Клубта йылы буласаҡАҫылғужа ауылында урындағы көс менән бер нисә урамда ремонт тамамланһа, Яуын ауылы клубына тиҙҙән "зәңгәр яғыулыҡ" үткәреләсәк.
Былтыр ауыл халҡы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәйес Күскилдин менән осрашыуҙа ошо проблема хаҡында бәйән иткән. Власть вәкиле ярҙам итергә вәғәҙә биргән һәм һүҙендә торған: күптән түгел урындағы "Газ-сервис", "Дыуангаз" һәм Ҡыйғы район энергия селтәрҙәре ойошмалары хеҙмәткәрҙәре газ торбалары үткәргән, әле клубта ремонт бара.
"Беҙҙең Ҡыйғы".
Лайыҡлылар онотолмайДауахана ҡаласығында төбәктә киң билдәле табип-терапевт Лидия Кукаринаға мемориаль таҡтаташ асылды.
Ул оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән һәм ҡаланың һаулыҡ һаҡлау тармағына етәкселек иткән кеше. Эшләгән йылдарында ҡаланың дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленгән. Лидия Николаевна – Белорет ҡалаһы халҡының һаулығын һаҡлау өсөн күп көс түккән кеше. Әйткәндәй, уның балалары һәм ейәндәре изге эшен дауам итә: шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй.
"Белорецкий рабочий".
Ҡалышмайбыҙ!Лондонда барған Олимпиаданы Ағиҙел пенсионерҙары үҙҙәренсә тәбрикләне: улар тәбиғәт ҡосағында бергә йыйылып, һаулыҡ нығыта торған спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнде.
Олимпия уйындары тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, оло йәштәгеләр күнекмәләргә күсте. Ғөмүмән, физик яҡтан ныҡлы кешеләрҙең күңеле көр, кәйефе шәп була – сара барыһына ла оҡшаны һәм киләсәктә уны даими үткәрергә ниәтләйҙәр.
"Ағиҙел уттары".
Афарин!Ҡаланың йәш йондоҙсоғо Алиса Йомағәлиева Санкт-Петербургта үткән "Планетаның киләсәге" балалар һәм үҫмерҙәр ижадының конкурс-фестивалендә бер нисә номинацияла еңеп, лауреат исемен яулап ҡайтты.
Һәләтле ҡыҙ эстрада вокалын үҙ итә, быға тиклем дә төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеү яулаған. Унан тыш, Алиса бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә, уның һәр сығышы бәләкәй генә спектаклгә әүерелә. Ҡыҙҙың исеме "Һәләтле балалар – Рәсәйҙең киләсәге" Бөтөн Рәсәй энциклопедияһының дүртенсе сығарылышына индерелгән.
"Выбор", Салауат ҡалаһы.
Үрмәксенән күрмәксе...Йәйҙең эҫе булыуы Башҡортостанда быға тиклем осрамаған бөжәктәрҙең үрсеүенә килтерә.
Миҫал өсөн, кешеләр көньяҡта йәшәүсе, йыртҡыс бөжәктәр отрядына ҡараусы суфый сиңерткәһен, ҡара-аҡ-һары һыҙатлы зебра-үрмәксен – аргиоптарҙы, хатта ҙурлығы менән ҡотто осороусы тарантулаларҙы ла осратҡылайҙар. Белгестәр экзотик бөжәктәр аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауар ташыусы автомобилдәргә йәбешеп килгәндер, тигән фекерҙә. Яраҡлашырлыҡ шарттарға эләккәс, уларҙың үрсей башлауына аптырарға түгел.
"Өфө үҙәндәре".
Малайҙар еңде!Йыл башынан Ҡырмыҫҡалы районында 383 бала донъяға килгән.
Уларҙың 61-е июль айында тыуған. Сабыйҙарҙың күбеһе – буласаҡ Ватан һаҡсылары (37), 24-е – ҡыҙҙар.
"Даирә".
Яҡташтар һынатманыСалауат районында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туристик күп төр көрәш буйынса республика чемпионаты үтте. Унда Туймазы ҡалаһы командаһы ла ҡатнашты.
Дәрт-дарман янында тырышлыҡ булғанда, мөмкинлектәрҙең сикле булыуы әллә ни ҡурҡыныс түгел: Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған 28 команда ағзалары һыу һәм йәйәүле туризм, ориентир алыу, инвалид коляскаһын йөрөтөү оҫталығы, тыуған яҡ буйынса викторина, йыр һәм башҡа бәйгеләрҙә көс һынаны. Бәғзеләр аш-һыу әҙерләү оҫталығын да күрһәтте. Яҡташтарыбыҙ етенсе урынға лайыҡ булды. Хәйер, бәйгелә еңеү түгел, ҡатнашыу-аралашыу мөмкинлеген файҙаланыу мөһим.
"Туймазы хәбәрҙәре".
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.