Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаман яратам…
Хәтирәләр ҡапҡанынан нисек ысҡынырға?

Әлеге хатты яҙыр алдынан оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Танымаҫтармы, көлкөгә ҡалмаҫмынмы, тип ҡурҡам. Шулай ҙа тәүәккәлләргә булдым, сөнки күңел тыныслығын юғалттым. Артабан нисек йәшәргә белмәйем.
Төпкөл районда ғүмер итәбеҙ. Психологтан консультация алыу мөмкинлеге юҡ. Шуға ла Зәйнәп Назарова миңә һәйбәт кәңәш бирер, селпәрәмә килергә торған ғаиләмде һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип өмөтләнәм.
Иремә лә, үҙемә лә 35 йәш. Ғаилә ҡороуыбыҙға ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ике бала тәрбиәләйбеҙ. Ҡыйынлыҡ менән яңы йорт һалып сыҡтыҡ, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайбыҙ. Инде донъябыҙ бөтәйҙе, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп кенә йәшәр саҡ етте, тип уйлағайным, миңә үткәндәр тынғылыҡ бирмәй башланы. Йәш саҡта һөйгән егетемде һағынам. Беҙ уның менән дүрт йыл осраштыҡ. Беренсе мөхәббәт онотолмай, тиҙәр, ул минең өсөн ҡәҙерле кеше булды. Хәрби хеҙмәттән яҙған хаттарын әле булһа һандыҡ төбөндә һаҡлайым. “Һағынам, яратам!” – тигән һүҙҙәрен уҡығанда, күҙ йәшләнә. Хеҙмәттән ҡайтҡас та, туй үткәрербеҙ, ул минең эргәгә ҡалаға күсер, тигәнерәк пландар ҡорҙоҡ. Ата-әсәһе мине һоратырға килде. Егетем ҡайтыуға, никах, туй үткәрербеҙ тип һөйләшеп ҡуйҙылар.
Ике яҡ та туйға әҙерләнә башланы. Тик бәлә көтмәгәндә килде. Поезда ҡайтып барғанда егеттәр һуғышып, Рәмилдең башына нимә менәндер ныҡ һуҡҡан. Ҡайтҡас, ул оҙаҡ ҡына дауаланды. Ябыҡты, күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Һаулығы тамам ҡаҡшаны. Табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуйғас, Рәмил бөтөнләй үҙ-үҙенә ябылды, һөйләшмәҫ булды. Эргәһенә килһәм, гел ҡыуа торғайны.
– Ауырыу ир һиңә нимәгә! Кит, башҡа килеп йөрөмә! Һине күргем килмәй! – тип күңелде ҡырҙы. Операциянан һуң оҙаҡ карауатта ятты. Бер йылдан һуң ғына аяҡҡа баҫты. Тик был кешелә мин элекке һөйгән йәремде танымай инем инде. Һыҙланыуҙарға түҙә алмайынса, Рәмил аҫылынды. Уны ерләргә бөтөн ауыл халҡы йыйылды. Һөйгәнем менән бергә үҙем дә үлгәндәй булдым. Тик атай-әсәйемде уйлап ҡына, уның артынан китергә ҡыйманым. Уҡыуымды дауам иттем, диплом алдым. Ауыл мәктәбенә практикаға ҡайтҡанда, әлеге тормош иптәшем Ғәзиз менән таныштым.
Ул бик һылыу, аҡыллы ир. Ышаныслы кеше. Балаларға һәйбәт атай. Ғаиләләре лә матур. Ҡайным менән ҡайным миңә “килен” тип өҙөлөп тора.
Элек донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, балалар бәләкәй саҡта Рәмил тураһында әллә ни уйламай ҙа торғайным. Ҡайһы саҡта ул төштәремә инде. Алда торған ҡыйынлыҡтар тураһында иҫкәртте. Тик һуңғы өс йыл хәтирәләрем мейемде гел сүкеп тора. Иремде лә гел Рәмил менән сағыштырам. Ул булһа, былай тип әйтмәҫ ине, тегеләй эшләмәҫ ине, тип уйлайым. Гел кис еткәнен көтәм, сөнки башымды яҫтыҡҡа терәгәс тә, һөйгән йәрем менән етәкләшеп болон-ҡырҙар иңләргә сығып китәм, әллә ҡайҙарға сәйәхәт ҡылам. Шуға ла тормошом тоноҡланғандай булды. Мине бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай, ҡыуандырмай. Бөтөн эште лә автоматта башҡарам. Үҙемде аҡылдан яҙып барған кеше һымаҡ хис итәм. Күңел торошомдо ирем дә күрә. Тәүҙә, һин ғашиҡ булдыңмы әллә, тип шаярта торғайны, хәҙер иһә ҡайҙа осоп йөрөйһөң ул, күктән ергә төш, тип әрләй башланы. “Һин мине яратмайһың”, “минең менән ҡыҙыҡһынмайһың” тип үпкәләй.
Ә был, ысынлап та, шулай. Мин бары тик уның ҡатыны ролен уйнайым ғына һымаҡ. Артабан былай йәшәп булмай. Нимә эшләргә миңә?
Айгөл.


Һаман яратам…Зәйнәп НАЗАРОВА,
психолог:

— Беренсе мөхәббәт һәр кемдең хәтерендә матур иҫтәлек булып ҡала. Тик нисәмә йылдан һуң да ул онотолмай, тулы тормош менән йәшәргә ирек бирмәй икән, был, шикһеҙ, борсоулы сигнал булып тора. Айгөл, һин “психологик ҡапҡан” тип атаған күренешкә дусар булғанһың.
Был хәл кешенең теге йәки был сәбәп арҡаһында ысынбарлыҡты дөрөҫ ҡабул итмәүенән, хәл-ваҡиғаға дөрөҫ баһа бирә алмауынан, проблемаларҙан үҙ донъяһына бикләнеп йәшәй башлауынан килә. Минеңсә, тормош иптәшегеҙ күңелегеҙҙе ҡырған. Уға ҡарата йылы мөнәсәбәттәрегеҙҙе ҡаҡшатҡан ваҡиғаны хәтерләгеҙ һәм ирегеҙҙе ғәфү итергә тырышығыҙ. Психологик ҡапҡанға эләгеүҙең төп сәбәбе – хистәрҙең аҡылды томалауы. Шуға ла кеше үҙенең яңылыш йәшәүен күп осраҡта аңламай.
Һеҙҙең диагноз “ыңғай үткәндәр ҡапҡаны” тип яңғырай. Үткән тормошоғоҙҙо һағынып иҫкә алаһығыҙ. Һөҙөмтәлә, бәхетле көндәрегеҙ, ҡыуаныстар артта ҡалған һымаҡ тойола. Кешенең булмышын һағыш биләп ала, ысынбарлыҡта бөгөнгө көндөң матурлығын тойоу хисе кәмей, киләсәккә ышаныс юғала.
Әлеге тормошоғоҙға күҙ һалайыҡ: һау-сәләмәт балаларығыҙ бар, ирегеҙ аҡыллы, һәйбәт кеше. Эсеп, боларып, туҡмап, көнләшеп кәмһетмәй. Хоҙай биргән ошо бәхетте күрмәй йәшәү мөмкинме һуң?! Әле һуң түгел. Ваҡиғаларҙы үҙгәртергә кәрәк. Балаларығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Уларға дәрес әҙерләшегеҙ, бергәләп китаптар уҡығыҙ, уйнағыҙ. Хәләл ефетегеҙҙе гел йылмайып ҡаршылағыҙ, хәлдәрен һорашығыҙ. Йышыраҡ бергәләп ҡайҙалыр сығырға тырышығыҙ. Был ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе нығыта.
Хис-тойғоға бирелмәй генә, айыҡ аҡыл менән уйлап ҡарағыҙ: һеҙгә нимә ҡәҙерлерәк? Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ, уларға бәйле хәтирәләрме, әллә һеҙҙе, ата-әсәһен йәлләмәй, үҙ-үҙенә ҡул һалған егетме?
Ҡапҡандан ысҡыныуҙың беренсе шарты – ысынбарлыҡҡа айыҡ аҡыл менән ҡарау. Дөрөҫ баһа биреү. Ғаилә альбомдарын ҡайтанан ҡарап сығығыҙ. Бөгөнгө көн менән йәшәгеҙ. Әлеге торошоғоҙ һаулығығыҙға ҙур зыян килтерәсәк. Нервылар ҡаҡшай, депрессияға килтерә. Көндәлек аралашыуҙа ла күңел торошоғоҙ ҙур ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Быны үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙ. Ирегеҙ менән мөнәсәбәттәр ошо ҡатмарлыҡтар арҡаһында боҙолған да инде. Һеҙгә тормошоғоҙҙо яңынан башларға кәңәш итәм. Тәү сиратта һандыҡта һаҡланған хаттарҙан башлағыҙ…
Һеҙгә биргән кәңәштәр, Айгөл, ауыр эште башлар өсөн генә булды. Һеҙ – аҡыллы ҡатын. Һауығыуға тәүге юлды эшләгәнһегеҙ — үҙегеҙҙең күңел торошоноң сәләмәт түгеллеген аңлағанһығыҙ. Барыһы ла һеҙҙең ҡулда. Бөгөндән тормошоғоҙҙо үҙгәртеүгә тотоноғоҙ. Нимәлер килеп сыҡмаһа, яңынан бәйләнешкә инегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 23

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 48

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 29

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 27

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 30

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 48