Ысынлап та, йәш спецназсы костюмы кейгән, ҡулдарына автомат тотҡан малай һәм ҡыҙҙарҙы тәү күргәс, аптырап та ҡуяһың?! Әрмеләме, әллә мәктәптәме улар? Баҡтиһәң, Төйәләҫ ҡасабаһындағы мәктәп базаһында йыл һайын “Хеҙмәткә саҡырылыш” хәрби-патриотик лагеры эшләй икән.
Лагерҙың етәксеһе Ислам Исламбаев әйтеүенсә, өсөнсө йыл рәттән ойошторолған сараға үҫмерҙәр бик теләп йөрөй. Хатта араларында ҡыҙҙар ҙа осрай. Афған һуғышын үтеп, әрме тормошо өсөн тәүге күнекмәләрҙе мәктәптә алырға кәрәклеген үҙ елкәһендә татып аңлаған, балаларға мәктәптә хәүефһеҙлек нигеҙҙәренән белем биргән Ислам Исрафил улы бындағы тәртипте тап хәрбиҙәрсә ойошторған. Төп маҡсат — уҡыусыларҙың һаулығын нығытыу, уларҙы яман ғәҙәттәрҙән ҡурсалау, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү һәм хәрби әҙерлектең тәүге күнекмәләрен өйрәтеү. Буласаҡ ил һаҡсылары физик әҙерлектәрен нығытыу йәһәтенән көн һайын йүгерә, етеҙлеккә
ҡоролған күнекмәләрҙә һәм төрлө спорт сараларында ҡатнаша. Ысынлап та, бында ял итеүселәргә тик ултырырға ваҡыт ҡалмай, һәр көн, һәр сәғәт файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп уйланылған. Улар автоматты һүтеп йыйырға, төрлө һаҡланыу сараларын үҙләштерергә, бейеклекте яуларға, ҡаршылыҡтар полосаһын теүәл үтергә, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтергә өйрәнә.
— Хәрби хеҙмәт буйынса башланғыс һабаҡ биреү — оло тормошҡа дөрөҫ юл табырға ярҙам итеү ул. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе эскелектән, наркоманиянан ҡурсалау кеүек эштәрҙә лә беҙҙең лагерҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бер тапҡыр әрме күнекмәләре алған бала ундай юлға баҫмай, сөнки хәрби хеҙмәттә сынығыу үтмәй, һау-сәләмәт булмай тороп, тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңә алмаясағын яҡшы аңлай, — ти Ислам Исламбаев.
“Хеҙмәткә саҡырылыш” хәрби-патриотик лагеры йәш быуын өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә Сибай мәғариф бүлеге тарафынан йыл һайын ошондай лагерҙарҙың ойошторолоуы ла юҡҡа түгел. Мәҫәлән, “Йәш спецназсы”, “Йәш ҡотҡарыусылар” һәм башҡа лагерҙарҙа үҫмерҙәр физик яҡтан ғына нығынып ҡалмай, үҙ-үҙеңде яҡлай белеү сифаттарына эйә була, иң мөһиме — бер-береһе менән аралашып дуҫлаша.
Кәримә УСМАНОВА.
Төйәләҫ ҡасабаһы.