Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кисә — операция өҫтәлендә, бөгөн — аяҡ өҫтө
Кисә — операция өҫтәлендә, бөгөн — аяҡ өҫтөКисә генә операция яһатҡан балалар бөгөн бер ни булмағандай дауахана коридорында йөрөй. Операцияның да ниндәйе бит әле — йөрәк һынлы йөрәккә! Ышанырлыҡмы был? Ҡулдары ҡанға буялған хирург, уның һәр ым-ишараһынан, ҡарашынан нимә атҡарырға тейешлеген аңлап торған етди йөҙлө ярҙамсылары... Ғәҙәттә, операция тураһында һүҙ барғанда ошондайыраҡ күренеш күҙ алдына баҫыусан. Нимә, тиҙҙән быларҙың барыһы ла тарихта ҡаласаҡмы?

Ишембай районынан 19 йәшлек Рөстәм, Өфөнән ете йәшлек Камила, Стәрлетамаҡтан туғыҙ йәшлек Мәҙинә операциянан һуң үҙҙәрен һәйбәт тойоуын белдергәс, юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙең һәм хайран ҡалдырырлыҡ һөҙөмтәгә өлгәшеүҙең һүҙҙә генә булмауына инандыҡ. Тыумыштан йөрәгендә тайпылыш күҙәтелгән тағы дүрт үҫмергә операция өр-яңы алым ҡулланып яһалған. Кардиохирургтарҙың кәйефе лә кескәй пациенттарҙыҡы кеүек үк яҡшы. Улар илдең киң билдәле рентгенохирургтарының береһе Александр Осиевтан оҫталыҡ дәресе алыу мөмкинлеге тыуыуҙан ҡәнәғәт.
Кисә — операция өҫтәлендә, бөгөн — аяҡ өҫтөНовосибирскиҙың академик Е. Мешалкин исемендәге ғилми-тикшеренеү институты профессоры киҫем яһамай ғына ҡан тамыры, йәғни тар ғына тишем аша йөрәк сиренең ҡайһы бер төрөн операция яһап дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Системаны, йәғни йөрәктәге дефектты бөтөрөүҙә ҡулланылған яйланманы, Германия белгестәре уйлап тапҡан. Үҙенсәлекле алымды ҡулланғанда наркоз аҙ бирелә, пациент операциянан һуң бер нисә сәғәт үткәс үк аяғына баҫа һәм өс-дүрт көндән өйөнә ҡайта ала. Йөрәктәге тайпылыштан ҡотолоу һәм асыҡ артериаль үткәргес көпшәне ябыу өсөн тәғәйенләнгән яңы төр “окклюдер” системаһын (ҡәҙимге металл спиралдән айырылмай ҙа тиерлек) күпмелер ваҡыттан һуң алмаштырыу кәрәкмәй, ул урынында берегә. Бынан тыш, ошо алым һөҙөмтәлерәк тә, тиҙ ҙә атҡарыла, ауыр эҙемтәләр тыуыу хәүефе лә юҡ. Әлегә бындай алым илдәге иң ҙур кардиология үҙәктәрендә генә ҡулланыла. Хәҙер инде уны Өфө табиптары ла үҙләштерҙе.
Бөгөн кардиология диспансеры поликлиникаһында тыумыштан йөрәк сире күҙәтелгән ете меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Араларында операция үткәргәндәре лә, дауалауҙы көткәндәре лә бар. Диспансерҙың баш табибы урынбаҫары Илгиз Нагаев әйтеүенсә, аҙ йәрәхәт яһаусы технологияны ҡулланып былтыр 100-ләп ауырыу балаға операция яһалған.
Табиптар хәҙер йөрәк сирлеләрҙе һауыҡтырыу мөмкинлектәре киңәйеүен белдерҙе. Шуға ла улар, йөрәктә ниндәй ҙә булһа тайпылыш күҙәтелгән осраҡта, теге йәки был юл менән арындырам, тип вәғәҙә итеүселәргә ышанып йөрөмәҫкә, ә белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә