Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туғандың да була төрлөһө
Туғандың да була төрлөһөКредитҡа машина алыу, йыһазлы булыу, кейенеү... “Еңел” аҡсаға тиҙ өйрәнеүселәр ямғырҙан һуң бәшмәк кеүек күбәйгән банктарҙың ҡолона әүерелде. Йылдар үткәс кенә кредиттың үтә ҡиммәткә төшөүен аңлағандар был аҙымдан баш тарта башланы. Шулай ҙа, банктан аҡса алғаным юҡ тип йәшәһәгеҙ, хаталаныуығыҙ ихтимал. Таныштарығыҙҙың ғына түгел, хатта бер табаҡтан ашап йөрөгән туғандарығыҙҙың ғәйебе, намыҫһыҙлығы арҡаһында сираттағы ҡорбанға әүерелеүегеҙ бар...

Кескәй балаһы менән декретта ултырған Асия банктан хат килеп төшөүенә аптырай. “Айлыҡ түләүҙе индермәнегеҙ”, тиелгән унда. Шуныһы ғәжәп: конвертта исем-шәрифе дөрөҫ яҙылған, әммә адресы икенсе. Шулай ҙа хат тап уның өйөнә килгән. Ҡатын, яңылышҡандарҙыр тип, был хәл тураһында бөтөнләй онота. Әммә тиҙҙән эш ҙурға китә: алынмаған кредитты түләмәгән өсөн судҡа саҡырыу килә. Барыһын да асыҡлай башлағас, бикәсе Эльвираның (иренең бер туған һеңлеһе) уның исеменә кредит алыуы фашлана. Урындағы банктың етәксеһе булып эшләгән туғанының дүрт балалы ғаиләне ошондай хәлгә төшөрөүенә ышанмай Асия. Бикәсенең финанс мутлыҡтары өсөн эштән ебәрелеүен ишеткәс, шикләнер урын ҡалмай.
Әҙәм балаһының яҙмышы ҡатмарлы: берсә сағыу төҫтәргә мансыла, берсә ҡараңғылыҡҡа инеп сума. Асия ла Эльвираның банк етәксеһе итеп тәғәйенләнгәндән һуң туғандары менән бөтөнләй аралашмауын, уларға һауалы ҡараш ташлап, яндарынан машинала елдереп үтеп китеүен, хеҙмәттәштәре менән көн һайын тиерлек кафеға йөрөүен күҙ алдынан үткәрә. Айырыуса бер ваҡиға күңеленә ауыр таш булып ята. Көндөҙгө стационарға дауаланырға йөрөгәйне. Кеше күп, сираты етмәй, ултырырға урын юҡ, ә һыҙланыуы түҙеп торғоһоҙ. Ошо уҡ биналағы банкта эшләгән бикәсе янында хәл алырға булды. Етди ҡиәфәттә кәнәфигә ҡунаҡлаған етәксе үҙенә сәләм биргән еңгәһенә: “Ҡаҡшаттығыҙ бит, ниңә мине борсойһоғоҙ?!” — тип екерҙе. Боролоп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
“Судьяға дөрөҫөн һөйләйем, бер ҡасан да кредит алмағанымды әйтәм”, — тигәс, кисәге етәксе илай башлай. “Аңламайһыңмы ни, мине бит төрмәгә ултыртасаҡтар! Әйтмә инде! Мин банкка бурысымды ошо көндәрҙә түләйем!” — тип ялбара.
Ҡатын, уны йәлләп, судҡа бөтөнләй бармай, һөҙөмтәлә үҙенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарыла. Ғәйепһеҙгә хөкөм ителеүенә эсе бошһа ла, бикәсенең: “Бурысты түләйем”, — тип анттар биреүен уйлап тыныслана. Тиҙҙән уныһының кредитты ҡайтармауы асыҡлана. Бурыс ҡатындың эш хаҡынан алына башлай.
Бер килгән бәлә, сылбыр кеүек, артынан башҡаларын эйәртә. Банктың яңы хужаһы Асияның эш урынына уның өҫтөнән ялыу ебәрә. Эстән янып көйөүҙәр эҙһеҙ үтмәй: ҡатында шеш табалар. Табиптар операция яһап, уны әжәлдән ҡотҡара.
Күп ҡайғырыуҙан һаулығы ҡаҡшауын, балаларын етем итә яҙыуын аңлап, Асия үҙен ҡулға ала, эшкә тотона. Әлбиттә, ай һайын буштан-буш дүрт-биш мең һум түләүе ауырға төшә, шулай ҙа “бурыс”ын ҡаплай. Тынысланып, тулы эш хаҡы ала башлауына ҡыуанып йөрөгәндә, мировой судьянан саҡырыу килеп төшә. Ҙур күләмдә ссуда юллаған саҡта яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған поручитель аҡса талап итә. Ул бикәсенең элекке әхирәте, банктың хәҙерге етәксеһе икән.
Үҙен ғәйепһеҙгә ғәйепле иткән кешеләргә асыуы килгән ҡатын был юлы прокуратураға барыһын да түкмәй-сәсмәй яҙып бирә. Тикшереү барышында иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре Асияның эш хаҡына бындай күләмдә кредит алып булмауын, ашыҡ-бошоҡ тултырылған ҡағыҙҙарҙа уның имзаһы юҡлығын асыҡлай. Бикәсе менән банктың хәҙерге етәксеһенең башҡа бихисап мутлығы ла беленә. Банк хеҙмәткәрҙәренең Асияның эш урынына килеп бухгалтерия эшен тикшереүе, ялыу яҙыуы ла хоҡуҡ боҙоу тип табыла. Банк белгестәренә һәм элекке етәксегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тик ҡатын был юлы ла түгелеп илаған бикәсен йәлләй. “Зинһар, ғаризаңды кире ал. Банкка ҡаршы ла яҙма, уларҙы тикшерә башлаһалар, барыбер миңә сығасаҡтар. Поручитель һораған аҡсаны түләрмен! Юғиһә миңә оҙайлы йылға төрмә янай!” — тип ялбара ул.
Хоҡуҡ һаҡсылары: “Енәйәтте иҫбатларлыҡ дәлилдәр байтаҡ”, — тиеүгә ҡарамаҫтан, Асия ғаризаһын кире ала.
Хәҙер килеп, Асия поручителгә аҡса түләргә тейеш, тигән ҡарар сығарыла. Мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә биргән бикәсе тағы юҡ була.
Бер ҡатлылығы, йомшаҡлығы арҡаһында ғаиләһен, балаларын ауыр хәлдә ҡалдырған ҡатынды аңлап-аҡлап буламы икән? Юҡтыр. Туғанлыҡ хисен үҙенә кәрәк саҡта уйынсыҡ итеп уйнатҡан ҡара эсле кешеләрҙе ғәфү итергә ярамай, әлбиттә. Бигерәк тә миһырбанлығың үҙеңә генә түгел, ә балаларыңа ла зыян килтергәндә. Язаһыҙ ҡалған бысраҡ ҡуллы банк хеҙмәткәрҙәренең артабан да ябай халыҡты алдап, мутлашып, кеҫә ҡалынайтыуы ихтимал. Ә был ҡатын уларҙы туҡтата ала ине...
(Әхлаҡи күҙлектән сығып, геройҙарҙың исеме үҙгәртелде).
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә