Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таштар ҙа тарих һаҡлай
Таштар ҙа тарих һаҡлайТаштарҙы йәнһеҙ, тиҙәр. Әммә улар ҙа халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен ҡәҙерләп һаҡлай. Яуға киткән башҡорт ир-егеттәре, кейем-һалымын, аҙыҡ-түлеген, уҡ-һаҙағын, шулай уҡ тоғро юлдашы — атын хәстәрләү менән бергә, моҡсайына таш та һалып алыр булған. Ул яугиргә тыуған ерен хәтерләткән, бер талай һағышын баҫҡан, хәтәр алыш алдынан көс-ҡеүәт өҫтәгән, рух биргән. Борон-борондан ана шундай ырымы булған ата-бабаларыбыҙҙың. Мәхшәрҙән иҫән-һау ҡалғандары таштарын кендектәре киҫелгән Уралына ҡәҙерләп кире алып ҡайтҡан...
Бөрйән районының үҙәге — Иҫке Собханғол ауылында 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышының 200 йыллығы хөрмәтенә асылған стела-һәйкәл ана шундай уйҙарға тарыта ла инде. Әйтерһең, ул һалдат моҡсайҙарынан йыйылған шул суйыр таштарҙан хасил булған, ә уртала бөгөнгө Бөрйән районы биләмәһенә ҡараған 23 ауылдан француздарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан һикһән яугирҙең исем-шәрифе уйып яҙылған. Батырҙарыбыҙҙы асыҡлауҙа “илем, халҡым” тип йән атып йөрөгән урындағы энтузиастарҙың, шулай уҡ баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы ифрат ҙур. Бөгөн ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан Бикташ, Иҫәнғазы, Ишдәүләт (шөкөр, ул әле яңынан терелде!), Кәбәс, Яҡшығол кеүек ауылдарҙың вәкилдәре табылыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Әгәр ҙә районда 35 ауыл барлығын иҫтә тотһаң, исемлектең тулы булмауы аңлашыла. Сөнки башҡорттоң һөйәге Ағиҙелдән алып Сена йылғаһына тиклем һәр ҡарыш ерҙә ята. Бөрйәндәрҙең бөгөнгө быуыны, иншалла, эҙләнеү эштәрен артабан да дауам итер тигән өмөт бар.
Рәсүл хәҙрәт әруахтарға аят уҡығандан һуң, район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов һүҙ алды:
— Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмау — бөгөн дә көнүҙәк мәсьәлә. Йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тойғоһо, халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән традициялары нигеҙендә тәрбиәләүҙә ошондай изге ғәмәлдәр матур өлгө, тәрбиә сығанағы булып тора, — тине ул.
Динир Әсҡәт улы тыныс тип иҫәпләнгән тормоштағы локаль бәрелештәрҙә (Афғанстан, Чечня һ.б.) һәләк булған замандаштарыбыҙҙың исем-шәрифтәрен дә киләсәктә таҡтаташҡа өҫтәп яҙыу зарурлығын, уның тулылана барырға тейешлеген билдәләне. Артабан хакимиәт башлығы стела-һәйкәлдең проект авторы, рәссам Рәйес Ҡарағоловҡа, уҡытыусы-пенсионер, етмешен күптән уҙһа ла әле лә егеттәрсә йүгереп йөрөгән Ғәлимйән Ишбулатовҡа, тарих уҡытыусыһы Баязит Йәғәфәровҡа, уҡытыусы, райондың һулышын һәм яҡташтарымдың тормошон “Таң” гәзитендә һәр саҡ яҡтыртып барған Дамир Аллабирҙинға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары, майор Игорь Смирдов үҙенең оҙайлы хәрби хеҙмәт итеү осоронда бик күп Бөрйән егеттәре менән осрашыуын, уларҙың ҡыйыу булыуын, бер ҡасан да һынатмауын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Проекттың авторы, рәссам Рәйес Минһаж улы Ҡарағолов “Башҡортостан” гәзитенә стела-һәйкәлде төҙөү тәңгәлендә үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
— Ватан һуғышының 200 йыллығы уңайынан төҙөлгән бындай стела-һәйкәл әлегә башҡа райондарҙа юҡ. Уйлай китһәң, Бөрйәндең үҙенең финанс хәле лә шәптән түгел бит! Шулай ҙа район етәкселегенең дәртләндереп тороуы, йөрәге “Бөрйәнем!” тип типкән бәғзе бер эшҡыуарҙарҙың, ябай халыҡтың, хатта пенсионерҙарҙың изге эшкә битараф ҡалмауы, көсөнән килгәнсә иғәнә индереүе стела-һәйкәлде тиҙ арала тамамларға илһамландырҙы — июндә “Бисмилла” итеп тотоноп, августа эште ослап та ҡуйҙыҡ.
Яҡташтарыбыҙҙы, сит тарафтарҙа тамыр йәйгән бөрйәндәрҙе йыйған шатлыҡлы ла, болоҡһоу ҙа тантана, халҡымдың алыҫ үткәненә алып ҡайтып, бихисап уйҙарға тарытты. Уйлап ҡараһаң, Салауат ихтилалынан һуң француз яуына ҡәҙәр ни бары утыҙ ете йыл ғүмер үткән. Унан алда ла әле ошо ихтилалдан үтә миктәгән башҡорттар, 15 меңдән ашыу яугирҙән торған 12 полк төҙөп, 1756 — 1763 йылдарҙағы ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашып, Берлинға беренсе булып барып инә. Сиркәүҙе һаҡлаған милләттәштәргә ғәжәпһенеп бер немец: “Ни өсөн уларҙың ҡоралы монгол-татар яуындағы кеүек уҡ-һаҙаҡ, ә яңыһы юҡ?” — тип урыҫ офицерҙарынан һорап ҡуя.
— Уларға яңыһын тоттороп ҡына ҡара, ҡайҙа йүнәлтергә белерҙәр! — тип яуаплай тегеләр. Хәйер, француз яуында ла әлегәсә асылмаған биттәр бихисап.
ХVII быуаттың тәүге сирегендә, атап әйткәндә, Романовтар династияһы хакимлыҡ итә башлағас, башҡорт ерҙәре ҡыҫырыҡланып, ҡәлғәләр төҙөлә башлаһа ла, халҡым ике быуаттан ашыу һәр 20-25 йыл һайын колониаль сәйәсәткә ҡаршы ихтилалдарға күтәрелеп торһа ла (ә был тотош донъя тарихында феноменаль күренеш!), илгә сит баҫҡынсылар ябырылған ваҡытта, башҡорттар, Иван Грозный идара иткән саҡта төҙөлгән Килешеү шарттарына тоғро ҡалып, атҡа атланыр булған. Был иһә башҡорттарҙың тоғролоғон, бер ниндәй хыянатҡа бармауын, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу белмәҫ яугир халыҡ икәнлеген раҫлай. Тарихыбыҙҙы онота төшкән йәш быуынға халҡыбыҙҙың ошо аҫыл сифаттарын күңеленә һеңдереү, милләтебеҙ менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү фарыз беҙгә бөгөн.
Юҡҡамы ни ҡыйыу башҡорт ғәскәрҙәре Парижға беренсе булып барып инмәгән һәм, француз халҡын талауҙарҙан һаҡлап, оло сауап, рәхмәт алмаған. Шуға ла: “Любезные мои башкирцы, молодцы!” — тип һоҡланыу һүҙҙәре әйтеп ҡалдырған Кутузовтың вафатынан һуң баш командующий вазифаһын үҙенә алған батша Александр I ҡарары менән Еңеүселәр парадында башҡорттар сафта иң беренсе булып үтә.
Тәҡдиребеҙ шулай: башҡорт ерҙәре Рәсәйгә ҡушылғас, тимәк, ул беҙҙең дә уртаҡ йортобоҙ. Баҫҡынсыларға бергәләп ҡаршы тормаһаң, улар ата-бабаларыбыҙ маҡам иткән изге еребеҙгә лә ҡул һуҙмаҫ тимә!
Һүҙемде яҡташым, хәҙер төрки дәүләттәрендә лә билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Әхмәт ағай Сөләймәновтың яңыраҡ фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән апаһынан ишеткән ғибрәтле лә, ғәжәп тә хәл менән тамамларға теләйем.
...Яуҙағы бер мәхшәрҙә уларҙың ҡартаталары үҙенең тоғро дуҫы — атын юғалта. Эҙләп-эҙләп тә таба алмай уны. Һуғыштан һуң батыр еңеүсе сифатында йәйәүләп тиерлек Бөрйәненә ҡайтып төшә. Байтаҡ йылдар үтә, һыуҙар аға. Бер саҡ тәҙрә төбөндә еңелсә генә бышҡырған тауыш ишетелә. Сығып ҡараһалар, күҙенән йәшен сөбөрләтеп, эсе эскә үткәшкән бахыр малҡай тора, ти. Эйе, тыуған ер ир-егеткә генә түгел, хайуанҡайға ла сикһеҙ ҡәҙерле шул...

Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21