Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

16 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертауҙан Әнүәр Вәхитов менән осрашты. Үҫмер М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Төбәк етәксеһе уны 2026 йылдың июнендә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән аралашыу барышында эш урынына ҡунаҡҡа саҡырғайны.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән 12 йәшлек Әнүәр Вәхитов осрашыуға Күмертауҙа М. Исҡужин исемендәге прогимназияның тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән әсәһе Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы менән килде. Ул улының музыкаль һәләттәренең биш йәшендә асыла башлауы хаҡында һөйләне. Артабан халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләүҙә педагог, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмилә Рамаҙанова ярҙам иткән.

Үҫмерҙең уңыштары иҫәбендә – төрлө кимәлдәге сараларҙа, шул иҫәптән «Сулпылар – 2022» республика телевизион конкурсында, «Алтын сапсан» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалендә ҡатнашыу һәм күп һанлы еңеүҙәр. Ә 2026 йылдың сентябрендә Әнүәр урындағы балалар музыка мәктәбенең ҡурай класына уҡырға ингән. Шулай уҡ ғәрәп телен өйрәнә, футбол менән мауыға.
Башҡортостан Башлығы Әнүәр Вәхитовҡа үҙенең эш урыны буйлап экскурсия үткәрҙе – эш кабинеты, осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр залдары менән таныштырҙы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров һәләтле үҫмергә уҡыуҙа уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләне.
– Талантлы малай миңә бик оҡшаны. Ул Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаны, – тине төбәк етәксеһе осрашыуҙан һуң. – Ошондай балаларҙың бында килеүен теләйем, уларға экскурсиялар үткәрергә һәм үҙемдең эшем тураһында һөйләргә әҙермен. Сөнки һәр ҡылығыбыҙ ниндәйҙер файҙа килтерергә тейеш. Ҡайтҡас ул шулай уҡ артабан үҫешергә һәм уңыштар яуларға теләүе хаҡында белдерәсәк. Беҙ бында уларҙы тик яҡшы уйҙарға этәрәбеҙ.

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...
Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар...
Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә плюс температураһы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип фаразлай ......
Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт
2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......
Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе...
Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
[isimage=thumb][/isimage]Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға ......
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте...
«Уйларға кәрәк»: Башҡортостан Башлығы вейптарҙы тыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Тура бәйләнештә Радий Хәбиров балаларҙы бәйлелектән һаҡлау өсөн вейптар һәм электрон тәмәке һатыуҙы ......
Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты...
Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр 11.11.2026 // Йәмғиәт
Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр...
Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте...