Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡаҙаныштар таныла
Ҡаҙаныштар танылаНефтекамалағы иң яҡшы педагогтарҙың исеме Рәсәй энциклопедияһына инде

“Һәләтле балалар — Рәсәйҙең киләсәге” тип аталған биҙәлеше яғынан сағыу, күләмле китап балалар һәм уларҙың уҡытыусылары хаҡындағы бай йөкмәткеле материалдарҙы үҙ эсенә ала. Баҫмала тәү сиратта эшсе һөнәрҙәрен үҙләштереү өсөн башланғыс һәм урта һөнәри-техник белемгә ҙур урын бирелә.

Мәҡәләләр “Киләсәк улар ҡулында”, “Рәсәйҙең өмөтө” бүлектәренә, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр тәрбиәләүгә күп көс һалған һәләтле уҡытыусылар, мәғариф Ҡаҙаныштар танылаойошмаларының иң яҡшы етәкселәре хаҡында материалдар “Почет таҡтаһы” рубрикаһына тупланған. Энциклопедия авторҙары йәш быуынға нәҡ хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙең, квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләүҙең әһәмиәтен билдәләй.
Энциклопедияға күптән түгел үҙенең 45 йыллығын билдәләгән, ҡаланың иң боронғо уҡыу йорттарының береһе — 59-сы һөнәри лицейҙың бер нисә хеҙмәткәре ингән.
Уны төҙөүселәр һәм нәшер итеүселәрҙең тап ошо лицейға иғтибар биреүе осраҡлы хәл түгел, сөнки лицей күптән инде нефть эҙләү, сығарыу һәм эшкәртеүгә бәйле эшсе Ҡаҙаныштар танылакадрҙар һәм башҡа белгестәр әҙерләү усағына әүерелде.
Һуңғы йылдарҙа 59-сы һөнәри лицей коллективы нығынды, үҫеш алды. Мәҫәлән, ул Рәсәйҙең башланғыс һәм урта һөнәри белем биргән иң яҡшы йөҙ уҡыу йорто исемлегенә инде, шулай уҡ 2011 йылда республика конкурсы йомғаҡтары буйынса 20 миллион һумлыҡ грант алды. Бүләктәрҙең һуңғыһы айырыуса мөһим, сөнки конкурстың шарты — белем биреүҙә заманса ысулдар, инновация технологияларын ҡулланыу.
Әйткәндәй, грант аҡсаһына лицей заманса ҡорамалдар, атап әйткәндә, программа ярҙамында идара ителгән станоктар һатып алды.
Лицей директоры, Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы отличнигы Әхнәф Ғәлләмов, директорҙың өҫтәмә белем биреү буйынса урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ринат Хәмәтнуров, шулай уҡ почетлы исемдәргә һәм наградаларға эйә булған уҡытыусылар Нәзилә Сәләхова, Светлана Имаева, Альберт Пактияров, Нәсимйән Сиражетдинов “Почет таҡтаһы” рубрикаһы геройҙары араһында урын алған.
Уларҙың барыһына ла “Мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалы һәм энциклопедияның берәр данаһы тапшырылды.
Илдус НӘБИУЛЛИН.
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә