Өфөлә рөхсәтһеҙ, ҡайҙа етте шунда һатыу итеү тыйылырға, ә сауҙа ҡағиҙәләрен һанламаусылар яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Был хаҡта баш ҡала урамдарында сауҙа итеү мәсьәләһе ҡаралған кәңәшмәлә әйтелде.
Ҡала хакимиәтендә ошо мәсьәлә тәүге тапҡыр ғына күтәрелмәй. Урам сауҙаһы айырыуса йәйге айҙарҙа әүҙемләшә. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм баш ҡала райондары хакимиәттәре белгестәре тарафынан саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һатыу итеү туҡталмай. Етмәһә, уларҙың һаны Затон биҫтәһендәге һәм вьетнам баҙарҙарындағы тауарҙы тәҡдим итеүселәр иҫәбенә лә арта.
Мәҫәлән, 6 авгусҡа ҡарата мәғлүмәт буйынса, Өфөлә сауҙа итеүгә рөхсәт бирелмәгән урындарҙың һаны 105-кә еткән һәм 421 кеше кәсеп иткән. Уларҙың 48 процентын баҡсаларында үҫтергән еләк-емешен һәм йәшелсәһен һатҡан пенсионерҙар тәшкил иткән.
Белгестәр урам сауҙаһының ҡайҙа әүҙем барыуын да асыҡлаған. Иң күп һатыу итеүселәр Совет районында теркәлгән, ә бына Дим районында сауҙагәрҙәр һүлпәнерәк.
1 авгусҡа полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан урамда сауҙа итеүселәрҙең йәки көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүселәрҙең 2048-е административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Сара күреү һөҙөмтәһендә Ленин, Совет һәм Октябрь райондарында уларҙың һаны кәмегән, әлбиттә.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан административ комиссияға 1928 протокол тапшырылған. Уларҙың 1777-һе — шәхси кешеләргә (штрафтар күләме — 300-ҙән алып 500 һумға тиклем) һәм 11-е — вазифа биләүселәргә (2000-дән алып 5000 һумға ҡәҙәр). Бөтөнөһө 685,6 мең һумлыҡ штраф һалынған. Тик әлегә уларҙың 240,9 мең һумы ғына түләттерелгән.
Санкцияланмаған урындарҙа һатыу итеп аҡса эшләүселәрҙең сауҙаға рөхсәт биргән документы булмай. Бынан тыш, сертификаты булмаған тауар һаталар, ә улар йыш ҡына сәләмәтлек өсөн хәүефле.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан теләһә ҡайҙа сауҙа итеүгә ҡаршы алып барылған эштең көсәйтеләсәген белдерҙе.
Эксперт фекереНәсимә КҮСЕМОВА, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: — Урам сауҙаһына ҡағылышлы проблемалар менән идаралыҡҡа ла мөрәжәғәт итәләр. Күҙәтеү органы булһаҡ та, беҙ был мәсьәләлә вәкәләтле түгел. Сауҙа ҡағиҙәләренең үтәлеше һәм тәртип булдырыу өсөн район хакимиәттәре, полиция һәм ветеринария хеҙмәте яуаплы.
Әлбиттә, урамда тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелмәй, баҙарҙарҙан магазиндарға сығарыу өсөн яраҡһыҙ тип табылғандарын арзан хаҡҡа алалар. Ә халыҡ хәүефһеҙлеге хаҡында уйлап тормай, юл ыңғайы һатып алып китә. Туҡталыштарҙағы аҙыҡ-түлеккә ауыр металдар, газ кеүек һаулыҡ өсөн зыянлы матдәләр һеңеүе хаҡында күптәр уйланмай ҙа. Халыҡ сәләмәтлек өсөн хәүефле булыуын аңлаһын, осраҡлы урындарҙан әйбер һатып алырға ашыҡмаһын ине. Район хакимиәттәре менән полиция хеҙмәткәрҙәре нығыраҡ тырышһа, урам сауҙаһын туҡтатып була. Быға уларҙың вәкәләттәре етерлек.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.