Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Башлығы «Патриот» паркын үҙенсәлекле майҙансыҡ тип атаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Шишмә районындағы «Патриот» паркына саҡырҙы.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәте

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «Патриот» паркы ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек урынына әүерелде. Бында мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен генә түгел, ә тормош тураһында дөрөҫ төшөнсә алырға мөмкин. Парк асылғандан алып майҙансыҡтарҙа республиканың әүҙем йәштәре, ирекмәндәре өсөн төрлө йыйылыштар үткәрелә.

Патриот паркында «Геройҙар ярышы» өсөн трасса эшләй, ул асылғандан алып бында тотош илдең спорт командалары үҙ көсөн һынап ҡараны.

«Мин үҙем дә бында йәштәр менән осрашырға, уларҙың һорауҙарына яуап бирергә һәм ҡыҙыҡһыныусан, янып торған күҙҙәргә ҡарарға яратам», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе барыһын да хәрби һәм трофей техникаһы экспозицияһын ҡарарға саҡырҙы. Бынан тыш, паркта «Партизан ауылы» музей-күргәҙмә комплексы эшләй.

«Был витриналы ябай музей түгел, ә интерактив майҙансыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы урман лагерҙарының йыйылма образы. Бөтә объекттар блиндаж рәүешендә төҙөлгән. Штаб, медпункт, мунса һәм кухня бар, бында фронт көнкүреше мөхитен тойорға мөмкин. Ҡорал һәм боеприпастар келәтендә шул йылдарҙағы ҡоралдарҙы тотоп ҡарарға була – легендар «Максим» пулеметынан алып Ф-1 гранатаһына тиклем. «Партизан ауылы»нда, асылда, тарихҡа ҡағылырға, Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын аңларға мөмкин. Һәммәгеҙҙе лә «Патриот» паркына саҡырам. Яҡшы ялдар теләйем!» — тине Хәбиров.
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәте


Автор: Инсаф Хужабиргәнов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Баймаҡта пиксель шыршы ҡуя башланылар

Баймаҡта пиксель шыршы ҡуя башланылар 17.11.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта яңы йыл байрамдарына әҙерлек башланды. Салауат Юлаев исемендәге үҙәк паркта белгестәр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда йәшәүселәр республиканың Йәштәр баш ҡалаһы-2027 өсөн тауыш бирә ала
Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙең олатаһы ҡапыл вафат булған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙең олатаһы ҡапыл вафат булған 17.11.2026 // Йәмғиәт

Бар ғүмерен республика тәбиғәтен һаҡлауға бағышлаған Ришат Шакир улы Кәримов 62 йәшендә арабыҙҙан ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ишле ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн сертификаттар бирелә башлай

Республикала ишле ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн сертификаттар бирелә башлай 16.11.2026 // Йәмғиәт

Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы президиумының 45-се ултырышында беренсе уҡыуҙа ......

Тотош уҡырға 3

Республикала яңы йыл ҡаласыҡтарын асыу ваҡыты һауа торошона бәйле

Республикала яңы йыл ҡаласыҡтарын асыу ваҡыты һауа торошона бәйле 16.11.2026 // Йәмғиәт

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы белдерҙе....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Салауат белем биреү колледжы директорын бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Салауат белем биреү колледжы директорын бүләкләне 16.11.2026 // Йәмғиәт

Юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн колледж етәксеһе «Хеҙмәт батырлығы өсөн» ......

Тотош уҡырға 3

Айсу, Нуринисо һәм Кинйә: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Айсу, Нуринисо һәм Кинйә: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 16.11.2026 // Йәмғиәт

Айсу, Нуринисо һәм Кинйә: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне 13.11.2026 // Йәмғиәт

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 3

Календарь буйынса туй: 2027 йылда никах теркәү өсөн матур даталар билдәле булды
Республикала Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә дикторҙар конкурсы иғлан ителде
Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә 13.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды 13.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды...

Тотош уҡырға 7