмәйенсә һатҡан (МИБ, том IV, ч. 2, 166, 595-се биттәр), ә был төбәгендәге хакимиәтте һанға һуҡмау тигән һүҙ. Бөтәбеҙҙең, аҫыл аҫабаларҙың ғәзиз бабаҡайҙары үҙ заманында ярты Башҡортостан ерен болғап (бол-аҡсаға алмаштырып) елгә осороуҙарын, шул күңелһеҙ шауҡымдың әлегәсә дауам ҡылыуын белмәй йә белергә теләмәй, күрәһегеҙ. Әбйәлилдәй районыбыҙҙы телгә алмай, миҫалға ғибрәтлерәк ваҡиғаны — ҙур майҙанлы күркәм Янғантау төбәген йәһәт кенә федераль ҡаҙна кеҫәһенә шылдырыуҙарын хәтерләйек. Үҙ заманының түрәһе Юлай Аҙналин да бит, үҙ белдегенсә түгел, ә батшабикәнең юғарынан өргән көслө һулышынан бөгөлөп төшөп ҡул ҡуйған (был һулыш шул 1759 йылдың 6 декабрь Указы менән ҡанунлаштырыла). Үҙен аҫаба һанаған хәҙерге азаматыбыҙ ҡайһылайыраҡ әйтер ине икән ошондай мөшкөл осраҡта?!
Ҡыуаҡан олоҫо старшинаһы Аҙнабай Ҡарағужиндың исемен “козырь” кәрт итеп алып, Юлай Аҙналиндың атаһы итеп файҙаланыу аптырата. Милли батырыбыҙҙы тыуған ырыуы ҡобауҙарҙан айырыу, хәҙерге Иглин районындағы Иҫке Ҡобау, Тәкәй ауылдарына уларҙың тамсы ла ҡатнашлығы юҡ, тигәнен тамам нығытыу өсөн, ең осонан сығарылған төп “козырь” булалыр был. Ләкин хилаф концепцияһы шул кәртен һурып алыуҙан уҡ ҡыйрала. Артыҡ сурытмай ғына, күренекле тарихсыбыҙ Ә.З. Әсфәндиәровтың һүҙҙәре менән әйткәндә: “Юлай Аҙналин, уның атаһы һәм балалары, йәнәһе, Ҡыуаҡан ырыуынан сыҡҡан һәм Шайтан-Көҙәй ырыуының припущенниктары булған тигән үҙенең хата фекерен дәлилләү өсөн авторҙарҙың береһе (Р. Вахитов), 1736 йылдың 11 февралендәге Указды дөрөҫ аңламайынса, хата һығымталарға килгән: уның раҫлауҙарына ҡарамаҫтан, Указ башҡорттарҙы ерҙәренә аҫаба хоҡуғынан мәхрүм итмәгән; бер ниндәй документ менән раҫланмайынса, Ҡыуаҡан олоҫо старшинаһы Аҙнабай Ҡарағужин Шайтан-Көҙәй старшинаһы Юлайҙың атаһы, ә Салауаттың олатаһы тип иғлан ителә. Бының өсөн авторҙар Аҙнабай тигән исемде Аҙналы-бай тип нарыҡлай. Ғәмәлдә Аҙнабай Ҡарағужиндар — бөтөнләй башҡа нәҫел: уның атаһы Ҡарағужа Аҡаев (Акаков), олатаһы — Аҡай Ҡамаҡаев, олатаһы — Ҡамаҡай Бикҡолов.
Үрҙә аталған автор раҫлауының хата булыуын ике олоҫ кешеләре тамғаларының формаһы төрлөлөгө лә раҫлай. Юлай Аҙналин менән Аҡа мулла тамғалары араһында бер ниндәй уртаҡ яҡтар юҡ. Ошо үҙе генә лә шундай һығымтаға килтерә: ике олоҫ тамғалары уларҙың ҡан-ҡәрҙәш түгеллеген ап-асыҡ дәлилләй” (аталған китап, 132 — 134-се биттәр).
Мәҡәлә авторы, сүп өҫтөнә сүмәлә өйөп, буғай, теңкәһенә тейгән “54 битлек брошюра”ның “ғилми баҫма” тип аңлатылыуын ғәйепләй. Хәйер, гәзит уҡыусыла тыуған һорауҙарҙың күбеһенә “брошюра”ның үҙендә үк тейешле яуап бирелә — ҡыҙыҡһыныусылар был баҫманы беҙҙән бушлай алырға мөмкин.
Йыһат СОЛТАНОВ,
Фаил ТИКЕЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 129

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 479

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 115

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 925

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 689

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 268

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 589

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 352

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536