Һаумы, ауылым! Һағынам һине шул тиклем! Һирәк кенә ҡайтһам да, уйҙарымда йыш барып әйләнәм. Хәҙер бит һиндә яҡын туғандар ҙа юҡ тип әйтерлек, тыуған йортомдоң нигеҙе лә буш.
Ишеткәнең бармы һағышлы тауышымды? Иң элек күккә күтәреләм дә тирә-яҡ урман-тауҙарыңды сәләмләйем. Һаумы, Һаралым! Һинең шишмәләй саф һыуыңда ҡойоноп үҫкәнгәме, Һаралы ҡыҙҙары шундай зифа буйлы, оҙон сәсле була торғайны. Әсәйемдең — ошо ауыл ҡыҙы Мәфтуха Кинйәбулат ҡыҙының — күрше Баҡый ауылында йәшәгән йән әхирәте Хәлимә апай беҙгә ҡунаҡҡа килһә, иң элек Һаралынан һыу ташып сәсен йыуыр ине: “Их, ошо Һаралы һыуының йомшаҡлығы!” Толомдарын тағатып ебәреп, Һыуһылыуға әйләнгән Хәлимә апай һыуҙың тәм-ҡәҙерен яҡшы белә ине.
Һаралым! Әгәр ҙә һин үҙең хаҡыңда һөйләй алһаң, беҙҙең ауылдың килене Сара Вәлидова-Вәлиева — Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған һеңлеһе хаҡында бәйән итер инең. Уның ҡыҙы Нурия апай Ҡолмөхәмәтова әсәһе хаҡында иҫтәлектәренең бер өлөшөн “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырғайны. Һинең гүзәллегең, төҙөклөгөң, рухи яҡтан бай халҡың, ул саҡтағы иркен тормош һүрәтләнә ул мәҡәләлә.
Сәстәрен икенән үреп төшөргән өс әхирәт — бер туған Миңниса апайым, ике туған Зифа апай, Нәсимә апай, аҡ сыбар күлдәктәрен кейеп, нәҙек билдәрен сәскәле ҡара ҡайыш менән өҙә быуып, ҡултыҡлашып ауыл урамдары, туғай буйлап бәхеттәрен көтөп йөрөйҙәр кеүек.
Һаралы буйында үҫкән шау сәскәле иң бейек муйылға менеп, “Сәрмән буйҙары”н йырлайым да Ҡоҙғонташҡа “ҡунам”, май байрамдарында ҡаяға баҫып, ауылды күҙәткәнебеҙҙе кисерәм. Аҡшишмәнең татлы һыуын услап-услап йотам да Алатау итәгендә иң бейек ҡайын ботағына тағылған әүһәләйгә ултырып бәүеләм. Йүкәнән ишелгән бауҙың ике осонан тотоп атындырған малайҙар, һөйгәнеңдең исемен әйт, тип бар көсөнә һөҙә башлаһа, жыулаған йөрәгемдең леп-леп һуғыуы арҡаһында ергә һикерәм. Ошолай ҡыйыу ырғырға өйрәнеүем аҙаҡтан Белорет—Туҡан араһында сабып барған поездарҙан ырғып төшөп ҡалырға ярҙам итте. Ә инде Үзбәкстанда йәшәгәнемдә, автобуста яңғыҙ ҡалғас, шофер кинәт ҡышлаҡ юлына боролғанда, ҡапыл бала саҡ саялығым уяна ла ишеген шартлата тибеп асып, тиҙлеген кәметмәгән машинанан һикереп, урланыуҙан ҡотолдом... Шундай таһыллыҡ бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, Һаралым!
Инде күңелем ҡолас ташлап бесән сабып өйрәнгән Сана уйына ҡунаҡлай. Хуш еҫле сәскә-үләндәрен еҫкәйем, ағас-ҡоштарым менән иҫәнләшеп, әсәйемдең сөгөн сәйнүктә ҡайнатҡан тәмле сәйен ауыҙ иткәс, кәбән башынан шыуып төшәм дә үҙебеҙ бесән әҙерләгән башҡа тарафтарға ынтылам.
Ана, элекке башҡорт йәйләүе урыны Зәйнештә кесерткән ҡурпыһында аттар утлай, киске тамаҡтан һуң ололар талған беләктәрен яҙып гәп һата. Арабыҙҙағы иң оло кеше, аҡыл эйәһе Кинйәбулат олатайымдың ярман һуғышындағы әсирлектәре, аҙаҡ сәйәси золом ҡорбаны булып Беломор каналын төҙөүе хаҡында һөйләүен йотлоғоп тыңлайҙар. Хәтереңдәме, ауылым, бер йылды берҙән-бер сабынлығыбыҙҙы колхоз көтөүенән тапатҡас, элекке Норош ауылы яғында Шишәнәк буйында бесән эшләгән булдыҡ. Ҡыш сығырға етмәне-етеүен, шуға ла ауылдан күсеп киттек, әммә ошо йәйҙә кеше ғүмерендә һирәк осрай торған илаһи күренеш бүләк иткәйне мөхитебеҙ. Иртәләрен беҙҙең ҡыуыш ҡоролған ярға ҡаршы яҡта торналар сыңрар ине. Бер таңда һеңлемде ипләп кенә уяттым да, һыуҙы сәпелдәтмәҫкә тырышып, шым ғына баҫып, матур аҡланға килеп сыҡһа-а-аҡ, унда саңғылдашып торналар бейей ине. Тик улар тиҙ генә һиҙеп алды ла осоп та китте. Торналар бейеүе бәғзеләрҙе балет яҙырға илһамландырған, торналар сыңрауын көйгә һалғандар... Ауылыбыҙҙың өҫ яғындағы еләкле болондарҙы, муйыллыҡтарҙы онотоуы мөмкинме һуң?! Һаралы тамағындағы Ҡалыу тауын, Баҡыйға йөрөп уҡый башлағас, күпме артылдыҡ икән? Яҙға табан кисеүҙәрҙә боҙ уйылып төшә башлағас, билдән ҡар ярып та үрмәләй инек Ҡалыу башына. Ай-һай, сыныҡтырҙың һин беҙҙе, Һаралы!
Рәсми исемең һиңә нигеҙ һалған олатай Хәйбулла әүлиәгә бәйле тип әйткәйне әсәйем. Бәләкәй сағында уға ҡарт өләсәһе, боронғо зыяратты күрһәтеп, бында Хәйбулла әүлиә ерләнгән, тип һөйләгән. Әсәйем ул саҡта бик бәләкәй булған, ул урынды онотҡайны.
Бешәлек тигән өсөнсө исемең ҡарағайҙың бер төрө — бешә ағасына бәйле булыр. Ҡасандыр һинең урамдарыңда ла рәт-рәт үҫеп ултырған улар. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, яуҙа йығылған яугирҙәй, улар ҙа гөрһөлдәп ауған, сатнама ҡыштарҙа утын етмәгәндә ҡырҡҡандар уларҙы... Ауылыбыҙҙың имләп дауалаусыһы Ишдәүләт бабайҙарҙың урамында ғына ҡалғайны бешә ағасы. Кейәүгә бирергә йыйынғандарында Хәлимә исемле апай шуның башына менеп йәшеренгәйне. Аҡ яулығы ергә осоп төшмәһә, еңгәләре таңғаса тапмаҫ ине. Һуңғараҡ ҡороно ул да.
Кемдең ҡайһы тирәлә йәшәгәнен күҙ алдына баҫтырһаң, шундай асыш яһайһың — туған-ырыуҙар бер тирәлә ойошоп йәшәгән. Шулай, Бирғәлин, Рәхимов, Вәлиев, Шәйәхмәтовтарҙың йорт-ҡураһы бер тирәлә урынлашҡайны.
Атайымдың әсәһе Баҙыян өләсәй вафат булғас, Мөхтәр олатайым икенсегә өйләнмәгән, балаларын үҙе ҡарап үҫтергән: Фатима инәй, атайым, Файза, Ғәфифә апайҙар, Хаммат ағай, иң бәләкәйе Мәхмүзә апайым. Йәйҙәрен ер еләге йыйып ҡайтҡас, баҙыян һауытҡа өймәләмә һалып олатайымдарға бара инем. Ул иҫке өйҙәрендә көн итә, гел моңло итеп доғалар уҡып ултырыр ине. Ә Файза һәм Мәхмүзә апайымдар, ни ғиллә менәндер, бәләкәй генә өй һалып сыҡҡайны. Көтөү-көтөү йылҡы тотҡан артелдә заманында һалабаш төшөрөп ҡап, септә һуҡҡан саҡтарында аҙмы-күпме аҡса туплай алғандарҙыр, күрәһең. 1960 йылдар башында рам бысҡыс асып бер аҙ эшләп тә алғайнылар. Әммә, “киләсәкһеҙ ауыл” тигән мөһөр һуғылып эш ябылғас, Һаралы шиңеп ҡалды. Тик барыбер ауылыбыҙ бөтмәне, башланғыс мәктәбебеҙ, магазин ҡалғайны ул саҡта.
Ә мәктәп тигәнебеҙ элекке мәсет бинаһында урынлашҡайны. Әсәйем уның манараһын йәлләп һөйләр булды. Бейек булған. Осороп төшөргәс, башында торған айын эҙләп ҡарағандар, әммә ул юҡ булған. Шундай хаяһыҙлыҡтан ғәрләнеп күккә — Ҡоҙғонташҡа ашманымы икән? Ә манара таҡталарын утын итеп яғырға баҙнат иткән ағайҙың ғаиләһе бәхетһеҙлеккә дусар булған. Улына Ғәлим, ҡыҙҙарына Хәйерниса, Бибиниса тип исем ҡушҡан ағай аллаһыҙ булмағандыр ҙа бит, тик ниңә генә ундай аҙымға барғандыр...
Әлеге артель контораһының “ҡыҙыл мөйөшө”ндә шахмат уйнап өйрәндек. Һалабашты һыуҙан алып киптерергә элһәләр, шуның ҡыуышлығын өй итеп, йәшенмәк уйнаныҡ, Гөлбәзирә инәйҙәрҙең бәрәңге баҡсаһында үҫкән эре борсаҡ ҡуҙаҡтарын сәлдереп, һалабаш араһында таҙартып ашаныҡ. Их, бала саҡ!
Тырышыраҡ кешеләр киндер орлоғо һуға, уның майын һығып алыр ине. Уларҙың тәмлелеге! Ниндәй мәкерлеләр, наркотик уйлап табып, башҡорт халҡына милли үҫемлек итеп бирелгән Хоҙай байлығына шулай ҡара яҡты икән? Киндер орлоғон Файза апайымдар ҙа һуғып алыр ине. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрендә байрамсылағанда эләгә ине беҙгә ундай тәмле ризыҡ. Апайымдарҙың береһе тәүҙә урындыҡ өҫтөнә түшәлгән һуғылған балаҫты, шунан ап-аҡ итеп ҡырып йыуылған таҡтаһын ипләп кенә аса ла урындыҡ аҫтына ҡунаҡлаған ағас күнәктән киндер орлоғо алып, бәләкәй устарыбыҙға һалып сыға. Их, күп һыймай шул усҡа, тип бөртөгөн дә төшөрмәҫкә тырышып ауыҙға оҙатабыҙ. Сихри, мөғжизәле көсө барҙыр ул киндер орлоғоноң. Данлыҡлы аҡыл эйәһе Будда оҙайлы ураҙа тотҡан сағында көнөнә бер бөртөк кенә киндер орлоғо ашап ултырған, тиҙәр. Киндер туҡыманың зарарлы микробтарҙы юҡ итә алыуы ла асыҡланған. Их, ауылым, кешелек тыуған еренән айырылыу менән бергә милли ризыҡтарынан да айырыла бара шул.
Барлыҡ ауылдаштарым да күҙ алдымда кеүек. Кешеләр матур күңелле, илгәҙәк булып хәтеремдә ҡалған. Шуларҙан бигерәк тә инәйҙәр онотолмай. Ут күршебеҙ Йәмиғә инәй Шәйәхмәтова бер ҡайтҡанымда, беҙ башҡа күрешә алмаҫбыҙ, балаҡайым, тип бәхилләшеп ҡалғайны. Әсәйем тегеп кейҙергән матур күлдәктәремде күрһәтергә иң элек уға, йәнә кендек әбейем Сабира инәйгә йүгерер инем... Ике Мөслимә инәйҙәрҙең — Оло һәм Бәләкәй — уңғанлығы, тырышлығы һоҡланғыс булды. Данлыҡлы мулла Зәйнулла олатай Баҡыев ҡулға алынғас, уның тормош иптәше Оло Мөслимә инәй балаларын бер үҙе аяҡҡа баҫтырыу ғына түгел, һәр береһен махсус белемле итә. Иң олоһо Әхмәҙулла бабай (ул да сәйәси золом ҡорбаны, Кинйәбулат олатайым менән бергә хөкөм ителә) уҡымышлы, ипле кеше булды. Уның оло улы Әнүәр, медицина училищеһын тамамлап, ғүмере буйы Баҡый, Һаралы халҡын дауалай.
Икенсе улын, Фәйзулла ағайҙы, ул саҡта юғары белемгә тиң уҡытыусылар институтында уҡытып сығара. Фәйзулла ағай оҙаҡ йылдар Баҡый мәктәбенең директоры булып эшләне. Рәүеф һәм Рәшит ағайҙар ҙа махсус белемле ине.
Бәләкәй Мөслимә инәй — иптәше Нәғим бабай Вәлиев — сибек кенә, бөтмөр булды. Ул атлап түгел, йүгереп кенә йөрөр ине. Ә маҡамы? Әсәйемдең һөйләгәне иҫемдә. Кинйәбулат олатайым үлем түшәгендә ятҡанын аңлағас, әсәйемдән Бәләкәй Мөслимә инәйҙе саҡыртып алып, ясин сығыуын һораған, 5 һум хәйер бирҙерткән (ул саҡта ҙур аҡса иҫәпләнгән), инәй ҡайтып киткәс, маҡтау һүҙе әйткән:
— Маҡамы ҙур, ясинды бер хатаһыҙ уҡып сыҡты.
Китаптан түгел, яттан уҡығандар. Ҡаты сирҙән йығылған Кинйәбулат олатайҙың да зиһенен һуңғы тынынаса һаҡлап, үҙенә сыҡҡан ясиндың дөрөҫ уҡылыуын абайлауы һуң?! Һүрәтләр һүҙҙәр тапмаҫһың.
Эй, ауылым! Ниндәй атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ булған! (Олатайым йылан арбай белә ине, бисура ҡыуаларға йөрөй торғайны). Ә беҙ, вариҫтары, улар эйә булған рухи белемдәрҙең бер остоғон белһәк икән! Шулай ҙа улай уҡ наҙан ҡалманыҡ. Сығышы менән үҙебеҙҙең райондың Асы ауылынан Зәйнетдин ағай Хажиәхмәтов уҡытты беҙҙе шәм яҡтыһында көн иткән төпкөл ауылыбыҙға килеп. Беҙ уға изге кешегә ҡарағандай ҡараныҡ. Яҡшы уҡытҡандыр, байтаҡ уҡыусылары уның һөнәрен дауам итеп, уҡытыусы булып китте. Мәрйәм Ҡаһарманова, Мәҙинә менән Дәриғәт Рәхимовтар. Дәриғәт Муллағәле улы — хәҙер Ғафури районы үҙәге Красноусолда башҡорт гимназияһы директоры.
Тағы ла бер үҙенсәлекле кеше Өммөниса инәй хаҡында ла әйтеп үтәм. Ул һуҡырайғайны, бер үҙе йәшәне. Ауыл кешеләре ашарына килтереп торҙо. Ҡасандыр инәй матур донъя көтөп йәшәгән оло йорто үҙе кеүек туҙғайны шул. Ҡәйнеше Сәхәүетдин бабай һалып биргән мунса ҙурлыҡ бәләкәй генә өйҙә көн итте. Тимер мейесе төтәп, өйө ыҫланып бөткәйне. Беҙ, бәләкәй генә ҡыҙҙар, йыйылышып киләбеҙ ҙә, һыйынышып ҡына ултырып, уның әкиәттәрен тыңлайбыҙ. Күңел байлығынан яҙлыҡмаған һуҡыр инәйҙең талғын ғына тауышы аҫтында йә Урал батырҙы күргәндәй, йә Аҡбуҙатта елгәндәй булабыҙ. Хәҙер шуны аңлайым: ул “Аҡбуҙат”ты ятҡа белгән! Ауыҙ-тел ижадының яҙып алынмаған әллә күпме өлгө-ҡомартҡыһын үҙе менән алып киткәндер инде. Фатиха өләсәйем дә гел бәйеттәр әйтеп ултырҙы. Кинйә олатайым иһә бер ҡасан да асыуланманы, йор һүҙле булды, халыҡ йырҙарын моңло йырлар ине. Ә бына Норош ауылы бөтөрөлгәс, Баҡыйға күскән Ғатаулла Ҡаһарманов оҫта ҡурайсы, скрипкасы булды. Ә бит скрипкала үҙаллы уйнарға өйрәнеп булмай, тигән булалар. Бындай фараз дөрөҫ түгел, тимәк. Ул үҙе эшләгән скрипкала уйнап таң ҡалдырған! Уның улы Әмир Ҡаһарманов та — оҫта ҡурайсы, Учалы районының Комсомол ауылында мәктәп директоры.
1960 йылдарҙа һүнмәй ҡалған ауылым, хәҙер шиңәһең. Заман шауҡымы ғәйеплеме бында? Үҙебеҙме? Кеше ни эшләптер ҡала тормошона ымһына, фатир, машина алырға тырыша, маҡсатына өлгәшкәс, машинаға тейәлеп ауылға ҡайтып, ҡунаҡ булырға ярата, сумка-сумка ризыҡ ташый. Ә ата-әсәләре донъя ҡуйғас, нигеҙҙе дауам итеүсе табылырмы? Ә бит рухи байлыҡты, генофондты элек-электән ауыл һаҡлаған, туған тел байлығын да ауыл туплаған. Бөйөк шәхестәрҙе лә донъяға ауыл үҫтереп бирә килә.
Гимназия, лицей тигән яңғырауыҡлы исем алған эреләтелгән ҡала мәктәбе директорҙарының айлыҡ эш хаҡы юғары булғанда боронғо башҡорт ауылдарында мәктәптәр ябыла. Кешеләр балаларын уҡытыу өсөн тыуған төйәген ташлап, башҡа яҡҡа күсеп китергә мәжбүр. Ә бит Американың төп халҡы — индеецтар, беҙҙән айырмалы, тыуған еренә йәбешеп ята, үҙ асылын да, боронғо белемен дә һаҡлап ҡала алған.
Һаралым! Һиңә төбәлгән сәләм хатымды йөрәгемдә тыуған йыр менән тамамлайым.
Һаралыма Ҡоштар оя осорғанда,
Кәкүк үҙ ҡанын тапҡан.
Һаралының балалары
Тыуған яғына ҡайтҡан.
Һаралының һыуҙары
Көмөш кеүек саф ҡына.
Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙары
Зифа буйлы, аҡ ҡына.
Матур йылға буйҙарында
Оя ҡорған йондоҙҙар,
Ауылымдың егеттәре
Ҡарағайҙай һомғолдар.
Былбыл-ҡоштар һайрағанда,
Яңғырап тора туғай.
Беҙҙең ҡыҙҙар йырлағанда,
Бар донъя тынып тыңлай.
Ҡыйылып осҡан ҡарлуғас
Күҙҙәремде ҡыҙҙырҙы,
Һаралының егеттәре
Ғашиҡ итә ҡыҙҙарҙы.
Ҡоҙғонташтай текә тауҙар
Тик беҙҙең яҡта ғына,
Бешәлек тигән ағастар
Теҙелгән һаҡтағылай.
Аҡ балсыҡлы, аҡ шишмәле
Тыуған яҡтың тауҙары.
Һаралыла балыҡ тотһаң,
Тулып сыға ауҙары.
Торналар ҙа бейей-бейей
Ҡаршылай, ти, иртәне.
Ауыл теләй: “Балаларым
Сит яҡтарға китмәһен!”
Миңйыһан ХӘЛИТОВА.
Белорет районы.