“Төш” тигән шиғырында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев үҙенең үлеменән һуң ихтимал буласаҡ ваҡиғаларҙы шаяртып ҡына фаразлаһа ла, хәҙерге ғәмәли ысынбарлыҡ тураһында уйланған кеше һүрәтләнгәндәрҙең хаҡиҡәткә яҡын булыуына ышаныр. Хәйер, мөнәсәбәттәр ихласлығын белеү өсөн теге донъяға юлланыу ҙа мотлаҡ түгел. Әҙәм балаһының бөйөклөгө артҡан һайын тауҙарҙың бейеклеге кәмегәндәй, гонаһлы ерҙе йондоҙҙар баҫып алғанда, асмандағылар, тоноҡланып, мәңгелек төпкөлдәренә сигенгәндәй. Сәйер, аңлашылмаған, күҙ йәштәренә сәсәп көлгән заман...
Кешеләр үҙ ваҡытына йоғонто яһаймы, әллә ул кешеләрҙең холоҡ-фиғелен үҙгәртәме — фәлсәфәүи мәсьәлә. Ижтимағи-сәйәси шарттар, мөлкәт һәм хакимлыҡ, мәҙәнилек һәм тәрбиәлелек самаһы — былар барыһы ла айырым шәхестең интеллектына ул үҙе лә һиҙмәҫ аҡ йә ҡара юлаҡтар булып яғыла. Һәр кемдең мөлкәти, хакими, мәҙәни хәлендәге үҙгәрештәр ҡотолғоһоҙ, йәмғиәттәге мөхиттең үҙгәреүенә килтерә. Был — ябай хәҡиҡәт, һәм уның сәбәптәрен килтереү, иҫбатлауҙа ла зарурлыҡ юҡ.
Сабыйына күкрәген биргәндә әсә йәки балаһын йүргәкләп, ҡулына алғанда атай кеше үҙҙәре ғүмер биргән кескәй генә йәндең алдағы шөһрәте, юғары исемдәре һәм бөйөклөгө тураһында хыял йөрөтмәйҙер. Уның инсафлы, кешелекле, эшсән булып үҫеүе тураһында, әлбиттә, уйланалыр, әммә кемдеңдер ил башы, батыр, ҙур ғилемдәргә эйә буласағы бишектән үк төҫмөрләнгәйне, тип раҫлауы үҙ зирәклеген күрһәтергә тырышыуҙан бүтән нәмә түгел. Ләкин беҙҙең йәмғиәттә кемдең ҡулынан ниндәй эш килеүе түгел, бәлки, уның үҙен кем тип күрһәтеүе өҫтөнөрәк йөрөй.
Батыр осоусыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға рәсми рәүештә әҙерлек башланырҙан байтаҡ алдан уҡ, республика гәзиттәренең береһендә “Өфө” халыҡ-ара аэропортына уның исемен биреү тәҡдиме менән сығыш яһағайным. Үҙемсә, ябай кеше булараҡ фекерләгәндә, уны ҡабул итмәҫлек сәбәптәр ҙә юҡ һымаҡ. Осоусы. Ике мәртәбә Советтар Союзы Геройы. Башҡортостанда милли батыр дәрәжәһендә йөрөгән кеше. Баҡтиһәң, юғары сәйәсәттең үҙ ғәләмәттәре бар икән. Ул ғәләмәттәр алдында легендаға әүерелгән батырлыҡ та, халыҡ теленән төшмәгән исем дә, һүрелмәҫ хөрмәт тә бер ни түгел. Әлбиттә, чиновниктарҙың ғафиллығы ғына бөйөклөктө кесерәйтә алмаҫ, тик хәтерҙең ихтирамһыҙ булыуы ғына йәмғиәттә зыялылыҡ кимәлен күрһәтә.
“...Баһадирҙар беҙ түгел ул...” — Михаил Лермонтов әлеге һүҙҙәрен “Бородино” тигән шиғырында Рәсәйҙе ҡурсалап алып ҡалған ысын мәғәнәләге батыр яугирҙәр тураһында уйланғанда әйткән. Баһадирҙар, ысындан да, беҙ түгел. Мостай Кәрим, Степан Кувыкин, Банат Батырова, Михаил Ферин, Даян Мурзин, Риза Яхин. Был исем эйәләренең кем булыуҙарын аңлы рәүештә әйтмәйем. Зирәк хәтерле, киң күңелле уҡыусылар кемдең кемлеген былай ҙа беләлер. Онотҡандарға ғәйеп ташларға ла хаҡым юҡ. Тик шуныһы: бөйөклөктөң асылы яңғырауыҡлы исемдә йә атҡаҙанғанлыҡта түгел, исемлеләр титул-фәләндәрен визит карточкаһына ла теҙеп яҙмай. Ғөмүмән, мин һәм минән алда килгән быуындар, “талант” тип ҙурлашыуға ниндәйҙер дәрәжәлә аңлау белдерһәк тә, “бөйөк”,” йондоҙ” тигән эпитеттарҙы белдекме икән?
Йә, ярай. Мөмкинлек булһа, республика парламентына йә Өфө ҡала Советына һайлауҙар мәлендә, депутатлыҡҡа кандидаттарҙың исемлегенә иғтибар итегеҙ. Йәки “Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары, предприятиелары, учреждениелары һәм ойошмалары” тигән белешмәне асығыҙ. Төрлө профилдәге предприятие һәм ойошмаларҙың һәммәһен дә ябай директор түгел, ә генераль директор етәкләй икән. “Директор” менән “генераль директор” араһында ниндәйҙер классификация билдәләүсе норматив-хоҡуҡи акттарҙың булмауы ла мәғлүм. Белгестәр аңлатыуынса, әгәр ҙур предприятие күп тармаҡлы һәм төрлө тәғәйенләнештә булһа, унда “башҡарыусы директор”, “техник директор”, “финанс буйынса директор” һ.б. вазифалар индерелә, ә дөйөм етәкселекте “генераль директор” башҡара. Шул уҡ ваҡытта кирбес, икмәк, һөт заводтарына, типографияға генераль директор нимәгә хәжәт? “Ә юҡ, брат! — тип миңә ҡаршы төшөрҙәр. — Директор — ул кем? Шәйләмәй ҙә үтеп китәһең. Ә генеральный!.. Олпат та, мәғрур ҙа яңғырай!” Етәксенең вазифаһы “генераль директор” тип йөрөтөлөүе уның хеҙмәт хаҡында сағылыш табыуы ла мәғлүм.
Бер уйлағанда, исем-титулдар тураһында был хәтлем һүҙ ҡуйыртып ултырыу хәжәт түгелдер. Армияла, милицияла генералдар бихисап булып китеүҙән ил һәм тәртип һаҡсыларының һөнәри әҙерлеге бигүк яҡшырмағайны, шикелле. Ил тултырып йөрөгән генеральный түрәләр, бәлки, иҡтисадты күтәреп ебәрер?
Ә һүҙҙең башында телгә алынған йондоҙҙарға әйләнеп ҡайтҡанда... Илебеҙҙең элегерәкке тормошонда яуҙағы батырлыҡты самолет фюзеляжына йә танк башняһына төшөрөлгән йондоҙҙар менән билдәләр булғандар. Һуғып алынған һәр мең центнерҙы комбайн бункерына һүрәтләнгән йондоҙ менән һанап барыу традицияһын күреү бәхете миңә лә эләгеп ҡалды. Был йондоҙҙар асмандағыларҙың ергә төшөп, кеше рухының бөйөклөгөн раҫлаусы символдар булараҡ ҡабул ителә ине.
Сәхнәләрҙә, кино һәм телевидениела сығыш яһаусы артистар һәм музыканттарҙың хәҙер аҙым һайын “йондоҙ” тип йөрөтөлөүенә ҡул һелтәп ҡарарға ла мөмкин. Ни тиһәң дә, сәнғәткә аҙ ғына мөнәсәбәте булған кеше лә үҙен ябай халыҡ массаһынан зыялылыҡ сифаттары йәһәтенән айырылып тороусы тип хис итә. Урамда кешеләрҙең уны таныуы, һүҙ ҡатыуы, автограф һорауы ошо элитарлыҡ тойғоһон көсәйтә генә. Унан һуң, әлеге артистар “мин — йондоҙ” тип асыҡтан-асыҡ һөрәнләп тә бармай, әлеге “йондоҙлоҡто” уларға матбуғат, телевидение таға, ярамһаҡланыусы тамашасылар бирә. Әгәр кешене һәр саҡ “сусҡа” тип кәмһетһәң, ул ихтыярһыҙҙан мырҡылдай башлай, тигәндәй, сәхнәгә аяҡ баҫҡан берәүҙе “ах, йондоҙ!”, “йондоҙсоҡ” тип күккә сөйһәк, ул шуны ысынға ала һәм үҙен асмандан ергә ҡунған йондоҙмон бит тип уйлай башлай. Аллаға шөкөр, йырсыларыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева кеүек, бейеүселәребеҙ Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, актерҙарыбыҙ Зәйтүнә Бикбулатова, Ғималетдин Минһажев, музыка оҫталары Ишмулла Дилмөхәмәтов, Бәхтиғәни Ғайсин һымаҡ һөймәлекле артистарыбыҙ “йондоҙ” булманы. Хәйер, йондоҙлоҡтоң барлығын улар белмәгәндер ҙә. Һәм беҙ өлкәндәрҙең модалы һәм күп йәһәттән зарарлы шауҡымдан азат ҡалыуҙары менән бәхетлебеҙҙер. Ни тимә, шау-шыу аша килгән билдәлелек — һөнәри оҫталыҡты ла, тамашасы һөйөүен дә алмаштыра алмай. Халыҡ әйтмешләй, “етмеш йондоҙ тыуһа ла, яҡтылығы айҙай юҡ” шул.
Был мәсьәлә тәүге ҡарашҡа ғына зыянһыҙ күренә. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, кеше иң тәүҙә дан тураһында түгел, ә уның һөҙөмтәһе хаҡында уйланырға тейеш. Беҙҙә иһә тамашасы алдына сығып та өлгөрмәгән балаға “йондоҙсоҡ” исеме биреү ғәҙәткә инде. Ошоға әүәҫ кешеләр сабыйҙың психологияһына, холоҡ-фиғеленә ниндәй йоғонто яһауҙары тураһында уйлап та ҡарамай. Һәр хәлдә, тәбиғәт аҙ ғына һәләт биргән баланы, тамашасы алдына сығарған хәлдә дә, бөгөн уйнап та иртәгә онотоласаҡ матур уйынсыҡҡа әүерелдереү ярамай. Ялтыраған һәр нәмә йондоҙ ҙа, алтын да булмай, ә бер ҡатлы бала шуға ышанһа?
...Атайсалым Магнитогорск ҡалаһына яҡын ғына булғас, ошондағы илдә генә түгел, тотош Европала иң ҙур иҫәпләнгән металлургия комбинатын, уның директоры (генераль түгел!) Феодосий Вороновты, Ҡотоҡай тауы итәгендәге ыҡсым ғына таҡта дачаһын хәтерләйем. Феодосий Дионисович Әбйәлил районы аша тәүге асфальт юлды һалдырҙы, һуңғараҡ Украинаның ҡара металлургия министры булып китте. Әйткәндәй, яҡташтарым Ғәйфулла Сарбаев, Ғиниәт Ушановтар, Саҡмағош ҡыҙы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Воронеж дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе балерина Нәбилә Вәлитова ла, Воронов кеүек үк “генераль” да, “йондоҙ” ҙа була алманы. Генералдарҙың — әрмелә, йондоҙҙарҙың фәҡәт асманда ғына булыуы хәйерлелер ул.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.