Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Клубта йылы буласаҡ

Аҫылғужа ауылында урындағы көс менән бер нисә урамда ремонт тамамланһа, Яуын ауылы клубына тиҙҙән "зәңгәр яғыулыҡ" үткәреләсәк.

Былтыр ауыл халҡы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәйес Күскилдин менән осрашыуҙа ошо проблема хаҡында бәйән иткән. Власть вәкиле ярҙам итергә вәғәҙә биргән һәм һүҙендә торған: күптән түгел урындағы "Газ-сервис", "Дыуангаз" һәм Ҡыйғы район энергия селтәрҙәре ойошмалары хеҙмәткәрҙәре газ торбалары үткәргән, әле клубта ремонт бара.
"Беҙҙең Ҡыйғы".


Лайыҡлылар онотолмай

Дауахана ҡаласығында төбәктә киң билдәле табип-терапевт Лидия Кукаринаға мемориаль таҡтаташ асылды.

Ул оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән һәм ҡаланың һаулыҡ һаҡлау тармағына етәкселек иткән кеше. Эшләгән йылдарында ҡаланың дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленгән. Лидия Николаевна – Белорет ҡалаһы халҡының һаулығын һаҡлау өсөн күп көс түккән кеше. Әйткәндәй, уның балалары һәм ейәндәре изге эшен дауам итә: шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй.
"Белорецкий рабочий".


Ҡалышмайбыҙ!

Лондонда барған Олимпиаданы Ағиҙел пенсионерҙары үҙҙәренсә тәбрикләне: улар тәбиғәт ҡосағында бергә йыйылып, һаулыҡ нығыта торған спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнде.

Олимпия уйындары тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, оло йәштәгеләр күнекмәләргә күсте. Ғөмүмән, физик яҡтан ныҡлы кешеләрҙең күңеле көр, кәйефе шәп була – сара барыһына ла оҡшаны һәм киләсәктә уны даими үткәрергә ниәтләйҙәр.
"Ағиҙел уттары".


Афарин!

Ҡаланың йәш йондоҙсоғо Алиса Йомағәлиева Санкт-Петербургта үткән "Планетаның киләсәге" балалар һәм үҫмерҙәр ижадының конкурс-фестивалендә бер нисә номинацияла еңеп, лауреат исемен яулап ҡайтты.

Һәләтле ҡыҙ эстрада вокалын үҙ итә, быға тиклем дә төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеү яулаған. Унан тыш, Алиса бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә, уның һәр сығышы бәләкәй генә спектаклгә әүерелә. Ҡыҙҙың исеме "Һәләтле балалар – Рәсәйҙең киләсәге" Бөтөн Рәсәй энциклопедияһының дүртенсе сығарылышына индерелгән.
"Выбор", Салауат ҡалаһы.


Үрмәксенән күрмәксе...

Йәйҙең эҫе булыуы Башҡортостанда быға тиклем осрамаған бөжәктәрҙең үрсеүенә килтерә.

Миҫал өсөн, кешеләр көньяҡта йәшәүсе, йыртҡыс бөжәктәр отрядына ҡараусы суфый сиңерткәһен, ҡара-аҡ-һары һыҙатлы зебра-үрмәксен – аргиоптарҙы, хатта ҙурлығы менән ҡотто осороусы тарантулаларҙы ла осратҡылайҙар. Белгестәр экзотик бөжәктәр аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауар ташыусы автомобилдәргә йәбешеп килгәндер, тигән фекерҙә. Яраҡлашырлыҡ шарттарға эләккәс, уларҙың үрсей башлауына аптырарға түгел.
"Өфө үҙәндәре".


Малайҙар еңде!

Йыл башынан Ҡырмыҫҡалы районында 383 бала донъяға килгән.

Уларҙың 61-е июль айында тыуған. Сабыйҙарҙың күбеһе – буласаҡ Ватан һаҡсылары (37), 24-е – ҡыҙҙар.
"Даирә".


Яҡташтар һынатманы

Салауат районында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туристик күп төр көрәш буйынса республика чемпионаты үтте. Унда Туймазы ҡалаһы командаһы ла ҡатнашты.

Дәрт-дарман янында тырышлыҡ булғанда, мөмкинлектәрҙең сикле булыуы әллә ни ҡурҡыныс түгел: Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған 28 команда ағзалары һыу һәм йәйәүле туризм, ориентир алыу, инвалид коляскаһын йөрөтөү оҫталығы, тыуған яҡ буйынса викторина, йыр һәм башҡа бәйгеләрҙә көс һынаны. Бәғзеләр аш-һыу әҙерләү оҫталығын да күрһәтте. Яҡташтарыбыҙ етенсе урынға лайыҡ булды. Хәйер, бәйгелә еңеү түгел, ҡатнашыу-аралашыу мөмкинлеген файҙаланыу мөһим.
"Туймазы хәбәрҙәре".
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә