Нефтекамалағы иң яҡшы педагогтарҙың исеме Рәсәй энциклопедияһына инде“Һәләтле балалар — Рәсәйҙең киләсәге” тип аталған биҙәлеше яғынан сағыу, күләмле китап балалар һәм уларҙың уҡытыусылары хаҡындағы бай йөкмәткеле материалдарҙы үҙ эсенә ала. Баҫмала тәү сиратта эшсе һөнәрҙәрен үҙләштереү өсөн башланғыс һәм урта һөнәри-техник белемгә ҙур урын бирелә.
Мәҡәләләр “Киләсәк улар ҡулында”, “Рәсәйҙең өмөтө” бүлектәренә, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр тәрбиәләүгә күп көс һалған һәләтле уҡытыусылар, мәғариф
ойошмаларының иң яҡшы етәкселәре хаҡында материалдар “Почет таҡтаһы” рубрикаһына тупланған. Энциклопедия авторҙары йәш быуынға нәҡ хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙең, квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләүҙең әһәмиәтен билдәләй.
Энциклопедияға күптән түгел үҙенең 45 йыллығын билдәләгән, ҡаланың иң боронғо уҡыу йорттарының береһе — 59-сы һөнәри лицейҙың бер нисә хеҙмәткәре ингән.
Уны төҙөүселәр һәм нәшер итеүселәрҙең тап ошо лицейға иғтибар биреүе осраҡлы хәл түгел, сөнки лицей күптән инде нефть эҙләү, сығарыу һәм эшкәртеүгә бәйле эшсе
кадрҙар һәм башҡа белгестәр әҙерләү усағына әүерелде.
Һуңғы йылдарҙа 59-сы һөнәри лицей коллективы нығынды, үҫеш алды. Мәҫәлән, ул Рәсәйҙең башланғыс һәм урта һөнәри белем биргән иң яҡшы йөҙ уҡыу йорто исемлегенә инде, шулай уҡ 2011 йылда республика конкурсы йомғаҡтары буйынса 20 миллион һумлыҡ грант алды. Бүләктәрҙең һуңғыһы айырыуса мөһим, сөнки конкурстың шарты — белем биреүҙә заманса ысулдар, инновация технологияларын ҡулланыу.
Әйткәндәй, грант аҡсаһына лицей заманса ҡорамалдар, атап әйткәндә, программа ярҙамында идара ителгән станоктар һатып алды.
Лицей директоры, Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы отличнигы Әхнәф Ғәлләмов, директорҙың өҫтәмә белем биреү буйынса урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ринат Хәмәтнуров, шулай уҡ почетлы исемдәргә һәм наградаларға эйә булған уҡытыусылар Нәзилә Сәләхова, Светлана Имаева, Альберт Пактияров, Нәсимйән Сиражетдинов “Почет таҡтаһы” рубрикаһы геройҙары араһында урын алған.
Уларҙың барыһына ла “Мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалы һәм энциклопедияның берәр данаһы тапшырылды.
Илдус НӘБИУЛЛИН.
Нефтекама ҡалаһы.