Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып туған телде яһалма зиһен технологиялары өсөн әҙерләй башланы

Башҡортостанда яһалма зиһен технологиялары өсөн башҡорт теле һәм мәҙәниәте датасеттарын туплау буйынса эш башланды. Республика Рәсәйҙең туған телгә ҡарата ошондай проектты системалы рәүештә бойомға ашыра башлаған беренсе төбәге булып тора.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башфонд

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы төбәктә яһалма зиһен технологияларын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.

 — Беҙ яһалма зиһендең иҡтисадтың һәм тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инеүен күрәбеҙ, уларҙы ҡулланыуҙың сағыу миҫалдарын билдәләйбеҙ, — тигәйне Радий Хәбиров. — Тик был ғына етмәй. IT-компаниялар һәм яһалма зиһен технологияларын етештереүселәр өсөн инфраструктура, экосистема һәм, асылда, майҙансыҡ булдырырға кәрәк. Тағы бер бурыс – йәмғиәттең яһалма зиһенгә ышанысын формалаштырыу һәм уның практик файҙаһын аңлатыу. Бының өсөн күләмле мәғлүмәт биреү-аңлатыу кампанияһын үткәрергә йыйынабыҙ. Бигерәк тә мәктәптәргә һәм уҡытыусылар әҙерләүгә, һанлы технологиялар менән бәйле өҫтәмә белем биреү программаларын киңәйтеүгә иғтибар бүлергә уйлайбыҙ.

Башҡортостан хөкүмәте ҡушыуы буйынса республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә ведомство-ара эшсе төркөм булдырылды. Уның составына төбәктең алдынғы фәнни, мәғариф, мәҙәни һәм медиа ойошмалары вәкилдәре инде. Проекттың төп бурысы – башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса текст, аудио һәм визуаль материалдарҙан торған датасеттар туплау.

Авторлыҡ хоҡуғы мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Белгестәр авторҙар һәм хоҡуҡ эйәләре менән эшләй, кәрәкле рөхсәттәр ала, ә дәүләткә ҡараған материалдар тейешле тәртиптә рәсмиләштерелә. Ошо эш һөҙөмтәһендә тупланған материалдарҙы законлы һәм асыҡ рәүештә ҡулланырға мөмкин. Маҡсат- заманса нейроселтәрҙәр башҡорт телен аңлаһын һәм һөйләшһен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын белһен, шулай уҡ башҡорт орнаменттарын, милли кейемдәрҙе һәм башҡа мәҙәни образдарҙы хаталарһыҙ һәм стереотиптарһыҙ сағылдыра алһын.

Был эштең тәүге һөҙөмтәһе лә әҙер — башҡорт телендәге тауышландырылған аудиокитаптарҙан торған асыҡ датасет баҫылып сыҡты. Унда 14 әҫәрҙән 476 аудиофрагмент, шул иҫәптән «Аҡбуҙат», «Алдар менән Зөһрә» эпостары, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙары һәм башҡа әҫәрҙәр бар.

— Бөгөн тел китаптарҙа, театрҙа һәм көндәлек тормошта ғына түгел, һанлы киңлектә лә үҫешергә тейеш, — тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова. — Башҡорт теле XXI быуатта йәшәһен өсөн уның заман менән бергә атлауы зарур. Яһалма зиһен тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әүерелә, заманса технологияларҙың башҡорт телен аңлауы һәм «һөйләшеүе» мөһим. Шуға күрә беҙ сифатлы датасеттар төҙөйбөҙ.

Проектта ҡатнашыусы программист Айгиз Ҡунафин фекеренсә, был эштең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Элегерәк яһалма зиһен технологиялары өсөн башҡорт телен үҫтереү менән башлыса айырым энтузиастар ғына шөғөлләнде. Ресурстар аҙ ине, шуға күрә активистар материалдарҙы бөртөкләп тигәндәй йыйҙы, булғанын ҡулланды. Бөгөн эш беренсе тапҡыр үҙәкләштерелгән рәүештә алып барыла, архивтарҙы ҡулланырға, уларҙы системаға һалырға, материалдарҙың сифатын тикшерергә һәм датасеттарға ниндәй мәғлүмәт индерелеүен тулыһынса контролдә тоторға була. Был иһә эште тиҙерәк һәм уны сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә.

— Асылда, Башҡортостан беренселәрҙән булып ошо эшкә тотондо. Беҙ дәүләт органдары, фәнни ойошмалар, мәҙәниәт учреждениелары һәм тел әүҙемселәре ҡатнашлығында яһалма интеллект өсөн тел мәғлүмәттәрен әҙерләү буйынса системалы эште нисек ойошторорға мөмкин икәнен күрһәтәбеҙ. Был тәжрибәне Рәсәйҙең туған телдәрҙе һаҡлау менән менән шөғөлләнгән башҡа төбәктәре лә файҙалана алыр тип ышанам, — тине Ҡунафин.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, датасеттар төҙөү эше дауам итәсәк. Башҡорт теле заманса һанлы экосистеманың тулы хоҡуҡлы өлөшө булһын һәм яһалма интеллект өлкәһендә үҫешеү өсөн яңы мөмкинлектәр алһын өсөн текст, аудио һәм визуаль материалдар күләмен киңәйтеү планлаштырыла.










Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 9

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 6

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7