Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа етте шунда сауҙа итеү тыйыла
Ҡайҙа етте шунда сауҙа итеү тыйылаӨфөлә рөхсәтһеҙ, ҡайҙа етте шунда һатыу итеү тыйылырға, ә сауҙа ҡағиҙәләрен һанламаусылар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Был хаҡта баш ҡала урамдарында сауҙа итеү мәсьәләһе ҡаралған кәңәшмәлә әйтелде.

Ҡала хакимиәтендә ошо мәсьәлә тәүге тапҡыр ғына күтәрелмәй. Урам сауҙаһы айырыуса йәйге айҙарҙа әүҙемләшә. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм баш ҡала райондары хакимиәттәре белгестәре тарафынан саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу итеү туҡталмай. Етмәһә, уларҙың һаны Затон биҫтәһендәге һәм вьетнам баҙарҙарындағы тауарҙы тәҡдим итеүселәр иҫәбенә лә арта.
Мәҫәлән, 6 авгусҡа ҡарата мәғлүмәт буйынса, Өфөлә сауҙа итеүгә рөхсәт бирелмәгән урындарҙың һаны 105-кә еткән һәм 421 кеше кәсеп иткән. Уларҙың 48 процентын баҡсаларында үҫтергән еләк-емешен һәм йәшелсәһен һатҡан пенсионерҙар тәшкил иткән.
Белгестәр урам сауҙаһының ҡайҙа әүҙем барыуын да асыҡлаған. Иң күп һатыу итеүселәр Совет районында теркәлгән, ә бына Дим районында сауҙагәрҙәр һүлпәнерәк.
1 авгусҡа полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан урамда сауҙа итеүселәрҙең йәки көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүселәрҙең 2048-е административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Сара күреү һөҙөмтәһендә Ленин, Совет һәм Октябрь райондарында уларҙың һаны кәмегән, әлбиттә.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан административ комиссияға 1928 протокол тапшырылған. Уларҙың 1777-һе — шәхси кешеләргә (штрафтар күләме — 300-ҙән алып 500 һумға тиклем) һәм 11-е — вазифа биләүселәргә (2000-дән алып 5000 һумға ҡәҙәр). Бөтөнөһө 685,6 мең һумлыҡ штраф һалынған. Тик әлегә уларҙың 240,9 мең һумы ғына түләттерелгән.
Санкцияланмаған урындарҙа һатыу итеп аҡса эшләүселәрҙең сауҙаға рөхсәт биргән документы булмай. Бынан тыш, сертификаты булмаған тауар һаталар, ә улар йыш ҡына сәләмәтлек өсөн хәүефле.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан теләһә ҡайҙа сауҙа итеүгә ҡаршы алып барылған эштең көсәйтеләсәген белдерҙе.

Эксперт фекере

Нәсимә КҮСЕМОВА, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары:

— Урам сауҙаһына ҡағылышлы проблемалар менән идаралыҡҡа ла мөрәжәғәт итәләр. Күҙәтеү органы булһаҡ та, беҙ был мәсьәләлә вәкәләтле түгел. Сауҙа ҡағиҙәләренең үтәлеше һәм тәртип булдырыу өсөн район хакимиәттәре, полиция һәм ветеринария хеҙмәте яуаплы.
Әлбиттә, урамда тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелмәй, баҙарҙарҙан магазиндарға сығарыу өсөн яраҡһыҙ тип табылғандарын арзан хаҡҡа алалар. Ә халыҡ хәүефһеҙлеге хаҡында уйлап тормай, юл ыңғайы һатып алып китә. Туҡталыштарҙағы аҙыҡ-түлеккә ауыр металдар, газ кеүек һаулыҡ өсөн зыянлы матдәләр һеңеүе хаҡында күптәр уйланмай ҙа. Халыҡ сәләмәтлек өсөн хәүефле булыуын аңлаһын, осраҡлы урындарҙан әйбер һатып алырға ашыҡмаһын ине. Район хакимиәттәре менән полиция хеҙмәткәрҙәре нығыраҡ тырышһа, урам сауҙаһын туҡтатып була. Быға уларҙың вәкәләттәре етерлек.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә