Кисә генә операция яһатҡан балалар бөгөн бер ни булмағандай дауахана коридорында йөрөй. Операцияның да ниндәйе бит әле — йөрәк һынлы йөрәккә! Ышанырлыҡмы был? Ҡулдары ҡанға буялған хирург, уның һәр ым-ишараһынан, ҡарашынан нимә атҡарырға тейешлеген аңлап торған етди йөҙлө ярҙамсылары... Ғәҙәттә, операция тураһында һүҙ барғанда ошондайыраҡ күренеш күҙ алдына баҫыусан. Нимә, тиҙҙән быларҙың барыһы ла тарихта ҡаласаҡмы?
Ишембай районынан 19 йәшлек Рөстәм, Өфөнән ете йәшлек Камила, Стәрлетамаҡтан туғыҙ йәшлек Мәҙинә операциянан һуң үҙҙәрен һәйбәт тойоуын белдергәс, юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙең һәм хайран ҡалдырырлыҡ һөҙөмтәгә өлгәшеүҙең һүҙҙә генә булмауына инандыҡ. Тыумыштан йөрәгендә тайпылыш күҙәтелгән тағы дүрт үҫмергә операция өр-яңы алым ҡулланып яһалған. Кардиохирургтарҙың кәйефе лә кескәй пациенттарҙыҡы кеүек үк яҡшы. Улар илдең киң билдәле рентгенохирургтарының береһе Александр Осиевтан оҫталыҡ дәресе алыу мөмкинлеге тыуыуҙан ҡәнәғәт.
Новосибирскиҙың академик Е. Мешалкин исемендәге ғилми-тикшеренеү институты профессоры киҫем яһамай ғына ҡан тамыры, йәғни тар ғына тишем аша йөрәк сиренең ҡайһы бер төрөн операция яһап дауалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Системаны, йәғни йөрәктәге дефектты бөтөрөүҙә ҡулланылған яйланманы, Германия белгестәре уйлап тапҡан. Үҙенсәлекле алымды ҡулланғанда наркоз аҙ бирелә, пациент операциянан һуң бер нисә сәғәт үткәс үк аяғына баҫа һәм өс-дүрт көндән өйөнә ҡайта ала. Йөрәктәге тайпылыштан ҡотолоу һәм асыҡ артериаль үткәргес көпшәне ябыу өсөн тәғәйенләнгән яңы төр “окклюдер” системаһын (ҡәҙимге металл спиралдән айырылмай ҙа тиерлек) күпмелер ваҡыттан һуң алмаштырыу кәрәкмәй, ул урынында берегә. Бынан тыш, ошо алым һөҙөмтәлерәк тә, тиҙ ҙә атҡарыла, ауыр эҙемтәләр тыуыу хәүефе лә юҡ. Әлегә бындай алым илдәге иң ҙур кардиология үҙәктәрендә генә ҡулланыла. Хәҙер инде уны Өфө табиптары ла үҙләштерҙе.
Бөгөн кардиология диспансеры поликлиникаһында тыумыштан йөрәк сире күҙәтелгән ете меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Араларында операция үткәргәндәре лә, дауалауҙы көткәндәре лә бар. Диспансерҙың баш табибы урынбаҫары Илгиз Нагаев әйтеүенсә, аҙ йәрәхәт яһаусы технологияны ҡулланып былтыр 100-ләп ауырыу балаға операция яһалған.
Табиптар хәҙер йөрәк сирлеләрҙе һауыҡтырыу мөмкинлектәре киңәйеүен белдерҙе. Шуға ла улар, йөрәктә ниндәй ҙә булһа тайпылыш күҙәтелгән осраҡта, теге йәки был юл менән арындырам, тип вәғәҙә итеүселәргә ышанып йөрөмәҫкә, ә белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА