Ауылды һыртлап үткән берләм юл һаман төпкә, йәм-йәшел күлдәген кейгән эреле-ваҡлы ҡыуаҡтарҙы ситләп, бейек-бейек уҫаҡ, ҡарама, өйәңке, һирәк-һаяҡ ҡына күренгеләгән имән ағастары үҫкән йылға буйына алып китте. Өйөнән сыҡмай ултырған кеше генә йәйге сәхрәнең хозурлығын күрмәй ул. Аяҡ аҫтындағы ҡуҙғалаҡ өйөмдәрен тапауҙан ҡурҡып, машина ишегенән сыҡҡан ерҙә үк туҡтап ҡалдыҡ. Аллы-гөллө сәскәгә күмелгән бәләкәй генә аҡланда ғына ла күҙе таныған кеше мең төрлө дарыу үләнен йыйыр.
Сеү! Сут-сут, сут-сут... Кә-күк, кә-күк... Эй, тыуған яҡҡайымдың ошо ғәзиз ҡошҡайҙарының һайрауы ғына ла ни тора! Форсат булһа, сәғәттәр буйы тыңларға мөмкин уларҙы. Тик... эш көтмәй. Ошо хозур тәбиғәт мөйөшөнә һыйынған умарталыҡтарында үҙҙәренең бал ҡорттарынан бер ҙә кәм эшләмәгән хужалар көтә бит беҙҙе. Бер нисә көн алдан уҡ киләсәгебеҙ тураһында хәбәр иткәйнек уларға. Яңы Юл ауылын урап үткән берләм юлға төшһәгеҙ, нәҡ беҙгә килеп сығасаҡһығыҙ, тип иҫкәрткәйне Әнүәр ағай. Анау алда һайғауҙар менән уратып алынған биләмә, моғайын да, уларҙыҡылыр, туҡтайыҡ шунда.
Аяҡтарыбыҙ ергә баҫыуы булды, кәртә аръяғындағы ҙур эт, үҙенең бында хужа икәнлеген белдереп, абалап ҡаршы алды. Уның тауышына умарталар араһында мәж килгән аҡ кейемдәге Әнүәр ағай менән Миңлейыһан апай ҡапҡаға ыңғайланы. Ҡарасәле, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуып барған кешеләр тип кем әйтер уларҙы, ҡайһылай етеҙ аҙымдары!
— Маҡтап киләһегеҙ, әйҙүк-әйҙүк! — тип ҡаршыланы бер ауыҙҙан беҙҙе татыу пар. Хужалары ихлас ҡаршы алғас ни, эт тә тымды. Ҡойроғон болғап, аҡыллы күҙҙәре менән тын ғына беҙҙе күҙәтеүен дауам итте.
— Үтегеҙ, үтегеҙ, ҡурҡмағыҙ, беҙҙең ҡорттар ҙа аҡыллы — ят кешегә теймәй... Сәйеңде шыжлатып ебәр, Йыһан. Ҡунаҡтар һыуһағандыр, — тип хужа беҙҙе биләмәһенең түренә саҡырҙы. — Һеҙ урынлаша торғансы мин ярҙамсыларыма йомош ҡушып киләйем, ни эшләйек тип аптырашып тормаһындар.
Умартасы кейемен ҡайһы арала сисеп ташлағандыр: сәскәле күлдәгенең итәген елберҙәтеп, йүгереп йөрөп сәй табыны әҙерләгән арала Миңлейыһан апай умартасы хеҙмәтенең емеше татлы булһа ла, күпме әсе тир түгеп табылыуы тураһында бәйән итте.
— Апрелдән алып октябрь аҙағына тиклем ошонда үтә беҙҙең ғүмер. 7 ноябрҙән һуң ғына, ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа япҡас ҡына, иркенләп тын алып ҡалабыҙ. Өлкәнәйтте инде, булышмайыҡ та ҡуяйыҡ, тип тә һөйләшкән саҡтар булды, әммә бер өйрәнгән шөғөлдән бер ҙә айырылғы килмәй шул. Аҡсаһы өсөн түгел, күңел өсөн бит ул был эш. Үҙебеҙҙең биш баланы оябыҙҙан осорҙоҡ та бына хәҙер бал ҡорттарын бәпәй урынына бағабыҙ. Үҙҙәрен ныҡ яратҡанғамы икән, улар ҙа беҙгә шулай ихлас яуап бирә. Тере йән бит, бахырҙар, беҙҙең кәйефте, сәләмәтлек торошон һиҙеп, тойоп торалар. Ҡайһы берҙә бил-аяҡтар, үҙҙәрен белдереп, шығырҙай башлаһа, ҡорттар бер ҙә ыңғырашып ултырырға бирмәй, йүгерергә мәжбүр итә. Унан инде ауырыу-сирҙәребеҙҙе онотҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ, — тип хужабикә алдыбыҙға төрлө тәмлекәстәрен теҙҙе. — Балалар, бына ҡуҙғалаҡ бәлешенән ауыҙ итегеҙ. Хоҙай биргән миҙгел ризығы бит ул. Уның да ғүмере ҡыҫҡа, тиҙҙән ҡата ла башлар инде. Балаларым да ауыҙ итһен тип, үҙебеҙҙең Иҫәнғолда, Үргендә, Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙарыма, ейән-ейәнсәрҙәремә лә бәлештәр бешереп ебәрәм. Саматым ғына ауыҙ итә алмай ҡала инде быйылғы ҡуҙғалаҡтан.
— Әҙерәк төтөн һалайым, юғиһә быйыл серәкәй һәләк күп, тынғы бирмәҫтәр ул, — тип, беҙҙең янға килеп тә еткән Әнүәр ағай усаҡ тоҡандырып, уға йәш үлән өҫтәне. Ысынлап та, тиҙҙән тирә-яҡҡа ҡуйы булып таралған әсе төтөн еҫенә безелдәктәр, әйтерһең дә, иреп юҡҡа сыҡты.
Сәй эскән арала хужа менән хужабикәнең үҙ телдәре менән һөйләп биргән матур яҙмыш китабы биттәренән алынған иң күркәм ваҡиға, хәл-күренештәре күңелдәргә инеп урынлашты ла ҡайһылыр мөйөшөн һаман да йылытып торған кеүек...
Үткән быуаттың 60-сы йылдар башы. Илебеҙ һуғыштан һуң яйлап аяҡҡа баҫып килгән осор. Ишле ғаиләнән сыҡҡан Миңлейыһан апай, буй еткереп, тегеү фабрикаһында эшләп йөрөгән еренән, Стәрлетамаҡта уҡытыусылар курсы асыла икән, тигән хәбәрҙе ишетеп, мастеры менән шул турала кәңәшләшә. “Аҡсаң бармы һуң? Атайың ярҙам итә алырмы?” — тип һорай кәңәшсеһе. Ҡайҙан булһын инде күп балалы атайҙарының аҡсаһы, эшләп йөрөүсе Миңлейыһан үҙе уларға ярҙам итә бит. Тиҙҙән Ауырғазы һылыуы, коллективы менән хушлашып, Стәрлетамаҡта уҡытыусылыҡ һөнәрен үҙләштерә лә башлай.
— Бер-ике көн уҡығайныҡ, класҡа бер егет килеп инде лә буш партаға барып ултырҙы. Дәфтәремде һорап алып, лекциялар менән таныша башланы. Шул саҡ дәрес башланыуға ҡыңғырау шылтыраны. Дәфтәремде алайым тип, был егеткә боролһам, ул миңә дәфтәремде бирмәҫкә итә, үҙенең эргәһенән урын күрһәтеп ҡул болғай. Күсеп ултырҙым. Бына шул ваҡыттан алып беҙ бергә инде, — тип ҡәнәғәт йылмайып һөйләгәйне хужабикә. — Курс тамамланыуға Әнүәр мине үҙҙәренә саҡырҙы. “Беҙҙең яҡтар шул тиклем матур, бер күрһәң, ташлап китә алмаҫһың”, — тип ҡыҙыҡтырҙы ул.
Самолет менән килеп төштөк Ейәнсураға. Әнүәрҙең тыуған ауылы Сиреғол, ысынлап та, бигерәк йәмле урында урынлашҡан: урман-тауҙар, йылғалар, шишмәләр... Дөрөҫ әйткән егет: ғашиҡ булдым да ҡуйҙым үҫәргәндәр еренә. Әсәһе, туғандары бик ихлас ҡаршы алды. Ул йылдарҙа туй үткәрергә боло ҡайҙа: никахлаштыҡ та бергәләп тормош һәм эш юлын башланыҡ. Шул көндән алып мин Ейәнсураға һәм Әнүәр ағайығыҙға тоғромон. Бергә йәшәүебеҙгә илле йыл да булып киткән. Ошо матур ваҡиғаны бар балаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы саҡырып билдәләмәк булдыҡ.
— Беҙҙе, математика уҡытыусыларын, тәүҙә Ҡужанаҡ ауылына ебәрҙеләр. Резидә менән Әлиәбеҙ шунда тыуҙы. Диләбеҙ менән Саматыбыҙ — Сиреғолда, кинйәбикәбеҙ Айгөл Иҫәнғолда донъяға килде. Итәк тулы бала менән Миңлейыһан апайығыҙ ситтән тороп юғары белем алыуға ла өлгәште. Мин иһә Сибай ауыл хужалығы техникумын тамамланым да уҡытыусылыҡ һөнәренә нөктә ҡуйҙым. Күберәк ғүмерем колхоз эшендә үтте. Бер көн иҫәпләп ултырам да, баҡһаң, ун туғыҙ йыл ғүмеремде профком эшенә бағышлағанмын икән. Гел кешеләр араһында, хатта алғы һыҙыҡта тип әйтергә лә мөмкин, үткән ғүмер юлым, — тип һүҙгә ҡушылып, ҡатынының һүҙҙәрен йөпләп ҡуйғайны хужа. — Әле килеп кенә шуны аңланым: эш, эш тип, балаларыбыҙ янында бик әҙ булғанбыҙ. Миңлейыһан дәрестәрҙән һуң гел генә йәмәғәтселек эшендә юғалыр ине. Агитатор, пропагандист, лектор һәм тағы ла әллә күпме эш көтөр ине уны. Бөтә ғаилә, хужалыҡ эштәре, мал ҡарау, шулай уҡ кесе туғандарын бағыу оло ҡыҙҙарыбыҙ иңенә төштө. Нисек итеп яҡшы уҡырға өлгөргәндер улар, сөнки ишле ғаиләбеҙ мәшәҡәттәренең күп өлөшөн улар башҡарған булған бит.
— Әле һөйләшеп алабыҙ: кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына илтеп, кис алып ҡайтыу, аҙаҡ, мәктәпкә төшкәс, дәрестәрен ҡараштырыу тигән нәмәне хатта белмәгәнбеҙ ҙә — барыһын да ҡыҙҙарыбыҙ атҡарған. Үткән ғүмеребеҙҙе иҫкә төшөрә башлаһаҡ, Резидә менән Әлиәбеҙ балалыҡтан мәхрүм булған икән тип тә ҡуябыҙ. Ошолай эшләп үҫкәнгә лә әле улар замана ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, гөрләтеп донъя көтәләрҙер ҙә инде. Һоҡланыуыбыҙ сиктән ашҡан улар менән. Олобоҙ, үҙебеҙ һымаҡ, мәктәптә математиканан уҡыта. Әлиә бөтә ғүмерен сауҙа эшенә бағышланы. Егәрлелек, яуаплылыҡ кеүек күркәм сифаттары әле, үҙҙәре әсәй-өләсәй булғас та, ныҡ сағыла. Апайҙарынан күрмәксе, һеңле-ҡустылары ла олоно — оло, кесене кесе итә белә. Бер-береһе менән аралашып, ярҙам итешеп, шул уҡ ваҡытта беҙгә лә төп таяныс булып йәшәй улар. — Миңлейыһан апайҙың тауышында ҡыҙҙары менән ғорурланыу тойғоһо яңғырай.
90-сы йылдар башы. Ҡулы эш белгән, йөрәге төрлө һынауға әҙер булған, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтан ҡурҡмаған Әнүәр Ноғоман улы фермерлыҡ эшенә тотона. Дәүләт ярҙамы менән байтаҡ техникаға, ҙур ғына ер майҙанына эйә булып, дәртләнеп эш башлай. Тик сәсеүлегенең ауыл эргәһендә генә булыуы бәкәлгә һуға ла инде: ауылдаштарының малынан ҙур зыян күрә ул. Хәйер, Ейәнсурала ҡырсылыҡ эше агрономия хеҙмәте тарафынан да хәүефле тип танылған. Бер нисә йыл уңышҡа өлгәшә алмағас, фермер көс-тырышлығын икенсе юҫыҡҡа күсерә — умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Әйтергә кәрәк, яңы эше буш ерҙә генә башлап китеү артыҡ һөҙөмтә бирмәҫ ине: урындағы урман хужалығының умартасылығында байтаҡ йылдар эшләп тәжрибә туплауы Әнүәр ағай ғына түгел, ә Миңлейыһан апай өсөн дә артабан бик уң булып сыға. Икәүләп ең һыҙғанып тотона пенсияға сыҡҡан Рамаҙановтар умартасылыҡ кәсебенә. Хужабикә әйтмешләй, байыу өсөн түгел, ә ғүмер буйы кеше араһында ҡайнап эшләп, ҡапыл һил, тын тормошҡа сығып, албырғап ҡалған саҡта күңелде арбау өсөн бик йәтеш шөғөл булып сыға ул. Икенсе яҡтан, ҡунаҡҡа килгән ейән-ейәнсәрҙәрен тәбиғәт ҡосағында ял иттереү (Оло Эйек йылғаһы йәнәш кенә бит — рәхәтләнеп һыу ин, ҡыҙын), умартасылыҡ эшенә ылыҡтырыу ысулы ла ул. Өсөнсөнән, ҡунаҡ килһә, күстәнәскә бал биреп ебәреү мәртәбәле, шулай уҡ үҙҙәре ҡунаҡҡа барғанда ла бал ҡыҫтырып барыу күңелле.
— Йөҙгә яҡын күсем бар. Эше лә күп, шул уҡ ваҡытта көшө лә бар. Бал ҡорттарыбыҙ булмаһа, өйҙә сәләмәтлеккә һандырашып, зарланышып ултырыр инек. — 75 йәшлек Әнүәр ағайҙың тормошонан йәм, тәм табып йәшәүе һоҡландырҙы.
— Бер ҡышты йүтәлләп, сырхап сыҡтым. Яҙын ҡояшҡа, умарталыҡҡа сыҡҡайныҡ шәбәйҙем дә киттем, — тип иренең һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙы Миңлейыһан апай. — Әллә эшкә әүрәп, әллә, ысынлап та, тәбиғәт ҡосағында ауырыу онотоламы, сәләмәтлегебеҙгә зарланмайбыҙ. Шөкөр итеп кенә йәшәргә кәрәк. Балаларыбыҙҙың да тормош-көнкүреше һәйбәт булғас, шатланышып ҡына йәшәйбеҙ. Артабан да шулай йәшәргә яҙһын инде.
Тырыштарҙың тормошо ла етеш. Район үҙәгендә ҙур, матур йорттары бар уларҙың. Умарталыҡтарына йәнәшә булған Яңы Юл ауылында ла Әнүәр ағай 80 йәшкә етеп килгәндә бына тигән өй һалған. Ике ауыл һәм умарталыҡ араһында йөрөргә “Жигули”, “Калина” машиналары бар. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, рулдә үҙе йөрөй ир-уҙаман. Уның йәнәшендә һәр саҡ йылмайып, тормошонан ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан Миңлейыһан апай ултырыр. Юл ыңғайы туҡтап, ҡуҙғалағын, еләген, гөлйемешен, дарыу үләндәрен йыя улар.
Алтын да ғына икән был донъя,
Көмөш тә икән был донъя.
Ҡәҙерҙәрен белгән кешеләргә
Сәхрә лә генә икән был донъя, —
тип йырлағанын ярата Әнүр ағай ҡатынының. Уның Миңлейыһаны һәр үләндең исемен, сәләмәтлеккә йоғонтоһон биш бармағылай белә, оҫта ҡуллана, балаларына, туғандарына, күрше-күләненә лә тәҡдим итә. Өләсәләре-ҡартайҙарының шөғөл-ҡыҙыҡһыныуҙары ейәнсәрҙәре (туғыҙ ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар уларҙың) өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Тыуған тәбиғәтен, уның мөмкинлектәрен белеп үҫә бит улар.
Миңлейыһан апайҙың үлән сәйенең, Әнүәр ағай менән тир түгеп тапҡан балдарының тәме һаман да тел осонда. Ә ошо көндәрҙә бәхетле Рамаҙановтар үҙҙәренең бергә йәшәүенә 50 йыл тулыу ваҡиғаһын, күңелле һәм мул табын ҡороп, балалары һәм туғандары менән бергә билдәләне. Һуң булһа ла, тәбрикләүҙәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Әйткәндәй, бай рухлы, йомарт күңелле Рамаҙановтарҙың “Башҡортостан” гәзитенә яҙылмай ҡалғаны юҡ икән. Гәзиттең тиражын күтәреүҙә әҙерәк булһа ла ярҙамыбыҙ тейһен тип, улар, яҡындарына исемләп, дүрт дана баҫмаға яҙылды. “Ата-әсәһе гәзит-журнал уҡыған ғаиләлә балалар ҙа ҡыҙыҡһыныусан, зирәк булып үҫә бит ул. Быны үҙ тәжрибәбеҙҙән беләбеҙ”, — тигән һығымта яһаны улар бер ауыҙҙан.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.