Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алтын-көмөш күп ерҙә фетнә сыға
“Ғәрәп яҙы”н “Курд яҙы” алмаштырырмы?

Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендәге “Ғәрәп яҙы” исеме менән нарыҡланған революция еле курдтарға ла килеп етте, ахырыһы. Сүриәлә барған ыҙғышты улар үҙ маҡсатында файҙаланып ҡалырға тырыша. Быуаттар һуҙымында үҙбилдәләнешкә ынтылып та, бойондороҡһоҙлоҡ ала алмаған халыҡ өсөн Сүриәләге боларыш һуңғы мөмкинлек кеүек.

Курдтар — Тигр менән Евфрат йылғалары араһында төпләнгән бик боронғо халыҡ. Әле улар донъя буйынса 65 миллион тирәһе иҫәпләнә. Ошо халыҡ күптән инде Төркиә, Иран, Ираҡ кеүек илдәрҙә партизан һуғышы алып бара. Төп маҡсаттары бер — бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөү. Курдтар айырыуса Төркиә етәкселегенең һарыуын ҡайната — әленән-әле хөкүмәт ғәскәрҙәренә һөжүм итә, теракттар ойоштора. Азатлыҡ хәрәкәте башында Курдистан Эшсе партияһы тора. Улар Ираҡта ла әүҙем эш алып бара. Баш күтәреүҙәр власть тарафынан һәр саҡ көс менән баҫтырыла килде. Ираҡтың элекке диктаторы Саддам Хөсәйен дә курдтарҙы ҡырып бөтөрөргә маташып ҡараны, әммә килеп сыҡманы.
Өс илдә бер-береһе менән йәшерен бәйләнеш алып барған курдтар был төбәктә ҙур көс булып тора. Сүриә менән Ираҡта уларҙың ҡуҙғыуына әллә ни әһәмиәт бирмәһәләр ҙә, Төркиә ныҡ хәүефләнә. Сүриә менән сиктәш райондарҙы быға тиклем дә көскә контролдә тоталар ине. Ундағы граждандар һуғышы хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрҙе. Курдтар, көстәрен берләштереп, аҡыллы эш итһә, Төркиәгә НАТО ғәскәрҙәренең ярҙам итмәүе лә ихтимал. Азатлыҡ даулаусыларҙың Анкараға ла, Бағдадҡа ла, Дамаскка ла ҡарамай, һуғышһыҙ-ниһеҙ үҙаллы Курдистан дәүләте төҙөүе бар. Бөгөн байлыҡ кемдең ҡулында, шул идара итә — курдтарға был төбәктәге иң бай нефть ятҡылыҡтарын ҡулға төшөрөү ҙә етә. Төркиә властары тап шунан шөрләй ҙә инде. Илдең Премьер-министры Реджеп Тайып Эрдоган үткән аҙнала ошондай хәүеф янауы хаҡында телевидение аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткән.

Власта нығыныуы икеле

Үткән аҙнала Франция президенты Франсуа Олланд үҙенең ил менән идара итә башлауының 100 көнлөгөн билдәләне. Әйтергә кәрәк, илдең Социалистар партияһы лидеры “социалистик революция”нан башҡа әллә ни эш ҡыйрата алманы булһа кәрәк. Ә инҡилапты ул, ысынлап та, булдырҙы. Франциянан башҡа әле ҡайһы илдә иң байҙарға килемдәренең 75 проценты күләмендә һалым һалғандары бар? Бындай батырлыҡты революцияға тиңләп булалыр, моғайын. Унан килеп, Франсуа Олланд пенсияға сығыу йәшен 65-тән 60-ҡа төшөртөүгә өлгәште. Шулай уҡ үҙенең һәм министрҙарҙың эш хаҡын 30 процентҡа тиклем кәметте. Быларҙың барыһы ла ябай халыҡтың файҙаһына кеүек. Ә бына илдәге эшһеҙлекте кәметә, иҡтисади көрсөктө йүгәнләй, һайлау алдынан бирелгән башҡа вәғәҙәләрҙе үтәй алмауы абруйына кире йоғонто яһаны. Илдәге иң аҙ эш хаҡын ике процентҡа күтәреүен ҙур уңышҡа тиңләп булмайҙыр. Амьен ҡалаһында сыуалыштар булып алыуы ла етәксенең йөҙөнә тап төшөрҙө. Бында башлыса Африка дәүләттәренән сыҡҡан ҡара тәнле халыҡ төпләнгән. Францияла улар йылдан-йыл арта һәм күп осраҡта, ил закондарына буйһонмайынса, үҙ ҡағиҙәләре буйынса йәшәргә ынтыла — сыуалыштарҙың төп нигеҙе ошонда.
Франсуа Олланд тышҡы сәйәсәттә лә уңышҡа өлгәшә алды тип әйтеп булмай. Шуға ла бер йылдан һуң уның отставкаһын талап итә башлаһалар, ғәжәпләнергә кәрәкмәй.

БДСО-ға индек тә ул…

22 августа Рәсәй, ниһайәт, рәсми рәүештә Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһының (БДСО) 156-сы ағзаһы булды. 1995 йылда ойошторолған сауҙа ойошмаһына башта 76 ил ағза булараҡ теркәлә, һәм уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Әле БДСО-ға ингән илдәрҙә донъяның валюта резервының 95 проценты тупланған. Был ойошмала ағза булып тороуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бихисап. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары араһында ла БДСО-ға инеү буйынса ҡапма-ҡаршы фекерлеләр күп. Ыңғай ҡараштағылар Ҡытайҙы миҫалға килтерә. Йәнәһе, был ил 2001 йылда БДСО-ға ағза итеп ҡабул ителгәндән һуң йылдам үҫеш кисерә башланы һәм бөгөн, ВВП буйынса Японияны ла уҙып китеп, АҠШ-тан ҡала донъяла икенсе урынға сыҡты. Рәсәйҙе Ҡытай менән сағыштырыу урынһыҙ, әлбиттә. Ә бына кемгәлер тиңләшергә ынтылыуҙы хупларға мөмкин. БДСО-ға инеү шарты буйынса киләсәктә ауыл хужалығына ярҙамдың кәмеү ихтималлығы ҙур хәүефкә һала. Ҡайһылай ғына булмаһын, барыһын да тик яҡшыға юрайыҡ. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Беҙ ҙә ҡасан да булһа АҠШ һәм ЕС илдәре кеүек арыу йәшәп китербеҙ әле.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте
Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 3

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә