Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алданған өлөшсөләрҙең тәүге һөйөнөсө
Алданған өлөшсөләрҙең тәүге һөйөнөсөУларҙы “Прогресс” компанияһы үҙ ҡурсауына алды

Баш ҡаланың Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамында ҡалҡып сыҡҡан 11 ҡатлы мөһабәт йорт эргәһенә ашыға-ашыға йыйылыусыларҙы шул тирәлә йәшәүселәр ҙә, үтеп-һүтеп йөрөүселәр ҙә ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ҡулдарына шарҙар тотҡан, йөҙҙәре балҡыған өс тиҫтәнән ашыу кеше ни сәбәпле шулай иғтибар йәлеп итте һуң?
Танышып ҡына түгел, дуҫлашып уҡ бөткән алданыусылар, ниһайәт, иркен тын алды — уларға фатирҙары асҡысын алырға насип булды. Шулай итеп, алданған өлөшсөләрҙең 33-ө тиҙҙән өй туйлаясаҡ.

Араларында тулҡынланыусылар ҙа, һаман ышанып етмәүселәр ҙә бар ине. Һорауҙарының күп булыуына ла ғәжәпләнәһе түгел. Был көндө улар алты йыллап көткән. “Ликор” төҙөлөш компанияһы менән килешеүҙе 2006 йылда уҡ төҙөгәндәр. Шул ваҡыттан алып фатир ҙа тәтемәгән, йорт өсөн һалынған аҡсаларын да ҡайтарып ала алмай ҡаңғырғандар. Подрядсы ойошма тәүге ҡаттарҙы күтәрә башлаған да эшен туҡтатҡан.
— Ике йыллап тыныс ҡына көттөк. Төҙөлөш алға бармай башлағас, йән тыныслығы юғалды. Өмөтләндерерҙәй яуап ала алмағас, судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдыҡ. Ярай, бәхеткә күрә, “Прогресс” ойошмаһы йортто төҙөүҙе үҙ өҫтөнә алды һәм ике йыл эсендә ошо эште атҡарып сыҡты. 42 квадрат метрлы бер бүлмәле фатирға 1 миллион 300 мең һум самаһы аҡса индергәйнек. Аҡсанан да ҡолаҡ ҡаҡтыҡ, фатирһыҙ ҙа ҡалдыҡ, тип көйөнөп үтә ине көндәребеҙ. Торлаҡ мәсьәләһен башҡа төрлө хәл итә алмағас, ата-әсәбеҙ менән бергә йәшәнек, — тине алданғандарҙың береһе Евгений Сухарев.
Яңы фатир хужалары һәм төҙөүселәр менән осрашыуға Хөкүмәттән, баш ҡала, Ленин районы хакимиәттәренән вәкилдәр, ғөмүмән, ошо киҫкен проблема менән шөғөлләнгән барлыҡ етәкселәр ҙә килгәйне. Йортто тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу өсөн ҡайһы бер эштәрҙе теүәлләйһе бар әле. Мәҫәлән, электр ҡорамалдарына, биләмәне рәсмиләштереүгә бәйлеләре ҡалған. Әммә уларын етәкселәр көйләргә вәғәҙә итә. Иң мөһиме: алданған өлөшсөләр — хәҙер килешеүҙә күрһәтелгән ҡаттағы фатир хужалары.
“Прогресс” төҙөлөш фирмаһы директоры Арменак Тоноян: “Алданған өлөшсөләрҙән бер тин дә аҡса алмаясаҡбыҙ”, — тигәс, барыһының да йөҙө балҡыны, оло рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Төҙөүселәргә ҡарата һәр кемдең рәхмәтле булыуы сәбәбен асыҡлап китәйек.
Арменак Сироканович “Ликор” төҙөлөш ойошмаһы туҡтатҡан эште үҙ өҫтөнә алған. Ошо маҡсатҡа, тәүәккәлләп, “Башкомснаббанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән (етәксеһе — Флүр Ғәлләмов) 57 миллион һум кредит юллаған һәм йортто төҙөүгә тотонған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: алданған өлөшсөләрҙән бер тин дә аҡса индертмәгән. Әйтеүҙәренсә, шәхси фирманың алданған өлөшсөләргә үҙ иҫәбенән фатир биреүе — әлегә илдә берҙән-бер миҫал.
1989 йылда ойошторолған “Прогресс” төҙөлөш компанияһын хаҡлы рәүештә яңы быуын ойошмаһы тип атарға мөмкин. Ул осорҙа республиканың төҙөлөш баҙарында үҙе заказсы ла, инвестор ҙа, подрядсы ла булған тәүге предприятие һанала. Эш башлаған мәленән үк тармаҡта йылдам аҙым менән атлай, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур ҡеүәткә эйә була һәм бер-бер артлы социаль биналар, торлаҡ йорттар ҡалҡыта. Әле ул — күп төрлө йүнәлештә эшләүсе ҙур һәм ҡеүәтле ойошма. Шуға ла “Прогресс”ты Башҡортостандан ситтә лә яҡшы беләләр, уға таяналар һәм ышаналар.
Директор Арменак Тоноян — Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм почетлы төҙөүсеһе. Алданған өлөшсөләр өсөн инвестор булыуына һис тә ғәжәпләнергә түгел. Мәрхәмәтлелек ҡылғаны өсөн ”Йөҙ йыллыҡ меценаттары” фондының “Меценат” орденына лайыҡ булған. Бынан тыш, төҙөлөш баҙарында төп иғтибарҙы сифатҡа йүнәлтеп, ышаныслы партнер булараҡ һәм һәр эште килешелгән ваҡытҡа теүәлләүе менән абруй яулағандар. Әхмәтов урамындағы йорттан фатир алам тип миллиондарса һум аҡса һалған һәм алданған өлөшсөләрҙең өмөтөн ысынбарлыҡҡа әүерелдереүе менән дә “Прогресс” төҙөлөш фирмаһы үҙенә йәнә бер тос мәрәй өҫтәне.

Татьяна ЗУБАКОВА, алданған өлөшсө:
— Беҙҙе бөтөнләй ташлап ҡуйғайнылар. Аҡсаны һыуға һалдыҡ, тип хәүефләнгәйнек. Ошо мәсьәлә буйынса 22 ултырыш булды, судтарға ла йөрөнөк. Әлбиттә, баш ҡала хакимиәте етәкселәре хәлебеҙгә инергә тырышты. Прокуратура ла ярҙам итте. Иң ҙур рәхмәтебеҙ — республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа. Шулай уҡ кешелеклелеге өсөн Арменак Тоноянға ла ихлас күңелдән рәхмәтлебеҙ. Ниһайәт, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоулы көндәр артта ҡалды, тип әйтергә мөмкин. Барыбыҙ ҙа оло ҡыуаныс кисерәбеҙ. Эш тә сифатлы атҡарылған.
* * *
Республикала ошондай зыян күргән 1600 кеше бар. Ҡаҙнанан уларға ярҙамға миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөлөп бөтөлмәгән күп ҡатлы 12 йорттоң унауһы Өфөлә ине. Өлөшсөләр күргән зыян 2,3 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Аҡсаларын ҡайтарып биреүҙе йәки йорттарын төҙөүҙе талап итеп, төрлө сара ҡулландылар. Мәҫәлән, аслыҡ иғлан итеүселәр ҙә булды, митингка ла сыҡтылар, республика Президентына һәм Хөкүмәтенә лә мөрәжәғәт иттеләр. Бәхеткә күрә, төбәк башлығы уларҙың тауышын ишетте. Ошо мәсьәләне ныҡлы контролгә алғас, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Шуларҙың береһенә, алда күрһәтелеп үтелеүенсә, беҙ ҙә шаһит булдыҡ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә