Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙе имлә, Ирәмәл!
Күңелдәрҙе имлә, Ирәмәл!Ата-бабаларыбыҙ элек-электән тауҙарға табынған: мөһим йыйындарҙы тауҙа уҙғарған, шунда кәңәшләшкән, хөкөм дә сығарған, шулай уҡ дошмандан ышыҡланыр ҡалҡан да, һуңғы бишек тә булған сал тауҙарыбыҙ...

Мөғжизәле Ирәмәлгә барып ҡайтыуыма алты ай ваҡыт үтһә лә, әле лә шунда алған тәьҫораттар менән йәшәйем, һаман да Ирәмәлкәй йондоҙҙарының яҡтылығын тоям, уй-фекерҙәремде туплай алмай тынғыһыҙланам.
Беҙ Учалы районына еңел машиналарҙа килеп еттек. Унда ҡунаҡсыл, алсаҡ йөҙлө, танылған көрәшсе Йәҙгәр ағай менән киң күңелле, шиғри йөрәкле Әҡлимә апайҙарҙың йортонда туҡтап, ял итеп алғандан һуң, йөк машинаһында юлыбыҙҙы дауам иттек. Гармунсы Сәлиә Ғатауллина уйнаған көйгә ҡушылып, күңелле йырҙар башҡарабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙе оҙатыусы Ирәмәл патриоты — Марс Сәхийәр улы һәр уба, һәр йылғаның атамаһы менән таныштырҙы.
Беҙҙең менән бергә билдәле шағирҙар Гүзәл Ғәлиева, Азамат Юлдашбаев, Эдгар Вилданов, тарихсы Спартак Ильясов та барҙы. “Аяҡлы энциклопедист” Спартак ағайҙың тарих һөйләүен йотлоғоп тыңлап барабыҙ. Табанынан ут сәсрәткән гидыбыҙ Әҡлимә Сафина беҙҙе таныш һуҡмаҡтар буйлап йөрөттө.
Йөк машинаһынан төшкәс, Байһаҡал ауылы эргәһендәге Ағиҙел башында туҡталдыҡ. Илаһи тынлыҡ! Йырсы ҡоштар моңонан Иҙелдең тәүге аккорд алған сылтырау тауышынан, еләҫ ел һөйөүенән, гөл-сәскәләрҙең илерткес еҫенән, ҡара урман тынынан үҙебеҙҙе тәбиғәт балаһылай хис иттек. Ҡәләмдәш дуҫтар менән усаҡ тирәләй шиғриәт, мәҙәниәт хаҡында әңгәмәләштек, яңы йырҙар өйрәндек, Ирәмәл һулышын тыңланыҡ.
Таң һыҙылыу менән Ирәмәлебеҙгә ашыҡтыҡ. Үҙе бынан күренмәһә лә, изге тау ҡайҙалыр яҡында ғына кеүек, һәр аҙымыбыҙҙы, һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәткәндәй. Һуҡмаҡҡа эйелеп ултырған үлән-ҡыяҡтарға, ағас-ботаҡтарға ла ҡапыл ҡағылмайбыҙ, серле тынлыҡты боҙмайбыҙ. Ҡоролоҡ булғас, шишмәләр ҙә юғалған. Ҡара Айғыр ҡаяһы эргәһендә фотоға төштөк, тирә-яҡты байҡап, илаһи матурлыҡтан өнһөҙ ҡалдыҡ.
Әлдә Башҡортостанда тыуғанбыҙ, әлдә бында килгәнбеҙ, тип һөйөндөк. Ирәмәл үҙенең хужа икәнен һиҙҙертеп, бер аҙ болоттар марафоны уҙғарып алды, күк күкрәне.
Түреңдән урын бир, Ирәмәл! Күңелдәребеҙҙе имлә, бир әмәл! Түбәңә бер күтәреләйек әле, ғүмер йомғаҡтарыбыҙҙы һүтеп ҡарайыҡ, Ер кендегенең ҡөҙрәтен тояйыҡ, яңы көс-дәрт алайыҡ. Теләгебеҙ тормошҡа ашты. Күп тә торманы, көләс Ҡояшҡай күренде, тәбиғәт икенсе һулышына күсте. Алдыбыҙҙа — Ташйылға. Түшәлеп ятҡан аҡ таштарға хайран ҡалырлыҡ! Әйтерһең, кемдер тигеҙ генә итеп таштарҙы түшәп сыҡҡан. Ҡайҙа Ташйылғаның башы, ҡайҙа аҙағы?! Әллә ошо юл буйлап бер изге йән Ирәмәлгә күтәрелгәнме, әллә шул юлдан таш түшәп төшкәнме? Әллә был Урал батыр ҡылысы һелтәүенән барлыҡҡа килгән йылғалар эҙеме? Тәүҙә Ирәмәлдән рөхсәт һораныҡ: ул беҙҙе үҙенә яҡын ебәрерме икән. Ата-инәләребеҙ хатта миндек һындырып алғанда ла иң тәүҙә ағастың ризалығын алған.
Ирәмәлде тертләтеп ҡуймайыҡ, уның фатихаһынан яҙмайыҡ! Ишетте ул беҙҙең теләкте: күңел күҙе менән эске донъябыҙҙы байҡай, нәҫел-нәсәбебеҙҙе тикшерә, иләгенән үткәрә. Бына йылы һулышы ла бәрелгәндәй. Юлыбыҙға кәртә ҡуйманы, тимәк, ризалыҡ бирҙе!
Юлдаштарым менән еңел тын алып, юлыбыҙҙы тағы дауам итәбеҙ. Йәшел келәм өҫтөнән барабыҙ. Аңғармаҫтан йәйелеп ултырған артыштар ышығындағы соҡорҙарға ла төшкөләп китәбеҙ, ауыр ҡанатлы ҡош батшаларын да емеш-еләк ашауынан, ял итеүенән бүлдереп осороп ебәрәбеҙ. Ара-тирә уларҙың ризаһыҙлыҡ орандарын да ишеткеләйбеҙ. “Беҙ изге ниәттә киләбеҙ, һис кемебеҙҙә юҡ яманлыҡ”, — тинек. Күк көртмәленән, еләктәрҙән ауыҙ итеп алабыҙ. Ҡаршыбыҙға тауҙан төшөп килгән туристар осрай. Улар менән сәләмләшеп, юл хәлдәрен һорашабыҙ. Улар, үҙ сиратында, беҙгә тауға имен күтәрелеүебеҙҙе теләп ҡала. Йөҙҙәрендә — ҡәнәғәтлек, ихласлыҡ. Ниһайәт, Ирәмәл!
Һаумы, Ирәмәлебеҙ! Бына ҡайҙа икәнһең! Бейек-бейекһең! Бөйөкһөң! Мәғрурһың! Ап-аҡһың, әллә ҡайҙан сафлыҡ бөркәһең! Шүлгәнташ мәмерйәһенең дә үҙ тыны бит, Ирәмәлдең дә үҙ һулышы. Үҙенсәлекле тынлыҡ бөркә изге тау!
Аяҡтарға түҙем бирһен — алда аҡ ҡалҡыулыҡ! Ҡуҙғалдыҡ! Бер юлдан барырғамы, төрлө яҡлапмы?! Тәғәйен күрһәтмә юҡ. Тәүәккәлләнем. Йәшел һуҡмаҡ таштарға килеп төртөлдө. Әһә, алыҫтан йомшаҡ ҡына мамыҡтай күренгән тауыбыҙ эре-эре киҫәкле аҡ таштарҙан тора икән. Ташлы балаҫҡа тәүге аҙымдар яһала. Ҡурҡытмай мине мөһабәт таш киҫәктәре, өркөтмәй тайғаҡ шымалары, кире сигенеү юҡ. Ал ҡосағыңа, Ирәмәл! Ике, өс, дүрт аҙым. Тик алға. Ҡыр кәзәһендәй, таштан-ташҡа һикереп, алға ынтылам. Һандыҡ таштар, сәскә таштар, конус таштар, ваҡтары ла осрай. Өҫтөңә бына-бына ишелеп төшөргә әҙер өй ҡыйығы хәтлемдәре лә. Бер яңылыш хәрәкәт яһа — йәнең иҙелер. Юҡ, хәүеф-хәтәрҙәргә суммайым әле. Аҫҡа ҡарайым. Ул тере тау бит! Ниңә хәрәкәт туҡталмай, ниндәй көс этәрә кешеләрҙе бында?! Аҫта ултырғандар бәләкәс кенә булып күренәләр. Хәл алам да ҡуҙғалам, аҫҡа ҡарап та алам.
Әлдә килгәнмен! Ошо сихрилекте ҡасан күрер инем?! Уң яғымда селтәрле болот пәрҙәләре. Һәр аҙымым күк йөҙөнә яҡынайта. Ҡурҡып та китәм: өҫтә тын алып булырмы? Шунса кеше һулауынан кислород бөтмәҫме? Кире төшөргә хәлем етерме? Юҡ, ниндәйҙер тылсымлы көс өҫкә тарта. Арыу юҡ, туҡтау юҡ. Аҙымдар киңерәк, һикереү ышаныслыраҡ.
Мин — Ирәмәл башында. Бына-бына ҡанаттарын йәйеп, осоп китер кескәй ҡошсоҡҡа әүерелдем дә ҡуйҙым. Бер ниндәй ҙә борсолоу юҡ, ҡабаланыу юҡ. Ап-аҡ донъя! Фәрештә хәлендәмен. Киҫкен ел иҫеүе тәбиғилегемдән арындырҙы. Текә тау башындағы ел ҡағылышы ла икенсе икән. Хужаларса иҫеү, үҙ ҡанунына буйһондорған ел тауышы был.
Юлым иң бейек нөктәгә ынтыла. Әйләнә-тирәбеҙҙе байҡайбыҙ. Бығаса үҙ ғүмеребеҙҙә күрмәгән үҙенсәлекле панорама асыла. Әле бер рәссам да, моғайын, был гүзәллекте картиналарында тулыһынса сағылдырып бирә алмағандыр. Ҡанат елпеп ос та кит, әйҙә, өйөрөл Ирәмәл тирәләй. Арығансы осоп бер гиҙер инек ҡошсоҡ күтәрелер бейеклектә! Күңелебеҙ менән әле Ямантауҙа, әле түңәрәк күл ҡосағындабыҙ, әле шырлыҡ араһына ҡыҫылабыҙ, әле туптай киң аҡландарҙа тәгәрәйбеҙ, әле тәрән йылғаларҙа балыҡтай йөҙәбеҙ, әле болот-аттарҙа еләбеҙ. Шик-шөбһәләрҙән арынабыҙ, асылыбыҙға ҡайтабыҙ. Ниәттәребеҙҙең тормошҡа ашыуын юрап табынабыҙ, ер кендегенән ярлыҡау һорайбыҙ.
Иҫтәлеккә ҡыҙыл һандыҡтағы ҡалын дөйөм дәфтәр битендә яҙыуҙар ҡалдырабыҙ. Эстән генә әйтеүҙәр әйтәбеҙ, йөрәк һүҙебеҙҙе Ирәмәл генә ишетә, дауаһын да тауыбыҙ үҙенсә бирә.
Еңеллек менән ҡайтыр яҡҡа ыңғайлайбыҙ. Һәр кем үҙ уйында, үҙ донъяһын байҡап, Ирәмәл тауы менән хушлаша. Юҡ, тубыҡтар бөгөлмәй, тыңламай. Яңылыш аҙымдарҙан һаҡланып, ихлас күңел менән тигеҙ ергә йүнәләбеҙ. Ә ҡаты таштарҙан һуң ҡара ер йомшаҡ һәм бәрхәттәй тойола.
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА,
уҡытыусы, “Иҙел башы”
яҙыусылар берләшмәһе рәйесе.
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20