Йәй етеү менән күптәр сит төбәктәргә сәйәхәткә ашҡына башлай. “Былтыр Төркиәлә булғайныҡ, быйыл Мысырҙы күреп килмәксебеҙ”, — тигән кеүек һөйләшеүҙе һуңғы йылдарҙа айырыуса йыш ишетергә тура килә.
Ысынлап та, диңгеҙле ерҙәр матур шул. Әммә был һоҡланыуҙың ғүмере ҡыҫҡа — бер нисә көндән туйҙыра. Сит ер бит, үҙеңдеке түгел. Гүзәллектең мәңгелеге — тыуған төйәктә генә. Бында һәр шишмә, йылға, үҙән күңелдәге моңдо һуҙа, ҡоштар ҙа үҙебеҙсә йырлай, ел-ямғыр ҙа йөрәктәге тойғолар менән бергә шаша, күҙ йәшен ҡоя кеүек.
Әммә күп осраҡта ошо аһәңде әһәмиәткә алмайбыҙ. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, коллектив менән Ғафури районында булғанда быға тағы ла бер инандыҡ.
Йырҙарҙа данланған Еҙемле, Мағашлы ер беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Сәфәребеҙҙе Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәге Еҙем-Ҡарандан башланыҡ. Бәләкәй генә, тыныс, күркәм ауыл. Әҙиптең йорт-музейы, сылтырап ағып ятҡан Шағир шишмәһе Ғафуриҙың бала саҡ, йәшлек эҙҙәрен, ижад ялҡынын, тыуған төйәгенә, халҡына һөйөүен һаҡлай. Шишмә янындағы ҡалҡыулыҡтан күтәрелеп, ҡайынлыҡта рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Бында шағирға бюст ҡуйылған. Уны яңыртып та ебәргәндә, илһам мөйөшөнөң рухи көсө тағы ла артыр кеүек.
Ғафуриҙан әҙиптәр күп сығыуына һис аптырайһы түгел. Хоҙай был төбәктән бер нәмәне лә йәлләмәгән: икһеҙ-сикһеҙ яландар, күккә олғашҡан мәғрур тауҙар, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар, хәтфә болондар бер-береһе менән йәтеш кенә тоташып ята. Республиканың ҡап уртаһында урынлашҡанғалыр, төбәгебеҙҙең һәр матурлығын тамсылап йыйған. “Ерек ауылы — Башҡортостандың географик үҙәге” тип билдәләнгән таш янында Ерҙең кендегендә торғандай тойғо уянды. Ә бына Ҡаранйылғаның өҫкә ауырҙай булып торған шау ағаслы тауҙары араһында үҙеңде Бөрйәндә йә Белоретта кеүек хис итәһең. Тап ошо хозур тәбиғәтле ауыл беҙгә бөйөк Жәлил Кейекбаевты бүләк иткән. Шәхестең йорт-музейын саң ҡундырмай, ҡәҙерләп кенә тота ауылдаштары. Ғафуриҙарҙың яҡташтарына, үҙ төйәгенә, йолаларына иғтибарлы, ихтирамлы булыуына Сәйетбабалағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында тағы ла бер инандыҡ. Башҡорт ауылында тарихҡа күҙ һалыу менән бергә милли аш-һыуҙан да ауыҙ итергә мөмкин: шәхси эшҡыуар Нәзирә Рәхмәтуллинаның “Ҡояшҡай” исемле кафеһында итле бишбармаҡтан башлап мәтрүшкәле сәйгә тиклем барыһын да шундай тәмле итеп әҙерләйҙәр. Бында гәзитебеҙҙең әүҙем авторҙары байтаҡ. Ихлас, алсаҡ дуҫтарыбыҙ менән осрашыу күңелдә йылы тойғолар ҡалдырҙы.
Артабанғы юлыбыҙ данлы Уҡлыҡаяға илтте. Ғафуриға килеп тә, хеҙмәттәшебеҙ, шағир Салауат Әбүзәров тыуған Ташаҫты ауылын нисек күрмәй китерһең? Ысынлап та, ожмах икән бында! Мәғрур Уҡлыҡаяға һыйынып ҡына ятҡан ауылдың гүзәллегенән күңелдә шиғыр үҙе яралалыр ул. Салауат ағай һыу инеп үҫкән Еҙем дә талғын ғына үҙ ағышын дауам итә. Йылғала рәхәтләнеп йөҙөп, мыжыҡ эҫе көндөң “танауына сиртеп” алдыҡ. Һыуҙан кинәнес алған, тәбиғәткә һоҡланып баҡҡан бер беҙ генә түгел. Яр буйы туристарҙан гөж килеп тора. Араларында беҙҙең башҡорттарҙың булыуы бер ҙә тойолманы. Ял итә белә шул башҡа халыҡ — йөкмәнешеп әллә ҡайҙарҙан килеп еткәндәр. Ә беҙ эргәбеҙҙәге йәннәтте күрмәйбеҙ.
“Красноусол” шифаханаһында ла ошо уй тынғылыҡ бирмәне. Дауалы батҡаҡ, шишмәләр янында — йырып сыҡҡыһыҙ кеше. Әммә уларҙың араһында беҙҙең халыҡтың бик аҙ булыуы күҙгә салынды — ял итергә ваҡыт табырға кәрәктер ул. Тыуған еребеҙ шундай шифалы урындарға, башҡа бер ерҙә лә ҡабатланмаҫ гүзәллеккә эйә. Уларҙың сихәте мең ауырыуға дауа бит!
Ғөмүмән, социаль туризм өсөн сит илдәрҙе барлағансы, үҙебеҙҙең төбәк ҡулай түгелме икән, тигән фекер төйнәлде сәфәрҙә. Ғорурланып күрһәтер тәбиғәт мөғжизәләре, данлы тарихыбыҙҙы һаҡлаған урындарыбыҙ бихисап. Ниңә шуларҙы аша атлап, ете-ят ергә ашҡынабыҙ әле?
Дилбәр Ишморатова