Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан диңгеҙселәренең төп сифаты — тоғролоҡ
Башҡортостан диңгеҙселәренең төп сифаты — тоғролоҡКем хәрби флотта хеҙмәт иткән, шул бик яҡшы белә: унда Хәрби-Диңгеҙ флоты көнөнән дә нығыраҡ көтөп алынған байрам юҡ. Был көндә хәрби званиелар күтәрелә, отпусктар бирелә, караптар өҫтөндә, базаларҙа, ай-йондоҙҙарҙы көнләштереп, меңдәрсә уттар тоҡана, иң тәмле аштар бешерелә... Ул тантаналар, ул күтәренкелек ғүмергә онотолмай. Ул артабанғы төрлө океан-диңгеҙҙәге оҙайлы походтарҙа бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт тыуҙыра. Мин был һүҙҙәрҙе, үҙ елкәмдә татыған кеше булараҡ, ысын күңелдән әйтәм. Ҡара диңгеҙ флотындағы дүрт йыл хеҙмәт осоромдо иң ҙур тормош мәктәбе тип иҫәпләйем.

Башҡортостан диңгеҙселәре — адмирал, беренсе, икенсе, өсөнсө ранг капитаны булһынмы, мичман, старшина, матросмы — төрлө флоттарҙа хеҙмәт иткән урындарҙа өлгө күрһәтә. Башҡортостандан тигән һүҙ үҙе үк был булдыра ала торған ышаныслы егет тип ҡабул ителә.
Одесса өлкәһенең Дунай ярында урынлашҡан Рени ҡалаһында Хәрби-Диңгеҙ флоты мәктәбен тамамлағас, беҙҙе, 28 рулевойҙы, Одессалағы хәрби-диңгеҙ базаһында торған карапҡа төндә килтерҙеләр. Ваҡытлыса бөтәбеҙҙе индерҙеләр, ә бында бер генә рулевой кәрәк икән. Командиры — икенсе ранг капитаны Николай Дубинин һәр бер йәш матросты ҡабул итеп, әңгәмә үткәрҙе. Миңә лә сират етте.
— Ҡайҙа тыуғанһың?
Тәүге һорау шул.
— Башҡортостанда.
— Ҡайһы районда?
— Ҡырмыҫҡалы.
Башҡортостан диңгеҙселәренең төп сифаты — тоғролоҡ— Беҙҙең карапта ҡалаһың, — тине ул, мине баштан-аяҡ ҡарап сыҡҡас. — Мин Раевканан. Яҡташ булаһың.
Артабан ул башҡаларҙы ҡабул итеп торманы.
Һәм ошо карапта рядовой рулевойҙан башлап рулевойҙар командаһы старшинаһы булғансы төрлө диңгеҙ, океандарҙа йөҙҙөм.
Ләкин бөгөнгө һүҙем һис тә үҙемдең хеҙмәтем хаҡында түгел, тотош Башҡортостан диңгеҙселәре тураһында булыр. Әлбиттә, 40 меңләп моряк биргән Башҡортостандың барлыҡ адмиралдары, капитандары, мичмандары, старшиналары һәм матростары хаҡында бер мәҡәлә генә түгел, әллә нисә китап яҙһаң да һөйләп бөтөрлөк түгел. Ул мөмкин булмаған нәмә.
Башҡортостандан 28 адмирал сығыуы ғына ла үҙе бик күпте һөйләй. Уларҙың легендаға торошло хеҙмәте хаҡында романдар яҙырға мөмкин булыр ине. Батша заманында ла флотта Башҡортостандан күптәр хеҙмәт иткән, Беренсе Ватан һуғышында ла француздарҙы еңгәндә беҙҙән сыҡҡан диңгеҙ экипаждары ҡатнашҡан. Ә 1812 йылғы Ватан һуғышындағы беҙҙең диңгеҙселәрҙең төрлө флоттарҙағы батырлыҡтары ни тора!
Өфөлә диңгеҙселәрҙең күптәнге хыялы — Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙселәр йыйыны рәсми йәмәғәт ойошмаһы 2003 йылдың октябренән башлап бик уңышлы эшләп килә.
Башҡортостан диңгеҙселәре йыйынының тәүге рәйесе итеп ҙур тәжрибәле, күп төрлө ордендар кавалеры беренсе ранг капитаны яҡташыбыҙ Юрий Александрович Могильников һайлана. Ул Төньяҡ диңгеҙ флотында 30 йыл хеҙмәт осоронда төрлө һыу аҫты кәмәләрендә командир булып Атлантик океанда ла, Урта диңгеҙ даръяларында ла хәрби бурысын үтәй. Мин “һыу аҫты кәмәһе” тигәнде ҡайһы бер кеше күлдәрҙә файҙаланылған бәләкәй кәмәләр менән сағыштырып ҡарап күҙ алдына килтерәлер, тип уйлап ҡуям. Һыу аҫты крейсерҙарын туғыҙ подъезлы күп ҡатлы йорт менән генә сағыштырып була. Ә уның эсе ҙур заводты хәтерләтә. Кәмәлә рядовой матростар бик аҙ, күбеһенсә хәрби профессиональ белемле офицерҙар хеҙмәт итә.
Матрос-яҙыусы Николай Черкашин үҙенең китаптарында Юрий Могильниковты Рәсәйҙең һыу аҫты кәмәләренең иң яҡшы командирҙары рәтенә индереп яҙа, ә икенсе флот шағиры Владимир Маркин уға шиғырҙар арнай.
Диңгеҙ флоты офицеры Юрий Могильников Диңгеҙселәр йыйынын ойоштороп ебәреүҙә баһалап бөткөһөҙ эш күрһәтә. Йыйындың төп маҡсаты — төрлө флоттарҙа хеҙмәт иткән запастағы офицерҙарҙы, мичмандарҙы, старшиналарҙы, матростарҙы бергә туплап йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, Калинин районындағы йәш диңгеҙселәр клубына шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү.
Уҙған ваҡыт эсендә Диңгеҙселәр йыйынына шулай уҡ беренсе ранг капитандары Михаил Дмитриев, Мансур Ахунов етәкселек итте.
Әлеге көндә рәйес итеп Юлай Моратов һайланды. Дәрт-дарманлы өлкән лейтенант эште тағы ла йәнлерәк һәм ҡыйыуыраҡ алып китте. Республика ҡалаларында һәм райондарында диңгеҙселәр йыйынының 24 филиалы ла эшләп килә. Дүртөйлөлә икенсе ранг капитаны Закир Нуриәхмәтов, Ҡырмыҫҡалыла өлкән мичман Наил Рауилов, Ишембайҙа беренсе ранг капитаны Геннадий Фадеев, Әлшәйҙә өлкән мичман Рәмил Хажиәхмәтов бигерәк тә эште һәйбәт ойошторған. Дүртөйлөләге диңгеҙселәр айырыуса өлгө күрһәтә. Райондың Шишмә ауылында тыуып үҫкән Фәхрулла Хәйруллиндың исеме Карское диңгеҙендәге бер утрауға бирелеүе үҙе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй! Тыуған ауылында Фәхрулла Хәйруллинға диңгеҙселәр тырышлығы менән матур һәйкәл ҡуйылған. Әле улар 1904 — 1905 йылдарҙағы урыҫ-япон һуғышында батырҙарса һәләк булған диңгеҙселәргә һәйкәл ҡуйырға әҙерләнә. Вил Шәйҙуллин, Флүр Закиров, Ришат Вәлиев һәм башҡа запастағы Хәрби-Диңгеҙ флоты офицерҙары был эшкә күп көс һала. Уларҙың берҙәмлеге күптәргә өлгө булырлыҡ.
“Башҡортостан диңгеҙселәре Ватанға хеҙмәттә” тип исемләнгән бик матур китап та баҫылып сыҡты. Икенсе ранг капитаны Алексей Кареев 160 яҡташыбыҙҙың өлгөлө хеҙмәтен яҡтырта. Хәҙер икенсе китап сығарыуға әҙерлек бара. Диңгеҙселәр йыйынының пресс-секретары өлкән мичман Ринат Иҡсанов был өлкәлә ҙур ихласлыҡ күрһәтеп эшләй. Ул республика гәзит-журналдарында яҡташ диңгеҙселәр хаҡында бер-бер артлы мәҡәләләр менән сығыш яһап тора. Уның геройҙары араһында адмиралдар ҙа, төрлө ранг офицерҙары ла, мичмандар ҙа, старшиналар ҙа, ябай матростар ҙа бар. Ул өлгөрмәгән бер эш тә юҡ һымаҡ. Мәскәүгә лә, Санкт-Петербургка ла барып тора. Яңы исемдәр аса. Улар менән бәйләнеш булдыра.
Диңгеҙселәр йыйынының Аксаков менән Революция урамдары киҫелешендә урынлашҡан офисына Юлай Азамат улы Моратовҡа: “Осрашырға ваҡыт табырһығыҙмы?” — тип шылтыратам.
— Әйҙә, килегеҙ, бында башҡа офицерҙар ҙа йыйылған, — тип яуаплай ул.
Ысынлап та, офисҡа йыйындың иң әүҙем ағзалары төрлөһө төрлө эш менән килгәйне. Беренсе ранг капитаны Ринат Әйүпов Санкт-Петербургка йыйына икән. Ринат Иҡсанов Хәрби-Диңгеҙ флоты көнөнә төрлө гәзиттәргә материалдар әҙерләү менән мәшғүл.
Юлай Моратов үҙе 1812 йылғы Ватан һуғышында Еңеүгә 200 йыл тулыуға арнап октябрь айында тантаналы саралар уҙғарыу планын әҙерләй. Был ғилми-практик конференцияға ҙур әҙерлек башланған. Уның ентекле программаһы төҙөлгән. Бында Диңгеҙселәр йыйыны ағзалары, хәрби-патриотик клубта тәрбиәләнеүселәр, уҡыу йорттары уҡыусылары һәм студенттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Күренекле хәрби тарихсы, БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимов төплө доклад менән сығыш яһаясаҡ. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихын өйрәнеү буйынса иң күп эшләгән ғалим. Уның етәкселегендә ҡалын китаптар ҙа баҫылып сыҡты. Ғалим бүләк итеп Хәрби-Диңгеҙ флоты хаҡында баҫмалар ҙа алып килгәйне. Ул диңгеҙ флотына бәйле коллекционер ҙа икән. Музейға үҙенең ҡайһы бер әйберҙәрен бүләк итергә ниәте барлығын белдерҙе.
Был ғилми-практик конференция Диңгеҙселәр йыйыны өсөн генә түгел, республика йәмәғәт тормошонда бик әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ. Уға төплө әҙерлек шул хаҡта һөйләй.
СССР һәм Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының яҡшы традицияларын дауам итеү, уның тарихын өйрәнеү һәм йәш быуынды шул рухта тәрбиәләү маҡсаты ҡанатландыра Башҡортостан диңгеҙселәрен. Исемдәре менән ғорурланырлыҡ диңгеҙселәр ифрат күп беҙҙә. Улар араһында Хәрби-Диңгеҙ флоты командирҙары ла, крейсерҙар, һыу аҫты караптары менән етәкселек иткәндәре лә бар.
Һыу аҫты крейсеры “Варяг” командиры беренсе ранг капитаны Марат Вәлишин, Батыргәрәй Зөлҡәрнәев, Юрий Әфләтунов, Юрий Хәлиуллин, Александр Пенкин, Сиррин Мәжитов, Владимир Маслов, Рәйес Сөләймәнов, Михаил Бакаев кеүек контр-адмиралдар, вице-адмирал Юрий Рааль һәм башҡалар тыуып үҫкән Башҡортостан ерендә. Уларҙың исем-шәрифтәрен һанап сығыу өсөн дә күп ваҡыт кәрәк булыр ине. Һәр береһе республика ғорурлығы булып иҫәпләнергә хаҡлы.
Мин Хәрби-Диңгеҙ флотында элек хеҙмәт иткән, бөгөн дә сафта булған Башҡортостан диңгеҙселәрен ошо байрам менән ҡотлап, һүҙемде шиғыр менән тамамларға уйланым.

Ниндәй генә даръяларҙа гиҙмәй
Башҡортостан биргән моряктар.
Улар хеҙмәт иткән диңгеҙҙәрҙә
Һағыналыр ҙур-ҙур караптар.

Төрлө крейсерҙар, эсминецтар
Күрҙе беҙҙә тыуған егеттәр.
Диңгеҙ күреп тыумаһа ла, улар
Диңгеҙ бүреләре кеүектәр.

Ышаныслы улар төрлө поста,
Төрлө яҡта, төрлө флотта.
Штурмандар, рулевойҙар булып,
Бик ҙур командирҙар булып та.

Тымыҡ океанмы, Төньяҡ флотмы,
Ҡара диңгеҙ, Балтик диңгеҙеме...
Салауаттың тоҡомдары шулай
Ҡыйыулыҡта һәр саҡ тиңһеҙме.

Адмиралдар, капитандар булһын,
Мичман, старшина булһындар.
Ябай матрос булып баҫҡанда ла
Килеп тора беҙҙең буй-һындар.

Буй-һын ғына түгел инде, беләм:
Илде һаҡлау уйы йөрәктә.
Ерҙә, күктә беҙҙекеләр тоғро,
Диңгеҙҙә лә иң ныҡ терәктәр.

Беҙ диңгеҙ-ерҙең моряктары
Һынатманыҡ төрлө флотта
Адмиралдар, капитандар булып,
Тик бер ябай матрос булып та.

Запастағы моряк дуҫтар, хәҙер
Барлыҡ юлдар асыҡ, киң һеҙгә.
Беҙҙән арттырһындар – кемдәр
поста,
Бөгөн кемдәр сыға диңгеҙгә.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,
Хәрби-Диңгеҙ флотының
запастағы офицеры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 801

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 618

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874