Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мөхәббәтте хистәр тәрәнлеге менән үлсәмәйҙәр”
“Мөхәббәтте хистәр тәрәнлеге менән үлсәмәйҙәр”Эльвира менән ғаилә байрамында осраштыҡ. Нәҙек кенә билле, һылыу, мөләйем ҡатынды уратҡан дүрт бала бер туҡтауһыҙ уға хәбәрен һөйләй, һорауҙарын яуҙыра. Уларҙың был йәш ҡатынға “Әсәй!” тип өндәшеүе мине шул саҡ аптыратты. Ысынмы икән?

Бәхет бөрккән ғаиләләрен оҙаҡ ҡына күҙәтеп торғандан һуң, эргәләренә барып танышырға баҙнат иттем. “Барыһы ла һеҙҙекеме?” – тип һорайым, береһенән-береһе бәләкәй балаларға ымлап. “Эйе, барыһы ла”, – тине шат йылмайып Эльвира. Һары башлы малай шунда уҡ әсәһенең итәгенә һырынды. Минең менән һөйләшкән арала ҡатын бер туҡтауһыҙ уны башынан һыйпаны. Ә малай (исеме Роберт) бесәй балаһы һымаҡ уға һыйынып тик торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көндә иркенләп һөйләшергә форсат булманы. Байрам байрам инде, уның үҙ мәшәҡәттәре. Шулай ҙа, Әхтәмовтар ғаиләһе бүләк алырға тип сәхнәгә күтәрелгәс, улар тураһында мотлаҡ яҙырға кәрәк тигән фекергә килдем.
Тик Эльвираға әллә нисә тапҡыр шылтыраттым, ә ул һис тә бушай алмай. Бына тиҙҙән балаларҙы йәйге лагерға оҙатам, шунан һуң бер аҙ иркенерәк булырмын, үҙем шылтыратырмын, тине. Уның бәйләнешкә инеүен түҙемһеҙлек менән көттөм. Ниһайәт, осраштыҡ.
Уға ҡарап, һоҡланыуымды йәшерә алмайым. Буйға бәләкәй генә булһа ла, оло йөрәкле, батыр ҡатын ул. Теге мәл осрашҡанда уҡ ире менән дүрт баланы тәрбиәгә алырға йөрьәт иткән йәш кешеләргә иҫем киткәйне. Заман ҡатмарлы тип күптәрҙең бер-ике бала менән генә сикләнеүен, ҡайһы берәүҙәрҙең, яңы тыуған сабыйҙы артыҡ ауыҙ күреп, балалар йортона тапшырыуын, йәки бала табыу йортонда уҡ унан баш тартыуын, конвейер һымаҡ аборт эшләүсе медицина учреждениеларының көндән-көн күбәйеүен ниңәлер ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Ә бына дүрт баланы тәрбиәгә алыусы ғаилә күптәрҙә аптырау тойғоһо уята. Тәүге балаларын алып ҡайтҡанда, йәш ғаилә ҡайһы бер туғандары, дуҫтары тарафынан аңлау тапмай.
– Тәрбиәгә бала алыу тураһында 12 йәштәр тирәһендә үк уйлана башланым. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе йәлләй инем. Рөстәм менән тормош ҡороп, бергә йәшәй башлағас, буйға уҙа алмауым мине ныҡ тетрәндерҙе. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелдем. Хәҙер генә, Хоҙай миңә үҙ баламды бағыу бәхете бирмәгән икән, тимәк, ошо яралы йәндәрҙе тәрбиәгә алып, уларҙы бәхетле итеү бурысын ҡуйғандыр, тип уйлайым. Тағы ла үҙ балам булһа, тормошомда Тимур, Роберт, Изабелла, Света булмаҫ ине, тип Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәремде уҡыйым, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Балаларҙың характеры бәләкәйҙән атай-әсәй тарафынан һалына, тигән фекерҙәмен. Тап ихтыяр көсө уның артабан тормошта ниндәй кеше булыуын хәл итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йортонда тәрбиәләнеп, үҙаллы тормош көтә башлаған һәр унынсы йәш кеше үҙ-үҙенә ҡул һала, уларҙың күбеһе тормошҡа яраҡлашмай үҫә. Аралаша белмәү, ысынбарлыҡҡа баһа бирә алмау күп осраҡта уларҙың ғүмерҙәрен ҡыя. Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе һәр сабыйҙы уллыҡҡа йә ҡыҙ итеп алып булмай, әлбиттә. Шулай ҙа, ошо дүртәү өсөн тыныс шарттар тыуҙырып, уларҙы бәхетле итеү көсөнә эйәмен. Йәмғиәттәге һәр ғаилә бер баланы булһа ла тәрбиәгә алһа, балалар йортона ихтыяж ҡалмаҫ ине.
– Эльвира, беренсе баланы йортоғоҙға алып ҡайтыу мәлен хәтерләгеҙ әле. Нисегерәк булды ул?
– Оҙаҡҡа һуҙылған суд эштәре, бюрократик процедуралар тамамланғас, йүгерә-йүгерә белешмәләр йыйыуҙан туҡтаныҡ. Мин уйлағанса, был ул тиклем ауыр ҙа түгел икән. Ҡыйыныраҡ булыр, тип күҙаллағайным. Бына, ниһайәт, күптән көткән ҡәҙерле төргәк минең ҡулда! Малайға Тимур тип исем ҡуштыҡ. Уны беренсе тапҡыр күргәндә, үҙемде күктең етенсе ҡатында кеүек һиҙмәнем, хатта ҡыуанманым да шикелле. Әйтерһең, минең башҡа берәү күҫәк менән тондорған да шаңҡып ҡалғанмын. “Бына ошо балаға ҡарағыҙ ҙа ике көндән яуап бирегеҙ. Алаһығыҙмы, юҡмы?” – тинеләр. Албырғап ҡалдыҡ. Оҙаҡ һөйләштек, ярһып-ярһып беҙҙең яңылыш аҙымға барырға йыйынғаныбыҙҙы аңлатырға маташҡан туғандарыбыҙҙы тынысландырҙыҡ. Ошо ике көн эсендә бер нәмәне аңланым: хәҙер ошо баланы алмаһаҡ, ғүмер буйы уның артабанғы яҙмышы нисек булды икән, ниндәй ҡулдарға эләкте был бисара, тип уйланып ыҙалар инем. Тимурҙы алып ҡайттыҡ. Зәңгәр таҫма менән бәйләнгән төргәкте һүтеү менән тынысландым. Бөтә ағзалары ла теүәл, был — минең улым! Шулай ҙа юғалып ҡалдыҡ. Туғандарыбыҙ, дуҫтар беҙгә бер-беребеҙгә өйрәнергә ваҡыт бирҙе булһа кәрәк, шылтыратып йонсотоусы булманы. Әсәй роленә шунда уҡ башкөллө сумдым. Ирем өсөн эстән генә хәүефләнә инем. Булдырырмы? Көйөүҙәрем бушҡа булған. Ул да шунда уҡ иғтибарлы, яғымлы атайға әүерелде лә ҡуйҙы.
Әлбиттә, күршеләр, таныштар, хеҙмәттәштәр беҙҙең ҡапыл коляска менән йөрөй башлауыбыҙға аптыраны. Шуға ла тәүге көндән үк баланың уллыҡҡа алынғанын йәшермәнек. Бының тағы ла бер сәбәбе бар: әлегә тиклем тәрбиәгә бала алыу тураһында уйланмаған кешеләр, мин дә булдырам бит, беҙ ҙә балалар йортонан бәпес алайыҡ, тигән фекергә килмәҫме икән тип, был хәҡиҡәтте йәшермәйбеҙ. Баланың уллыҡҡа алыныуы сер булмаһа ла, барыһы ла бер тауыштан: “Ҡайһылай һеҙгә оҡшаған ул!” — тип тылҡый башланы. Әллә беҙгә был һүҙҙәрҙе ишетеүе ҡыуаныслы икәнен белепме, әллә аптырауҙарын йәшерер өсөнмө, аңлата алмайым. Ә Тимур ысынлап та йылдан-йыл беҙгә нығыраҡ оҡшай башлаған һымаҡ. Шулай ҙа был мөһим түгел. Мөхәббәтте хистәрҙең тәрәнлеге менән үлсәмәйем. Минеңсә, был тойғо башҡа кеше өсөн алған яуаплылыҡ менән үлсәнә.
– Тимурҙан һуң ғаиләгеҙгә Роберт өҫтәлгән. Был баланың наҙлы икәнен күреп хайран ҡалғайным. “Атай”, “әсәй” тип өҙөлөп тора.
– Роберттың тарихы үҙенсәлекле. Уны уллыҡҡа алыуға документтарҙы тиҙ арала йыйҙыҡ. Тик етәкселектә кадрҙар алмашыныу арҡаһында оҙаҡ көтөргә тура килде. Шул саҡ төш күрәм. Халыҡ шығырым тулы урам буйлап китеп барам, йәнәһе. Тирә-яҡ ҡараңғы. Ҡапыл асыҡ ергә килеп сыҡтым. Унда өҫтәлдәр ҡуйылған һәм олпат ағайҙар ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер тураһында һөйләшә. Бындай урынға килеп сығыуыма аптырап шаҡ ҡатып торғанда, ағайҙарҙың береһе ҡояш һымаҡ балҡыған бер баланы тотоп минең ҡаршыма килде лә: “Был баланың ата-әсәһе юҡ. Мә, һинеке булһын”, – тип ҡулыма тотторҙо. Шунан һуң уяндым да оҙаҡ уйланып яттым. Робертты алырға йыйынғанда, анкетала, сәстәре ҡуңыр-һары, тип яҙылғайны. Алып ҡайтҡайныҡ, сәстәре ҡыҙғылт-һары булып сыҡты. Өс ай бала үлем менән көрәште. Был еңеүҙән һуң сәстәре ҡапыл һарғайҙы һәм шунда мин теге төштә күргән баланы таныным!
Роберт киләсәктә яҙыусы булырмы икән? Төрлө уйҙырмаға ҡоролған хикәйәләр һөйләй. Уларҙы яҙып барам. Конструктор менән уйнарға пластилинды әүәләргә ярата.
– Малайҙарға күңелһеҙ булмаһын өсөн ҡыҙыҡай ҙа алып ҡайтырға булдығыҙмы?
– Изабелла — криминаль аборттан иҫән ҡалған ҡыҙ. Ғүмеренең тәүге көнөнән көрәшергә өйрәнгәнгәме икән, бигерәк шуҡ. Ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап тормай. Ул һүрәт төшөрөргә, бейергә ярата.
– Башҡа ғаиләләрҙән айырмалы, һеҙҙекендә балаларҙың апаһы Света иң һуңынан ғаилә ағзаһы булған.
– Изабелланың аяҡ арты еңел булды. Күп тә үтмәй, беҙгә Света күсеп килде. Урамға сыҡҡанда, балалар ҡаласығында беҙ уның менән гел һөйләшә торғайныҡ. Ҡыҙсыҡтың шулай уҡ балалар йортонан икәнлеге асыҡланды. Ата-әсәһе наркоман булған. Улар күптән вафат икән. Яңы ғаиләлә Света ерегеп китә алмаған. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул иң ауыр бала ине. Невроз, психоз, ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, алдашыу, урлашыу – барыһын да үтергә тура килде. Башҡалар ауырыһа ла, улай уҡ мәшәҡәт тыуҙырманы.
– Балаларҙың уллыҡҡа алыныуын һеҙ йәмғиәттән дә, иң мөһиме, уларҙан да йәшермәйһегеҙ. Был дөрөҫ аҙым, тип уйлайһығыҙмы?
– Дөрөҫтөр. Баланың сит булыуы мөмкин түгел. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың ошондай хәлгә тарыуы ихтимал. Сабыйҙың холҡо ла бала саҡта ярала. Тәрбиәгә нигеҙҙе һөйөү ярҙамында һалабыҙ, йә киреһенсә, битарафлыҡ күрһәтеп. Бала күңеленә ниндәй орлоҡ һалһаң, киләсәктә шул шытып сығасаҡ һәм был уның тормошонда ғына түгел, өлкәнәйгән ата-әсәнең дә тормошонда сағыласаҡ. Ошо хаҡта онотмаҫҡа кәрәк. Балаға ғүмер бирмәүебеҙ түгел, уның ғаиләлә көтөлгән, наҙланған булыуы мөһим!
Л. ҒАФАРОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ильгиз
    Ильгиз от 10.08.2012, 23:19
    калай шап интервью! Шундай йылы язылган. Рахатланеп укып сыктым. Ысынлап та, йаш булхалар за етем балаларзы бер гаилага туплап, аталы-инале итеп устерерга куркмагандар. Афарин! Ошондай гаилалар куберак булхын ине ул! Геройзар акса алыр осон тырышмай, балалар осон озола. Шуныхы ла бик мохим!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523