Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ожмах үҙебеҙҙә икән!
Ожмах үҙебеҙҙә икән!Йәй етеү менән күптәр сит төбәктәргә сәйәхәткә ашҡына башлай. “Былтыр Төркиәлә булғайныҡ, быйыл Мысырҙы күреп килмәксебеҙ”, — тигән кеүек һөйләшеүҙе һуңғы йылдарҙа айырыуса йыш ишетергә тура килә.

Ысынлап та, диңгеҙле ерҙәр матур шул. Әммә был һоҡланыуҙың ғүмере ҡыҫҡа — бер нисә көндән туйҙыра. Сит ер бит, үҙеңдеке түгел. Гүзәллектең мәңгелеге — тыуған төйәктә генә. Бында һәр шишмә, йылға, үҙән күңелдәге моңдо һуҙа, ҡоштар ҙа үҙебеҙсә йырлай, ел-ямғыр ҙа йөрәктәге тойғолар менән бергә шаша, күҙ йәшен ҡоя кеүек.
Әммә күп осраҡта ошо аһәңде әһәмиәткә алмайбыҙ. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, коллектив менән Ғафури районында булғанда быға тағы ла бер инандыҡ.
Йырҙарҙа данланған Еҙемле, Мағашлы ер беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Сәфәребеҙҙе Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәге Еҙем-Ҡарандан башланыҡ. Бәләкәй генә, тыныс, күркәм ауыл. Әҙиптең йорт-музейы, сылтырап ағып ятҡан Шағир шишмәһе Ғафуриҙың бала саҡ, йәшлек эҙҙәрен, ижад ялҡынын, тыуған төйәгенә, халҡына һөйөүен һаҡлай. Шишмә янындағы ҡалҡыулыҡтан күтәрелеп, ҡайынлыҡта рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Бында шағирға бюст ҡуйылған. Уны яңыртып та ебәргәндә, илһам мөйөшөнөң рухи көсө тағы ла артыр кеүек.
Ожмах үҙебеҙҙә икән!Ғафуриҙан әҙиптәр күп сығыуына һис аптырайһы түгел. Хоҙай был төбәктән бер нәмәне лә йәлләмәгән: икһеҙ-сикһеҙ яландар, күккә олғашҡан мәғрур тауҙар, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар, хәтфә болондар бер-береһе менән йәтеш кенә тоташып ята. Республиканың ҡап уртаһында урынлашҡанғалыр, төбәгебеҙҙең һәр матурлығын тамсылап йыйған. “Ерек ауылы — Башҡортостандың географик үҙәге” тип билдәләнгән таш янында Ерҙең кендегендә торғандай тойғо уянды. Ә бына Ҡаранйылғаның өҫкә ауырҙай булып торған шау ағаслы тауҙары араһында үҙеңде Бөрйәндә йә Белоретта кеүек хис итәһең. Тап ошо хозур тәбиғәтле ауыл беҙгә бөйөк Жәлил Кейекбаевты бүләк иткән. Шәхестең йорт-музейын саң ҡундырмай, ҡәҙерләп кенә тота ауылдаштары. Ғафуриҙарҙың яҡташтарына, үҙ төйәгенә, йолаларына иғтибарлы, ихтирамлы булыуына Сәйетбабалағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында тағы ла бер инандыҡ. Башҡорт ауылында тарихҡа күҙ һалыу менән бергә милли аш-һыуҙан да ауыҙ итергә мөмкин: шәхси эшҡыуар Нәзирә Рәхмәтуллинаның “Ҡояшҡай” исемле кафеһында итле бишбармаҡтан башлап мәтрүшкәле сәйгә тиклем барыһын да шундай тәмле итеп әҙерләйҙәр. Бында гәзитебеҙҙең әүҙем авторҙары байтаҡ. Ихлас, алсаҡ дуҫтарыбыҙ менән осрашыу күңелдә йылы тойғолар ҡалдырҙы.
Артабанғы юлыбыҙ данлы Уҡлыҡаяға илтте. Ғафуриға килеп тә, хеҙмәттәшебеҙ, шағир Салауат Әбүзәров тыуған Ташаҫты ауылын нисек күрмәй китерһең? Ысынлап та, ожмах икән бында! Мәғрур Уҡлыҡаяға һыйынып ҡына ятҡан ауылдың гүзәллегенән күңелдә шиғыр үҙе яралалыр ул. Салауат ағай һыу инеп үҫкән Еҙем дә талғын ғына үҙ ағышын дауам итә. Йылғала рәхәтләнеп йөҙөп, мыжыҡ эҫе көндөң “танауына сиртеп” алдыҡ. Һыуҙан кинәнес алған, тәбиғәткә һоҡланып баҡҡан бер беҙ генә түгел. Яр буйы туристарҙан гөж килеп тора. Араларында беҙҙең башҡорттарҙың булыуы бер ҙә тойолманы. Ял итә белә шул башҡа халыҡ — йөкмәнешеп әллә ҡайҙарҙан килеп еткәндәр. Ә беҙ эргәбеҙҙәге йәннәтте күрмәйбеҙ.
“Красноусол” шифаханаһында ла ошо уй тынғылыҡ бирмәне. Дауалы батҡаҡ, шишмәләр янында — йырып сыҡҡыһыҙ кеше. Әммә уларҙың араһында беҙҙең халыҡтың бик аҙ булыуы күҙгә салынды — ял итергә ваҡыт табырға кәрәктер ул. Тыуған еребеҙ шундай шифалы урындарға, башҡа бер ерҙә лә ҡабатланмаҫ гүзәллеккә эйә. Уларҙың сихәте мең ауырыуға дауа бит!
Ғөмүмән, социаль туризм өсөн сит илдәрҙе барлағансы, үҙебеҙҙең төбәк ҡулай түгелме икән, тигән фекер төйнәлде сәфәрҙә. Ғорурланып күрһәтер тәбиғәт мөғжизәләре, данлы тарихыбыҙҙы һаҡлаған урындарыбыҙ бихисап. Ниңә шуларҙы аша атлап, ете-ят ергә ашҡынабыҙ әле?
Дилбәр Ишморатова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә