Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡайынҡай”ҙан көс-дәрт алып
“Ҡайынҡай”ҙан көс-дәрт алыпАлыҫтан яңғыраған балаларҙың шат тауышы, ихлас көлөүҙәре, дәртле йыр-көйҙәре лагерь биләмәһенә яҡынайғанда уҡ күңелдәрҙә “ай-һай, бында күңеллелер!” тигән уй тыуҙырҙы. Хәйбулла районының иң матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Ҡайынҡай” балалар һауыҡтырыу лагеры менән танышып сыҡҡас, уйыбыҙҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүенә инандыҡ.

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ҡарамағындағы был лагерҙа ял итергә теләүселәрҙең һаны йыл һайын артҡандан-арта. Элегерәк ял итеүселәрҙең күбеһе Бүребай ҡасабаһынан ғына булһа, хәҙер бында райондың төрлө ауылынан балалар эркелә. Араларында бер нисә мәртәбә килеүселәр ҙә бар. Был һис тә юҡҡа түгел, сөнки бында көнкүреш шарттары яҡшы, балаларҙың ялын файҙалы, күңелле үткәреүгә комбинат етәкселеге барлыҡ тырышлығын һала.
Лагерға Бүребай мәктәбе уҡытыусыһы Людмила Ратушная етәкселек итә. Әле өсөнсө сменала 136 бала ял итә. Людмила Ивановна әйтеүенсә, лагерҙың тормош-көнкүреш хәле йылдан-йыл яҡшыра. Быйыл янғын хәүефһеҙлеге буйынса ентекле саралар күрелгән, йыһаз яңыртылған. Эргәлә генә Һаҡмарҙа һыу инеү мөмкинлеге булһа ла, лагерҙа бассейн бар. Унда йөҙөргә теләүселәр етерлек. Көн һайын мунса яғыла, ял итеүселәр, аҙнаһына ике тапҡыр ҡайын миндеге менән сабынып йыуына ала.
Комбинат етәкселеге балаларҙың дөрөҫ туҡланыуына ҙур иғтибар бүлә. Шуға күрә лагерь өсөн махсус һыйырҙар көтөлә, көндәлек һөт йылы ғына көйөнсә балаларға бирелә. Ит мәсьәләһе лә урында хәл ителә, сифатлы һәм хәләл ризыҡтар һәр саҡ өҫтәлдә. Ашнаҡсылар үҙҙәре икмәк, төрлө күмәс-бәлеш бешерә. Көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған, өҫтәлдән һөт, ит ризыҡтары өҙөлмәй, йәшелсә-емеш һәр саҡ етерлек.
Өлкән вожатый Люциә Баймөхәмәтова әйтеүенсә, малай һәм ҡыҙҙарҙың ялын йөкмәткеле итеп үткәреү өсөн барыһы ла эшләнә. Һүрәт төшөрөү, бейеү, бисер менән сигеү түңәрәктәре эшләй. Бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына экскурсияға йөрөү лагерҙа матур йолаға әйләнгән. Мәҫәлән, эргәләге бейек ҡаяға менеп, уның башында үҫкән имән ағасына төрлө теләк теләп, нимәлер бәйләп китеү йолаһы оҙаҡ йылдар дауам итә. Шулай уҡ ҡасандыр ауыл булып, бөгөн нигеҙ таштары ғына ҡалған урында мәсет урыны һаҡланған. Уҡыусылар изге урынға барып ҡайтыуҙы ла оҡшата. “Нептун көнө”, “Тиҫкәре көн”, “Үҙидара көнө”, “Әкиәтле көн”, тыуған көндәрҙе үткәреүҙе балалар көтөп ала. Ә инде “Гиннесстар рекорды”на эләгеү еңелдән түгел. Һәр сменаның үҙ рекорды айырым китапта яҙыла. “Иң оҙон аяҡ үлсәме”, “Иң оҙон сәс”, “Иң бәләкәй” кеүек төрлө рекордтар билдәләнә.
Бүребайҙан Нәйлә Аҡбулатова “Ҡайынҡай”ҙа бишенсе тапҡыр ял итә. “Бында ныҡ оҡшай, шуға йыл һайын киләм”, — ти ҡыҙыҡай. Уның һүҙҙәрен әхирәттәре Азалия Ҡансурина менән Таңһылыу Туҡбаева ла хупланы. “Яңы дуҫтар таптыҡ”, — тип йылмая улар. Ә инде Аҡъярҙан бейеүсе ҡыҙ Дилә Рәсембәтова ял итергә үҙенең үҙенсәлекле костюмын да алып килгән. Һәр сарала ихлас ҡатнашып, үҙенең дәртле бейеүҙәрен тиҫтерҙәренә бүләк итә. Өлгөр кеше һәр ерҙә лә өлгөрә инде!
Лагерь тормошо бер минутҡа ла тынмай: бер отряд кис буласаҡ конкурсҡа әҙерләнһә, икенселәре мунсанан ҡайтып килә. Өсөнсө отряд, вожатыйҙары янына йыйылып, китап уҡый, кемдер туп уйнай, берәүҙәре сәхнәлә бейеүҙәрен ҡабатлай. Бар ерҙә тулы йәнлелек: балаларҙың шат тауышы яңғырай, берәү ҙә бында килгәненә үкенмәй.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә