Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бородино башҡорт яугирҙәрен көтә
Бородино башҡорт яугирҙәрен көтәДонъя төрлөлөгө менән йәмле. Шул иҫәптән кешеләрҙең дә. Кемдер күҙ етмәҫ бейеклектән һикерергә, ә кемдер диңгеҙ төбөнә төшөргә, икенселәр аш-һыу төрләндерергә, дүртенселәр баҡса үҫтерергә ярата. Ә бына күңелендә ватансылыҡ тойғоһо ашып-ташып торған Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһына. Ошо мауығыуы уны тарих ғилеме юлына илткән. “Беренсе башҡорт атлылары полкы (“Төньяҡ амурҙары”)” клубы етәксеһе үҙе кеүек юғары рух менән һуғарылған бер нисә кеше менән ай аҙағында Мәскәү өлкәһенә юлланырға ниәтләй. Маҡсаты ниндәй илһөйәрҙәрҙең?
Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Илдар Ғиндулла улы, Мәскәү өлкәһендә көтөлгән хәл-ваҡиға, уй-ниәттәрегеҙ хаҡында әйтеп үтһәгеҙ ине.
— 30 августан 2 сентябргә тиклем Мәскәү өлкәһенең Можайск районындағы “Бородино яланы” биләмәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “Халыҡ-ара Бородино көндәре” үтәсәк. Унда Наполеонға ҡаршы яу осоронан ҡалған һәм тәбиғи шарттарҙа һаҡланған музей-биләмә бар. Майҙаны – 11 мең гектар. Тупрағы, һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан яландың һәр ҡарышы ҡан менән һуғарылған. Был ерҙә ата-бабаларыбыҙҙың да эҙе бар. Бөгөн бөтә донъяла башҡорт халҡының барлығы тураһында беләләр икән, был ошо яланда иле, ере өсөн башын аямаған ата-бабаларыбыҙға ла бәйле.
Беренсе башҡорт кавалерия полкы исемендәге хәрби-патриотик реконструкция клубы етәксеһе булараҡ, мин халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған был мөһим ваҡиғанан ситтә ҡала алмайым. Беҙ, башҡорттар, унда мотлаҡ ҡатнашырға тейешбеҙ, сөнки ата-бабаларыбыҙ, йәғни Беренсе башҡорт кавалерия полкы, нәҡ ошо Бородино яланында 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан. Шуның өсөн бөгөн милләттәштәрем ғорурланып та, әсенеп тә ошо оло 200 йыллыҡ юбилей тантанаһында ҡатнашыуға тотош көсөн, дәртен, күңелен, сығымдарын сарыф итә. Мәскәү өлкәһенә йыйыныусылар, әлбиттә, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уларҙы иң рухлы, тамырҙарында саф башҡорт ҡаны тирткән илһөйәрҙәр тип әйтеп була. Тик ошондай данлы ла, шанлы ла саранан зыялыларыбыҙ, билдәле эшҡыуарҙарыбыҙҙың ситтә тороп ҡалыуы ҡыҙғаныс та, аяныс та.
— Ил кимәлендәге бындай ҙур сараға буш ҡул менән, йәғни тамашасы ролендә генә бармауығыҙ аңлашыла. Әҙерлек барышында ярҙам һорап берәйһенә мөрәжәғәт иттегеҙме?
— Беҙҙең маҡсат – башҡорт халҡының атлы яугир булыуын күрһәтеү. Май башында уҡ, ярҙам һорап, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа хат яҙғайныҡ. Рәхмәт, дәүләттең яҡлауына өлгәштек. Күп мәсьәләләрҙә, әлбиттә, ауырһыныу кисерҙек. Мәҫәлән, ете ат, нәҡ башҡорт тоҡомло ат, кәрәк ине. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы өс атҡа финанс бүлде. Башҡортостандан ике ат ҡына таптыҡ. Тверь өлкәһендәге эшҡыуарҙан Хөкүмәт ярҙамында тағы ла ике ат алдыҡ.
— Туҡтағыҙ әле, йылҡы төбәге Башҡортостанда йәшәп, атты ниңә ситтән эҙләнегеҙ? Әллә ҡайҙа ятҡан Тверь өлкәһе башҡорт аттарын аҫраймы?!
— Ҡыҙғаныс, әлбиттә, әммә Башҡортостанда атты яратыу йолаһының юҡҡа сыҡҡанлығын аңланыҡ – беҙҙә йылҡысылыҡ ҡына ҡалған.
— Ә ниңә, йылҡы үҙе ат түгелме ни?
— Айырма ер менән күк араһы. Йылҡысылыҡ сифатын һаҡлап ҡалыу ҡөҙрәтебеҙ ҡалған, ә ана шул йылҡынан ат эшләй белмәйбеҙ.
— ?!
— Республика һабантуйҙарында, Салауат Юлаев йыйындарында аттар ҡатнашлығында тамаша күп була. Тик ошондай сараларҙа махсус тәрбиәләнгән аттар түгел, ә халыҡтан йыйылған йылҡы малы ҡатнаша. Айырма шунда: йылҡыны ит, ҡымыҙ өсөн, шулай уҡ эш аты итеп үҫтерәләр. Ә ат һынлы атты ҡолон саҡтан уҡ махсус тәрбиәләү — сәнғәт кимәленә еткән бизнес ул. Образлы итеп әйтһәк, йылҡы ҡаҙанға төшһә, ат майҙанда үлә.
— Юлға ҡасан һәм нисә кеше сығаһығыҙ?
— Алла бирһә, 27 августа иртән “Башҡортостан” киностудияһы биләмәһенән (Гоголь урамы, 16) ҡуҙғаласаҡбыҙ. 24 кеше барырға теләк белдергәйне, шуның яртыһы ғына барасаҡ. Сәбәбе – аҡса һәм кейем етмәй.
— Кейемде берәй театрҙан алып булмай инеме?
— Сараның талабы – тарихи костюмда сығыш яһау. 200 йыл элек булған башҡорт полкы яугирҙәренең костюмдары, ҡоралдары кәрәк. Тектерер өсөн буҫтау, иләнгән тире, кейеҙ табыуы ауыр. Икенсе яҡтан, сифатҡа өлгәшеү өсөн ваҡыт та, алдан иҫәпләнгән сығым да фарыз. Был тәңгәлдә эшҡыуарҙарыбыҙ ярҙамына бик мохтажбыҙ. Шуның өсөн Мәскәүгә юлланасаҡ беҙҙең төркөмдә кейем, ризыҡ, яу ҡоралдары һәм башҡа милли-хәрби элементтарҙы булдырыу өсөн үҙ аҡсаһын түгергә әҙер булғандар ғына бар. Уларҙы бөртөкләп кенә таптыҡ. Учалынан кисәге уҡытыусы, бөгөнгө шахтер Мәжит Ибраһимов һәм уның һөңгө ырғытыусы улы Булат, Баймаҡтан эшҡыуар Айбулат Байғотлин, Өфөнән эшҡыуар Юлай Ғәлиуллин һәм уның уҡ ырғытыусы улы Тимерлан, Ғафуриҙан балта оҫтаһы Данис Фәтхетдинов, уҡытыусы, ҡурайсы Илһам Байбулдин, уҡытыусы-пенсионер, указлы мулла Ғиндулла Шәйәхмәтов, Х класс уҡыусыһы, йәш көрәшсе Нәзир Ғәзизов, Хәйбулланан мәктәп директоры, 20 йыл элек Бородино фестивалендә ҡатнашҡан Риф Баймырҙин, Өфөлә тыуып үҫкән, әле Польшала йәшәгән билдәле рәссам Азат Ҡужин. Республиканың Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев – нәҡ шундай кешеләр. Төркөмдә балаларҙың да булыуының үҙ маҡсаты бар: улар ололарҙың эшен күрергә, өйрәнергә, артабан дауам итергә тейеш.
Икенсе яҡтан, тамашасыларға тормошто, күсәгилешлелекте, динамиканы күрһәтергә кәрәк. Унда мулла нимәгә кәрәк, тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Атайым сәфәргә сығыу өсөн бик күп аҡсаһын түкте. Ул 200 йыл элек башҡорт яугирҙәре башын һалған ерҙә йыназа ҡылмаҡсы.
Беҙгә тағы ла Дондағы Ростов ҡалаһынан яҡташтарыбыҙ – отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов менән уның 23 йәшлек улы Дамир ҙа ҡушыласаҡ – улар беҙҙең өсөн биш ҡылыс алып киләсәк. Ошо тәңгәлдә беҙгә ҡылыс эшләргә ярҙам иткән Красноусол эшҡыуары Ханнан Ишмырҙинға, Миәкәнән йәйәләр яһап биргән Ғәлинур Зариповҡа рәхмәтемде еткерәм.
— Беренсе башҡорт кавалерия полкы хаҡында бер-ике һүҙ...
— Был полк Дон казактары менән бергә һуғышҡан – атаман Матвей Платов етәкселегендәге казактар корпусында булған. Фестивалдә беҙ ошоно сағылдырырға тейешбеҙ ҙә инде.
Бородино яланындағы һуғышта Өфө пехота полкы ла (500 яугир) ҡатнашҡан. Шуға күрә ошо исемде йөрөткән хәрби-патриотик клубтан да тантанаға 18 кеше барасаҡ.
— Сәфәрегеҙҙең уң булыуын, иҫән-аман йөрөп ҡайтыуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ. Хәйерле юл һеҙгә!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 14

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 14

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 11

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 12

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 31

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 39

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 35

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 42

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 36