Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуҙар аға, йылдар уҙа, изгелектәр генә мәңгелек
Һыуҙар аға, йылдар уҙа, изгелектәр генә мәңгелекГүзәл затты Хоҙай Тәғәлә тормошто матурлау, йәмләү, нәҫел ебен дауам итеү өсөн яралтҡан. Тәбиғәттән йомшаҡ телле, үҙенсәлекле фекерләү ҡеүәһенә, дипломатияға, кешеләр менән аралашҡанда һығылмалылыҡҡа эйә ҡатын-ҡыҙ. Аҡыллы ҡатындар иңендә тағы ла бер мөһим бурыс ята: ғаилә мөхитендә лә, йәмәғәт кимәлендә лә улар тотороҡлолоҡ, тыныслыҡ, именлек урынлаштырыу, яҡындарының күңел бөтөнлөгөн ҡайғыртыу менән мәшғүл. Тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнешен уңышлы атҡарыуы, бар ғәме, уй-ниәте ғаиләһенең ҡотон арттырыуға, өйөн бөтәйтеүгә йүнәлтелеүе менән бәхетле лә, бөйөк тә улар.

Ғафури районының Һабай ауылында йәшәүсе Сәкинә Басирова ла ана шундай һоҡланғыс заттарҙан. Тормош иптәше Рәсүл ағай менән улар 44 йыл иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәй, биш бала үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырған. Бөгөн дә уларға терәк-таяныс булып, 11 ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
— Бынан 45 йыл элек Ҡормантау ауылынан Һабайға зоотехник булып эшкә килгәнем бөгөнгөләй күҙ алдында. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса ошо ауылға ебәргәйнеләр. Ике йыл ғына эшләйем дә китәм, тип килгәйнем, бында ғүмерлеккә төпләндем, — тип бәхетле йылмая Сәкинә апай.
Егермеһе лә тулмаған Сәкинәне тәү күреүҙән йөрәгенә ут ҡаба Рәсүлдең. Һап-һары оҙон сәсле, төпһөҙ зәңгәр күҙле, һомғол буйлы һылыуҡай ауылдағы күп егеттең һушын алғандыр. Әммә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған, ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән Рәсүл дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Баҫҡан ерендә ут сәсеп торған сая егет ҡыҙға артыҡ уйланырға ла бирмәй, өйләнешергә тәҡдим яһай. Никах уҡытып, туй үткәреп, йәштәр тормош арбаһына егелә.
Ир — энә, ҡатын — еп. Рәсүл Солтангәрәй улы уҡытыусылыҡ һөнәренә тоғро ҡалып, юғарынан ҡайҙа эшкә ебәрһәләр, шунда юллана. Тәүҙә Юлыҡ мәктәбендә уҡыта, унан Ҡауарҙыға күсәләр. Был мәктәптәрҙә күп йылдар директор булып эшләй, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, ауыл балаларын белемле, рухлы, тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫлыҡ көслө, зиһенле итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Сәкинә апай бер ат йөгө әйберен арбаға тейәп, ҡош-ҡортон, һыйырын алып, ире менән ауылдан ауылға күсенеп йөрөй, бер-бер артлы донъяға килгән балаларын да ҡарай, донъяһын да гөлдәй итеп көтә. Әсә кешенән балалар ҙа, ире лә иғтибар, тәрбиә талап итә. Сәкинә яратҡан эшен, йәйрәп ятҡан баҫыуҙарын ҡалдырып, тынысыраҡ эшкә — ире янына күсә, балаларҙы биология фәненән уҡыта. Тегеү-бәйләүгә, хужалыҡ эштәренә шәп булыуы бында ла ярап ҡала: ҡыҙҙарҙы хеҙмәт дәресенән уҡыта, уларҙы эшкә генә өйрәтеп ҡалмай, ә ысын ҡатын-ҡыҙ булыу серҙәренә төшөндөрә. Ул ваҡыттағы уҡыусылар, хәҙер инде үҙҙәре әсәй булған ҡыҙҙар, теген машинаһында эшләргә, балаҫ һуғырға өйрәткән, хужалыҡ өлкәһендә тағы ла әллә күпме ваҡ-төйәк яһау таһыллығы һалған Сәкинә апайҙарына фәһемле тормош мәктәбе өсөн әле лә рәхмәтле. Ул заманда онотолоп барған халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә лә семинарҙар уҙғара Сәкинә Басирова. Уҡыусыларының ҡул эштәре төрлө күргәҙмәлә маҡтала, баһалана.
— Бәләкәйҙән эшләп, хеҙмәт тәмен татып үҫте беҙҙең осор балалары. Ике малай, биш ҡыҙ инек ғаиләлә. Атай-әсәй көнө-төнө колхоз эшендә булды, беҙ үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күреп, ниндәй эш бар, шуға ҡурҡмайынса тотондоҡ. Йәйҙәрен биҙрә-биҙрә еләк йыйып һатып, аҡса эшләнек, кейергә кейем булманы — үҙем оҫта итеп тегергә өйрәндем. Мәктәпте тамамлаған йылда, иҫемдә, ҡышын кейергә өҫкө кейем юҡ ине. Аптырап торманым, иҫке һалдат шинеленән бына тигән пальто тегеп кейҙем. Тырышһаң, йүне табыла ул. Ғүмерем буйы башҡармаған эш, тотонмаған шөғөл ҡалмағандыр: кейеҙ баҫырға, балаҫ һуғырға өйрәндем, тире иләнем, балаларға барлыҡ өҫ кейемдәрен үҙем тектем, әле лә ейән-ейәнсәрҙәремә ойоҡбаш-бейәләй бәйләп кейҙерергә тырышам. Быйыл ҡыш дауамында балаларға тип 20 йөн юрған һырып ҡуйҙым. Ауылыбыҙҙа йәштәр байтаҡ, уларға өлгө булырға тырышабыҙ, беҙҙән дә арттырып мал тапһындар, гөрләтеп донъя көтһөндәр тип. Хәҙерге заманда тырышҡан кешегә матур йәшәү өсөн барлыҡ шарттар бар. Бер нисә йыл элек күпләп картуф үҫтереп һаттыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, ике һыйыр тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, — ти Сәкинә апай.
Ир-ат бәхете ҡатын-ҡыҙҙан тора. Рәсүл ағай ғүмер буйы яуаплы эштәрҙә эшләй, мәктәп директоры була, район, республика кимәлендә ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана... Әле лә ваҡытлы матбуғатты, сәйәси ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, тормош һулышын тойоп йәшәй ул. Әйткәндәй, “Башҡортостан” — Басировтарҙың яратҡан гәзите, тиҫтә йылдар дауамында улар республика тормошон тулы кимәлдә яҡтыртҡан олпат баҫмаға тоғро ҡала. Башкөллө эшкә сумған Рәсүл Солтангәрәй улы командировкаларҙан, район үҙәгендәге йыйылыш, семинарҙарҙан ҡайтып кермәй тиерлек. Балалар үҫтереү, тормош мәшәҡәттәре, донъя йөгөн тартыу — барыһы ла күбеһенсә Сәкинә апай иңенә төшә. Үлсәүгә һыймаҫлыҡ йөккә, һанап бөткөһөҙ мәшәҡәттәргә зарланмай, бар йөрәген мәктәптәге уҡытыу кимәлен күтәреүгә арнаған иренә терәк-таяныс булып, уның абруйын һаҡлап, рухи ынтылышын аңлап йәшәй ул. Ғаиләне ҡарау, яҡындарыңа йөрәк йылыһын өләшеү — ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә Хоҙай Тәғәлә тарафынан һалынған изге бурыс, тип иҫәпләй Сәкинә Басирова.
1988 йылда ғаилә Һабайға ҡайтып төпләнә, йорт һалып инә. Шул йылдарҙа Рәсүл ағайҙың тырышлығы менән ауылдағы башланғыс мәктәп туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Бюджеттан бер тин аҡса алмай, ул ваҡыттағы колхоз рәйесе Ғәли Кинйәбулатовтың ярҙамы менән яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. Йәй эсендә колхоз эшсәндәре менән берлектә, Басировтарҙың тырышлығы менән күркәм бина ҡалҡып сыға, көҙөн йөҙләгән бала тыуған ауылындағы мәктәп ишеген асып инә. Был изге эште атҡарып сығыуға ул саҡтағы КПСС-тың район комитетының беренсе секретары Ринат Тәминдәров та ҙур көс һала, ауыл халҡының мәктәп астырыу теләген хуплай.
Рәсүл Солтангәрәй улы Мәғариф министрлығы тупһаһын тапай-тапай астырыуға өлгәшкән мәктәп, үкенескә ҡаршы, 20 йылға яҡын эшләгәндән һуң, балалар һанының аҙлығына һылтанып, яңынан башланғысҡа тороп ҡала. Бөгөн ил күләмендә барған күренешкә — ҡулайлаштырыу һылтауы менән бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәрҙең күпләп ябылыуына — 35 йыл хеҙмәт стажы булған ветеран уҡытыусы, элекке мәктәп директоры ҡырҡа ҡаршы. “Мәктәп — ауылдың йөрәге. Мәктәп бөтһә, ауыл да бөтәсәк, яйлап юҡҡа сығасаҡ”, — тип әсенә Рәсүл Солтангәрәй улы.
— Шуныһы һөйөнөслө: балаларҙың бөтәһе лә тиерлек юғары белем алды, оло улыбыҙ Ғайса ике юғары уҡыу йортон тамамланы, ҡыҙҙарыбыҙ Шәүрә, Рәйсә, Зөлфиә беҙҙең юлдан китте — уҡытыусы һөнәрен һайланы. Тормошта үҙ юлын таптылар, юғалып ҡалманылар, үҙ иштәре менән ҡушарлап Өфөлә, Әбйәлилдә, Ғафуриҙа гөрләтеп донъя көтәләр, бала үҫтерәләр, ҙур йорттар һалып инделәр, һәр береһендә машина. Кесе улыбыҙ Фәйзиҙе генә башлы-күҙле итһәк, ата-әсәлек бурысын үтәнек тигән һүҙ. Донъябыҙ түңәрәк, күңелебеҙ бөтөн бөгөн, балаларыбыҙ шатлығына һөйөнөп йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр, — тиҙәр Басировтар.
Бөгөн йәмле Еҙем буйында урынлашҡан Ғафури районының Һабай ауылы халҡы һәүетемсә тормош менән йәшәй. Ауыл бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан (бында йәмғеһе 70-ләп йорт), өс йыл элек халыҡ тырышлығы менән мәсет асылған. Шуныһы һөйөнөслө: ололар ғына түгел, йәштәр ҙә иман йортона юлды һыуытмай.
...Яңы мәктәп асылған йылдарҙа, бынан егермеләп йыл элек, Сәкинә һәм Рәсүл Басировтар мәктәп уҡыусылары, балалары менән бергәләшеп юл буйына ҡарағай үҫентеләре ултыртҡан. Хәҙер инде был ағастар ылыҫ еҫе бөркөп, килгән-киткән кешене һоҡландырып, мөһабәт булып тора. Сәкинә апай менән Рәсүл ағай ошо юлдан үткән һайын гөрләп үҫкән урманға ҡарап, үҙҙәренең йәшлек йылдарын, эш тип янып йөрөгән дәүерен, балаларының бәләкәй сағын иҫләй. Эйе, йылдар уҙа, һыуҙар аға, ғүмер үтә, кеше эшләгән изге эштәр иһә халыҡ күңелендә мәңгелеккә тороп ҡала.
Луиза СӘЙФЕТДИНОВА.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 107

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 462

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528