Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Шәжәрәне барланылар
Асҡын районының мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Зағафуан Ибраһимовтың нәҫеленә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сараға йыйылған халыҡ шәжәрә, ғаилә альбомдарында һаҡланған фотолар, нәҫелдең йылъяҙмаһы менән танышты. Конференцияла тәҡдим ителгән материалдар бер ырыуҙың тарихын сағылдыра. Нәҫелдең шәжәрәһе тарихи документтарға таянып, 11-се быуынға тиклем өйрәнелгән. 8-се быуын вәкиле Зағафуан Ибраһимов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Уның башҡорттарҙан йыйылған аттарҙы Вильно ҡалаһына рус ғәскәрҙәренә илтеүе билдәле. Яҡташыбыҙ 5-се полкта хеҙмәт итеп, сотник чины алған.

“Асҡыным – йәнтөйәгем”.

Уҡыу йылы башлана…

Егәҙе мәктәбе уҡыу йылын ҡаршыларға әҙер. Бында 100-гә яҡын бала уҡырға киләсәк, I класҡа ете бала аяҡ баҫасаҡ.
Ишле мәктәбендә яңы ашхана төҙөлгән. Әле бинаға һыу үткәрергә генә ҡалған. Бында балаларҙың ялы юғары кимәлдә ойошторолған. Улар Абҙаҡҡа, Өфөгә, Белоретҡа экскурсияға барған, музейҙарҙа, иҫтәлекле урындарҙа булған. Туҡан мәктәбендә лә ремонт үткәрелгән. Киләсәктә бында тәҙрә рамдарын, иҙәндәрҙе алмаштырырға йыйыналар. Ғөмүмән, район мәктәптәренең барыһы ла 1 сентябрҙә балаларҙы ҡабул итеүгә әҙер.

“Урал”, Белорет районы.

Иң яҡшы уҡытыусыларға – премия

Салауат районы хакимиәте ҡарары менән төбәктә “Райондың иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы үткәрелде. Матур йолаға әүерелгән сарала лайыҡлыларҙы билдәләнеләр.
Мөрсәлим урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рифат Мирхәйҙәров, Малаяҙ башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльза Абрарова, Арҡауыл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең химия, биология уҡытыусыһы Гөлшат Абдуллина һөҙөмтәле уҡытыу, юғары педагогик оҫталығы һәм мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн район хакимиәтенең премияһына лайыҡ булды. Уларға 10-ар мең һум күләмендәге сертификат тапшырылды.

“Йүрүҙән”.

Урманда аҙашҡан

Ошо көндәрҙә урманда аҙашҡан Тирлән ауылы кешеһе Александр Новичков имен-һау табылды.
Ул дүрт дуҫы менән ҡыҙыл көртмәле йыйырға урманға барған. Байһаҡал тигән урында еләктең уңыуын ишетеп, улар шунда юлланған. Асыҡ урында мотоциклдарын ҡалдырып, дуҫтары көртмәлегә киткән, Александр әйберҙәрҙе һаҡларға, усаҡ яғырға тороп ҡалған. Емеш артынан китеүселәр билдәләнгән урынға икенсе көнгә генә урап ҡайтҡан. Ни ғәжәп: мотоциклдар тора, Александр юҡ! Эҙләү һөҙөмтә бирмәгәс, ауылға юлланғандар, бында ла табылмағас, полицияға мөрәжәғәт иткәндәр.
Баҡһаң, Александр дуҫтарын эҙләп киткән һәм аҙашҡан. Ул ун көн буйы юлды таба алмайынса, урман гиҙеп йөрөгән. Аҙашҡан Новичковты эҙләүгә 30-ҙан ашыу полиция хеҙмәткәре йәлеп ителгән, уларға “Ирәмәл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Александр әле булһа өйөнә имен-һау ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай.

“Урал”, Белорет районы.

Йәшә, шишмә, йәшә!

Орловка ауылы клубы мөдире Н. Закузникова китапханасы А. Магнева, Салауат ҡалаһынан килгән ҡунағыбыҙ геолог Л. Лейдерова менән берлектә үҫмерҙәр өсөн экологик экскурсия ойошторҙо. Был ер шишмәләргә бай. Инештәрҙең дауалау көсөнә эйә булыуын ата-бабаларыбыҙ һәйбәт белгән.
Уҡыусылар барлыҡ шишмәләргә лә һуғылған. Уларҙы сүп-сарҙан, ләмдән таҙартҡан. Геолог иһә һыуҙа йәшәгән ҡабырсаҡтарға ҡарап, уның килеп сығышы, тәбиғәт катаклизмдары тураһында һөйләгән. Балалар үҙҙәре өсөн ҙур асыш та яһап ҡайтҡан. Баҡһаң, шишмәләр саф һыуы менән ауыл быуаһын да туйындыра икән. Ошондай саралар киләсәк быуынды тәбиғәтте ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәтә.
“Ашҡаҙар таңдары”, Федоровка районы.

Башҡаларға өлгө күрһәтеп

Ленин исемендәге хужалыҡ районда беренсе булып мал аҙығы әҙерләүҙе тамамланы. Бөтәһе 910 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 510 тонна фураж әҙерләп һалынған.
Шартлы һәр баш малға 17 центнер аҙыҡ тупланған. Был — төбәктә иң юғары күрһәткес. Хужалыҡта малсылыҡ аҙбарҙарын ваҡытында ремонтлап ҡуйғандар. Бөгөндән кооператив малдарҙы ҡабул итеүгә әҙер.
“Һаҡмар”, Баймаҡ районы.

Балыҡсылар ярышты

Күптән түгел Осиповка ауылының Татьяна быуаһында Ишембай районы буйынса балыҡ тотоу чемпионаты үтте. Ярышта барлығы 14 команда ҡатнашты.
Беренсе урынды Һайран ауыл Советы балыҡсылары алды. “Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре икенсе урынға лайыҡ булһа, өсөнсө урынды Ишембай район-ҡала һунарсылары һәм балыҡсылары йәмғиәтенең йыйылма командаһы яуланы. Шәхси зачетта Һайран ауылынан Валерий Самиков иң яҡшы балыҡсы тип танылды. Ул өс сәғәт эсендә 1 килограмм 720 грамм балыҡ тотто.
“Торатау”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә