Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алға әйҙәр телебеҙ булғанда...
Алға әйҙәр телебеҙ булғанда...“Тел — милләттең тере йәне, йөрәк тибеше”.
Рәшит Шәкүр.

Туған тел аша донъяны таныйбыҙ. Уның менән үткәнебеҙгә барып әйләнәбеҙ. Киләсәгебеҙ тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Беҙ генә түгел. Мәшһүр эпостарыбыҙҙы өйрәнеп, йырҙарыбыҙҙы тыңлап ҡына ла башҡорт халҡына ғашиҡ булғандар сит милләт вәкилдәре араһында аҙ түгел. Эйе, ижад ҡомартҡылары аша телебеҙҙе, тарихты өйрәнеүселәр ҙә бар. Улар яҙған хеҙмәттәр менән танышырға тура килгеләне. Былар бөтәһе лә күңелдә ғорурлыҡ уята. Донъяла халыҡтар аралашыуы — шулай уҡ ғәжәп бер күренеш. Бына ошо рәүешле танышып, кешелек, ғөмүмән, үҙ рухиәтенең сикһеҙлеген тәрәнерәк төшөнә бара. Ләкин бер яҡлы ғына мәнфәғәтте күҙәтеп, бөгөнгөнөң файҙаһын ғына эҙләп, туған телде ситкә этәреү аша тормош еңеллеген тәьмин итергә маташҡан бәғзе әҙәмдәр бар әле арабыҙҙа.

Шул арҡала туған телендә һөйләшмәгән, хатта уны аңламаған быуын үҫеп етте. Бынан бер быуат элек йәшәгән ата-бабаларыбыҙ бөгөнгө башҡорт теленең ошо хәлгә тарығанын күрһә, ни тиер ине икән? Бер яҡтан, туған телдә аралашыр, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтер өсөн күп нәмә эшләнә һымаҡ, ләкин... Заман тиҙ үҙгәрә, милләттең ҡайһы бер мөҡәддәс бурыстарын ул хатта икенсе итеп танырға, ситкәрәк этәрергә мәжбүр итә. Әммә телгә булған изге мөнәсәбәт кенә үҙгәрмәһен ине! Океан ни ҡәҙәр үҙенә һоҡландырмаһын, кешеләр барыбер уның эсендә үҙенә аяҡ терәр өсөн утрау эҙләйәсәк. Милләттең дә баҫҡан урыны ҡом шикелле ишелмәһен. Ер генә түгел, туған тел дә әҙәм балаһына ошо ышанысты бирә, уны сикһеҙ донъяла ышыҡ урын менән тәьмин итә. Сәйәсәт үҙгәреп китеүсән, елле-дауыллы мәлдәре лә булып тора. Туған телде ҡыҫыуҙар, милләттәрҙе бер телле халыҡҡа әйләндереү идеялары алыҫта тороп ҡалған тарих түгел. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын ҡайһы саҡта шул һиллек утрауына саҡырыусылар менән сағыштырам, сөнки улар бер нәмәгә ҡарамай үҙ эшен атҡара. Килер быуындың яҙмышына мөмкин тиклем йоғонто яһайҙар, туған телгә һөйөү тәрбиәләү уларҙың бөйөк бурысы булып ҡала. Эйе, мәктәп был йәһәттән күп нәмә атҡара. Хәйбуллала ла ошо матур йола һаҡлана. Ошо йылдар эсендә “Йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән ун бер уҡытыусыһы төрлө номинацияларҙа еңгән. Ә үҙ эшеңдә танылыу алыу — күп йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Уҡытыусының белем кимәлен, теоретик һәм практик даирәһен асыҡлау киләсәккә күҙ ташларға ярҙам итә.
Район кимәлендә лә “Йыл уҡытыусыһы”ның әһәмиәтен юғары баһалайҙар. Быйыл, мәҫәлән, был бәйгелә биш уҡытыусы көс һынашһа, шулар араһынан Степной ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Байсурина “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияһында еңеү яулаған.
Республика көнөнә һәм Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына бәйле темалар буйынса ижади эштәр конкурсында Степной, Аҡъяр, Татырүҙәк, Һамар, Подольск, Сәғит, Иләс, Сиҙәм, Өфө, Байғусҡар, Вәлит, Мәмбәт мәктәбе уҡыусыларының бик ихлас ҡатнашыуын билдәләргә кәрәк. Сәм, дәрт, ынтылыш бүтән сараларҙа ла сағылыш таба. Район күләмендә үткән “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбенән 2-се класта ғына уҡыған Сәлимә Суринаның (уҡытыусыһы Миңһылыу Мусина) Гран-при яулауы ни тора!
Былтыр иһә ошо уҡ исемдәге республика конкурсында Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән Данил Бохарбаев (5-се класс уҡыусыһы) беренсе урынға лайыҡ булғайны.
Быларға өҫтәп, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған, “Аҡмулла вариҫтары” һымаҡ район конкурстары ла балаларға рухи донъяға үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен күрһәтә алыу мөмкинлеге бирә. Өфөлә уҙған “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамында ҡатнашып, Алина Назарова менән Нәйлә Аҡбулатова (Татырүҙәк ауылы) 2-се һәм 3-сө урындарҙы яулап ҡайтты. Бына шулай йыйыла телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә туранан-тура ҡағылған уңыштар.
Райондың методистар берекмәһе етәксеһе Рәйфә Түләбаева, Рәйлә Рәмова (методист), Әминә Юнысова, Гөлдәр Арыҫланова, Рима Ильясова, Әлфирә Мәмбәтова, Әнисә Бикбова, Рәзилә Бәҙретдинова, Вәсилә Аҡылова, Рәйлә Фәйзуллина, Фирүзә Иштәкбаева, Хәбирә Таулыҡаева кеүек уҡытыусылар өсөн туған телгә һөйөү тәрбиәләү яңғырауыҡлы һүҙ түгел.
Бала ғына түгел, оло кеше өсөн дә ҡайһы саҡ үҙ фекереңде еткерә әйтеү, уны дәлилләү шаҡтай ауыр. Ҙурыраҡ аудиторияла баланың ҡаушап ҡалыуы, белгәнен дә әйтергә ҡыймауы ихтимал. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе “Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү ҡеүәһен һәм бәйләнешле телмәрен үҫтереү, камиллаштырыу” тигән проблема өҫтөндә эшләй. Йыйнай-барлай башлаһаң, туған телдең абруйын үҫтереү, уның киләсәген тәьмин итеү буйынса байтаҡ эштәр тора. “Глобализация” хәҙер инде ҡоро һүҙ түгел. Был күренеш бөтөн өлкәгә лә үтеп инә бара һәм хәүефле яҡтары етерлек. Туған телдәрҙе ҡыҫырыҡлау ҙа — уның бер тармағы. Хатта урыҫ милләте вәкилдәре араһында ла: “Телебеҙгә ситтән самаһыҙ күп һүҙҙәр инә, ул үҙ сафлығын юғалта”, — тигән борсолоу ишетергә тура килә. Беҙ инде, “заман шулай бит, шулай кәрәктер” тип, был проблема менән ниндәйҙер кимәлдә килешеп йәшәйбеҙ. Милли ғорурлыҡ, рух бөтөнлөгө ошо ысынбарлыҡ алдында тоноҡланып, кесерәйеп ҡалғандай. Милли азатлыҡ, ил, тел, дин тип рухланып, көрәшкә сыҡҡан бабаларыбыҙ бөгөнгө бүләрҙәре тураһында нимә әйтер ине икән? Күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Практик файҙаны ғына күҙәткән рухһыҙ замандаштарға быларҙы аңлатыуы ҡыйын, әлбиттә. Туған телен белмәгән быуын үҫеп сығыуында кемде ғәйепләргә һуң? Ата-әсә бирә алмағанды ҡайһы саҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һеңдерергә тырыша. Маҡсаттарына, дәртенә, алып барған эштәренә ҡарап, күңел күтәрелә.
Балаларҙың рухын нимә менән байытырға? Ватан, ер-һыу өсөн яуаплылыҡ тойғоһон нисек үҫтерергә? Нисек ғәм уятырға? Халыҡ йәшәгәндә был һорауҙар һәр саҡ үҙәктә ҡаласаҡ. Ә ҙур маҡсаттарға туған тел аша ғына өлгәшергә мөмкин, йәғни тәү сиратта рухты үҫтерергә, милләтте бөйөк итергә кәрәк. Ошо бурысты ул үҙ өҫтөнә алған, шуға хеҙмәт иткән туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының эше бик тә изге. Башҡа фәндәр буйынса уҙғарылған саралар ҙа туған телебеҙҙә шулай уҡ яңғырап торһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары күтәргән “Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү ҡеүәһен һәм бәйләнешле телмәрен үҫтереү, камиллаштырыу” мәсьәләһе күпкә еңелерәк хәл ителер ине.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә