Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли мәсьәләләрҙе бер вәкил хәл итә алырмы?
Батша заманында мосолман дине вәкилдәренә “Георгий тәреһе” билдәһен тапшырырҙан алда, артына ай төшөргәндәр. Губернатор урындағы халыҡтың телен белһә, уның эш хаҡына 15 процент өҫтәп түләгәндәр. Был Батша Рәсәйенең милләттәргә һәм диндәргә ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы тураһында һөйләй.

Әле илдә милли мәсьәләләр буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы булдырыу тураһында һүҙ йөрөй. Милли республикалар нисек кенә тырышмаһын, ошо эштәр менән шөғөлләнеүсе министрлыҡ йә булмаһа дәүләт комитеты төҙөлмәне. Ә бер вәкил генә илдәге проблемаларҙы хәл итә алырмы? Һис юғында, ундай вәкилдәрҙе һәр төбәктә, исмаһам милли республикаларҙа булдырыу кәрәк түгелме икән? “Известия” гәзитендә хәбәр ителеүенсә, был йәһәттән федераль министрлыҡ булдырыу кәрәкмәй тип табылған. Имеш, ул ведомствола шөғөлләнер эш булмаясаҡ, сөнки вәкәләттәрен башҡа ойошмалар ҙа үтәй. Ошо мәсьәләгә ҡарата фекерҙәр ишетеү өсөн беҙ эксперттарға мөрәжәғәт иттек.

Айһылыу ЮНЫСОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры, тарих фәндәре докторы:
— Был милләттәр һәм диндәр мәсьәләһе менән шөғөлләнәсәк тулы вәкәләтле дәүләт структураһы булдырыуға тәүге аҙым тип иҫәпләйем. Әлбиттә, вәкилдең булыуы яҡшы, әммә уның менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Милли мәсьәләләр буйынса вәкил Президент ҡарамағында эшләйәсәк, уны ниндәйҙер кимәлдә кәңәшсе тип тә атарға булалыр. Шулай ҙа был беҙҙең ҙур һәм күп милләтле илебеҙ өсөн бик аҙ. Артабан да системаны камиллаштырырға, илдең һәр төбәгендә ошондай вәкил булдырырға кәрәк. Рәсәйҙең һәр субъекты башлығы милли мәсьәләгә ҡағылышлы шәхси яуаплылыҡ тоя, шунлыҡтан улар ҡарамағында ла вәкил булырға тейештер. Шул саҡта ғына был системалы эшкә әйләнәсәк һәм көсөргәнеш тә бөтәсәк.

Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры, социология фәндәре кандидаты:
— Бындай вазифа булдырыу — электән көтөлгән һәм өлгөрөп еткән ҡарар. Әлбиттә, беҙ министрлыҡ булыр тип өмөтләнгәйнек. Президент ҡарамағында вәкил булыу ҙа — алға табан бер аҙым. Башланғыс яҡшы, тик әлегә уның нисек эшләйәсәге, даирәһе, механизмдары аҙағына тиклем хәл итеп бөтөлмәгән. Был вазифаға кешеһе һайлап ҡуйылғас, улары ла билдәле булыр, моғайын. Күптән түгел Рәсәй Президенты ҡарамағында милли мәсьәләләр буйынса Совет та булдырылғайны, әммә уның ни бары йәмәғәт ойошмаһы булыуы һәм составына башҡорттарҙың вәкиле инмәүе күңелде ҡыра. Унда милли-мәҙәни автономиялары булған милләттәр генә инә ала ти, тик был дөрөҫ түгел. Минеңсә, быуаттар буйына Рәсәй биләмәһендә йәшәгән башҡорттар ҙа Советта ҡатнашырға тейеш. Ғөмүмән, хәл итәһе мәсьәләләр күп. Вәкилгә ҙур ышаныс бағлайыҡ.

Румил АҘНАБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары:
— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының фекере бер: милли мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн федераль кимәлдәге министрлыҡ кәрәк. Вәкилдең булыу-булмауы, кәрәклеге-кәрәкмәүе тураһында уйлаған да юҡ, сөнки был бер вәкил хәл итә торған ғәмәл түгел. Һүҙ һөйләп йөрөргә кеше күп, әммә эште министрлыҡ алып барырға тейеш!

Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә