Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асыҡларға ваҡыт!
Асыҡларға ваҡыт!Журналист Шамил Кучуковҡа асыҡ хат

Шамил мырҙам!
Мин (бәлә аяҡ аҫтында ята) етди генә имгәнеп ҡуйҙым. Ярты йылдан ашыу бүтән эшкә һәләтһеҙ булыуым сәбәпле, башлыса телевизор ҡарау менән сикләнергә мәжбүрмен. Башҡортостан юлдаш каналының һуңғы осорҙа ыңғай яҡҡа үҙгәргән даими селтәре һәм рубрикалары мине һоҡландыра.
Заманыбыҙҙың арҙаҡлы, эшлекле һәм халҡыбыҙға өлгө булырҙай яҙмышлы, ыңғай хис-тойғолар тыуҙырыусы кешеләренең эшмәкәрлеге, уңыштары хаҡында һөйләүегеҙ, уйланырға мәжбүр итеүсе проблемаларҙы ҡыҙыу бәхәстәр, фекер алышыуҙар формаһында алып барыуығыҙ — ҡыуаныслы күренеш. Һүҙ ҙә юҡ, телевидение журналистарының профессиональ кимәле бөгөн ярайһы юғары. Һинең тапшырыуҙарҙы ойоштороу, алып барыу манераңа ла, йәшәйешебеҙгә битарафһыҙ мөнәсәбәтеңдән дә бик ризамын.
Үҙәк телевидениены ҡарап барам. Башлыса мәғлүмәт биреүсе тапшырыуҙарҙы эҙләйем, сөнки минең йәштәге кеше өсөн күңел астырғыс шау-шыу ҡыҙыҡ түгел. Андрей Малахов алып барған “Пусть говорят” тапшырыуын ҡарарға тырышам. Илебеҙ Рәсәй киңлектәрендә тулып ятҡан ғибрәтле күренештәрҙе күңелем һәм зиһенем аша кисереп тетрәнәм. Тәүбә-тәүбә! Ниндәй генә мәғәнәһеҙлектәр юҡ халыҡ араһында. Эскелек, уйнаш, бала-сағаға булған аяуһыҙ мөнәсәбәт, мал сифатына еткән аҡылһыҙлыҡ, аҡыл, дини принциптар менән түгел, инстинкттар менән генә ғүмер итеү шул саҡлым үрсеп бара, йәнә бер ун-ун биш йылдан Рәсәй тик ашау-эсеү, уйын-көлкө, сепрәк-сапраҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай һәм теләһә ниндәй ысул менән дә идара ителеүгә риза ҡолдар иленә әүерелеүе ихтимал.
Яңыраҡ үҙәк телевидение каналдарының береһендә һөйләнелгән мәғлүмәт тә хәсрәтләндерҙе. Етди фекерле, ғилми дәрәжәле кешеләр һөйләй, шоу-бизнес вәкилдәре, экстрасенстар түгел. Шулар әйтә: йөҙәр йыллыҡ тарихы һәм тәжрибәһе, үҙ ҡанундары, кодексы, катехизисы булған йәшерен орден (ойошма) миф түгел, ул — ысынбарлыҡ. Улар үҙҙәрен “Донъя идаралығы” (“Мировое правительство”) тип һанай. Дөрөҫөрәге, һанай ғына түгел, донъя менән идара итеү улар ҡулында икән. 300 кешенән торған был йәшерен донъя хөкүмәте “Алтын миллиард” тип аталған тәғлимәт һәм идеалдың ижадсылары һәм пропагандалаусылары ла. Ер йөҙөндәге бөтөн илдәр һәм дәүләттәр ошо миллиардерҙар ҡаҙнаһын тулыландырыуға көс һала икән. Уларҙың төп ниәте — бөгөн донъя йөҙөндә йәшәгән 7 миллиард кешене 1 миллиардҡа ғына ҡалдырыу һәм, бөтә төр ресурстарҙы үҙҙәренә буйһондороп, теге 1 миллиард кешенән ҡолдар яһау. Бының өсөн был төркөм аҡса йәлләмәй. Яҡын Көнсығыштағы болалар уларҙың аҡсаһына ҡубарыла. Күрҙек бит инде, халҡы өсөн ни саҡлым изгелек эшләгән Каддафиҙы нишләттеләр. Туҡмап үлтерҙеләр ҙә ҡуйҙылар бит. Ә ул, ғаиләләрҙә бала тыуған һайын 7 мең доллар, һәр ғаиләгә йыл һайын мең доллар күләмендә, бизнес асам тигән кешегә 20 мең доллар (ҡайтарылыуһыҙ) ярҙам таратып, бушлай уҡытып, халҡын иркенлектә йәшәтеүгә өлгәшкәйне.
Әлеге идаралыҡтың емерткеслеккә аҡса һалыу даирәһенең йәнә бер өлкәһе — “секс революцияһы”. Дәүләттәр ҡоролошон ҡаҡшатыусы теге йәки был төҫтәге сәйәси акциялар эшмәкәрлеге лә бит күп кенә сығым талап итә. Донъя халҡының өстән ике өлөшөнөң ас-яланғаслыҡта йәшәүе уларҙы борсомай. Теге “секс революцияһы”н әйтәм, ҡатын-ҡыҙҙы бәйелһеҙлеккә, оятһыҙлыҡҡа, әҙәпһеҙлеккә өйрәтеүсе был йүнә-леште пропагандалау арзанға төшә тиһеңме? Был — туранан-тура милләттәр генофондының тамырҙарына балта сабыу, әлбиттә. Әҙәп-әхлаҡ тотҡаһы булаһы, балаларҙың киләсәге, уларҙың үҫеш сифаты хаҡына күңелен сарыф итәһе урынға, бөгөн байтаҡ ҡыҙ-ҡырҡын, йәше етер-етмәҫтән, тик тән ләззәтен алыу юлдарын эҙләүсе уйһыҙ йән эйәһе булып йәшәүҙән ҡурҡмай ҙа, оялмай ҙа.
Телегония тигән төшөнсә бар. Ул күп төрлө кеше менән енси мөнәсәбәткә ингән ата-әсәнән тыуған балаларҙың ата-әсәһенә түгел, бүтән кемгәлер оҡшап тыуыу һәм шул билдәһеҙ кешенең холҡон ҡабул итеү осрағы барлығын аңлата. Ә миллиардтар тауында ултырған килеш, тота килеп, донъя халыҡтары, дәүләттәрҙең бәкәленә һуғырҙай иҡтисади кризистарын ойоштороп, тотош илдәрҙе көрсөккә терәтеү? Эйе, изгелек менән яуызлыҡ көрәше үтә хәйләкәр һәм аяуһыҙ төҫ ала бара. Бөтә был шашыныуҙарҙың глобаль фажиғә менән тамамланасағы хаҡындағы етди һөйләшеүҙәр ҙә тетрәндерә...
Әммә яуызлыҡ булған ерҙә изгелек тә үҫешә бит ул. Үҙаңы, зиһене камил кешеләр рухи ҡиммәттәребеҙҙе яҡлау, хәйриә юлы менән ярҙамға ашығыу кеүек яҡшы эштәр ҙә ҡыла. Кешелек яҙмышы һәр тарихи осорҙа ла ана шул аҡ менән ҡара бизмәненең балансына бәйле ул. Шунһыҙ цивилизациялар эволюцияға өлгәшә алмай ниңәлер. Уныһын теге йәшерен хөкүмәт тә белмәй түгелдер, әммә матдилыҡ нәфсеһен аҙҙырған Рокфеллер, Ротшильд, Форд кландары, һыналған рухи ҡиммәттәрҙе инҡар итеп, аҡса культының өҫтөнлөгөн һәм арбағыс ләззәтен алға һөрә. Миңә аңлашылмай, ул тиклем аҡса нимәгә кәрәк икән дә, уны яуызлыҡҡа тотоноуҙың ниндәй ләззәте бар икән?
Шамил мырҙам!
Бер көн “Асыҡларға ваҡыт” тигән рубрикала башҡорт яҙыусылары менән һөйләшеү алып барыуыңды тыңланым. Шул тапшырыу уятҡан фекерҙәремде һиңә ошо хат аша белдереү теләге тыуҙы.
Тапшырыуҙың төп асыҡлар даирәһе заманабыҙ, алда телгә алынған шарттар юҫығында башҡорт яҙыусыларының урыны һәм роле хаҡында ине, минеңсә. Дөрөҫөн әйткәндә, тиҫтә йылдан ашыу самаһы Башҡортостан телевидениеһы яҙыусыларҙы экранға сығармау яғында булды. Хәйер, был телевидениеның ғына ғәйебе түгел ине, был республикала ғына түгел, тотош Рәсәй етәкселеге сәйәсәтендә мәҙәниәткә, рухи ҡиммәттәргә ҡарата алып барылған битарафлыҡ күрһәткесе ине. Юҡ, властағылар яҙыусылар, фән эшмәкәрҙәре, илдең, милләттең рухи кимәлен юғалтмау, халыҡтың тарихи тәжрибәһен үҫтереү йүнәлешенә тоғро мәҙәниәтле, талантлы шәхестәрҙе репрессиялауҙы ойошторманы, әммә уларҙы күрмәмеш, ишетмәмеш булыу, уларҙың власть органдары алдына ҡуйған һорауҙарына битарафлыҡ күҙгә төртөлөп торманымы ни? Яҙыусы, халыҡтың бүтән талантлы вәкилдәре, ижадсылар кәмһетелеүле хәйерселеккә дусар ителде. Яҙыусылыҡ — һөнәр ҙә баһа ул. Һәр һөнәр кеүек, уның хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланырға тейеш түгелме ни? “Изге рух” менән туҡланып, йәмғиәттең үҙаңын яҡтыртырҙай продукция етештереп буламы? Етмәһә, әҙиптәр “рухиәт хаҡында һөйләшәһе урынға аҡса мәсьәләһен күтәргән”. Яҙыусының теләнселәнеп йөрөрлөк хәлгә төшөрөлөүе кемгә уңайлы һуң? Ни өсөн теге “Йәшерен хөкүмәт” ҡоротҡослоҡ эшмәкәрлеге өсөн аҡса йәлләмәй, ә шуларға ҡаршы тороу бурысы матди мәхрүмлектә йәшәүсе яҙыусыларға йөкмәтелә һәм шуны бушлай эшләргә ҡушыла, ҡушылмаһа ла, өмөт ителә һуң? Бөгөнгө техник революция заманында ҡулыңдағы ҡәләмең һәм эшмәкәрлегеңдең төп ҡоралы булған күңелең һәм зиһенең менән генә нимә ҡыйратып була? Әҫәр ижад итеп була, уныһы хаҡ. Теге Бөйөк Ватан һуғышында Мәскәү янындағы ҡаты һуғышта Доваторҙың танктарға ҡаршы һыбай ғәскәр менән ҡаршы торорға маташыуы кеүек була түгелме? Мәскәү янындағы ул һуғышта, һүҙ ыңғайында әйтеп китәйем, башлыса башҡорттарҙан торған ғәскәрҙең ике мең аты алты минут эсендә һәләк була...
Шамил мырҙам!
Теге тапшырыуҙа ни өсөн аҡса мәсьәләһе күтәрелде ул? Әллә бөгөн башҡорт яҙыусылары, халыҡ хаҡында онотоп, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып йәшәгәне арҡаһында ҙур-ҙур коттедждарҙа йәшәп, иномаркаларҙа елдерә, йыл һайын сит ил курорттарында арҡаһын ҡояшта ҡыҙҙырып кинәнәме? Үҙемде әйтмәй булдыра алмайым. Беләһең, мин 60-ты үткән ҡарсыҡ, 42 йыл хеҙмәт стажым бар. Сит илде күргәнем юҡ, фатирым бер бүлмәле, пенсиям ике аҙна йәшәрлек кенә. Эшләп йөрөйөм. Уртаса эш хаҡым — 8 мең һум. Өйҙә яҙышып ҡына ултырыр инем, йәшәү ҡиммәт, пенсияны еткереп булмай.
Эйе, яҙған китабың хәҙер биш йылға бер генә донъя күрә. Уны үҙ иҫәбеңә сығарам тиһәң, бер йыл тирәһе (артығыраҡ булмаһа) ашамай, аптека юлын тапамай аҡса тупларға тура килер ине. Уйлап ҡара, мырҙам, ни бысағыма кәрәк ул, әйтәйек, миңә? Мин берәүгә лә һаулығым хаҡына, етешһеҙлек шарттарында ла һеҙгә хеҙмәт итәсәкмен, тигән вәғәҙә бирмәнем дә баһа. Халҡыбыҙ алдында ла минең бурысым юҡ. Биш йылға бер сыҡҡан китапты көтөп алыу — торғаны бер михнәт ул. Нәшриәт директоры ла теге тапшырыуҙа нишләптер яҙыусыларҙың гонорар тип өңшәңләүе хаҡында әйтеп ысҡындырҙы. Ташҡа үлсәйем генә бит ул гонорар! Ун йыл самаһы көсөң һалынған хеҙмәтеңдең гонорары бәғзләрҙең айлыҡ эш хаҡы тиклем генә лә баһа! Шул да күп күренәме? Ә бит һәммәбеҙ ҙә тиерлек мәктәптәрҙә, ауылдарҙа халыҡ менән осрашып, илебеҙ, телебеҙ, рухиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ хаҡында (бушлай) һөйләшеүҙәр ҙә алып барабыҙ. Зиһенебеҙ, күңелебеҙ туплаған белем һәм хистәребеҙҙе үҫеп килгән быуынға еткергебеҙ килә. Мин былтыр Салауат педагогия колледжында булдым һәм өс сәғәттән ашыу, бер үҙем сәхнәлә баҫып тороп, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙем. “Күп нәмәгә күҙебеҙ асылды”, — тип ихлас оҙаттылар.
Башҡортостан Хөкүмәте ике йылға бер тапҡыр мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирә. Бер генә яҙыусыға бирәләр уны. Уның тирәһендә ике йыл һайын интрига башлана. Мин аңлайым, саҡ ҡына булһа ла матди хәлен йүнәтеп ҡалғыһы килә яҙыусының. “Если бога нет, то все можно”, — әхлаҡи талаптар ҡаҡшай барған бер осорҙа Достоевский был һүҙҙәрҙе йәне көймәгәндән әйтмәгәндер.
Үткер публицистика юҡлығы эсеңде бошора һинең. Минең дә эсте бошора ул. Дөрөҫ, Хәсән Назар әйтмешләй, яҙыусы публицист булырға бурыслы түгел, ул фекерен һәм хистәрен яҙған әҫәрҙәренә һала. Шулай ҙа...
Публицистик мәҡәлә яҙа белмәгән яҙыусыны мин әллә ни ихтирам итмәйем. Гражданлыҡ позицияһы булмаған яҙыусы шәхес тип һаналыуға дәғүә итә алмайҙыр ул. Ә әҙәби ижад менән шөғөлләнеүҙән бер кемде лә тыйырға ярамай. Дәрт иткәс, яҙышһын, әйҙә. Һәр хәлдә, иң хөрт яҙыусы ла әҫәрҙәрендә “секс революцияһы”, “эротика эстетикаһы” эйфорияһына бирелеүҙән тыйыла барыбер. Һәр яҙыусының үҙ уҡыусыһы бар, был зауыҡҡа бәйле. Нәшриәт тә ҡаҙанына ҡаҙнанан һалынған һалманы ҡалаҡлап түгел, сүмесләп бүлеүҙән баш тартыр инеме ни, хөкүмәт китап культын булдырыу йүнәлешен мыҫҡаллап ҡына финансламаһа?
Дөрөҫөн әйткәндә, Шамил мырҙам, телгә алынған “Алтын миллиард” идаралығынан тыш кешелектең, халыҡтарҙың яҙмышы, бар булыу һәм юҡҡа сығыуға дусар ителеү тәҡдире йәнә бер идарасының ҡөҙрәтендә ул. Аллаһы Тәғәләнең. Уның төп талабын мин бәндәнең рухи бейеклеккә ынтылыу тип аңлайым. Кемде рухи яҡтан камил тип атап була һуң? Белгестәр кешенең рухиәткә ынтылышы 92 процент, матдилыҡ даирәһе 8 процент тәшкил иткән осраҡта тип баһалай. Рухи камиллыҡ талаптары ябай: Аллаһҡа ышаныу; кешеләрҙе яратыу; милләтең һәм үҙеңдең әхлаҡи дәрәжәң хаҡында ҡайғыртыу; илеңә тоғролоҡ, уны яратыу (ауылыңды, районыңды ғына түгел, ә илеңде).
Икенсенән, һәр милләттең ер өҫтөндәге бурысы юғарынан билдәләнә икән. Халыҡ, дөрөҫөрәге, милләт — тере организм. Ул, тәбиғәт фазалары кеүек, үҙгәрештәр кисерә һәм төшөнкөлөккә, мәнһеҙлеккә бирелеүгә дусар ителгән кеүек, күтәрелешкә, яңырыу һәм ижади үҫешкә, ыңғай үҙгәрештәргә лә һәләтле. Уның шул һәләте талантлы кешеләрҙе юғарыға күтәрә, ә таланттар милләттең үҙен алға әйҙәй. ХХ быуатта заманалар милләтебеҙ алдына ҡуйған бурыстарҙы Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Ғайса Хөсәйенов, Ноғман Мусин, Флорид Бүләков, Заһир Исмәғилев, Әхмәт Лотфуллин кеүек шәхестәребеҙ, байтаҡ бүтән ижадсылар, фән өлкәһендә эшләүсе ғалимдар, Зәки Вәлиди, Мортаза Рәхимов кеүек сәйәсмәндәр үҙ теләге менән үҙ өҫтөнә алды шикелле. Нәҡ ана шундай зыялылар беҙгә милләт булып йәшәргә, халҡыбыҙҙы, илебеҙҙе, динебеҙҙе яратырға, ҡиблабыҙға тоғро булырға йүнәлеш бирҙе. Хәҙер иһә йыһан ҡанундарына күрә яңы этап һәм һынауҙар көтә беҙҙе. Башҡортто ла, тотош донъя халыҡтарын да урап үтмәйәсәк был яңы баҫҡысҡа күтәрелеш һынауҙарына көсөбөҙ етерме? Уны энтузиаст яҙыусылар ғына атҡара алырмы? Социаль йәмғиәт төҙөйбөҙ тип вәғәҙә биреүсе сәйәси лидерҙар ни ҡылыр? Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, власть ул халыҡты асығыуҙан, енәйәттән ҡурсалаусы, мәртәбәле йәшәү өсөн шарттар тыуҙырырға бурыслы институт ҡына. Халҡыбыҙҙың үҙенә лә уянырға, ил, тел, ғаилә, милли аң кеүек төшөнсәләр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ваҡыт. Ә бит ысынында бындай күтәрелеш яҡшы ғына һиҙелә лә башланы, иншалла.
Нишләп беҙ торабыҙ ҙа, башҡорт бөтә, телебеҙ юғала, тип сәбәләнәбеҙ? Нишләп бөтһөн, нишләп юғалһын ти ул? Эйе, эскелек бәкәлгә һуға, әммә ниндәйен дә эшлекле, егәрле, уйлы кешеләребеҙ бар. Башҡортостан юлдаш каналындағы тапшырыуҙарҙың, республика матбуғаты баҫмаларындағы геройҙарҙың һөйләгәненә, фекер йөрөтөүенә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Генетиктар әйтеүенсә, беҙҙең рухи энергиябыҙ, зиһен һәм күңел көсөбөҙ етерлек әле, халҡыбыҙҙың көнҡош кеүек сифаттарға эйә булыуы ла билдәле. Камиллыҡҡа өлгәшкән һайын тәбиғи үҙгәрештәр кисерәсәгебеҙ бәхәсһеҙ, ул саҡта беҙ бөгөн яҙған китаптарҙағы рухи ҡиммәттәр ҙә, бәлки, кәрәкһеҙ булыр, әммә был да ҡурҡыныс түгел.
Ә ысынында... Һин, Шамил мырҙам, хаҡлы. Һәр заманда ла халыҡҡа иң яҡын зыялылар — яҙыусылар ул. Нәҡ яҙыусы ғына милләттәштәренең рухи ҡаҙаныштарын да, аһ-зарын да яҡындан белгән шәхес.
Урыҫ интеллигенцияһы һәр саҡ власҡа ҡарата оппозицияла тора. ХIХ быуатта һәм ХХ быуат башында разночинецтар, дворяндар сословиеһынан сыҡҡан намыҫлы кешеләр, халыҡ араһында аңлатыу-ағартыу эштәре алып барыу маҡсатында төпкөл төбәктәргә китеп, врач, уҡытыусы булыу юлына баҫа. Улар халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙы үҙенең мөҡәддәс бурысы һәм намыҫ эше тип һанай һәм, әлбиттә, тәү сиратта үҙенең матди хәлен түгел, халыҡтың ауыр яҙмышын еңеләйтеү хеҙмәтенә егелә. Замана талабы ла шундай була.
Беҙ, бөгөнгө яҙыусылар, Ватаныбыҙҙы яҡлап ҡан ҡойған, тыныс тормошта КПСС идеологияһына хеҙмәт иткәндәре өсөн дан яулаған, балға-майға яҡынайтылған яҙыусыларҙы күреп формалаштыҡ. Үҫешкән социализмды данлаусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре матди мәхрүмлектә йәшәмәне. Ә үҫешеп килгән капитализмдың төп формулаһы һәм уның уңыштарын пропагандалаусы лозунгы берәү: “Тауар — аҡса — тауар”. Яҙыусы яңы йәмғиәткә кәрәкмәй булып сыҡты һәм, әлбиттә, бер ни тиклем күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелеп китте. Әрһеҙерәктәр дәүләт власы органдарының “кеҫәһе”нә инеп ятыу юлдарын эҙләргә тотондо, матбуғатта комплиментар публицистика, хатта дифирамблы шиғри бағышлауҙар, поэмалар баҫылды. Ваҡытында комплимент әйтә белеүселәргә бер ни тиклем саҙаҡа ташлау күренештәре күҙәтелде, былары намыҫлы инсандарҙы төшөнкөлөккә бирелдерә биреп ҡуйҙы. Минең шундай бер шиғырым да бар:

Бәйге

— Кем беренсе?
— Мин!
— Мин!
— Ә һин?
— Улар түгел, минсе беренсе!
Эй айҡаша майҙан тотоусылар —
Пегас эйәрендә елеүсе.
— Һин нисәнсе?
(Минән һорайҙарсы...)
Ҡай тирәлә һинең урының?
— Яйлап килә ятам...
Хайран ҡылып,
Бынау сәмле бәйге уйынын.
— Аңшайма бик!
Аңлар ваҡыт инде
Тәм-ләззәтен данға үрләүҙең.
— Беренселәр... Оһо!
Яман күп бит!
Мин икенсе генә...
Бер үҙем.

Әммә халыҡ идеяларына ла, намыҫына ла тоғро яҙыусылар ҙа, журналистар ҙа, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре лә бар бит әле. Власть органдарына яҡынлығым булмағас, әйтә алмайым, шулай ҙа унда эшләүселәр араһында ла халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмағандар етерлектер тигән фекерҙәмен.
...Рухи камиллығы өҫтөнлөклө булған ХХI быуатта йәшәйәсәк быуын беҙ ижад иткәндәрҙең эстетик һәм интеллектуаль кимәлен ҡабул итерме, уныһы киләсәк ҡулында.
Ә халҡыбыҙ... Халҡыбыҙ — диңгеҙ ул. Сүп-сарҙы ярға сығарып ташлай ҙа таҙарына, уға ғына һәм Аллаһҡа ғына билдәле ҡанундарға нигеҙләнеп яңыра.
Тормош ҡатмарлы. Ҡибла табыу юлында яңылышлыҡтарға ла юлығаһың. Минең, Шамил мырҙам, үҙем таянған формулам бар, нәҡ шул төшөнсәләр кешегә тормош тигән һынауҙарҙы күтәрергә ярҙам итә төҫлө. Ябай ғына ул, әммә алыштырғыһыҙ: намыҫлы, мөхәббәтле булыу, ояттан һәм гонаһтан ҡурҡыу. Шуларҙы онотмаһаҡ, ана шул төшөнсәләргә таянһаҡ, яҡлаулы, сауаплы буласаҡбыҙ.
...Һүҙемде тамамлар алдынан бер ҡыҙыҡ ләҡәп иҫкә төштө:
СССР Яҙыусылар союзы рәйесе Фадеев Сталин алдында зарлана икән: “Товарищ Сталин! Очень трудно управлять писателями. Пьют. Не любят подчиняться. Ведут себя развязно...” Сталин, ғәҙәтенсә, бер аҙ шым ултырған да әйтеп ҡуйған: “Товарищ Фадеев, у меня других писателей нет. Вам придется работать с этими...”
Беҙҙең дә бүтән яҙыусылар юҡ бит, мырҙам...
Ошо яҙғандарым оҡшамаһа, фекерҙәрем менән риза булмаһаң, үпкәләмә, һин егет кеше бит, бер ҡарсыҡтың мыжыуы тип ҡабул ит тә ҡуй. Эйе, беҙ, ҡыпсаҡтар, ҡыҙыуыраҡ холоҡлобоҙ, әммә ҡиблабыҙ һәм инанысыбыҙ — ғәҙеллек. Һиңә әйткәндәрем, бәлки, бүтәндәрҙең ҡолағына эленер, тигән өмөтөм дә юҡ түгел.
Шуның менән хуш. Сәләмәт бул. Аҡыллы тапшырыуҙарыңды көтөп ҡалыусы —
Тамара ҒӘНИЕВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529