Был юлдан миңә көнөнә кәмендә дүрт-биш тапҡыр үтергә тура килә: баланы баҡсаға алып барам, унан кире яҡҡа үтеп, туҡталышҡа сығам. Кисен тағы – ошо уҡ юл, сөнки Өфөнөң төп урамдарының береһе булған Октябрь проспекты киң, уны светофорҙа йә иһә ер аҫты юлы аша ғына үтергә мөмкин.
Бында тормош ҡайнай, уның үҙ ҡанундары, тәртиптәре бар. Бер нисә йыл рәттән үтеп йөрөгәнгәме, "ер аҫты" донъяһының төп персонаждарын танып беләм, хатта ҡайһы берҙәренең булмышын, холоҡ-фиғелен дә төҫмөрләйем.
Ваҡ-төйәк һатҡан кибеттәр араһында балалар өсөн тауарҙар менән сауҙа иткән ҡатын бар. Уны ҡайһы саҡта ғәрип апаһы алмаштыра. Ете-һигеҙ йәшлек сабый кимәлендә үҫмәйенсә ҡатып ҡалған был кеше бик йәл, әлбиттә. Ҡышҡы һалҡындарҙа аяғына оло-ҡара быйма кейеп, сепрәк һаҡлап ултырыуы – икеләтә насар. Әммә сараһы юҡ – тамаҡты туйҙырырға кәрәк. Бәлки, тегеләй-былай үткән кешеләрҙе күҙәтеп, яңғыҙ йәненә йәм дә табалыр.
Ҡаршыһында ғына аяғы имгәнгән аҡһаҡ апай һатыу итә. Дим биҫтәһендәге вьетнам баҙарынан күмәртәләп осһоҙға алған сифатһыҙ кейем-һалымдың үҙ һатып алыусылары бар – юҡһа, тиҫтә йылға яҡын был ханым көн һайын үткел һаҡламаҫ ине. Ул таяҡҡа таянып йөрөһә лә, бик етеҙ: ауыр сумкаларын "ыһ" та итмәйенсә һөйрәп йөрөй. Бер мәлде ошо апайға бәйле күңелһеҙ хәлдең шаһиты булырға тура килде. Туҡталыштан сығып, шәп аҙымдар менән үткелгә төшөп барһам, аҫтан низағлашҡан тауыш ишетелә. Һатыусы апай таушалғаныраҡ ҡиәфәтле йәш ир менән әрләшә икән. Хәл-ваҡиғаның сәбәбе билдәһеҙ, тауышланғандарҙың эргәһендә йөҙө ҡағыҙ төҫлө ап-аҡ йонсоу ҡатын һәм үҫмер ҡыҙ баҫып торғаны иҫемдә. Улар әрепләшеүҙе туҡтатырға тырышып бер һүҙ әйтһәсе! Хәйер, үтеп-һүтеп йөрөгәндәр ҙә хәлгә битараф ине. Бер нисә секундтан ирҙең һүҙ запасы бөттө – ул бар көсөнә тауар һалынған өҫтәлгә, шунан ғәрип ҡатындың үҙенә тибеп (!) ебәрҙе. Ҡатын яман тауыш менән ҡысҡырғас, ир ситләшкәндәй булды. Апай ҡарғыш яуҙырып, илаулап тороп ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, бик ҡурҡтым. Йүнһеҙ ирҙең ҡатыны менән балаһының ниңә ҡатнашыуһыҙ ҡалыуы аңлашылды: был иргә һүҙ ҡушһаң, тапап ташлауы ла ихтимал... Ярҙам итә алмағаныма әсенеп, тарайып киткәндәй тойолған үткелдән тышҡа атылдым. Магазинға инеп ары-бире йөрөгәнсе теге ғаилә лә бында ингәйне... Ир көләс, бер ни булмағандай, ҡыҙына хәбәр һөйләгән була, ҡатыны моңһоуланып, арттан һөйрәлә. Түҙә инде, бахыр, өндәшерлек әмәле ҡалмағандыр. Беҙҙең йәмғиәттә, ғәҙәттә, "йорт агрессорҙарына" ҡарата сара юҡ бит... Хәйер, бындай әҙәмдәр барыбер үҙ башына бәлә таба.
Үткелдең тағы бер нисә "хужабикә"һе бар. Иртәнге етенән халыҡҡа ҡулъяулыҡ, ойоҡбаш һәм башҡа ваҡ-төйәк тәҡдим итеүсе әбейҙәр – көндәлек күренеш. Алсаҡ башҡорт апайы баланы баҡсаға оҙатҡанда сәләмләп, хәйерле юл теләп ҡала, мин дә уның менән мотлаҡ күрешеп үтергә күнеккәнмен. Бындай "иртәнге" апайҙар өсәү, ғәҙәттә, улар сәғәт ундарҙа йорттарына ҡайтып китә.
Иң ситке кибеттә вьетнам оҫталары итек йүнәтә, асҡыс яһай. Уларҙың үҙ телендә күңелле генә итеп аралашҡаны, көлөшкәне үткән һайын ҡолаҡҡа салынып ҡала. Ҡандарында барыбер сауҙа: бер ҡыҙҙы һатыусы итеп яллап, ошонда уҡ төрлө төҫтәге резина аяҡ кейемен, түбән сифатлы күҙлектәр һаталар. Кәштәләре баҫҡыстар буйлап теҙелеп киткән. Ғөмүмән, төштән һуң үткел шундай йәнләнә, бында тиҫтәләгән һатыусы йыйыла, һатҡандары – арзанлы сепрәк-сапраҡ, сифатһыҙ хужалыҡ кәрәк-ярағы. Хәйер, күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән шәлен, ойоҡбаштарын, үҙҙәре яһаған биҙәүестәрҙе, ҡулланылыштан сыҡҡан тимер аҡсаларҙы (антиквариат) һатҡандар ҙа бар. Баҙар гөрләй, проспекттың әле теге, әле был яғына сыҡҡан кешеләр туҡтап, донъя мәшәҡәттәрен хәл итә. Йылы көндәр тыуыу менән үткел һатыусыларына йәшеллек, йәшелсә-емеш менән сауҙа итеүселәр өҫтәлә. Июндә – еләк, июлдә – ҡурай еләге, ҡарағат, августа иһә йәйҙең барлыҡ ниғмәттәре менән үткел генә түгел, уның тирә-яғы ла тула. Законһыҙ эшҡыуарлыҡ, әммә ни хәл итәһең: халыҡ яҡшы тормоштан ҡышҡы һалҡында туңып, йәйге селләлә өтөлөп тормайҙыр – йәшәргә, ашарға кәрәк.
Үткелдең тағы бер сағыу персонаждарының береһе – сит тарафтан килтерелгән зиннәтле емеш-еләк менән сауҙа итеүсе нөктә хужаһы. Кавказ яғында тыуып үҫкәнгә оҡшаған әҙәм, әлбиттә, үҙе кибеттә тормай, әммә ул иртән дә, кисен дә эш барышын контролдә тота, эре генә ҡиәфәттә хәбәр һата, әшнәләре менән гәпләшә. Үткел эргәһендә генә затлы машинаһы ҡуйылған – сауҙагәр бигерәк тә уның янында баҫып торорға ярата: йәнәһе, күрегеҙ, бына ул ниндәй! Хаҡы миллион менән иҫәпләнгән зиннәтле "ҡорос ат", әлбиттә, әфлисун-хөрмә хаҡына ғына һатып алынмағандыр, мәгәр, сит-ят ерҙән килгәндәрҙең беҙҙең ерҙә үҙҙәрен хужаларса тотоуы, гөрләтеп аҡса эшләүе (беҙҙең халыҡ иһә аҡса тип Себер тарафтарын юллай) бер аҙ күңелде ҡыра, әлбиттә.
Үткелде кем тәртиптә тота тиһегеҙме? Бер-береһенә ғәжәп оҡшаған, күп эсеүҙән шешенгән, таушалған бәндәләр ер аҫты юлы мөйөшөндәге бер бүлмәлә көн итә, шунда ашай-йоҡлай тигәндәй. Йәй көндәрендә гел шар асыҡ торған бүлмә ишегенә бысраҡ, төҫө күптән юғалған ҡорған тартып ҡуйғандар, урам һепереүселәрҙең шау-шыулы, бер төрлө, ғибрәтле тормошо – үткелдән үтеүселәрҙең күҙ алдында.
Ер аҫты юлының үҙ "хәйерселәре" лә бар. Телһеҙ булып ҡыланыусы әбей генә үҙе ни тора! Ул кешеләрҙән мөңрәп кенә хәйер һорай, оҫта итеп башын болғап, меҫкенләнеп баҫҡыста ултыра... Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә уға аҡса биргәнем булды – йәл ине. Әммә яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы менән һин дә мин һөйләшеп, һыра һәм тәм-том алып торғанын күргәс, күңелем ифрат кителде – уны хәҙер урап үтәм. Әйткәндәй, "хәйерселек бизнесы" тигән заман күренеше лә юҡ түгел: ваҡыты-ваҡыты менән үткелдә эсеүҙән шешенгән, ҡот осҡос ҡиәфәтле инвалидтар хасил була – уларҙы кемдер килтерә һәм алып ҡайта, күрәһең.
Шулай ҙа мине иң әсендергәне – аҡса һораусы йәштәр. Эйе, ер аҫты үткеленең үҙ музыкаль төркөмө лә бар. Бында даими сығыш яһамаһалар ҙа, уларҙы йыш күрәм. Көслө тауышлы, 25-30 йәштәрҙәге егет гитарала уйнап йырлай, эргәһендә тағы бер нисә "йырсы" бар, ә 20 йәштәр самаһындағы ҡыҙ баш кейеменә аҡса йыя. Репертуарҙарында – Цой, Шевчук хиттары, башҡа билдәле йырҙар. Иллә-мәгәр, сығыш яһаусыларҙы күргәндән һуң, уларҙы тыңлағы түгел, ә тиҙерәк урап ҡасҡы килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәштәр – эскеселәр, һәм улар — бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙең сағыу сағылышы, киләсәк быуын. Йөҙҙәре оҙаҡ эсеүҙән кире үҙгәрмәҫлек булып шешенгән, ҡыҙарған әзмәүерҙәй егеттәр сираттағы шешәгә, ә, бәлки, наркотикка ошо юл менән аҡса эшләй, кәйеф-сафа ҡороп, бер нисә көн юғалып торғандан һуң, тағы ла үткелгә сығып баҫа...
Хәйер, был бетон стеналарҙың скрипкала, һыбыҙғыла, гармунда уйнаған оҫталарҙы ла ишеткәне бар. Миңә ҡалһа, бында бик һирәк күренгән көләкәс гармунсы бабайҙы үҙ итәм. Өҙҙөрөп уйнай! Йөҙөндә – йылмайыу, ә бит ошо оло йәштәге ағай үткелгә нужа мәжбүр иткәнгә сығып ултырған... Бына уға, исмаһам, аҡсам йәл түгел.
...Һәр кем хәленән килгәнсә көн күрә, юрғанына ҡарап аяғын һуҙа. Мәгәр, үткел – тормошобоҙҙоң бәләкәй генә сағылышы, йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө, йәшәйешебеҙҙең кимәле.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА