Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлфис ҒАЯЗОВ: “Яңы алымдарҙы тәнҡитләргә түгел, камиллаштырырға кәрәк”
Әлфис ҒАЯЗОВ: “Яңы алымдарҙы тәнҡитләргә түгел, камиллаштырырға кәрәк”Кәңәшмә быйыл “Республика мәғарифы: кешегә һәм төбәктең киләсәгенә инвестиция” исеме менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтә. Фекер алышыу өсөн биш майҙан булдырылып, уларҙа белем биреү тармағының иң киҫкен мәсьәләләре, киләсәге, үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барасаҡ.
“Бөгөн мәғариф тармағы ифрат тотороҡһоҙға әйләнде. Аҙым һайын үҙгәреш. Был яҡшыға алып барырмы?” — тигән борсолоуҙарҙы йыш ишетергә мөмкин. Ысынында иһә яңы алымдар ниндәй маҡсаттан сығып башҡарыла? Уларҙан ҡурҡырға кәрәкме? Үҙгәрештәрҙең тәүге һөҙөмтәләре ниндәй? Ҡаҙаныштар бармы? Белем биреү өлкәһе алдында тағы ла ниндәй хәл итәһе бурыстар тора? Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ менән әңгәмәбеҙ, нигеҙҙә, ошо хаҡта.

Бер лагерҙы ла япҡаныбыҙ юҡ

— Әлфис Суфиян улы, әлеге миҙгелгә ярашлы, һүҙҙе йәйге ялдан башлайыҡ. Балаларҙың каникулын файҙалы үткәреүҙе ойоштора алдыҡ, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Республикала был йәһәттән ыңғай тәжрибә тупланған. Быйыл балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2 961 ял итеү, һаулыҡты нығытыу учреждениеһы эшләй. Йәйге каникул мәлендә тәүге сменала 151 меңдән ашыу баланы ял иттерҙек.
Был эш дауам итә. Августа күпселек палаткалы хеҙмәт һәм ял лагерҙарына өҫтөнлөк биреүсән. Бер нисә көнлөк походтарға сығыусылар күбәйҙе. Бөгөнгә ялдың барлыҡ төрө менән 310 312 бала файҙаланды. Был — йәйгә планлаштырылған эштең 80,6 проценты.
Ғөмүмән, балаларҙың ялын фәһемле, файҙалы итеп үткәреү — бик мөһим, яуаплы эш. Йәш кеше тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәт ҡорорға, аралашырға өйрәнә. Походтар иһә үҙеңде һынау өсөн ҡулайлы. Хеҙмәт һәм ял лагерҙарында үҫмерҙәргә әҙме-күпме аҡса эшләп алыу мөмкинлеге лә бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл хәүефкә һалған хәл дә булып алды. 2 500 балаға көньяҡта ял итеү мөмкинлеге бирелгәйне. Краснодарҙағы фажиғә ваҡытында бер төркөм шул яҡта ине. Бәхеткә күрә, балаларыбыҙ һыу баҫҡан урынға эләкмәне. Шулай ҙа улар менән ныҡлы бәйләнештә торҙоҡ. Әле лә ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген контролдә тотабыҙ.
— Республика лагерҙарының торошо ҡәнәғәтләнерлекме? Уларҙың матди-техник базаһы нисек?
— Ни тиһәң дә, беҙҙә әле күпселекте үткән быуатта төҙөлгән лагерҙар тәшкил итә. Уларҙың байтағына капиталь ремонт талап ителә. Был эште тейешенсә кимәлдә атҡарып киләбеҙ. Мәҫәлән, быйыл Краснокамала, Әбйәлилдә лагерҙар яңыртылды. Илеш, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы райондарына ла ошондай маҡсатта аҡса бүленде. Һәр хәлдә, бер лагерҙы ла япҡаныбыҙ юҡ.
Һуңғы йылдарҙа район һәм ҡала хакимиәттәре лә балаларҙың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә. Был эшкә дәртләндереү йәһәтенән республикала йыл һайын “Башҡортостандың иң яҡшы лагеры” тигән конкурс үткәрелә. Ил кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеү яулағандар ҙа бар. Әйтәйек, былтыр Сибай ҡалаһының “Шифа” һауыҡтырыу лагеры Рәсәйҙә иң яҡшыһы булып танылды.
Ял итеү һәм һаулыҡты нығытыу учреждениелары өсөн педагогтар, тренерҙар һәм башҡа кадрҙар әҙерләү буйынса йыл дауамында эш алып барыла. Быйыл был йәһәттән семинарҙар, квалификацияны камиллаштырыу курстары, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.
Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух. Файҙалы һәм күңелле ял уҡыуға ҙур ынтылыш бирәсәк.

Иң ҙур маҡсат — уҡыусыларҙың һаулығы

— Киләһе уҡыу йылында ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Әйтәйек, “Башҡортостан” гәзитенә килгән хаттарҙан күренеүенсә, күптәрҙе мәктәптә туҡланыуҙың торошо борсой. “Ашауға түләү арта икән, шул дөрөҫмө?” — тип һораған бер гәзит уҡыусыбыҙ. Уҡытыусыларҙы эш хаҡында үҙгәрештәр ҡыҙыҡһындыра.
— Һуңғы һорауҙан башлайыҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, быйыл 1 июлдән дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 1,14 тапҡырға күтәрелде. Уҡытыусыларға был өҫтәмә 1 сентябрҙән түләнә башлай.
Мәктәптә туҡланыуға килгәндә, хәл итәһе мәсьәлә байтаҡ. Мәҫәлән, уҡыусыны көнөнә 1 һум 73 тингә ашатып буламы? Был ҡатмарлы хәлде иғтибар үҙәгенә алғанбыҙ.
“Туҡланыуға хаҡ күтәреләме?” тигән һорау булырға тейеш түгел, минеңсә. Әгәр ул былтырғы кеүек ҡала икән, тимәк, сифаты ла шул кимәлдә буласаҡ. Туҡланыуға хаҡ күтәрелеүҙе кире күренеш тип түгел, ә уҡыусыларҙың һаулығына иғтибар артыу тип ҡабул итергә кәрәк. Балаларҙың сәләмәтлеге хаҡында һүҙ барғанда, экономияға юл ҡуйырға ярамай. Арзан — тимәк, аҙ һәм сифатһыҙ.
Туҡландырыуға ҡағылышлы санитар талаптар ҙа артты. Әҙерләү барышынан башлап аҙыҡтың ингредиенттарына ҡәҙәр ныҡлы тикшерәләр — ҡағиҙәләр мотлаҡ үтәлергә тейеш. Был йәһәттән әле “Эсәр һыу” программаһы яҡшы ғына эшләп килә. Шулай ҙа барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай. Һәр яҡлап тырышабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ — балаларҙы сифатлы, етерлек кимәлдә туҡландырыу. Шул уҡ ваҡытта түләү ныҡ күтәрелеп китергә тейеш түгел.

Яңыһын төҙөү барыбер отошлораҡ

— Быйыл Башҡортостан Президентының ҡарары менән республикала 52 балалар баҡсаһы асылырға тейеш. Төҙөлөш эштәре нисек бара?
— Төҙөлөш уңышлы бара. Был эш Президент Рөстәм Хәмитовтың да ныҡлы контролендә.
Билдәле булыуынса, әле республикала 46 меңгә яҡын сабый балалар баҡсаһына сиратта тора. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын даими эҙләйбеҙ, алымдарҙың барыһын да файҙаланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш менән генә алға китеү мөмкин түгел. Быйыл асыласаҡ 52 балалар баҡсаһы ла беҙҙең ихтыяждың бер аҙ ғына өлөшөн ҡаплаясаҡ, сөнки был учреждениелар бары һигеҙ меңгә яҡын сабыйҙы ҡабул итәсәк. Киләһе йылдарҙа урынға ихтыяж тағы ла артасаҡ.
Үткән быуаттың аҙаҡтарында башҡа ойошмаларға тапшырылып, бөгөнгә ҡәҙәр үҙ тәғәйенләнешендә файҙаланылмаған биналарҙы мәғарифҡа кире ҡайтарып бөттөк тип әйтергә мөмкин. Әммә бында ла проблема бихисап. Йорттарҙың ҡайһы берҙәре федераль милеккә ҡарай. Уларҙы нисек тартып алаһың? Өҫтәүенә, тәғәйенләнеше башҡа булғас, биналарҙың эсе-тышы шул тиклем ныҡ үҙгәртелгән, балалар баҡсаһына бөтөнләй яраҡлы түгел. Уларҙы ҡайтарып алыу кәрәкме һуң? Яңы санитар ҡағиҙәләрҙә һәр нәмә, әйтәйек, ишектең киңлеге, тупһаларҙың бейеклеге һәм башҡалар иҫәпкә алынған. Яраҡһыҙҙы ҡайтарып алғансы, яңыһын төҙөү отошлораҡ бит.
Шәхси балалар баҡсаларына ҙур ышаныс бағлағайныҡ. Әммә әлегә был өмөт тә тулыһынса аҡланманы. Эш бик әкрен бара. Мәсьәләнең хәл итәһе яҡтары күп.
“Газпром-Трансгаз-Өфө” кеүек ҙур ойошмаларҙың үҙ балалар баҡсаһы эшләй. Әммә бер проблема бар — был баҡсаларҙың федераль кимәлдә статусы билдәләнмәгән. Тимәк, ойошмаларҙың бындай хеҙмәт күрһәтергә хаҡы юҡ. Ошо йәһәттән Федераль законға үҙгәреш индереү кәрәклеге хаҡында һүҙ бара. Ул ыңғай хәл ителгәндә, башҡа предприятиелар ҙа үҙ балалар баҡсаһын ойоштороу хоҡуғын алыр ине.
Әйтеп үтелгәндәрҙән тыш, мәктәп, ғаилә төркөмдәрен арттырыу, ата-әсәгә компенсация түләү һәм башҡа юл менән бер-ике йыл эсендә киҫкен мәсьәләне йырып сығырбыҙ, тип уйлайым.

Ауыл бар икән, мәктәбе лә булыр

— Әлфис Суфиян улы, мәғарифта тағы ла бер ауыр мәсьәлә — ҡулайлаштырыуға ниндәй ҡараштаһығыҙ? Уның бәләкәй ауылдарға йоғонтоһо айырыуса ҙур булды. Халыҡ риза түгел. Редакцияға килгән хаттарҙа ла был йәһәттән ныҡлы дәғүәләр белдерелә.
— Ҡулайлаштырыу — бик ауыр мәсьәлә. Әммә унһыҙ ҙа булмай. Ошоно кемдәрҙер бер нисек тә аңларға теләмәй, беҙ ҙә ныҡлап төшөндөрә белмәйбеҙ шикелле. 2008 йылда Рәсәйҙә йән башына түләү системаһы булдырылды. Тимәк, балалар бар икән — аҡса ла бүленә. Ошо иҫәптән мәктәп сығымдары, уҡытыусыларға эш хаҡы түләнә. Балалар 155-тән кәмерәк булһа, уҡыу йорто үҙ-үҙен ҡарай алмай тигән һүҙ.
Әле республикала 1591 урта мәктәп һәм 879 филиал бар. Улар тулылығы буйынса бер тигеҙ түгел. Ҡайһы бер ауыл мәктәптәрендә 30 — 40 бала белем ала, унлап уҡытыусы эшләй. Тимәк, бүлеп ҡараһаң, бер педагогҡа өс уҡыусы тура килә. Ә ҡалала бер уҡытыусыға — 25 бала. Шул уҡ ваҡытта улар төрлө конкурста ҡатнаша, үҙен күрһәтә ала. Ә заманса уңайлыҡтары булмаған ауыл мәктәбендә балаға бындай үҫеш мөмкинлеге бармы?
Әлбиттә, мәктәпте тоторға кәрәк. Был — дәүләттең социаль бурысы. Әммә беҙ балаларҙы яҡшы белем алыуҙан да мәхрүм итергә тейеш түгел.
“Мәктәп бөтһә, ауыл бөтә”, — тиҙәр. Дөрөҫ түгел. Иң тәүҙә нимә барлыҡҡа килгән — ауылмы, әллә мәктәпме? Ауыл! Ул бар икән, мәктәбе лә, фермаһы ла, мәҙәниәт йорто ла була. Ниндәйҙер сәбәп менән үҫештән туҡтап ҡалған ауылдың яҙмышы өсөн бала ғәйепле түгел, ул заманса йыһазландырылған мәктәптә, башҡа тиҫтерҙәре менән бер тигеҙ белем алырға хоҡуҡлы.
Дөрөҫ ҡулайлаштырғанда, ауылдағы уҡытыусы ла башҡа урындарҙағы хеҙмәттәштәре менән тигеҙ эш хаҡы алыу мөмкинлегенә эйә була.
— Йыраҡҡа йөрөп уҡыуҙың ауыр булыуына зарланыусылар күп...
— Республика мәктәптәренә һәр йыл кәмендә 100-гә яҡын автобус бирәбеҙ, иҫкеләре яңыртыла. Улар барлыҡ уңайлыҡҡа эйә. Маршруттарҙың оҙонлоғо ла билдәләнгән — 25 саҡрымдан артыҡ булырға тейеш түгел. Әлбиттә, юлдарҙың насар булыуы ихтимал. “Ҡышҡы бурандарҙа көрт баҫа, балалар дәрескә бара алмай”, — тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Юлдарҙы төҙөкләндереү, таҙартыу район, ауыл хакимиәттәренең бурысы бит, ә ата-әсә был хәлде даими контролдә тоторға тейеш.
“Балалар түңәрәктәргә йөрөй алмай”, — тип тә зарлана ҡайһы бер ата-әсә. Дәрес тамамланғандан алып 4-се яртыға тиклем бер уҡыусы ла коридорҙа йүгереп йөрөмәй. Өҫтәмә күнекмәләр, түңәрәктәр тап шул ваҡытта үткәрелә. Мәктәпкә килергә, ҡыҙыҡһынырға саҡырам.
— Берҙәм дәүләт имтиханының да төп маҡсаты — балаларға тигеҙ белем биреү. БДИ хаҡындағы ҡыҙыу фекер алышыуҙар һуңғы ваҡытта тынып ҡалды кеүек. Бының сәбәбе ниҙә, тип иҫәпләйһегеҙ?
— Халыҡтың күпселеге имтихандың ҡулайлы булыуын, үҫешкә этәргес биреүен аңланы. Ауыл һәм ҡала балаһы бер үк һынауҙы тапшыра аламы? Әлбиттә, БДИ һөҙөмтәләре буйынса ауыл балаларының илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем алып йөрөүе — быға аныҡ дәлил. Һәр ерҙә лә уҡытыу сифаты, мөмкинлектәр берҙәй булырға тейеш. Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыуҙың да төп маҡсаты ошо бит. Тимәк, үҙгәрештәрҙе тәнҡитләргә һәм фашларға түгел, ә камиллаштырып үҫтерергә кәрәк.
Ғөмүмән, мәғариф өлкәһе үткән быуаттың 80-се йылдары кимәлендә ҡала алмай. Заманса үҫеш был ҡалыпҡа һыймай. Донъя бер урында тормай — йыл һайын тиерлек яңы асыш яһала. Баланың белемен БДИ аша тулыһынса баһаларға мөмкин.
Имтихандарҙа контролде арттырыу буйынса эш дауам итәсәк. Былтырғынан айырмалы, быйылғы баһалар ысынбарлыҡҡа тап килде. Алдағы йылдарҙа һөҙөмтә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, тип ышанам.

Илгә эшселәр үҫтерә алырбыҙмы?

— Мәктәптәрҙе генә түгел, урта һөнәри, юғары уҡыу йорттарын да ҡулайлаштырыу урап үтмәне.
— Бөгөн Башҡортостанда 3 700-ҙән ашыу белем биреү учреждениеһы бар. Уларҙың араһында башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары байтаҡ. Йыш ҡына улар, бер-береһен ҡабатлап, эш таба алмағандарҙың күбәйеүенә килтерә. Быйыл февралдә Президент етәкселегендәге кәңәшмәлә ошо уҡыу йорттарының киләсәге хаҡында һүҙ барҙы. Уларҙы нисек тә дөрөҫ итеп ҡулайлаштырыу буйынса фекер алышыу үтте. Икеһен берләштерергәме, әллә үҙ йүнәлешендәге юғары уҡыу йортона ҡушырғамы, йә берәй предприятие ҡарамағына бирергәме — төрлө алым тәҡдим ителде. Әле бының буйынса эш бара. Нисек кенә булмаһын, уҡыусының белем сифаты, йәшәү, уҡыу шарттары түбәнәйергә тейеш түгел. Быны ныҡлы контролдә тотасаҡбыҙ.
— Һуңғы йылдарҙа “илгә эшселәр кәрәк” тигән һүҙҙәр ҡоро саҡырыуға әйләнде кеүек.
— Иҡтисадсылар, педагогтар, юристар арта, уларға эш юҡ, тибеҙ. Әммә быны тәү сиратта дәүләт үҙе көйләргә тейеш. Ниндәйҙер белгескә ихтыяж юҡ икән, ундай һөнәргә әҙерләүҙе бер аҙ ҡыҫҡартып торорға, аҙаҡ, киреһенсә, күбәйтеп ебәрергә мөмкин. Сит илдәрҙә һәр саҡ шулай эшләйҙәр.
Быйыл гуманитар йүнәлештәр буйынса бюджет урындарын кәметтек. Техник һөнәрҙе һайлағандарға ниндәйҙер кимәлдә ярҙам бар: стипендия юғарыраҡ, артабан үҫеш маҡсатында һөнәри конкурстар йыш үткәрелә. Байтаҡ техник колледж, юғары уҡыу йорто ҙур ойошмалар менән кластерҙарға берләшкәнлектән, етештереү һәм фән бергә атлай. Студенттар белем алған ваҡытта уҡ һөнәренең серҙәренә төшөнә, тимәк, уларға киләсәктә эш урыны әҙер.
— Эшселәр тәрбиәләүгә килгәндә, мәктәптәге ҡайһы бер хәл борсоуға һала. Мәҫәлән, хәҙер уҡытыусы, ата-әсәһенең ризалығын алмайынса, уҡыусынан таҡта һөрттөрә, гөлгә һыу ҡойҙора алмай икән. Был яҡшыға алып барырмы?
— Ата-әсәнең иғтибарына шуны еткерер инем: бындай ҡағиҙәләр мәктәптә рәсми рәүештә ҡабул ителмәгән. Хеҙмәт тәрбиәһен аңлап еткермәгән ҡайһы бер ата-әсә ҡуя ундай талаптарҙы. Йәнәһе, бала мәктәптә тик белем алырға тейеш. Таҡтаны ла иҙән йыуыусынан һөрттөрә башлаһа, йәш быуын ниндәй булып үҫер? Киләсәктә шул уҡ йыйыштырыусыларға, урам һепереүселәргә өҫтән ҡарап, үҙен юғары тойоп йәшәйәсәк, тимәк, аңлы кеше булмаясаҡ бит ул. Мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе элек-электән булды һәм киләсәктә лә дауам итергә тейеш. Юҡһа, илгә ниндәй эшселәр үҫтерергә мөмкин?

Телдәрҙе уҡытыу — проблемамы, әллә мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүме?


— Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыуҙың торошонан ҡәнәғәтһегеҙме? Яңы уҡыу йылында үҙгәрештәр көтөлмәйме?
— Республиканың дәүләт телдәре һәм туған телдәр “Рәсәй Федерацияһының мәғарифы тураһында”, “Рәсәй халыҡтары телдәре тураһында” һәм Башҡортостандың ошондай уҡ закондары нигеҙендә уҡытыла. Тимәк, дәүләтебеҙ телдәрҙең һағында тора. Үткән уҡыу йылында телдәрҙе теүәл уҡытыуға өлгәштек һәм киләсәктә лә был йәһәттән бер аҙым да артҡа сигенеү булмаясаҡ — һүҙ башҡорт, татар, сыуаш, мари, мордва һәм башҡа телдәр тураһында бара. Белем биреү стандартында уларҙың һәр береһенең үҙ урыны бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең дөрөҫ булмаған дәғүәһенә яуап итеп шуны әйтәм: бер дәрес тә икенсеһенең иҫәбенә уҡытылмай, законды боҙоуға юл ҡуймайбыҙ.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙә килеп сыҡҡан ҡайһы бер проблемаларҙың нигеҙендә дәреслектәрҙең ҡатмарлылығы ятыуы бәхәсһеҙ. Улар ябай булырға, баланы ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Дәреслектәрҙә һөйләшеү өлгөләре юҡ. Телде өйрәнеү бит ябай ғына аралашыуҙан башлана. Шул уҡ ваҡытта башҡорт шрифттарын һаман да камиллаштыра алмайбыҙ. Ошо мәсьәләләрҙе ыңғай хәл иткәндә, дәүләт телен өйрәтеү күпкә еңелләшәсәк.
“Башҡортостан” гәзитендәге “әҙәби телде үҙгәртергә кәрәк” тигән сығыштарға ҡарата ла үҙ фекеремде әйтеп үтмәксемен. Бындай тәҡдим менән риза түгелмен. Башҡорт әҙәби теле оҙаҡ йылдар дауамында формалашҡан, үҙ урынын тапҡан. Уны үҙгәртә башлаһаҡ, тәү сиратта күпме әҙәби әҫәрҙәребеҙ юҡҡа сығасаҡ. Һәр диалект дөйөм телде үҙенсә биҙәй, шулай булып ҡалһын, тик улар әҙәби телде билдәләүсе түгел, ә байытыусы фактор ғына.
— Әлфис Суфиян улы, мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә тағы ла ниндәй мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә буласаҡ?
— Күрһәтерлек, ғорурланырлыҡ, һөйөнөрлөк уңыштарыбыҙ бар. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә өлгәштек, телдәрҙе уҡытыуҙы һаҡлап киләбеҙ. Халыҡтың яңыса белем биреүгә мөнәсәбәте ниндәйҙер кимәлдә ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы.
Бер нисә йыл ағышында йәштәр араһында суицид буйынса илдә тәүге урындарҙа килә инек, бындай осраҡ байтаҡҡа кәмегән. Бәлиғ булған етемдәргә фатир биреү мәсьәләһе буйынса ла алға китеш бар. Ғөмүмән, эшләһәң, тырышһаң, барыһы ла килеп сыға.
Ҡабатлап әйтәм: тормош алға бара, беҙ унан ҡалышмаҫҡа бурыслы. Мәғариф тармағы һәр үҙгәрешкә айырыуса һиҙгер яуап бирә. Республика ҡаҙнаһынан йыл һайын иң күп аҡса мәғарифты үҫтереүгә тотонола, тимәк, беҙ күберәкте талап итергә һәм көтөргә хоҡуҡлы.
Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 264

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 448

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 525

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536