Салауат ҡалаһының 14-се урта мәктәбе музейына күп кенә ҡала һәм район музейҙары ла көнләшерлек. 1 300-ҙән ашыу ҡомартҡы араһында мамонт һөйәктәре лә, боронғо скиф һәм сармат ҡәбиләләренең тимер әйберҙәре лә бар. Улар ҡала төҙөлгән саҡта табылған һәм элекке тарих уҡытыусыһы Геннадий Лобанов тарафынан тупланған. 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 200 йыл тулған мәлдә "Наполеон" тигән яҙыулы ҡалай ҡумта уҡыусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
— Был әйберҙе музейыбыҙға ҡалала йәшәүсе бер кеше бүләк иткән, — ти мәктәп уҡытыусыһы Юрий Романов. — Ул — Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап сығарылған шоколад һауыты.
Ҡумтаның ҡапҡасына 1804 — 1815 йылдарҙағы Франция императоры, 1812 йылда илебеҙгә яу менән килгән полководец Наполеон Бонапарт төшөрөлгән. Дүрт яҡ ҡырында — яугирҙәр һүрәте. Ҡапҡастың эске яғына ХХ быуат башындағы яҙма менән "Кондитерская фабрика Е.Н. Решетниковой в Самаре" тип яҙылған һәм фабрика яулаған наградалар күрһәтелгән.
Социаль педагог Ольга Сапожникованың әйтеүенсә, юбилей кәнфитенең һауыты уҡыусыларҙы төрлө эҙләнеүгә илһамландырған. Мәҫәлән, Наталья Максимова менән Айһылыу Хоҙайбирҙина боронғо ҡомартҡыны күргәндән һуң 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында мәғлүмәт туплай башлаған. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар Ватан һуғышы осоронда ижад ителгән башҡорт халыҡ йырҙары тураһында ғилми-тикшеренеү эштәре яҙған. Хеҙмәттәре республика кимәлендәге конкурста ыңғай баһаланған.
1812 йылғы ваҡиғаларҙы балаларға аңлатҡан саҡта ла тәм-том һауыты тарих дәрестәренә сағыулыҡ өҫтәй икән.
...Үҙенсәлекле ҡумта беҙҙе тәрән уйға һалды. Бер быуат уҙғас, киләсәк быуындарға беҙҙән нимә барып етер? "Башспирт" акционерҙар йәмғиәте сығарған "Северные амуры" тигән араҡы һөйләрме ил тарихын?!
Н. ХӘСӘНОВА.