Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихыбыҙ хаҡында уйҙырмалар
Рамаҙан Үтәғоловтың “Дандарына саң ҡунмаҫ” исемле мәҡәләһенә ҡарата үҙен һәр ваҡыт “профессиональ тарихсы”, ә башҡаларҙы “тыуған яҡты өйрәнеүсе” тип атаған тарих фәндәре кандидаты Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин гәзит уҡыусыны һиҫкәндерерлек, хатта ҡурҡытырлыҡ “Бер хата мең бәләгә килтерә” (“Башҡортостан” гәзите, 2012 йыл, 17 ғинуар) тигән бик сәйер тәнҡит мәҡәләһен баҫтырып сығарҙы.
Ошо яҙма тураһында үҙ фекерем менән уртаҡлашырға булдым. Мәҡәләләге ниндәй “хата мең бәләгә килтергән?” Иң тәүҙә шуны әйтеп уҙайыҡ. Р.Үтәғоловтың яҙмаһы ғилми эш түгел. Ул — халыҡҡа аңлайышлы телдә үтемле итеп яҙылған популяр хеҙмәт. Авторҙың тарихи хеҙмәттәрҙе етерлек ҡулланыуы күренеп тора. Уларҙың сифаты ла төрлөсә. Тарихи ваҡиғалар ҙа, факттар ҙа бер рәүештә бирелмәгән, айырымлыҡтар ҙа етерлек, хаталар ҙа юҡ түгел. Уларҙағы етешһеҙлектәр автор мәҡәләһенә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Ә хәҙер үрҙәге һорауға яуап эҙләйек.
Ике башҡорт, бер ҡалмыҡ полктарын ойоштороу тураһында 1811 йылғы батша указын Р. Үтәғолов Ырымбур губернаторы Г.С. Волконскийҙың ҡарары тип атаған. Был яңылышыу, әлбиттә, ләкин бәләгә килтерерлек түгел. Ысынлап та, батша указы нигеҙендә губернатор кантон башлыҡтарына үҙенең инструкцияһын ебәргән. Нисә йорттан бер һыбайлыны билдәләү, уны ҡоралландырыу, уға һыбай һәм йөк атын ҡайҙан алыу, улар өсөн күпме фураж, ә һыбайлыға провиант биреү губернатор күрһәтмәһе менән билдәләнгән. Шуға күрә мәҡәлә авторының фекере ысынбарлыҡтан йыраҡ түгеллеге күренеп тора.
Ә хәҙер Г.С. Волконскийҙың дәрәжәһен нисегерәк атау тураһында. Рәсми рәүештә ул хәрби губернатор, ләкин халыҡ элек һәм бөгөн, шул иҫәптән Р. Үтәғолов та, тик губернатор тип белә: Мәскәү губернаторы, Ырымбур губернаторы. Халыҡ өсөн губернаторҙың хәрбие лә, генерал-губернаторы ла – барыбер. Ул тик “губернаторҙың дөбөр-шатыр” килеүен һәм китеүен генә белгән.
Буш портфелле “профессиональ тарихсы” Ә. Йәнғәлин халыҡтың үткәнен бик оҫта һәм әүҙем пропагандалаған алты-ете китап авторы, 80 йәште уҙған Рамаҙан Үтәғоловҡа үҙенсә аҡыл өйрәтергә, тарихтан һабаҡ бирергә маташа. Мәҡәлә авторының бөтә донъяға мәғлүм факт — “1812 йылдың 12 (24) июнендә Наполеондың Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлауы” — хаҡында хаҡ яҙыуы, Йәнғәлинсә, “тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй”. Тома наҙан да бындай хурлыҡлы баһаға бармаҫ, шундай һығымта яһамаҫ. Йәнғәлиндең 1812 йылғы Ватан һуғышының 1805 йылда уҡ башланыуы тураһында “асышын” да оло хата тип танырға кәрәк. Күренеүенсә, тәнҡитсе ике ваҡиғаны — 1805—1807 йылдарҙағы Рәсәйҙең союздашы Пруссия менән Францияға ҡаршы көрәшен 1812 йыл менән — бергә ҡушып-бутап, мәҡәлә авторына нигеҙһеҙ ғәйеп ташлаған.
Артабан ике яҡтың хәрби көсө хаҡында Йәнғәлиндең һандар менән манипуляцияһы башлана. Мәҡәлә авторының француздар армияһы бер мәлдә 640 мең кешенән, Рәсәйҙең ни бары 240 мең икәнен яҙыуында тәнҡитсе дөрөҫлөктө күрмәй. Ә үҙе ошо көстәрҙең һанын төрлөсә күрһәткән, бер кемгә лә хәжәте булмаған 14-15 тип һан килтерә лә аҙаҡтан Р. Үтәғоловтың фекерен дөрөҫләп ҡуйған. Тимәк, бында ла тәнҡит өсөн урын юҡ. Дөйөм алғанда, һуғыш алдынан Бородино бәрелешенә тиклем ғәскәрҙәр һанын авторҙарҙың һәр береһе үҙенсә, төрлөсә күрһәтеүе күптән билдәле. Был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү — тарихсыларҙың киләсәктәге бурысы.
Һуғышта ҡатнашҡан мишәр, типтәрҙәр тураһында бер кәлимә һүҙ. Тәнҡитсе тарихҡа үҙенсә “яңылыҡ” индерә. Был түбәндәге юлдарҙа күренә. Типтәрҙәрҙең этник составы хаҡында һүҙ йөрөтөп, улар араһында мари, сыуаш, татар, башҡорт вәкилдәре менән иң беренсе нәүбәттә мишәрҙәрҙе лә һанап үтә (удмуртҡа урын бирмәгән). Тәнҡитсе был мәсьәлә менән бер ваҡытта ла шөғөлләнмәгән, башҡаларҙың хеҙмәтенән сүпләп кенә йыйған факттары мишәр ҡатламының (этносының) социаль йөҙөн аса алмаған. Шуның арҡаһында ул мишәрҙе типтәргә әйләндергән. Мишәрҙәр, хәрби ҡатлам булараҡ, өҫтөнлөклө хоҡуҡтарҙан файҙаланған һәм башҡа ҡатламдарҙы үҙһенмәгән. Башҡорт общинаһынан ҡуртымға ер алған ваҡытта ла ул мишәр булып ҡалған, типтәргә күсмәгән. Ул быуаттар буйына үҙ этносын, мәҙәниәтен, йөҙөн һаҡлап ҡалған. Тик 1930 йылдар аҙағында ғына Башҡортостан мишәрҙәре, дөйөм алғанда, татар этносын тулыландырған.
Типтәрҙәр буйынса Йәнғәлин һауанан алған һан-процент менән эш итә. Имеш, типтәрҙең 65-70 процентын башҡорттар тәшкил иткән. Быны бөгөн һәм киләсәктә лә бер кем дә иҫбатлай алмаясаҡ, сөнки ул тиклем башҡорт типтәр араһында була алмаған. 1859 йылда типтәр сафындағы мари һәм удмуртҡа 25 процент тура килгән. Үрҙәге 70 процентҡа 25-те ҡушайыҡ әле, бөтәһе 95 процент була, ә ҡалғандарға — татарға, сыуашҡа, һирәк-мирәк булған мордваға типтәр араһында бөтөнләй урын юҡ булып сыға.
Өфө пехота полкында башҡорттарҙың да булыуы тәнҡитсенең сираттағы хата ҡарашы — тарихи хеҙмәттәрҙе өйрәнмәү һөҙөмтәһе. Был ғына ла түгел, уның Рәсәй ғәскәренең структураһын, хәрби составы менән таныш булмау ғилләһе. Нимә ул регуляр (Өфө пехота полкы шуға инә) һәм регуляр булмаған ғәскәр (казактар) — Йәнғәлин өсөн үҙе бер йомаҡ. Өфө пехота полкы һәм башҡорт ғәскәре икеһе ике принципта ойошторола, ҡоралландырыла, кейендерелә, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. Шуға күрә элек башҡорттарҙың пехотала булыуы — әкиәт. Башҡорттар Ырымбур һәм Урал (Яйыҡ) казактары араһында йыйылма һәм айырым полкты тәшкил итә алған (Ырғыҙ башҡорттары 1832—1863 йылдарҙа Урал казактары ғәскәре составында булған, ә 1812 йылғы һуғышта бер Ырымбур полкын казак һәм башҡорттар тәшкил иткән).
3-сө башҡорт полкын мәҡәлә авторы 6-сы кантонда, ә тәнҡитсе Минзәлә яғы 11-се кантонда ойошторолған, ти. Дөрөҫлөк Р. Үтәғолов яғында. Полк Г.С. Волконский приказы менән — Ҡыпсаҡ волосының Ишбулды (Әбйәлил районы) һәм Бөрйән волосының Сибай ауылында — Верхнеурал өйәҙендә урынлашҡан 6-сы кантонда йыйылған. Мин яҙған 3-сө полк 1806—1807 йылдарға ҡарай, Тильзит солохонан һуң һыбайлылар ауылдарына ҡайтарыла. Бер үк һанлы был полктар араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ. Йәнғәлинсә, 3-сө полктың командиры билдәһеҙ. Ләкин өс Тихановскийҙың береһе 1812 йылдың авгусынан 3-сө полктың командиры, ул подполковник дәрәжәһендә, Троицк өйәҙендә (4-се кантон) ойошторолған 18-се полктың командиры капитан Т.Е. Тихановский, Бөрө, Бәләбәй, Минзәлә өйәҙҙәренең 10-12-се кантондарында барлыҡҡа килгән 5-се полктыҡы — капитан И.Г. Тихановский.
Хәрби дәрәжә-звание тураһында һүҙ башланғас, түбәндәгеләргә иғтибар итәйек. Ул званиелар билдәле ваҡыт уҙғас ҡына, шулай уҡ һуғыштағы батырлыҡ өсөн дә үҙгәреп, үҫеп барған. Йәнғәлин өсөн казактарҙағы хәрби дәрәжәләр — ят нәмә. Шулай булмаһа, яңы званиелар уйлап сығарылмаҫ ине. Мәҫәлән, 1-се башҡорт полкының икенсе командиры Ихсан Әбүбәкировты баш яҫауыл тип атаған. Башҡорт ғәскәрендә комплекттан тыш званиеларҙы зауряд тигәндәр: зауряд-хорунжа, зауряд-сотник (йөҙбашы), зауряд-яҫауыл. Шул исемдәрҙән һуң ғына казак ғәскәрендәге башҡа комплекттағы урядник (үрәтник), хорунжа, сотник, яҫауыл, войсковойҙы старшина дәрәжәһенә күтәргәндәр. Артабан регуляр ғәскәрҙәге подполковник, полковник, генерал дәрәжәләре бирелгән. Күренеүенсә, бында баш яҫауыл юҡ.
Башҡорт полк командирҙары икәү, башҡорт командиры ла тулы хоҡуҡлы икәнлеге хаҡында беҙ ҙә яҙғылағайныҡ. Тәнҡитсе лә беҙҙең фекерҙә, ә мәҡәлә авторы, ул урыҫ командирының ярҙамсыһы, тигән. Был бит ваҡ мәсьәлә. Шулай ҙа ул Йәнғәлингә оҡшамай. Башҡорт командиры, ысынлап та, беренсе урында түгел. Полк тураһындағы мәғлүмәттә уны хатта күрһәтмәгәндәр ҙә. Мәҫәлән, 5-се полкта: обер-офицер, полковой командир, полковой помощник. Башҡаларында ла шулайыраҡ. Башҡорт командиры приказдар, инструкциялар алыу өсөн штабҡа саҡырылмаған. Бөтә ҙур мәсьәләләр урыҫ командиры тарафынан башҡарылған. Ә тактика буйынса күнегеүҙәр, һыбайлылар менән аралашыу, урыҫ командирының приказын, күрһәтмәһен уларға еткереү — башҡорт командирының бурыстары. Шуға күрә көндәлек хәрби хеҙмәтте ул беренсе командирҙың ярҙамсыһы кеүек башҡарған: күреүебеҙсә, хоҡуҡтары ла сикләнгән. Шулай булғас, башҡорт командирын тәүгеһенең ярҙамсыһы тип әйтеүҙә хилафлыҡ юҡ.
Стәрлетамаҡ өйәҙендәге 7-се кантондың башында Ихсан Әбүбәкировтың 17 йыл буйына хеҙмәт итеүе — Йәнғәлиндең сираттағы яңылышыуы. Кантон осоро беҙгә үтә лә таныш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ихсандың башлыҡ булыуы беҙгә билдәһеҙ.
Урыҫ “Дурной пример заразителен” тигәндәй, Йәнғәлиндең һуңғы ике-өс хатаһын һәм күптән билдәле факттарҙы ҡабатлаған Зөфәр Толомғужиндың “Эҙләнеүҙәрҙе дауам итәйек!” тип мейес башынан һөрән һалыуынан ни фәтүә икән (“Башҡортостан”, 07.02.12)? Үҙе лә был эшкә тотонорға әҙер түгел бит.
Ә хәҙер һүҙ бөтәбеҙгә лә ҡағылған мәсьәлә буйынса. Ошо көндәргә тиклем 1812—1814 йылдарҙағы һуғышҡа башҡорттарҙан 28 полктың ойошторолоуы тураһында яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ. Рамаҙан Үтәғолов һәм Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин дә шул фекерҙә. Ләкин 1956 йылға тиклем уның һанын 20 тигәндәр (Р.М. Раимов. “Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года”. Уфа, 1943. С. 4.). Шул ваҡыттан алып 28 полк тураһында һүҙ алып барабыҙ. Бөгөн был аксиома һымаҡ. Өфөлә сыҡҡан “Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса очерктар”ҙың I томының икенсе өлөшөндә Мәскәү тарихсыһы М.Д. Рабинович 28 полк тураһында яҙа.
Ырымбур тарихсыһы П.Е. Матвиевский үҙенең “1812 йылғы Ватан һуғышында Ырымбур крайы” (Ырымбур, 1962) китабы; Ә.Н. Усмановтың “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы” (Өфө, 1964); Ә.З. Әсфәндиәровтың “Кантон идаралығы осоронда башҡорттарҙың Рәсәй һуғыштары һәм походтарында ҡатнашыуы” // “Башҡортостанда феодализм һәм капитализм тарихынан” (Өфө, 1971); “Любезные вы мои...” йыйынтығы (Өфө, 1992); “Башҡортостанда кантон идаралығы” (1798–1865)” (Өфө, 2005) китаптары ярҙамында Рабиновичтың фекерен үҙ дәлилдәре менән яҡлап сыға. Башҡорттарҙың ике һораунамәһе (прошение) был раҫлауға төп сығанаҡ булып тора. Улар Ырымбур һәм Өфө архивтарында һаҡлана, һәм икеһенең дә йөкмәткеһе игеҙәктәр кеүек. Тәүгеһе 9-сы башҡорт кантонының (Ырымбур өйәҙе) ышаныслы кешеһе Дәүләткилде Дәүләтбәковтың Санкт-Петербургтағы штаб начальнигы, пехота (инфантерея) генералы, ордендар кавалеры кенәз Петр Михайлович Волконскийға яҙғанынан түбәндәге факт билдәләнә: “В прошедшем же 1812 году сверх обыкновенной службы в отношении содержания Оренбургской и Сибирской (пограничных) линий и исправления всех повинностей откомандировано было против нашествия врагов в действующую армию вооруженных и одетых своею собственностию 28 полков, где будучи за оказанную к Отечеству усердность, многия удостоены Всемилостивейшаго награждения офицерскими чинами, орденами, отличиями и медалями.
Приложил тамгу такову 18 февраля 1820 года” (Башҡортостан Үҙәк дәүләт архивы. Фонд 2. Оп. 1. Д. 1151).
Икенсе һораунамәне Верхне-Урал өйәҙендәге 6-сы кантондан Зөлҡәрнәй Буранбай (йорт старшинаһы, сәсән Буранбай Ҡотосовтың улы), Ҡасҡын Дауытов һәм Әйүп Моғаитмасов Ырымбур хәрби губернаторы, пехота генералы П.К. Эссенға 1820 йылда яҙған. Бына уның бер өлөшө: “В достопамятном 1812 году, кроме обыкновенной службы в содержании Оренбургской и Сибирской линий, исправления всех повинностей и пожертвований, 28 полков откомандированы были против нашествия врагов в действующую армию, вооруженных и одетых своею собственностию, где также доказали преданность и усердие Отечеству” (Очерки по истории Башкирской АССР, Т. 1.. Ч. 2. Уфа, 1959, ссылаются на Гос. Архив Оренбургской области. Ф. 167, Оп. 1. Д. 19). Ике факт та рәсми документҡа түгел, ә шәхси ҡағыҙға нигеҙләнгән. Алты полкты ойоштороуҙа батшаның указы ла, губернаторҙың приказы ла юҡ. Ә.Н. Усманов 28 полктың алтыһын бер ниндәй тарихи сығанаҡҡа нигеҙләнмәй резерв полк тип атаған. 20 полктың барлыҡҡа килеүе тураһында батша һәм губернаторҙан рәсми ҡағыҙҙар бар, ә резервтағы алты полк хаҡында бер ниндәй ҙә документ юҡ. Резерв командалары — уйлап сығарылған эш. Башҡорт полктары өсөн резерв документтар ҙа бөтөнләй ҡаралмаған, уларҙы берәү ҙә күрмәгән, тапмаған. Әгәр шундай өҫтәмә көс булһа, хатта ярты һыбайлыһын юғалтҡан осраҡта, 530 кешенән торған полкка ярҙам булыр ине. Ләкин был турала ниндәйҙер сығанаҡ та, уны яҙыусы тарихсы ла юҡ.
Күптән билдәле булыуынса, башҡорттар Рәсәй ғәскәренә 4139 ат бүләк иткән. Уларҙы фронтҡа тиклем оҙатып барыусылар, тарихсы Ә.Н. Усманов раҫлауынса, ике полкты тәшкил иткән һәм ҡаҙна ҡарамағына күсерелгән. Шулай итеп, 1812 — 1814 йылдарҙа башҡорт полктарының һаны 22-гә еткән. Ә.Н. Усмановтың резервтағы алты полкы 1812 — 1814 йылдарҙа бер ниндәй ҙә документта күрһәтелмәгән. Тимәк, буштан бар булмауы күренеп тора.
Дөйөм алғанда, Рамаҙан ағай Үтәғоловтың берҙән-бер хатаһы — ул да булһа “Мәскәүҙе ҡалдырып, француздарҙың Тарутиноға сигенеүе”. Урыҫтар урынына француздарҙы ҡуйып яңылышыуына мәҡәләнең авторы ғына түгел, уны эшкәртеүсе редакция хеҙмәткәре лә яуаплы, тип әйтке килә (әйткәндәй, элегерәк тарих буйынса материалдарҙы тәүҙә белгестәргә уҡыталар ине).
Гәзит мәҡәләһенең аламаһы күңелде ҡыра, өйкәй. Ярты быуатҡа яҡын һуҙылған ғәжәп оҙайлы йоҡонан яңы ғына уянған совет осоро тарихсыһы китапханаға урыҡ-һурыҡ, онотҡанда бер архивҡа инеп сыҡҡылауҙың Рәсәй тарихының асылын төшөнөүгә мөмкинлек бирмәүен аңларға ла теләмәй. Башҡа авторҙарҙың әҙер хеҙмәттәрендәге архив, төрлө сығанаҡтарҙы сағыштырып, үҙенсә нимәлер яҙып ятыу — уныңса, оло эш. Әҙергә элек тә, бөгөн дә һәр ваҡыт бәҙерҙәр. Ҡайҙа һуң үҙеңдең хеҙмәтең, тип һорағы килә тәнҡитсенән.
Заманалар үҙгәрҙе. Демократияны тоя башланыҡ кеүек. Күп фекерлелекте һәрмәп, ҡапшап ҡараусылар ҙа ишәйҙе. Бер нисә йыл инде Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин тәнҡиткә оҡшаш яҙмаларын журналда баҫтырып, оло кинәнес тапты. Шулай булмаһа, ул башҡорт халҡының фольклорында Салауат менән тиң торған Ҡараһаҡал батырҙы һатлыҡ йән, доноссы, бандит дәрәжәһенә төшөрөп, төп журналда кинәнеп яҙып ятмаҫ ине. Ҡайҙа һуң күп фекерлелек? Бында уның еҫе лә юҡ. Тарихи шәхестәрҙе аҡҡа һәм ҡараға бүлеү һаман дауам итә. Мәҫәлән, теге йәки был старшина, Пугачев яғында булмаһа, ул — дошман; ике яҡта йөрөһә — әүмәкәй; тик уның яғындағы ғына — герой. Һөҙөмтәлә тәүге ике төркөмгә ҡара яғылды, тарих биттәренән һыҙып ташланды. Бөйөк шәхестең эшмәкәрлегендә беҙ уның ыңғай яҡтарына ғына иғтибар итәбеҙ, кире яғын күрмәмешкә һалышабыҙ. Мин, мәҫәлән, күренекле шәхестәрҙең бер яҡлы ғына икәненә, бер ниндәй хата ебәрмәүенә ышана алмайым. Ышаныуы ҡыйын, мөмкин дә түгел. Бер кеше лә тура юлдан ғына йөрөмәгән. Ундай кеше юҡ. Шулай булғас, ҡулына ҡорал алмай, ҡан ҡойошҡа бармаған шәхестәрҙе үҙ халҡын, уның киләсәген уйламағандар тип фәлсәфә ҡороу — хата ҡараш. Ихтилал осоронда ваҡытлыса көрәшен туҡтатыусыларҙың, халыҡ мәнфәғәтенән сығып, ҡаршы яҡ менән һөйләшеүҙәр алып барыуы һәм башҡа тактик сараларҙы ҡулланыуы шәхси маҡсаттан эшләнмәгән. Нисек кенә булмаһын, Ҡараһаҡалға әйләнеп ҡайтып әйтәһе һүҙ шул: тарихсылар әлегә уның кемлеген, хатта этник сығышын, биографияһын, Рәсәйҙең төрлө урындарында, шул иҫәптән Башҡортостандағы һуғышсан эшмәкәрлеген тулыһынса өйрәнеп бөтмәгән әле. Эш тамамланғас, дөйөмләштереү көтөлә ине. Ә Йәнғәлин башҡаларға күптән билдәле факттан, халыҡ әйтмешләй, төймәнән дөйә яһап та ҡуйҙы.
Борон замандан халыҡ батырҙарын, бөйөк шәхестәрҙе дошман итеп күрһәтеү уны юҡ итеү өсөн эшләнелгән. Был күренеш Башҡортостанда ла үҙ урынын ала бара. Халҡым тип йәшәгән һәм уның өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған, Рәсәй батыры һәм дипломаты, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Бөрйән улусы старшинаһы Алдар тархан Иҫәкәев 300 йылдан һуң билдәле профессорҙың ҡаты ҡулы менән Иҫәнгилдин булып китте, һәм тарих биттәрендә Алдар Иҫәкәевкә бөгөн бөтөнләй урын булмай сыҡты. Ул берәүме, әллә ике шәхесме — бына нимә аптырата һәм борсой халыҡты. Ғалимдарҙың ғалимы, үтә лә иғтибарлы оло шәхесебеҙ өс йылдан һуң тарихсының “асышын” ҡеүәтләп ала. Ғәжәп, ләкин факт: “Алдар батыр ҡиссаһы”ндағы “Тархану Алдарбаю Исекееву...” тип башланған батша грамотаһын эпиграф итеп алған да 100 битлек текста һүҙ тик Иҫәнгилдин тураһында ғына бара. Шул уҡ хәл авторҙың өс томының беренсеһендә лә ҡабатлана. Хәҙер Баймаҡ, Бөрйән яҡтарындағы стелаларҙа, ауыл, район тарихында, уны уйлап сығарыусының хеҙмәттәрендә — тик Иҫәнгилдин. Айҡалаша торғас ҡына “Башҡортостан энциклопедияһы”на бер үк кеше А. Иҫәкәев, А. Иҫәнгилдин фамилиялары менән индерелде.
Өс быуаттан һуң бөйөк шәхестең фамилияһын алмаштырыу — донъяла булмаған хәл. Беҙҙә исемде указлы мулла биргән, совет осоронан — ЗАГС. Уны үҙгәртеүҙе ҡанунлаштырыу — суд эше. Шулай булғас, тарихсы мулла ла, ЗАГС хеҙмәткәре лә, судья ла түгел. Ә хәҙергә Алдар батырҙың ысын фамилияһын аяҡҡа баҫтырыу һәм тарих биттәренә ҡайтарыу тик суд аша мөмкиндер.
Ҡыҫҡаһы, билдәле нәмәне ҡабатлау, күсереү, башҡаларҙың фактик материалдарын, хатта хеҙмәттәренең йөкмәткеһен, уның ҡалдыҡтарын йыйыу ысын тарихсыға хас сифат түгел. Шулай итеп, һеҙгә нисектер, гәзит уҡыусылар, миңә ҡалһа, Рәсәйҙә һүнә барған рейдерҙар хәрәкәте беҙҙә тарих фәнендә үҫә барған кеүек. Ә күп фекерлелек һис кенә лә теләһә нәмә яҙыу түгел.

Әнүәр ӘСФӘНДИӘРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 131

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 480

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 118

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 926

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 691

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 269

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 590

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536