Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайсалды данлай улдары
Атайсалды данлай улдарыУңышҡа өлгәшкән шәхес хаҡында һүҙ йөрөткәндә, тәү сиратта уның кемдең уҡыусыһы булыуын һорайҙар. Алдан уҡ шуны әйтеп үтмәксемен: әле һүҙ барасаҡ ике ижадсы СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй Художество академияһы академигы Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә аспирантурала белем алған. Жәлил Сөләймәнов менән Әмир Мәжитов — республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә лә тос ижад менән күптән танылыу яулаған рәссамдар. Икеһе лә Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.
Быйыл уларҙың “Атайсал — Земля предков” исемле художестволы әҫәрҙәр циклы республикабыҙҙың иң юғары премияһына тәҡдим ителде. Яңыраҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолған был күргәҙмә менән һәр кем яҡындан таныша алды. Циклды тәшкил иткән 41 хеҙмәттең һәр ҡайһыһы тәрән мәғәнәгә һәм бай рухи ҡиммәткә эйә. Унда халҡыбыҙҙың асылы, рухи сафлығы, этнографияһы, донъяны танып белеүе асыҡ сағыла.
“Мәжитов менән Сөләймәнов үҙ халҡының боронғо тарихына мөрәжәғәт итә, әммә улар тар йөкмәткеле рәсем менән генә сикләнеп ҡалмай, ә һәр милләттең тарихы һәм рухиәтен донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ сағылдыра. Шуға ла тормош-көнкүрештән алынған деталдәр картинала бик уңышлы ҡулланыла. Тәгәрмәс, эйәр, тирмә, кәмә, һал, бишек, ат, балыҡ — былар бит Йыһан киңлегенең һәм халыҡтың быуаттар буйына йыйылған аҡылының сағыу символы. Көслө интеллектлы һәм үҙенсәлекле фекер йөрөткән рәссамдар ғына донъя моделен шулай күрһәтә ала. Әмир Мәжитов менән Жәлил Сөләймәновтар шундай ижадсылар иҫәбендә”, — ти сәнғәт белгесе Светлана Евсеева.
Ошо урында ике оҫтаның һәр береһе хаҡында айырым әйтеп китмәксемен.
Жәлил Әхмәт улы Сөләймәнов — Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеге мөдире. Йәш быуынды һынлы сәнғәт серҙәренә төшөндөрөп кенә ҡалмай, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша. Ул — үҙ халҡын йәне-тәне менән яратҡан рәссам. Борондан килгән күркәм йолаларын, бай мираҫын хөрмәт итә, унан йәшәүгә һәм ижадҡа һут ала. Шуға ла Жәлил Сөләймәновтың әҫәрҙәрен беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үҙ итәләр. Картиналарының Америкала, Англияла, Германияла һаҡланыуы — быға асыҡ дәлил.
Әмир Миңлевәли улы Мәжитов — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире, профессор. Уның әҫәрҙәренә тәрән метафора, аллегория хас. Мәҫәлән, “Шағир” картинаһын алайыҡ. Төп планда икһеҙ-сикһеҙ уйҙарға сумған кешене күрәбеҙ. Артта иһә Йыһан һүрәтләнгән, йәғни һәр кемдең үҙ донъяһы бар. Ә инде кешенең кәмә эсендә булыуы — мәңгелек хәрәкәт символы. Полотнола ай менән ҡояштың сағылыуы ла осраҡлы түгел. Уйлап ҡараһаң, шағир ҙа бит ошо мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана, бүтәндәргә ниҙер әйтеп ҡалырға, үҙ донъяһын асырға ашыға. Әлбиттә, был әҫәрҙе һәр кем үҙенсә аңлай. Минеңсә, автор кеше менән Йыһандың бер бөтөнлөгөн, шулай уҡ һәр әҙәмдең үҙенең эске донъяһы булыуын еткерергә тырышҡан.
Американың халыҡ-ара биографик йәмғиәте Әмир Мәжитовты “Сәнғәттә йыл кешеһе” тип танығайны. Рәссамдың картиналары Австрияла, Америкала, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Израилдә, Италияла, Португалияла, Төркиәлә, Кипрҙа һаҡлана.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән “Атайсал — Земля предков” художестволы әҫәрҙәр циклы оҙайлы йылдар дауамында ижад ителгән. Был картиналар мәҙәниәтебеҙҙе байытыуға тос өлөш индерә. Ул — башҡорт һынлы сәнғәт тарихында үҙе бер яңылыҡ. Шуға ла Әмир Мәжитов менән Жәлил Сөләймәновтың һутлы ижад емеше, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡ.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә