Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙән ниндәй ҡомартҡы ҡалыр?!
Беҙҙән ниндәй ҡомартҡы ҡалыр?!Салауат ҡалаһының 14-се урта мәктәбе музейына күп кенә ҡала һәм район музейҙары ла көнләшерлек. 1 300-ҙән ашыу ҡомартҡы араһында мамонт һөйәктәре лә, боронғо скиф һәм сармат ҡәбиләләренең тимер әйберҙәре лә бар. Улар ҡала төҙөлгән саҡта табылған һәм элекке тарих уҡытыусыһы Геннадий Лобанов тарафынан тупланған. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 200 йыл тулған мәлдә "Наполеон" тигән яҙыулы ҡалай ҡумта уҡыусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

— Был әйберҙе музейыбыҙға ҡалала йәшәүсе бер кеше бүләк иткән, — ти мәктәп уҡытыусыһы Юрий Романов. — Ул — Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап сығарылған шоколад һауыты.
Ҡумтаның ҡапҡасына 1804 — 1815 йылдарҙағы Франция императоры, 1812 йылда илебеҙгә яу менән килгән полководец Наполеон Бонапарт төшөрөлгән. Дүрт яҡ ҡырында — яугирҙәр һүрәте. Ҡапҡастың эске яғына ХХ быуат башындағы яҙма менән "Кондитерская фабрика Е.Н. Решетниковой в Самаре" тип яҙылған һәм фабрика яулаған наградалар күрһәтелгән.
Социаль педагог Ольга Сапожникованың әйтеүенсә, юбилей кәнфитенең һауыты уҡыусыларҙы төрлө эҙләнеүгә илһамландырған. Мәҫәлән, Наталья Максимова менән Айһылыу Хоҙайбирҙина боронғо ҡомартҡыны күргәндән һуң 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында мәғлүмәт туплай башлаған. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар Ватан һуғышы осоронда ижад ителгән башҡорт халыҡ йырҙары тураһында ғилми-тикшеренеү эштәре яҙған. Хеҙмәттәре республика кимәлендәге конкурста ыңғай баһаланған.
1812 йылғы ваҡиғаларҙы балаларға аңлатҡан саҡта ла тәм-том һауыты тарих дәрестәренә сағыулыҡ өҫтәй икән.
...Үҙенсәлекле ҡумта беҙҙе тәрән уйға һалды. Бер быуат уҙғас, киләсәк быуындарға беҙҙән нимә барып етер? "Башспирт" акционерҙар йәмғиәте сығарған "Северные амуры" тигән араҡы һөйләрме ил тарихын?!
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә