Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төҙөлөштә хаталар ебәрелгән
Баш ҡаланың Колгуевский һәм Көньяҡ биҫтәләрендә йәшәүсе кешеләр власть органдарына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Уларҙың һүҙҙәренсә, биҫтәләге күп йорттарҙың документтарында ҙур етешһеҙлектәр бар. Атап әйткәндә, биҫтәләр ҡасандыр ошонда урынлашҡан баҡса хужаларының рөхсәтенән тыш төҙөлгән. Баҡсасылар, үҙ сиратында, баш ҡала хакимиәтенә, "Инвестиция-төҙөлөш комитеты" муниципаль унитар предприятиеһы етәкселегенә мөрәжәғәт иткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай яуап ала алмаған һәм судҡа ғариза яҙған.
Икенсенән, яңы микрорайонда фатир һатып алған кешеләр өй туйлай алмай, сөнки күп ҡатлы йорттар торған ерҙе шәхси милеккә әйләндереп булмай, Росреестрҙың рәсми мәғлүмәте буйынса, унда баҡса биләмәләре урынлашҡан.
Бына шулай, яуаплы кешеләрҙең битарафлығы сәбәпле, ябай кешеләр (баҡса һәм фатир хужалары) дәғүәләшергә мәжбүр. Әйткәндәй, биҫтәләрҙәге фатирҙар һәм таунхаустар ергә һәм төҙөлөшкә хоҡуҡты теркәү танытмаһы буйынса түгел, ә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу һәм талап хоҡуғын башҡаға биреү килешеүҙәре нигеҙендә һатылған. Шуға күрә был йорттарҙа һатылған торлаҡҡа банктар ипотека биреүҙән баш тарта.
Ошоға бәйле, ҡасандыр яңы йорттарҙа фатирҙарҙы күпләп һатып алған ойошмалар, нисек тә булһа уларҙы тиҙерәк һатып, бәләнән ҡотолорға тырыша.
Көньяҡ һәм Колгуевский биҫтәләренең тарихына килгәндә, улар 2000 йылдарҙа уҡ төҙөлә башлаған. Йорттар күпләп төҙөлгәнгә күрә, халыҡ араһында яңы биҫтәләр тиҙ арала киң танылыу алған. Биләгән урынының уңайлығы, хаҡтарҙың сағыштырмаса арзанлығы һатып алыусыларҙы ылыҡтырғандыр...
Бөгөн килеп килешеүҙәрҙең тейешле юридик нигеҙе булмауы, шул уҡ ваҡытта йорттарҙың сифаты ла кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Сифат тигәндән, миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел. 2008 йылда Көньяҡ биҫтәһендә ер аҫты гаражының емерелеп төшөүе, шәхси машиналарҙың зыян күреүе тураһында матбуғат сараларында күп телгә алынды. Белгестәр асыҡлауынса, төҙөлөштә күп хата ебәрелгән, бөгөнгө талаптарға яуап биргән сифатлы материал ҡулланылмаған.
Ғөмүмән, сифат мәсьәләһе, юридик ҡаршылыҡтар – заман төҙөлөштәренең күбеһенә хас күренеш. Беҙҙең илдә башҡаса булмай ахыры – хәләл аҡсаһын түгеп, торлаҡ проблемаһын хәл иттем тип уйлағандар яуапһыҙлыҡ һурпаһын оҙаҡ һемерергә мәжбүр.

Эксперт фекере

Жанна МИРОНЕНКОВА, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле советы ағзаһы:

– Ялыуҙар күбәйгәс, ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса эш төркөмө төҙөлдө. Асыҡланыуынса, 1954 — 1956 йылдарҙа баш ҡаланың Киров районы биләмәһендә кешеләргә "Маяҡ" һәм "Бэто" баҡсасылыҡ йәмғиәттәрендә участкалар бүленгән, ер хужаларға сикһеҙ файҙаланыуға тапшырылған. Заман ҡануны: йылдар үткәс, баҡсалар ҡала биләмәһендә ҡалған. Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына ярашлы, баҡсасылыҡ йәмғиәте хужаларының сикһеҙ файҙаланыуҙа булған ер участкаларын бер тапҡыр бушлай хосуси милек итеп алыу хоҡуғы бар. Әммә Федераль теркәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ер участкаһына дәүләт теркәүе таныҡлығын өс кешегә генә биргән, ҡалғандарға баш тартҡандар.
2002 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтендә "Бэто" һәм "Маяҡ" баҡсасылар йәмғиәте ерҙәрен "Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты" муниципаль унитар предприятиеһына төҙөлөш майҙаны булараҡ тапшырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителгән. Ошо этапта уҡ бихисап проблемалар барлыҡҡа килгән, баҡсасыларҙың дәғүәләре нигеҙендә Башҡортостан прокуратураһы иҫкәртеүҙәр белдергән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡарар ғәмәлдән сығарылған, ә бәхәсле ер участкалары резервҡа ҡуйылған.
Баш ҡала хакимиәтендә власть үҙгәргәс, был мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтҡандар, һәм яңы етәксе тағы ла баҡса участкаларын төҙөлөш майҙаны өсөн тапшырыу хаҡында ҡарар ҡабул иткән. Әммә Росреестр был документты теркәүҙән баш тартҡан. Шулай итеп, әлеге көнгәсә (тиҫтә йыл самаһы) баҡсасылар үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә мәжбүр: улар менән ҡаралтыларҙы һүтеү, емеш-еләк үҫентеләрен һөрҙөрөп ташлау, аҡсалата компенсация түләү хаҡында килешеү юҡ. Әлеге ваҡытта 34 баҡса участкаһы хужаһы ғәҙеллек даулай. Әйтеүҙәренсә, уларға лайыҡлы аҡсалата компенсация йәки башҡа ерҙән баҡса участкаһы тәҡдим ителмәгән. Ә баҡсаларҙы төҙөлөш майҙанына әүерелдереү процесы ҡануниәтте боҙоу нигеҙендә башҡарылған. Унан тыш, тикшереү барышында баш ҡаланың муниципаль милек менән идара итеү комитеты тарафынан ебәрелгән күп хаталар асыҡланды. Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан баш ҡаланың "Инвестиция-төҙөлөш комитеты" муниципаль унитар предприятиеһына ерҙәр һатыуға ҡуйылмайынса ғына ҡуртымға бирелгән. Росреестрҙың рәсми мәғлүмәттәре буйынса, әлеге бейек-бейек торлаҡ йорттар урынында һаман баҡсалар урынлашҡан... Ә һатылған фатирҙарҙың аҡсаһы ер хужаларына түгел, йорт төҙөгән компания кеҫәһенә китә. Йорттарҙағы фатирҙар ирекле һатыуҙа. Уларҙы ипотекаға алып булмаһа ла, һатып алыусылар етерлек. Ә йорт төҙөлгән майҙанға улар түгел, башҡалар хужа. Бәхәстең хәл итеү юлдары юҡ түгел. Был, тәүге сиратта, баҡсасыларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртырға, улар менән килешергә кәрәк тигәнде аңлата.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә