Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихты тупраҡтан таҙартып...
Тарихты тупраҡтан таҙартып...Археология – үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асҡан, тарихыбыҙ серҙәре менән таныштырған, ҡайһы саҡта иҫ китәрлек асыштар яһаған фән. Археологтар булмаһа, Боронғо Рим, Греция, Һиндостан һәм башҡа бихисап дәүләттәр тураһында донъяла бөгөн белерҙәр инеме икән? Сер түгел, һуңғы мәлдә беҙҙең Башҡортостанда ла ысын мәғәнәһендә тарихи асыштар яһала. Өфө II ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа шулар иҫәбендә. Уларға ярашлы, Өфө – Рәсәйҙәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм уға нигеҙ һалыныуға кәмендә 1500 йыл.
Археологтарҙың һөнәри байрамы алдынан беҙ бөтә ғүмерен ошо эшкә арнаған һәм үҙ ғүмерендә байтаҡ тарихи серҙәрҙе асҡан Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, профессор Нияз МӘЖИТОВ менән осраштыҡ.

Өфө – Башҡорт ҡалаһы

– Нияз Абдулхаҡ улы, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Был көндө Башҡортостан археологтары ниндәй уңыштар һәм ҡаҙаныштар менән ҡаршылай?
– Әлбиттә, Археологтар көнө календарҙа күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Беҙҙең өсөн ул бик һөйөнөслө ваҡиға. Мәҫәлән, беҙ йәш саҡта археологтың кем икәнен белгәндәр ябай халыҡ араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Экспедициялар мәлендә үҙебеҙҙе археолог тип таныштырһаҡ, аптырағандары ла булды. Шуға күрә өҫтөбөҙгә яуған бихисап һорауҙарҙан “геологтарҙың бер төрө” тип кенә ҡотола инек.
Эйе, был байрамға һәр ваҡыт ниндәйҙер уңыштар менән килергә тырышабыҙ. Башҡортостан археологтары бөгөн ҙур бер профессиональ коллективҡа ойошҡан. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетында Археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы бар. Уны ойоштороуға миңә лә көс һалырға тура килде, 12 йыл буйы мөдире булдым. Бөгөнгө эшмәкәрлегем дә ошо кафедра менән тығыҙ бәйле. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының археология коллективы ла һөҙөмтәле эшләй. Рәсәй Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлеген дә телгә алмау яҙыҡ булыр. Был белгестәрҙе Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа әҙерләйҙәр. Йәғни Башҡортостан археологтары бөгөн ҡолас йәйеп эшләй тиергә тулы нигеҙ бар.
Үҙем 1956 йылда Пермь университетының тарих факультетын тамамлағандан һуң, Башҡортостанға тарихсы-археолог һөнәрен алып ҡайтҡан тәүге кешемен. Шуға күрә Тарихты тупраҡтан таҙартып...Башҡортостанда археология фәнен профессиональ кимәлдә ойоштороу башҡалар менән бер рәттән минең иңемә лә төштө. Шуның өсөн Башҡортостанда был төр тарихсыларҙың артыуына һәм уларҙың фәнде үҫтереүҙәге уңыштарына ысын күңелдән һөйөнәм.
– Һуңғы мәлдә Өфө II ҡаласығы етди археологик асыштар майҙансығына әүерелде...
– Башҡорт дәүләт университетының Археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы 2006 йылдан алып республикабыҙҙың баш ҡалаһының нигеҙе – Өфө II ҡаласығында тикшеренеү эштәре алып бара. Ете йыл дауамында барған ошо тикшеренеүҙәр Башҡортостандағы иң ҙур археологик экспедицияларҙың береһе тип әйтә алам. VIII – X, XIV – XVI быуаттарҙа Ғәрәбстан, Франция, Италия, Испания кеүек илдәрҙә сығарылған карталарҙа Ҡариҙел йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынында Башҡорт атамалы ҡаланы табырға була. Башҡорттар Рәсәйгә ҡушылғандан һуң да, XIV – XVIII быуаттарҙа йәшәгән башҡорттарҙа Өфөнөң урынында булған боронғо ҡала тураһында төрлө тарихи мәғлүмәттәр – яҙма документтар, риүәйәттәр, легендалар һаҡланған. XVIII быуатта йәшәгән бөйөк рус тарихсыһы Петр Иванович Рычков уларҙы туплап, “Топография Оренбургской губернии” тигән китабында баҫтырып сығарған. “Хәҙерге Өфө ҡалаһы урынында Ҡариҙел йылғаһы тамағынан Ағиҙелдең бейек яры буйлап 10 саҡрымға һуҙылған ҙур башҡорт ҡалаһы булған”, тип яҙа ул был китабында. Беҙ Петр Рычков яҙып ҡалдырған һәм урта быуат карталарында һүрәтләнгән боронғо башҡорт ҡалаһын бөгөн Өфө II ҡаласығы, уның тирәһендә урынлашҡан тағы ла биш ҡаласыҡ менән бәйләйбеҙ. XVII – XIX быуатта Өфөлә йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә бында меңәрләгән археологик ҡомартҡыларҙың – ҡурғандарҙың (боронғо ҡәберлектәр) — барлығы тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырған. Өфөгә килгән күскенселәр уларҙы ҡаҙып, алтын-көмөш һәм шундай башҡа ҡиммәтле табыштарҙы йыйып, ситкә һатып ебәрер булған. Улар һатҡан ҡомартҡылар хатта Европаға барып еткән. Европаның XVII – XVIII быуаттарҙағы тарихи йыйынтыҡтарында улар тураһында мәғлүмәттәр табырға була. Хәбәр хатта батша Алексей Михайловичҡа барып етә, ул Өфө ҡәлғәһе башлығына күскенселәрҙең был вәхшилеген тыйыу тураһында фарман да ебәрә. Әйткәндәй, 1827 йылда ошондай табыштар араһында яҡынса өс килограмлап тартҡан алтын әйберҙәр булған. Ә улар араһында IV быуатта Византияла ҡойолған алтын аҡса табылған!
– Тимәк, Башҡорт ҡалаһы башҡа дәүләттәр менән дә тығыҙ бәйләнештә булған...
– Нәҡ шулай. Шуға ла тикшереү эштәре алып барылған Өфө II ҡаласығын ошо Башҡорт ҡалаһының археологик нигеҙе тип фаразларға бөгөн тулы хоҡуғыбыҙ бар.

Тарихты тупраҡтан таҙартып...“Тротуар”лы боронғо ҡала

– Нияз Абдулхаҡ улы, Өфө II ҡаласығында фәнни яҡтан ҡыҙыҡлы тағы ниндәй мәғлүмәттәр табылды?
– Әлбиттә, ете йыл дауамында алып барылған ҡаҙыу һөҙөмтәһендә табылғандарҙың бөтәһе лә беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә бөгөн меңгә яҡын урта быуат ҡаласыҡтары барлығы билдәле. Өфө II иһә — уларҙан айырмалы, үтә лә мәғлүмәтле, әһәмиәтле һәм, иң мөһиме, үҙенсәлекле археологик ҡомартҡы. Уны, ысынлап та, боронғо Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы тип атарға тулы хоҡуғыбыҙ бар. Быны беҙ юлыҡҡан табыштар ҙа раҫлай.
Ике йылға ҡушылған “морон”да урынлашҡан ҡаласыҡ киңлеге яҡынса 10 – 15, тәрәнлеге 5 метрлыҡ соҡор менән уратып алынған булған. Ҡәлғә стенаһының бейеклеге бөгөн биш метрға яҡын булһа, үҙ заманында ул 10 метрға еткәндер тип фаразлайбыҙ.
Нисек төҙөгәндәр уны? Бөтөн үҙенсәлеге шунда: 5-6 метр тәрәнлектәге соҡорҙан сыҡҡан балсыҡты иҙгәндәр ҙә ҡалыпҡа (кирбес кеүек) һалғандар. Балсыҡ кирбестәр ҡатлам-ҡатлам булып ятҡан. Бер ҡатламдың ҡалынлығы 2-3 сантиметрҙан 10-15 сантиметрға тиклем барып етә. Стена урыны-урыны менән шул көйө бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған.
Эйе, ҡаласыҡтың төп үҙенсәлеге шунда: уны балсыҡтан төҙөгәндәр. Быны 2007 йылда беҙгә килгән Мәскәү ғалимдары ла һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уралдың урманлы өлөшөндә, Себерҙә йәшәгән халыҡтарға был хас түгел. Шуға беҙҙең ҡаласыҡты Урта Азия далаларынан сыҡҡан халыҡ төҙөгән булырға тейеш.
Ҡаҙыу барышында өс метр тәрәнлектә ағас түшәмдәр барлығын асыҡланыҡ. Был таҡталарҙы тротуар кеүек һалғандар, уның киңлеге 2,5 – 3 метр тирәһе. Минең фаразлауымса, башҡорт хандары үҙҙәренең яҡындарын, ҡунаҡтарҙы һәм илселәрҙе ситектәре бысранмаһын өсөн ошо “тротуар”ҙан йөрөткәндер. Уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты яҡынса беҙҙең эраның VII – IX быуаттары менән билдәләнә.
Бик күп ҡыҙыҡлы ҡомартҡыларға юлыҡтыҡ. Ҡаҙыу эштәре ваҡытында төрлө ҡалынлыҡтағы туғыҙ алтын сыбыҡ киҫәге табылды.
Тапҡандарыбыҙ араһында таштан эшләнгән кеше башы бар. XIV быуатта Алтын Урҙа ханлығы менән идара иткән Туҡтамыш хандың 20-гә яҡын көмөш аҡсаһы табылды. Бөтә табыштарыбыҙ V – X, XIV быуаттар менән билдәләнә.
Был мәғлүмәттәрҙең береһе лә эҙһеҙ юғалмай, йыл да тикшеренеүҙәребеҙгә, үҙебеҙ юлыҡҡандарға йомғаҡлау рәүешендә отчет әҙерләйбеҙ. “Сокровище Древней Уфы” тип аталған китап сығарҙыҡ. Донъя кимәлендәге бөтөн халыҡ-ара конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ. Париж, Истанбул, Будапешт, Алма-ата, Ташкент һәм башҡа ҡалаларҙа булырға тура килде. Бөтөн тапҡандарыбыҙҙан беҙҙең атай-олатайҙар заманса, тирә-яҡтағы илдәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, уларҙың бик күп ҡалалары булған тип һығымта яһарға мөмкин. Бөгөн Өфөгә, ысынлап та, 1500 йыл тиергә мөмкин, ул, Дербент ҡалаһынан һуң, Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаһы.
– Ҡаласыҡтың киләсәге лә борсолоу тыуҙыра...
– Экспедиция башланғас та, беҙ ошо Өфө II ҡаласығы нигеҙендә Өфө тарихына бағышланған музей ойоштороу тәҡдимен индергәйнек. Ул Президент Рөстәм Хәмитов тарафынан хупланды, һәм 2010 йылда Хөкүмәттең тәүге ҡарарҙарының береһе ошо турала булды. Шул ҡарарҙы тормошҡа ашырыу ниәтенән 2011 йылда Өфө ҡалаһының музей-ҡурсаулығы ойошторолдо. Беҙ оҙаҡламай уның архитектура проектына конкурс иғлан ителеүен көтәбеҙ. Буласаҡ музейҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән махсус дирекциябыҙ эшләй. Хәҙерге тикшеренеүҙәр ошо музей дирекцияһы тарафынан алып барыла.
– Тимәк, дәүләт яҡлауы бар?
– Ғөмүмән, дәүләт яҡлауына килгәндә шуны әйтер инем: Өфө II ҡаласығындағы тикшеренеүҙәр Хөкүмәттең туранан-тура ярҙамы менән башҡарыла. Беҙгә эш хаҡы түләнә, бөтөн сығымдар ҡаплана, музей төҙөлөшөндә булышлыҡ күрһәтәләр, фәнни-ғәмәли конференциялар ойоштороуҙа ярҙам итәләр.

Тарихты беҙ яҙмайбыҙ

– Моғайын да, Өфө II Тарихи Башҡортостан биләмәһендәге берҙән-бер ҡаласыҡ түгелдер. Ошондай башҡа тарихи ҡаласыҡтарҙы эҙләү һәм тикшереү буйынса эштәр планлаштырылмаймы?
– Был ҡаласыҡтар тураһында мәғлүмәт XII быуатта йәшәгән Иҙриси тарафынан, IX – X быуаттарҙа Башҡортостанға килеп, уның тарихы, ҡомартҡылары менән яҡындан танышҡан ғалимдарҙың мәғлүмәттәренә таянып яҙып ҡалдырылған. Ул Намжан, Турхан, Ҡараҡая, Ҡасыр, Масыр, Башҡорт ҡалаларын телгә ала. Һәр береһенең археологик эҙҙәрен табыу ифрат ҡатмарлы эш. Уларҙың береһе, беҙҙең иҫәпләүҙәргә ярашлы, тап ошо Өфө II ҡаласығы булырға тейеш. Ҡалғандарын эҙләргә кәрәк. Мин шуға ышанам: бар ул ҡаласыҡтар, әммә бөтәһе лә махсус рәүештә тикшереү талап итә. Үкенескә ҡаршы, әлегә уларҙың барлығын ғына беләбеҙ, шуға күрә бөтәһен дә асыҡларға тейешбеҙ.
– Өфө II-лә яһалған асыштар башҡорт халҡының тарихына өр-яңы күҙлектән ҡарарға ярҙам итте тиергә буламы?
– Тап өҫтөнә баҫтығыҙ. Йәмғиәтебеҙҙә хөкөм һөргән ҡайһы бер фекерҙәрҙең урынһыҙлығы раҫланды. Ысынлап та, һаман да башҡорттар ҡырағайлыҡта, үҫеш йәһәтенән бик артта ҡалған көнитмештә, күсмә тормошта йәшәгән, ҡалалары бөтөнләй булмаған тигән фараздар йәшәп килә. Ләкин, күрәһегеҙме, яҙма документтар, археологик ҡомартҡылар бар. Башҡорттарҙың ниндәйҙер бер өлөшө, ысынлап та, далала күсмә тормошта көн итһә, башҡалары ултыраҡ тормош алып барған, ҡалаларҙа йәшәгән. Бөгөн был көн кеүек асыҡ.
– Сер түгел, арабыҙҙа был асыштарҙы сәйәсәткә бәйләүселәр ҙә юҡ түгел. Уларға ни тип яуап бирер инегеҙ?
– Ысынлап та, бар ундайҙар. Урта быуат яҙмаларында башҡорт ҡалалары тураһында мәғлүмәт булыуын инҡар итеүселәр ҙә юҡ түгел. Йәнәһе, хата күренеш, дөрөҫ мәғлүмәт түгел. Уларға яуабым бик ябай. Был тарихи яҙмаларҙы мин яҙмағанмын бит, улар тарих төпкөлөнән килә, шуға күрә бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Беҙ уларҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә бурыслы. Ә был яҙмаларҙағы мәғлүмәттәр беҙ юлыҡҡан археологик ҡомартҡылар һәм ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре менән раҫлана. Шуға күрә, минеңсә, бәхәс урынһыҙ. Ундайҙар башҡорттоң борон да ҡалаһы булған тигән фекерҙе ҡабул итә алмай. Ғөмүмән, бындай фекер айырымлыҡтары фән тормошонда тәбиғи күренеш, ысынбарлыҡ бындай бәхәстәргә барыбер нөктә ҡуясаҡ.
– Башҡортостан археологтары тағы ла ниндәй эштәр буйынса эшләй?
– Эйе, мин һеҙгә, нигеҙҙә, Башҡорт дәүләт университеты археологтарының башҡарғандары тураһында һөйләнем. Археология киң, ҡатмарлы фән. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт педагогия университеты археологтары баҡыр, тимер быуат осоро ҡомартҡыларын тикшереү эштәрен алып бара. Ғөмүмән, һәр беребеҙ үҙ йүнәлешен тапҡан һәм шул тарафта йылдам эшләй. Шуға ла, минеңсә, был байрамды беҙ шаҡтай фәнни асыштар менән ҡаршылайбыҙ.
– Нияз Абдулхаҡ улы, Башҡортостан археологтарына еткерер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр...
– Беҙ бөгөн Башҡортостан биләмәһендәге археологик ҡомартҡыларҙың 20-30 проценты менән генә танышбыҙ. Шуға күрә археологтарыбыҙ алдындағы бурыс – тикшеренеүҙәрҙе дауам итеү, ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу. Был йүнәлештә арымай-талмай эшләргә тейешбеҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, алтмыш йылдан ашыу хеҙмәт итәм. Әммә һүҙ ҙә юҡ, ул йылдар — археология фәне үҫешенең бәләкәй генә киҫәксәһе. Хәҙерге заман беҙгә тағы ла ҙурыраҡ бурыстар йөкмәтә. Шуға ла тикшеренеүҙәрҙе киңерәк алып барыу зарур. Ә улар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың, Уралдың боронғо тарихын хәҙерге фән талаптарына тура килтереп, объектив күҙлектән яҙылған тарихи хеҙмәттәр тыуырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр тарафынан башҡорт халҡының тарихын хаталы күрһәтеү осраҡтары ла бар. Был фәндә була торған хәл, әммә беҙҙең бөтәбеҙгә лә дөрөҫлөккә ынтылыу зарур.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 131

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 481

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 118

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 926

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 691

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 269

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 590

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536