Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әрмеләме тип уйларһың...
Әрмеләме тип уйларһың...Ысынлап та, йәш спецназсы костюмы кейгән, ҡулдарына автомат тотҡан малай һәм ҡыҙҙарҙы тәү күргәс, аптырап та ҡуяһың?! Әрмеләме, әллә мәктәптәме улар? Баҡтиһәң, Төйәләҫ ҡасабаһындағы мәктәп базаһында йыл һайын “Хеҙмәткә саҡырылыш” хәрби-патриотик лагеры эшләй икән.
Лагерҙың етәксеһе Ислам Исламбаев әйтеүенсә, өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараға үҫмерҙәр бик теләп йөрөй. Хатта араларында ҡыҙҙар ҙа осрай. Афған һуғышын үтеп, әрме тормошо өсөн тәүге күнекмәләрҙе мәктәптә алырға кәрәклеген үҙ елкәһендә татып аңлаған, балаларға мәктәптә хәүефһеҙлек нигеҙҙәренән белем биргән Ислам Исрафил улы бындағы тәртипте тап хәрбиҙәрсә ойошторған. Төп маҡсат — уҡыусыларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы яман ғәҙәттәрҙән ҡурсалау, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү һәм хәрби әҙерлектең тәүге күнекмәләрен өйрәтеү. Буласаҡ ил һаҡсылары физик әҙерлектәрен нығытыу йәһәтенән көн һайын йүгерә, етеҙлеккә Әрмеләме тип уйларһың...ҡоролған күнекмәләрҙә һәм төрлө спорт сараларында ҡатнаша. Ысынлап та, бында ял итеүселәргә тик ултырырға ваҡыт ҡалмай, һәр көн, һәр сәғәт файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп уйланылған. Улар автоматты һүтеп йыйырға, төрлө һаҡланыу сараларын үҙләштерергә, бейеклекте яуларға, ҡаршылыҡтар полосаһын теүәл үтергә, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтергә өйрәнә.
— Хәрби хеҙмәт буйынса башланғыс һабаҡ биреү — оло тормошҡа дөрөҫ юл табырға ярҙам итеү ул. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе эскелектән, наркоманиянан ҡурсалау кеүек эштәрҙә лә беҙҙең лагерҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бер тапҡыр әрме күнекмәләре алған бала ундай юлға баҫмай, сөнки хәрби хеҙмәттә сынығыу үтмәй, һау-сәләмәт булмай тороп, тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңә алмаясағын яҡшы аңлай, — ти Ислам Исламбаев.
“Хеҙмәткә саҡырылыш” хәрби-патриотик лагеры йәш быуын өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә Сибай мәғариф бүлеге тарафынан йыл һайын ошондай лагерҙарҙың ойошторолоуы ла юҡҡа түгел. Мәҫәлән, “Йәш спецназсы”, “Йәш ҡотҡарыусылар” һәм башҡа лагерҙарҙа үҫмерҙәр физик яҡтан ғына нығынып ҡалмай, үҙ-үҙеңде яҡлай белеү сифаттарына эйә була, иң мөһиме — бер-береһе менән аралашып дуҫлаша.
Кәримә УСМАНОВА.
Төйәләҫ ҡасабаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә