Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Фото: Ольга Сошникова | БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы

Унда табиптар һәм шәфҡәт туташтары, уларҙың эше һәм һөнәри ҡаҙаныштары, һаулыҡ һаҡлау ветерандары һәм йәш белгестәр, табиптар династияһы, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре һәм профсоюз ойошмалары эшмәкәрлеген яҡтыртҡан журналистар, редакциялар, ТВ-каналдар һәм радиолар ҡатнашты. Айырым блок медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан МХО геройҙарына һәм фронтҡа ярҙам итеүгә арналды.

Жюри ҡарары буйынса «Башинформ» «Иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы» номинацияһында еңеүсе булды. Хәбәрсе Иван Вавилов та диплом менән бүләкләнде.

«Иң яҡшы махсус репортаж» категорияһында БСТ каналының «Честно говоря» программаһы лидер тип танылды, уның авторы һәм алып барыусыһы – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.

Фото: Ольга Сошникова | БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы

Иң яҡшы федераль баҫмалар араһында «АиФ В Башкортостане» гәзите редакцияһы һәм уның хәбәрсеһе Юлия Байджанова бар. Иң яҡшы телекомпания — «Башҡортостан» ТРК-һы һәм комментатор Азат Ғәлиуллин, иң яҡшы район/ҡала телекомпанияһы — Next-TV каналы, лауреат – Аҡъяр ТВ (Гөлсәсәк Ниғмәтуллина).

Иң яҡшы ҡала баҫмаһы исеме «Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзитенә (хәбәрсе Марина Воронова), иң яҡшы район баҫмаһы — «Октябрь Ҡырғыҙ-Миәкә» гәзитенә (хәбәрсе Әлиә Абдуллина) бирелде, ә «Октябрь юлы» гәзите (хәбәрсе Светлана Фәйзуллина) лауреат исеменә лайыҡ булды.

Милли телдәге иң яҡшы баҫма — «Балтас таңдары» гәзите, иң яҡшы радио — «Юлдаш», иң яҡшы блогер – Баймаҡ үҙәк район дауаханаһынан Ленера Аралбаева.

«Медиктар — МХО геройҙары» номинацияһында «Уфимские ведомости» гәзите редакцияһы еңеү яуланы, лауреат — «Берҙәм Рәсәй» гәзите.

«Баҡалы таңдары» гәзите – профсоюз ойошмаларының эшен, «Республика Башкортостан» гәзите – «Медиктар берҙәмлеге һәм дуҫлығы» темаһын, «Ағиҙел уттары» гәзите ғаилә ҡиммәттәрен һәм медицина династияларын иң яҡшы яҡтыртыусы баҫмалар тип билдәләнде.

Гран-приҙы «Ҡыҙыл таң» гәзите яуланы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистар берләшмәһе вәкилдәренә рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

«Хәҙер мәғлүмәт быуаты, еңел булмаған осор, шуға күрә журналистарһыҙ беҙгә бик ауыр. Медицина өлкәһен һәм табиптарҙың ҡаҙаныштарын яҡтыртыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Шул иҫәптән һеҙҙең тырышлыҡ менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һәм беҙҙең табиптарҙы республиканан ситтә лә беләләр, беҙҙең медицина алдынғы позицияға сыҡты. Башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ һәр ваҡыт Башҡортостандан өйрәнергә, бында килергә һәм тәжрибә үҙләштерергә кәрәклеген билдәләй. Ошондай команда эше генә беҙгә бындай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең өсөн һеҙ – ышаныслы партнерҙар», — тине Рәхмәтуллин.
Фото: Ольга Сошникова | БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы


Автор: Иван Вавилов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 5

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ

Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ 08.10.2026 // Йәмғиәт

9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны 06.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 7

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 9

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай 05.10.2026 // Йәмғиәт

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә ......

Тотош уҡырға 7

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы 05.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы...

Тотош уҡырға 8

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй 05.10.2026 // Йәмғиәт

Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән....

Тотош уҡырға 9